Jump to content

Әт-Тәүбә сүрәһе

From Wikisource


Ҡөрьән
автор Мөхәммәт Кәрим
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.


-

Ҡөрьән Кәрим
Д. Кинельский тәржемәһе, башҡортсаға Ф.Н.Байышев, Д.Д.Мәһәҙиев


'

9. ӘТ-ТӘҮБӘ (ТӘҮБӘ) СҮРӘҺЕ

1. Алланан һәм Уның рәсүленән һеҙҙең күп илаһтарға табыныусылар менән килешеүегеҙҙән баш тартыу [бирелә].
2. Дүрт ай буйына Ер йөҙөндә сәйәхәт итегеҙ һәм шуны белегеҙ: һеҙ Алланы көсһөҙләндерә алмайһығыҙ һәм Алла кафырҙарҙы хур ҡылыусы!
3. Бөйөк хаж көнөндә Алланың һәм Уның рәсүленең кешеләргә белдереүе: Алла һәм Уның рәсүле күп илаһҡа табыныусыларҙан баш тарта. Әгәр тәүбәгә килһәгеҙ,— һеҙҙең өсөн хәйерле, әгәр йөҙ сөйөрһәгеҙ, шуны белегеҙ: һеҙ Алланы көсһөҙләндерә алмайһығыҙ. Кафырҙарҙы интектергес ғазап менән һөйөнсөлә,
4. куп илаһтарға табыныусыларҙан һеҙҙең менән килешеүҙәре булған, һәм бынан һуң улар уны һис бер нәмәлә боҙмаған һәм һеҙгә ҡаршы бер кемгә лә ярҙам итмәгәндәрҙән башҡаларҙы. Улар менән булған килешеүҙе уларға билдәләнгән уаҡытҡа тиклем тамам ҡылығыҙ: Алла тәҡүәлеләрҙе ярата!
5. Харам айҙар үткәс, күп илаһтарға табыныусыларҙы ҡайҙа тура килтерһәгеҙ, шунда үлтерегеҙ, уларҙы тотоғоҙ, ҡамағыҙ, һәр йәшерен урында һағалап тороғоҙ! Әгәр тәүбә итһәләр, намаҙ торһалар, зәкәт түләһәләр, уларҙың юлдарын ирекле ҡылығыҙ: ысынлап та, Алла ярлыҡаусы, рәхимле!
6. Әгәр күп илаһтарға табыныусыларҙан берәй кеше һинән һыйыныр урын һораһа, ул Алла һүҙен ишеткәнгә саҡлы уны һыйындыр. Унан һуң ул именлектә буласаҡ урынға илтеп ҡуй. Был — улар белмәгән халыҡ булғанға.
7. Һеҙ «Харәм мәсет» ҡаршыһында килешеү төҙөгән мөшриктәрҙән башҡаларҙың Алла һәм Уның рәсүле менән килешеүе нисек булһын ти? Улар һеҙгә тоғро булғанда һеҙ ҙә уларға тоғро булығыҙ: Алла тәҡүәлеләрҙе ярата!
8. Нисек? Әгәр улар һеҙҙән өҫтөн сыҡһалар, һеҙгә ҡарата анттарын да, шарттарын да үтәмәйҙәр. Улар һүҙҙә һеҙҙең менән ризалашһалар ҙа, күңелдәре теләмәй, һәм уларҙың күбеһе боҙоҡ.
9. Алланың аяттарына улар әҙ хаҡ алдылар һәм Алла юлынан яҙҙылар. Насар уларҙың эшләгән эштәре!
10. Улар иман килтергән кешегә ҡарата анттарын да, шарттарын да тотмай. Улар — сиктән уҙыусылар.
11. Әгәр тәүбә итһәләр, намаҙ торһалар һәм зәкәт бирһәләр, улар — һеҙҙең дин ҡәрҙәштәрегеҙ. Беҙ аяттарҙы белгән халыҡтарға аңлатабыҙ!
12. Әгәр килешеүҙән һуң анттарын боҙһалар һәм динегеҙҙе хурлаһалар, ул саҡта кафырлыҡтың башлыҡтары менән һуғышығыҙ, улар өсөн ант юҡ бит — моғайын, улар тыйылырҙар!
13. Анттарын боҙған һәм рәсүлде ҡыуып ебәреү тураһында уйлаған кешеләр менән һуғышмаҫһығыҙмы ни? Беренсе булып һеҙҙең менән улар үҙҙәре башланы. Уларҙан ҡурҡаһығыҙмы ни? Әгәр иман килтергән булһағыҙ, Алланан ҡурҡыу хаҡлыраҡ!
14. Улар менән һуғышығыҙ, уларҙы Алла һеҙҙең ҡулығыҙ менән ғазаплар, хурлыҡҡа дусар итер, уларға ҡаршы һеҙгә ярҙам бирер, һәм иман килтергән кешеләрҙең күңелдәрен шифалар,
15. һәм уларҙың күңелендәге асыуҙы йолоп ташлар. Алла Үҙе теләгән кешенең тәүбәһен ҡабул итә: Алла белә, хикмәтле!
16. Әллә һеҙ, арағыҙҙан тырышҡан һәм Алланан, Уның рәсүленән, һәм иман килтергәндәрҙән башҡаларҙы үҙҙәренә дуҫ итмәгән кешеләрҙе Алла белеп бөтмәҫ борон ташлап ҡалдырылырбыҙ тип уйланығыҙмы? Алла һеҙ эшләгән эштәрҙә хәбәрҙар!
