Jump to content

Әл-Әнфәл сүрәһе

From Wikisource
Ҡөрьән
автор Мөхәммәт Кәрим
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.


-

Ҡөрьән Кәрим
Д. Кинельский тәржемәһе, башҡортсаға Ф.Н.Байышев, Д.Д.Мәһәҙиев


'

8. ӘЛ-ӘНФӘЛ (ҺУҒЫШ ТАБЫШЫ) СҮРӘҺЕ Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
1. Улар һинән һуғыш табышы тураһында һорай. Әйт: «Табыш Алланыҡы һәм рәсүлдеке. Әгәр иман килтергән булһағыҙ, Алланан ҡурҡығыҙ, үҙ арағыҙҙа төҙөклөк булдырығыҙ һәм Аллаға, һәм Уның рәсүленә буйһоноғоҙ!»
2. Иман килтергәндәр — Алланы иҫкә алғанда күңелдәре ҡурҡа торған, Уның аяттары уҡылғанда имандары арта торған һәм үҙ Раббыларына тәүәккәлләгән кешеләр улар.
3. Улар намаҙ торалар һәм Беҙ биргән нәмәләрҙе [Алла юлында] сарыф ҡылалар.
4. Улар — хәҡиҡәттә иман килтереүсе, уларға Раббылары ҡаршыһында — дәрәжәләр һәм кисереү, һәм йомарт ризыҡ.
5. Нисек Раббың һине өйөңдән хәҡиҡәт менән сығарҙы, ә иман килтергән кешеләрҙең бер төркөмө ҡарышты,
6. хәҡиҡәт асылғандан һуң, уның тураһында һинең менән бәхәсләшеп, гүйә, уларҙы үлемгә ҡыуалар, ә улар ҡарап тора.
7. Һәм бына Алла, ике төркөмдөң береһе һеҙгә булыр, тип үәғәҙә бирҙе, һеҙ ҡоралһыҙҙың үҙегеҙгә булыуын теләр инегеҙ. Ә Алла Үҙ һүҙҙәре менән хәҡиҡәтте нығытыуҙы һәм кафырҙарҙы һуңғы кешеһенә тиклем ҡырып бетөрөүҙе теләй,
8. хәҡиҡәтте нығытыу һәм ялғанды юҡ итеү өсөн, гәрсә гонаһлылар быны күрә алмаһалар ҙа.
9. Һәм бына һеҙ Раббығыҙҙан ярҙам һоранығыҙ һәм Ул һеҙгә: «Мин һеҙгә береһе артынан береһе килә торған фәрештәләрҙең меңе менән ярҙам итермен!» — тип яуап бирҙе.
10. Алла быны һеҙҙе шатландырыу һәм күңелдәрегеҙҙе тынысландырыу өсөн генә эшләне. Ярҙам Алланан ғына бит, ысынлап та, Алла бөйөк, хикмәтле!
11. Бына Ул һеҙҙе Үҙенән именлек итеп йоҡомһорау менән солғаны һәм һеҙҙе сафландырыу һәм һеҙҙән шайтан боҙоҡлоғон йыйыу өсөн һәм күңелдәрегеҙҙе беркетеү өсөн һәм аяҡтарығыҙҙы нығытыу өсөн Күктән һеҙгә һыу бирҙе.
12. Бына Раббың фәрештәләргә үәхи ҡылды: «Мин — һеҙҙең менән, иман килтергән кешеләрҙе нығытығыҙ! Мин кафырҙарҙың күңелдәренә ҡурҡыу һалырмын, уларҙың муйындарына һәм бөтә бармаҡтарына һуғығыҙ!» — тине.
13. Был уларға Алланан һәм Уның рәсүленән айырылғандары өсөн ине. Ә кем Алланан һәм Уның рәсүленән айырыла... Алла яза биреүҙә көслө!
14. Был — һеҙгә! Татығыҙ һеҙ уны, ә кафырҙарға — ут ғазабы!
15. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Әгәр кафырҙарҙы улар хәрәкәттә булғанда осратһағыҙ, уларға арҡағыҙ менән әйләнмәгеҙ [ҡасмағыҙ]!
16. Әгәр ул көндө берәй кеше һуғыш өсөн әйләнеүҙән йәки икенсе төркөмгә ҡушылыу өсөн әйләнеүҙән башҡа уларға арҡаһын күрһәтһә, ул Алланың асыуына дусар булыр. Уның урыны — тамуҡ, һәм ниндәй насар ундай яҙмыш!
17. Уларҙы һеҙ үлтермәнегеҙ, уларҙы Алла үлтерҙе! Һин унда атҡанда һин атманың бит уны, бәлки Алла атты, Үҙенән яҡшы һынау менән иман килтергән кешеләрҙе һынау өсөн. Ысынлап та, Алла ишетә, белә!
18. Был — һеҙгә! Һәм Алла кафырҙарҙың хәйләләрен көсһөҙләндереүсе.
19. Әгәр һеҙ еңеү һораһағыҙ, бына һеҙгә еңеү килде. Әгәр һеҙ тыйылһағыҙ — был һеҙҙең өсөн яҡшыраҡ, әгәр һеҙ кире ҡайтһағыҙ, Беҙ ҙә кире ҡайтырбыҙ. Әммә һеҙҙең йыйынығыҙ, күп кешеле булһа ла, һеҙҙе бер нәмәнән дә ҡотолдормаҫ, Алла иман килтергән кешеләр менән!
20. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Аллаға һәм Уның рәсүленә буйһоноғоҙ, тыңлап торған көйөгөҙгә Унан йөҙ сөйөрмәгеҙ.
21. Үҙҙәре тыңламаһалар ҙа: «Беҙ ишеттек!» — тигән кешеләр кеүек булмағыҙ.
22. Алла ҡаршыһында хайуандарҙың иң насары аңламаған һаңғырауҙар һәм телһеҙҙәр.
23. Әгәр Алла уларҙағы ниндәй ҙә булһа яҡшылыҡты белһә, Ул уларға ишеттерер, ә ишеттерһә, улар, боролоп, Унан йөҙ сөйөрҙәр ине.
24. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Аллаға һәм рәсүлгә яуап бирегеҙ, ул һеҙҙе терелтә торған нәмегә һеҙҙе саҡырһа, һәм белегеҙ: Алла кеше һәм уның күңеле араһында тора һәм һеҙ Уға йыйыласаҡһығыҙ!
25. Үҙегеҙҙең арағыҙҙағы тик залимдар өсөн генә хас булмай торған фетнәнән ҡурҡығыҙ һәм белегеҙ: Алла яза биреүҙә көслө!
26. Иҫкә алығыҙ: ҡасандыр һеҙ аҙ һәм Ер йөҙөндә көсһөҙҙәрҙән инегеҙ, кешеләр һеҙҙе тотоп алыр тип ҡурҡа инегеҙ. Ул һеҙгә һыйыныр урын бирҙе, Үҙ ярҙамы менән нығытты, яҡшы нәмәләр менән ризыҡландырҙы — моғайын, һеҙ шөкөр итеүселәрҙән булырһығыҙ!
27. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Аллаға һәм рәсүлгә хыянат итмәгеҙ, ул уаҡытта һеҙ үҙ-ара аманаттарға ла хыянат итерһегеҙ, быны белә тороп та.
28. Белегеҙ: һеҙҙең байлыҡтарығыҙ һәм балаларығыҙ тик һынау ғына, ә Алла ҡаршыһында — оло әжер!
29. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Әгәр Алланан ҡурҡһағыҙ, һеҙгә айыра белеү һәләтен бирер, һеҙҙе яман эштәрҙән таҙартыр һәм ярлыҡар. Алла — бөйөк йомартлыҡ эйәһе!
30. Бына кафырҙар