17. Үҙ-үҙҙәренә ҡаршы рәүештә кафырлыҡтарында шаһитлыҡ ҡылып, күп илаһтарға табыныусыларға Алла мәсеттәрен йәнләндереү тейешле түгел. Уларҙың эштәре юҡҡа сыҡты. Улар утта мәңге ҡалыр!
18. Аллаға иман килтергән һәм ахирәт көнөнә ышанған, намаҙ торған, зәкәт биргән, һәм Алланан башҡа берәүҙән дә ҡурҡмаған кешеләр генә йәнләндерә [төҙөй]. Бәлки был кешеләр тура юлдан барыусыларҙан булыр!
19. Әллә һеҙ хаж ҡылыусыларға һыу эсереүҙе һәм «Харам мәсет»те йәнләндереүҙе Аллаға иман килтергән, ахирәт көнөнә ышанған һәм Алла юлында һуғышҡан кеше менән бер тип һанайһығыҙмы? Алла ҡаршыһында улар берҙәй түгел: залим халыҡтарҙы Алла алып бармай!
20. Иман килтергән һәм йорт-еренән күсеп киткән, һәм малдары һәм йәндәре менән Алла юлында һуғышыусыларҙың Алла ҡаршыһында дәрәжәһе юғарыраҡ була. Былар — уңышҡа өлгәшеүселәр.
21. Раббылары уларҙы рәхмәте, ризалығы һәм дауамлы ниғмәт булған баҡсалар менән һөйөнсөләй,—
22. улар унда мәңге ҡалыр. Ысынлап та, Алла ҡаршыһында бөйөк әжер!
23. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Әгәр атайҙарығыҙ һәм туғандарығыҙ кафырлыҡты имандан артығыраҡ күрһә, уларҙы дуҫ итмәгеҙ. Арағыҙҙан кемдер уларҙы дуҫ итһә, улар залимдарҙан булыр.
24. «Әгәр атайҙарығыҙ, улдарығыҙ, туғандарығыҙ, ҡатындарығыҙ, яҡындарығыҙ һәм тапҡан малдарығыҙ, туҡтап ҡалыуынан һеҙ ҡурҡҡан сауҙағыҙ һәм һеҙҙе ҡәнәғәтләндергән йорттарығыҙ һеҙгә Алланан, Уның рәсүленән һәм Алла юлындағы һуғыштан да һөйкөмлөрәк булһа, Алланың Үҙ бойороғо менән килгәнен көтөгөҙ. Ә Алла боҙоҡ кешеләрҙе тура юлдан алып бармай», — тип әйт.
25. Алла һеҙгә күп урында ярҙам итте, һәм Хөнәйн көндәрендә, һеҙҙең күплегегеҙ үҙегеҙҙе хайран ҡалдырғанда. Ә ул һеҙҙе бер нәмәнән дә ҡотҡарманы, һәм һеҙгә киң Ер йөҙө тар булды. Бынан һуң һеҙ, арҡа күрһәтеп, кирегә боролдоғоҙ.
26. Бының һуңында Алла рәсүленә һәм иман килтергән кешеләргә Үҙенең тыныслығын төшөрҙө һәм ғәскәр бирҙе,— һеҙ уларҙы күрмәнегеҙ,— һәм иман килтермәгән кешеләрҙе ғазапланы. Ошо кафырҙарға яза.
27. Бынан һуң Алла теләгән кешеһенең тәүбәһен ҡабул итер: Алла ярлыҡаусы, рәхимле!
28. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Күп илаһтарға табыныусылар бысраҡ бит. Ошо йылдан һуң улар «Харам мәсет»кә яҡын килмәһен. Әгәр фәҡирлектән ҡурҡһағыҙ, Алла, әгәр теләһә, Үҙ йомартлығынан байытыр. Ысынлап та, Алла белә, хикмәтле!
29. Аллаға һәм ахирәт көнөнә иман килтермәгән, Алла һәм Уның рәсүле харам иткән нәмәләрҙе тыймаған, һәм хаҡ дингә буйһонмаған китап әһелдәре менән, улар, хур булып, түләүҙәрен үҙ ҡулдары менән туләгәнгә тиклем һуғышығыҙ.
30. Йәһүҙиҙәр: «Ғөзәйер — Алланың улы»,— тине. Насраниҙар ҙа: «Әл-Мәсих — Алланың улы»,— тине. Уларҙың ауыҙы менән әйтелгән был һүҙҙәр бынан элек иман килтермәгән кешеләрҙең әйткән һүҙенә оҡшай. Уларҙы Алла һәләк итһен! Ни тиклем алданғандар улар!
31. Улар үҙҙәренең белем эйәләрен һәм раһиптарын һәм Мәрйәм улы Әл-Мәсихте Алланан башҡа раббы итеп алдылар. Ә уларға берҙән-бер — унан башҡа илаһ булмаған — илаһҡа ғына ҡоллоҡ ҡылырға бойоролғайны. Маҡтау Уға, улар тиңдәш тотҡан нәмәнән юғары Ул!
32. Улар Алланың нурын ауыҙҙары менән һүндерергә теләй, әммә Алла Үҙ нурын тамам итеүҙән башҡаны рөхсәт итмәй, быны кафырҙар яратмаһалар ҙа.
33. Ул — Үҙ рәсүлен тура юл һәм хәҡиҡәт дине менән шул динде һәр диндән юғары итеп күрһәтер өсөн ебәрҙе, быны мөшриктәр күрә алмаһалар ҙа.
34. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Белем эйәләренән һәм раһиптарҙан күптәр кешеләрҙең малдарын юҡҡа сығарып ашайҙар һәм кешеләрҙе Алла юлынан яҙҙыралар. Ә алтын һәм көмөш йыйып, уларҙы Алла юлында сарыф ҡылмағандарҙы иктектергес ғазап менән һөйөнсөлә,
35. был [алтын-көмөш] тамуҡ утында ҡыҙҙырылып, уның менән уларҙың маңлайҙары, арҡалары һәм ҡабырғалары тамғаланасаҡ көндө! Был — һеҙҙең үҙегеҙгә йыйған нәмәгеҙ. Инде татығыҙ йыйғанығыҙҙы!
36. Ысынлап та, Аллалағы айҙарҙың һаны — Ул күктәрҙе һәм Ерҙе яратҡан көндө — Алланың китабында ун ике ай. Уларҙың дүртеһе — харам ай, был — хаҡ дин: ул айҙарҙа үҙ-үҙегеҙгә золом ҡылмағыҙ һәм, күп илаһтарға табыныусыларҙың барыһы ла һеҙҙең менән һуғышҡан кеүек, һеҙ ҙә уларҙың барыһы менән дә һуғышығыҙ һәм белегеҙ: Алла тәҡүәлеләр менән!
37. Көндәр өҫтәү — кафырлыҡты арттырыу ғына ул; иман килтермәгән кешеләр бында яңылыша. Улар Алла тыйған һанға тура килтереү өсөн бер йылда быны рөхсәт итһәләр, икенсе йылда тыялар һәм улар Алла харам ҡылғанды рөхсәт итәләр. Уларҙың боҙоҡ эштәре уларға матурлап күрһәтелә. Ә Алла кафырҙарҙы тура юлдан алып бармай!
38. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Ни өсөн һеҙгә: «Алла юлында һуғышҡа сығығыҙ!» — тиһәләр, ауырһынып ергә һыйынаһығыҙ? Әллә ахирәткә ҡарағанда был донъя менән нығыраҡ риза булдығыҙмы? Фани донъя рәхәте ахирәттекенә ҡарағанда бик бәләкәй.
39. Әгәр һуғышҡа сыҡмаһағыҙ, Ул һеҙҙе интектергес ғазап менән ғазаплар һәм икенсе халыҡтар менән алмаштырыр. Һеҙ Уға һис бер нәмәлә зыян килтерә алмаҫһығыҙ: Алла һәр нәмәгә ҡөҙрәтле!
40. Һеҙ уға ярҙам итмәһәгеҙ, уға Алла ярҙам итә бит. Бына уны иман килтермәгән кешеләр ҡыуып сығарҙы, ул — икенең икенсеһе ине. Бына улар икеһе лә мәмерйәлә инеләр, һәм ул үҙенең юлдашына: «Бошонма, Алла беҙҙең менән бит!» — тине. Һәм уға Алла үҙенән тыныслыҡ иңдерҙе, һеҙ күрмәгән ғәскәр менән нығытты. Иман килтермәгән кешеләрҙең һүҙен түбән ҡылды, ә Алла һүҙе — иң юғары, ысынлап та, Алла бөйөк, хикмәтле!
41. Һуғышҡа еңелсә лә, ауыр йөк менән дә сығығыҙ, Алла юлында малдарығыҙ менән дә, йәндәрегеҙ менән дә көрәшегеҙ! Әгәр белһәгеҙ, был — һеҙҙең өсөн яҡшыраҡ!
42. Әгәр йүнәлеш яҡын һәм юл да уртаса булһа, улар һиңә эйәрер ине. Әммә, уларға юл алыҫ булғас, улар Алла исеме менән ант итәсәктәр: «Әгәр беҙҙең көсөбөҙ етһә, һеҙҙең менән сығыр инек!» Улар үҙ-үҙҙәрен һәләк итә. Ә Алла уларҙың ялғансы икәнен белә.
43. Ярлыҡаһын һине Алла! Ни өсөн һин уларға дөрөҫтө һөйләүселәр алдында асыҡлағанға һәм алдаҡсыларҙы белгәнгә тиклем рөхсәт иттең?
44. Аллаға һәм ахирәт көнөнә иман килтергән кешеләр үҙ малдары һәм йәндәре менән һуғышыр өсөн, һинән хөкөм һорамайҙар. Ә Алла тәҡүәлеләрҙе ярата!
45. Аллаға һәм ахирәт көнөнә иман килтермәгән һәм күңелдәре шикләнгән кешеләр генә һинән рөхсәт һорай, һәм улар үҙ шиктәрендә икеләнәләр.
46. Әгәр улар сығырға теләһә, бының өсөн кәрәк-яраҡтарын әҙерләрҙәр ине, әммә Алла уларҙың сығыуын теләмәне, уларҙы тотҡарланы, һәм Уларға: «Ултырыусылар менән ултырығыҙ!» — тип әйтелде.
47. Әгәр улар һеҙҙең менән сыҡһа, һеҙҙең араларығыҙҙа тәртипһеҙлекте генә арттырырҙар ине, арағыҙҙа сыуалыш сығарырға ашығырҙар ине. Ә һеҙҙең арағыҙҙа уларға ҡолаҡ һалыусылар бар: Алла залимдарҙы белә!
48. Улар элек тә, хәҡиҡәт килеп Алла бойороғо асыҡланғанға тиклем,— ә быны улар яратманылар,— һинең эштәреңде сыуалтырға ынтылдылар.
49. Улар араһында шундай кеше бар, ул: «Рөхсәт ит миңә, мине фетнәгә төшөрмә!» — ти. Ә улар фетнәгә төшмәнеме ни? Ысынлап та, тамуҡ кафырҙарҙы солғап ала!
50. Әгәр һиңә ниндәй булһа ла яҡшылыҡ килһә, улар ҡайғырыша. Әгәр һиңә берәй күңелһеҙлек килһә, улар: «Ярай әле беҙ эшебеҙҙә алдан уҡ хәстәрлек күрҙек»,— тиҙәр һәм шатланып ситкә китәләр.
51. Әйт: «Алла яҙғандан башҡа, беҙгә һис бер нәмә килмәй, Алла беҙҙең һаҡлаусыбыҙ!» Иман килтергән кешеләр Аллаға тәүәккәлләһен!
52. Әйт: «Әллә һеҙ беҙгә ике яҡшылыҡтың береһе генә булыуын көтәһегеҙме? Ә беҙ һеҙҙе Алла Үҙ ғазабына Үҙе йәки беҙҙең ҡулыбыҙ менән дусар иткәнен көтәбеҙ, көтөгөҙ, һеҙҙең менән беҙ ҙә көтәбеҙ!»
53. Әйт: «Ирекле рәүештә сарыф ҡылһағыҙ ҙа, мәжбүри рәүештә сарыф ҡылһағыҙ ҙа, һеҙҙән һис ҡабул ителмәҫ! Һеҙ бит боҙоҡ халыҡтарҙан булдығыҙ!»
54. Һәм уларҙың сығымдарының ҡабул ителеүенә тик уларҙың Аллаға, һәм Уның рәсүленә иман килтермәүҙәре һәм намаҙға ялҡауланып килеүҙәре һәм сығымдарын ирекһеҙҙән генә тотоуҙары ҡамасаулай.
55. Уларҙың малдары ла, балалары ла һине ғәжәпкә ҡалдырмаһын. Алла уларҙы был донъяла ошолар менән ғазапларға теләй. Уларҙың йәндәре һәләк булыр һәм улар кафыр булырҙар!
56. Улар үҙҙәрен һеҙҙән тип Алла менән ант итәләр, улар һеҙҙән түгел, ә ҡурҡҡан халыҡ.
57. Әгәр берәй һыйынырлыҡ урын, йәки мәмерйәләр, йәки башҡа берәй инә торған ер тапһалар, улар ашҡынып шунда йүнәлерҙәр ине.
58. Улар араһында саҙаҡа өсөн һинең турала ғәйбәт һөйләүселәр ҙә бар, һәм уларға бирелһә, улар ҡәнәғәт булалар, әгәр бирелмәһә — асыуланалар.
59. Әгәр Алла һәм Уның рәсүле биргәнгә риза булһалар һәм: «Беҙгә Алла еткән, Алла беҙгә Үҙ йомартлығынан бирәсәк һәм Уның рәсүле. Беҙ Аллаға йүнәләбеҙ!» — тиһәләр ине!
60. Саҙаҡалар тик фәҡирҙәргә, теләнселәргә, уны йыйыусыларға, күңелдәре йәлеп ителгәндәргә, ҡолдарҙы азат итеү өсөн түләүгә бурыслыларға, Алла юлына, мосафирҙарға — Алланан йөкмәтелгән бурыс итеп. Алла белә, хикмәтле!
61. Улар араһында бәйғәмбәрҙе рәнйетеүселәр ҙә бар һәм улар: «Ул— ҡолаҡ [яҡшы ишетеүсе]»,— тиҙәр. «Һеҙҙең өсөн яҡшылыҡтың ҡолағы ул!» — тип әйт. Ул Аллаға иман килтерә һәм иман килтергән кешеләргә ышана, һәм һеҙҙең арағыҙҙан иман килтергән кешеләргә рәхмәт; ә Алланың рәсүленә рәнйеү килтергән кешеләргә интектергес ғазап!
62. Улар һеҙҙең алдығыҙҙа һеҙҙе ризалаштырыу өсөн Алла менән ант итәләр; ә Алла һәм Уның рәсүле,— әгәр улар иман килтергән булһа,— ризалаштырыуға хаҡлы.
63. Улар Аллаға һәм Уның рәсүленә ҡарышҡан кешеләргә мәңге тороу өсөн тамуҡ икәнлеген белмәнеләрме ни? Был — оло хурлыҡ!
64. Ике йөҙлөләр уларҙың күңелдәрендәге нәмәне хәбәр итәсәк сүрәнең уларға иңдерелеүенән ҡурҡа. «Әйҙә мәсхәрә ҡылығыҙ. Алла һеҙ ҡурҡҡанды иңдерер!» — тип әйт.
65. Әгәр һораһаң, улар: «Беҙ тик һүҙгә генә мауыҡтыҡ һәм шаярҙыҡ»,— тип әйтерҙәр. «Алланан, Уның аяттарынан һәм рәсүленән көлдөгөҙ түгелме ни?» — тип әйт.
66. Ғәфү үтенмәгеҙ! Һеҙ иманығыҙҙан һуң кафыр булдығыҙ! Әгәр Беҙ арағыҙҙан бер төркөмдө ғәфү итһәк, икенсе төркөмдө гонаһлы булғандары өсөн ғазапларбыҙ.
67. Ике йөҙлө ирҙәр һәм ике йөҙлө ҡатындар — береһе икенселәренән тыйылғанды эшләргә ҡушалар һәм хупланған эштәрҙән тотҡарлайҙар, ҡулдары һаран. Улар Алланы онотто һәм Алла уларҙы онотто. Ысынлап та, ике йөҙлөләр — боҙоҡ кешеләр!
68. Ике йөҙлө ирҙәргә һәм ҡатындарға һәм кафырҙарға Алла мәңге йәшәү урыны итеп тамуҡ үәғәҙә итте. Урындары шул уларҙың! Уларҙы Алла ләғнәтләне, һәм уларға — өҙлөкһөҙ ғазап,
69. һеҙҙән элек булғандарға кеүек! Улар һеҙгә ҡарағанда көслөрәк тә, уларҙың малдары ла, балалары ла күберәк ине һәм үҙ өлөштәренән рәхәтләнделәр. Һеҙҙән элек килгән кешеләр үҙ өлөшөнән рәхәтләнгән кеүек, һеҙ ҙә үҙ өлөшөгөҙҙән рәхәтләндегеҙ, һәм улар [боҙоҡлоҡҡа] сумған кеүек, һеҙ ҙә сумдығыҙ. Быларҙың эштәре донъяла ла һәм ахирәттә лә юҡҡа сығыр! Бына ошолар — зыян күреүселәр!
70. Әллә уларға үҙҙәренә тиклем булған кешеләр тураһыыда хәбәр килмәнеме — Нух халҡы тураһында, һәм Ғәд, һәм Ҫәмүд, һәм Ибраһим халҡы, һәм Мәдйән халҡы, һәм йөҙ түбән ауҙарылғандар тураһында? Уларға асыҡ аяттар менән рәсүлдәре килде. Алла уларҙы йәберләүсе булманы, ләкин улар үҙ-үҙҙәренә золом ҡылдылар!
71. Ә иман килтергән ирҙәр менән иман килтергән ҡатын-ҡыҙҙар — береһе икенсеһенә дуҫ. Улар хупланған эшкә ҡушалар, тыйылғандан тотҡарлайҙар, намаҙ торалар, зәкәт бирәләр, Аллаға һәм Уның рәсүленә буйһоналар. Быларға Алла рәхмәтен ҡылыр. Алла бөйөк, рәхмәтле!
72. Алла иман килтергән ирҙәргә һәм иман килтергән ҡатын-ҡыҙға мәңге унда йәшәү өсөн аҫтында йылғалар ағып торған йәннәт баҡсаларын һәм ожмах баҡсаларында яҡшы урындар үәғәҙә итте. Ә Алланың ризалығы ҙурыраҡ, был — бөйөк уңыш!
73. Эй, бәйғәмбәр! Кафырҙар һәм ике йөҙлөләр менән көрәш! Уларға ҡаты бул, уларҙың урындары тамуҡта! Ниндәй насар бындай яҙмыш!
74. Кафырлыҡ һүҙен инде әйткәс һәм Исламға бирелгәндәренән һуң кафыр булғас әйтмәнек тип, улар Алла менән ант итәләр. Һәм үҙҙәре һуңынан барыбер эшләй алмаған нәмәне уйланылар, һәм Алла һәм Уның рәсүле уларҙы Үҙ йомартлығынан бай иткәндәре өсөн үс алалар. Әгәр улар тәүбә итһә, үҙҙәре өсөн яҡшы булыр ине, әгәр йөҙ сөйөрһәләр — Алла уларҙы донъяла ла, ахирәттә лә интектергес ғазап менән ғазаплар, уларға Ер йөҙөндә яҡлаусы ла, ярҙамсы ла юҡ!
75. Улар араһында: «Әгәр Ул беҙгә йомартлығынан бирһә, әлбиттә, беҙ саҙаҡа бирербеҙ һәм изгеләрҙән буласаҡбыҙ»,— тип Алла менән килешеү төҙөгәндәр ҙә бар.
76. Ә уларға Алла Үҙенең йомартлығынан биргәс, улар һаранланды һәм, ситкә китеп, йөҙ сөйөрҙөләр.
77. Улар Уға үәғәҙә иткән нәмәләрендә Алланы алдағандары һәм алдаҡсы булғандары өсөн, уларҙың Үҙе менән осрашасаҡ көнөнә тиклем күңелдәренә ике йөҙлөлөктө юлдаш итеп бирҙе.
78. Алла уларҙың серҙәрен һәм йәшерен һөйләшкәндәрен белгәнен һәм Алла ғәйеп нәмәләрҙе белеүсе икәнде белмәнеләрме ни?
79. Иман килтергән кешеләрҙән ирекле рәүештә саҙаҡа биргән кешеләрҙе һәм үҙ тырышлыҡтары менән генә [бирер нәмә] тапҡандарҙы хурлаусылар һәм уларҙы мәсхәрәләүселәр — Алла уларҙың үҙҙәренән көлөр, һәм уларға интектергес ғазап!
80. Уларға ярлыҡау һора йәки һорама. Улар өсөн етмеш тапҡыр ярлыҡау һораһаң да Алла уларҙы ярлыҡамаҫ, сөнки улар Аллаға һәм Уның рәсүленә иман килтермәне. Алла боҙоҡ кешеләрҙе тура юлға күндермәй!
81. Ҡалдырылған кешеләр Алланың рәсүле артында ултырып ҡалыуҙарына шатланды, һәм Алла юлында малдары һәм йәндәре менән һуғышырға теләмәнеләр һәм: «Эҫе уаҡытта сыҡмағыҙ!» — тинеләр. «Тамуҡ уты тағы ла эҫерәк бит»,— тип әйт. Әгәр уйлап ҡараһалар ине!
82. Әҙерәк көлһөндәр әйҙә, һәм, ҡаҙанғандарына яза итеп, улар күп илаясаҡтар!
83. Әгәр Алла һине уларҙың төркөмөнә ҡайтарһа һәм улар һинән сығырға рөхсәт һораһа, һин уларға: «Һеҙ һис бер уаҡытта ла минең менән сыҡмаясаҡһығыҙ һәм һис бер уаҡытта ла минең менән дошманға ҡаршы һуғышмаясаҡһығыҙ! Һеҙ бит тәүге тапҡыр ултырыуға риза булдығыҙ, әйҙә ултырығыҙ инде ҡалғандар менән!» — тип әйт.
84. Һәм һис ҡасан уларҙан үлгән берәйгә йыназа уҡыма, һәм ҡәбере өҫтөндә торма. Улар бит Аллаға һәм Уның рәсүленә иман килтермәй боҙоҡ булып үлделәр!
85. Һине уларҙың малдары һәм балалары ғәжәпләндермәһен. Алла уларҙы был донъяла шулар менән ғазапларға теләй, улар кафыр булған хәлдәрендә йәндәре сыҡһын өсөн,
86. «Аллаға иман килтерегеҙ һәм Уның рәсүле менән бергәләп һуғышығыҙ!» — тигән сүрә иңдерелгәс, уларҙың хәллеләре һинән рөхсәт һораны, һәм: «Ҡалдыр беҙҙе, беҙ ултырыусылар менән булырбыҙ!»— тинеләр.
87. Улар ҡалдырылғандар менән бергә булырға ризалашты. Уларҙың күңелдәренә ҡорма ҡоролған һәм улар аңламай.
88. Әммә рәсүл һәм уның менән бергә иман килтергән кешеләр үҙ малдары һәм йәндәре менән һуғышты. Улар өсөн — яҡшылыҡ, һәм улар бәхетле!
89. Алла улар өсөн аҫтында йылғалар ағып торған йәннәт баҡсалары әҙерләне, улар унда мәңге ҡалыр. Был — оло уңыш!
90. Бәҙәүиҙәрҙән ғәфү үтенеүселәр һинең рөхсәт итеүеңде һорап килделәр һәм Алланы, һәм Уның рәсүлен алдаҡсыға иҫәпләгән кешеләр тороп ҡалдылар. Араларында булған кафырҙарға интектергес ғазап ҡағыласаҡ!
91. Көсһөҙҙәргә, сирлеләргә һәм сарыф ҡылырлыҡ нәмә таба алмаған кешеләргә,— әгәр улар Алла һәм Уның рәсүле ҡаршыһында ихлас күңелле булһалар,— ҡыйынлыҡ [ғонаһ] юҡ. Яҡшы эш эшләгәндәргә ҡаршы юл юҡ. Алла кисереүсе, рәхимле!
92. ...Һәм һинән үҙҙәрен ебәреүҙе һорап килгәс, һин уларға: «Мин һеҙҙе нәмәлә ебәрергә тапмайым»,— тип әйткәндәргә лә. Улар боролоп китте һәм сарыф ҡылырлыҡ нәмә тапмауҙан көйөндө, күҙҙәре йәш менән тулды.
93. Ҡаршы юл [шелтә] фәҡәт үҙҙәре бай булып та һинән рөхсәт һорағандары өсөн. Улар бармай ҡалыусылар менән булырға риза ине. Алла уларҙың күңелдәренә ҡорма ҡорҙо, һәм улар белмәй.
94. Һеҙ ҡайтҡас, улар ғәфү үтенер. «Ғәфү үтенмәгеҙ, беҙ һеҙгә һис ҡасан да ышанмаясаҡбыҙ, һеҙҙең турала Алла беҙгә хәбәр итте инде. Һеҙҙең эшегеҙҙе Алла һәм Уның рәсүле күрәсәк һәм бынан һуң ғәйеп нәмәләрҙе лә, һәм асыҡ эштәрҙе лә белеүсе тарафына ҡайтарылырһығыҙ, һәм Ул эшләгән эштәрегеҙ тураһында һеҙгә хәбәр итер»,— тип әйт.
95. Һеҙ әйләнеп ҡайтҡас, һеҙ уларҙан йөҙ дүндерһен өсөн, улар алдығыҙҙа Алла менән ант итер. Уларҙан йөҙ дүндерегеҙ, ысынлап та, улар бысраҡ һәм урындары тамуҡта, был — ҡылған эштәренең язаһы!
96. Улар һеҙҙе ризалаштырыу өсөн алдығыҙҙа ант итә, һеҙ уларҙан риза булһағыҙ ҙа, боҙоҡ халыҡтан Алла риза булмай!
97. Бәҙәүиҙәр — иман килтермәүҙә һәм ике йөҙлөлөктә тағы ла ҡатыраҡтар, һәм Алланың Үҙ рәсүленә иңдергән нәмәләрҙең сиген белмәүҙә һәләтлерәк. Алла белә, хикмәтле!
98. Бәҙәүиҙәр араһында сарыф ҡылғандарын мәғрәмгә һанағандар ҙа бар, улар һеҙгә ҡарата тормоштоң әйләнеп китеүен көтә. Уларҙың үҙҙәренә яманлыҡ әйләнеше! Алла ишетә, белә!
99. Бәҙәүиҙәр араһында Аллаға һәм ахирәт көнөнә иман килтергән кешеләр ҙә бар, улар үҙҙәре сарыф ҡылғанды Аллаға яҡынайыу һәм бәйғәмбәрҙең доғаһы тип һанайҙар. Эйе! Был — үҙҙәре өсөн яҡынайыу бит. Уларҙы Алла рәхмәтенә индерер: Алла ярлыҡаусы, рәхимле!
100. Алдынғылар, йорт-ерҙәренән күсеп китеүселәрҙән һәм ярҙам итеүселәрҙән беренселәр һәм уларға эйәреүселәр -- рәхмәттә. Алла уларҙан ҡәнәғәт һәм улар ҙа Алланан ҡәнәғәт. Ул уларға мәңге йәшәү өсөн аҫтында йылғалар ағып торған йәннәт баҡсалары әҙерләне. Был — оло уңыш!
101. Һеҙҙең тирә-яғығыҙҙа булған бәҙәүиҙәр һәм Мәҙинә халыҡтары араһында ике йөҙлөләр бар. Улар ике йөҙлөлөктә үҙ һүҙлеләр. Һин уларҙы белмәйһең, ә Беҙ беләбеҙ. Беҙ уларҙы ике тапҡыр ғазапларбыҙ. Шунан улар бөйөк ғазапҡа ҡайтарылырҙар.
102. Үҙҙәренең гонаһын таныған башҡалар ҙа бар: улар яҡшы эште икенсе — боҙоҡ эш менән бутаны. Моғайын, Алла уларҙың тәүбәләрен ҡабул итер: Алла ярлыҡаусы, рәхимле!
103. Уларҙың малдарынан саҙаҡа ал, уларҙы шуның менән сафларһың һәм пакларһың. Улар өсөн доға ҡыл, һинең доғаң улар өсөн тынысланыу бит. Алла ишетә, белә!
104. Улар Алланың Үҙ ҡолдарынан тәүбә ҡабул иткәнен һәм саҙаҡалар алғанын һәм Алланың тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе һәм рәхимле икәнен белмәйҙәрме ни?
105. Һәм «Ғәмәл ҡылығыҙ, ғәмәлегеҙҙе Алла һәм Уның рәсүле һәм иман килтергән кешеләр күрәсәк! Һеҙ ғәйеп нәмәне һәм асыҡ нәмәне белеүсегә ҡайтарыласаҡһығыҙ. Һәм Ул һеҙгә ҡылған эшегеҙҙе хәбәр итер»,— тип әйт.
106. Башҡа кешеләр ҙә бар, уларға Алланың бойороғона тиклем кисектерелгән: йәки уларҙы ғазаплар, йәки тәүбәләрен ҡабул итер. Алла белә, хикмәтле!
107. Көнләшеүҙән һәм кафырлыҡтан, һәм иман килтергән кешеләрҙе айырыу өсөн, элек Алла һәм Уның рәсүле менән һуғышҡан кешеләрҙе һағалау өсөн мәсет һалыусылар: «Беҙ яҡшылыҡ ҡына теләнек бит!»— тип ант итерҙәр. Улар тураһында Алла, алдаҡсы, тип шаһитлыҡ ҡыла.
108. Унда һис уаҡытта [намаҙ] торма! Тәүге көндән үк тәүәккәллеккә нигеҙләнгән мәсет һиңә [намаҙ] тороу өсөн яҡшыраҡ. Унда — таҙарырға теләгән кешеләр. Алла таҙарғандарҙы ярата!
109. Үҙ бинаһын Алланан ҡурҡыуға һәм Уның ризалығына нигеҙләгән кеше яҡшыраҡмы, әллә, үҙ бинаһын емерелеп торған яр ситенә нигеҙләп, уның менән бергә үҙе лә тамук утына төшкән кешеме? Алла залим халыҡтарҙы тура юлға күндермәй!
110. Улар төҙөгән бина йөрәктәре ярылғанға тиклем уларҙың йөрәктәрендә шик булыуҙан туҡтамай. Алла белә, хикмәтле!
111. Алла иман килтергән кешеләрҙең малдарын да, йәндәрен дә уларға ожмах биреп һатып алды. Улар Алла юлында һуғыша, һәм Әт-Тәүраттағы, Әл-Инжилдәге һәм Ҡөрьәндәге Уның хаҡ үәғәҙәһе буйынса үлтерәләр һәм ултереләләр. Аллаға ҡарағанда кем үҙ үәғәҙәһендә тоғрораҡ? Уның менән булған сауҙағыҙға шатланығыҙ! Был бит оло уңыш!
112. Тәүбә итеүселәр, ғибәҙәт ҡылыусылар, данлаусылар, ил гиҙеүселәр, рәкәғәт ҡылыусылар, сәждә ҡылыусылар, яраҡлы эште бойороусылар, ярамаған эштән тыйыусылар, Алла ҡуйған сиктәрҙе һаҡлаусылар... һәм иман килтергән кешеләрҙе шатландыр!
113. Бәйғәмбәргә һәм иман килтергән кешеләргә күп илаһтарға табыныусылар өсөн,— улар ҡәрҙәш булһалар ҙа,— ярлыҡау һорау тейеш түгел,— уларҙың тамуҡта яныусылар икәнлеге асыҡланғандан һуң.
114. Һәм Ибраһимдың атаһы өсөн ярлыҡау һорауы атаһына биргән үәғәҙәһе өсөн генә булды. Инде уның Алланың дошманы икәнлеге асыҡланғас, ул унан баш тартты. Ысынлап та, Ибраһим йомшаҡ күңелле һәм баҫалҡы!
115. Алла, нәмәнән һаҡланырға тейешлеген күрһәткәнгә тиклем, Үҙе тура юлдан алып барған халыҡтарҙы аҙҙырманы. Ысынлап та, Алла һәр нәмәне белә!
116. Күктәрҙә һәм Ер йөҙөндә хакимлыҡ итеү— Аллала. Ул терелтә һәм үлтерә, Унан башҡа һеҙҙең яҡлаусығыҙ ҙа, ярҙамсығыҙ ҙа юҡ.
117. Инде Алла бәйғәмбәрҙең һәм күңелдәре ситләшергә яҡын булғанда, ауыр сәғәттә, Уға эйәреп йорттарынан күсеп киткәндәрҙең һәм ярҙам иткәндәрҙең тәүбәһен ҡабул итте. Һуңынан Ул уларға боролдо, ысынлап та, Ул уларға йомшаҡ күңелле, рәхимле!
118. ...Һәм ҡалдырылған өс кешегә. Иркен Ер улар өсөн тарайған уаҡытта уларҙың күңелдәре ҡыҫылды һәм улар Алланан башҡа һыйынасаҡ урын юҡ, тип уйланылар. Улар тәүбәгә ҡайтһын өсөн Алла бынан һуң уларға әйләнеп килде. Алла тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе, рәхимле!
119. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Алланан ҡурҡығыҙ һәм дөрөҫлөктө һөйләүселәр менән булығыҙ!
120. Мәҙинә халҡына һәм бәҙәүиҙәрҙән яҡын йәшәүселәргә, бәйғәмбәрҙән башҡа үҙ-үҙҙәрен генә ҡайғыртып бәйғәмбәрҙән ҡалыу тейешле түгел ине. Сөнки уларға Алла юлында һыуһау ҙа, арыу ҙа, аслыҡ та булманы; һәм улар кафырҙарҙы асыуландырырлыҡ бер аҙым да атламанылар, һәм улар дошмандан күргән һәр нәмә уларға изге эш тип яҙылды. Ысынлап та, Алла изге эш эшләгәндәрҙең әжерен зая ҡылмай!
121. Улар бәләкәй генә сығым яһаһалар ҙа, ҙур сығым яһаһалар ҙа, ниндәй генә үҙәнде үтһәләр ҙә, был уларға,— эшләгән эштәренә ҡарағанда Алла яҡшыраҡ түләү бирһен өсөн,— яҙыла.
122. Иман килтергән кешеләр барыһы ла сығырға тейеш түгелдәр. Ни өсөн һәр бүлектән, ниндәй булһа ла бер төркөм сыҡмаҫҡа ти, динде өйрәнеү өсөн һәм ҡайтҡас уны үҙ халҡына өгөтләү өсөн? Моғайын, улар һаҡланыр!
123. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Үҙегеҙгә яҡын булған кафырҙар менән һуғышығыҙ! Улар һеҙҙә ҡатылыҡ тапһындар, һәм шуны белегеҙ; Алла тәҡүәлеләр менән!
124. Сүрә иңдерелгән һайын улар араһындағы ҡайһы бер кешеләр: «Һеҙҙең ҡайһығыҙға был иман өҫтәр?» — тиҙәр. Әммә иман килтергән кешеләрҙә ул иман арттырҙы һәм улар шатлана.
125. Әммә күңелдәрендә сир булған кешеләрҙә бысраҡлыҡтарына бысраҡ ҡына өҫтәне, һәм улар кафыр көйө үлде.
126. Әллә улар йыл һайын бер йәки ике тапҡыр фетнәгә дусар булғандарын күрмәйҙәрме? Бынан һуң улар тәүбә итмәй һәм иҫкә лә алмай.
127. Берәй сүрә иңдерелгәндә: «Берәйһе һеҙҙе күрмәйме икән?» — тип береһе икенсеһенә ҡараша, унан һуң боролоп китәләр. Аңламай торған халык булғандары өсөн, Алла уларҙың күңелдәрен борһон!
128. Инде һеҙгә үҙ арағыҙҙан рәсүл килде. Һеҙҙең гонаһ ҡылыуығыҙ уға ауыр. Ул һеҙҙе бик ҡайғырта, иман килтергән кешеләргә шәфҡәтле һәм рәхимле!
129. Әгәр улар йөҙ сөйөрһәләр: «Миңә Алла етәсәк. Унан башҡа илаһ юҡ, мин Уға тәүәккәлләнем. Ул — бөйөк тәхеттең Раббыһы!»— тип әйт.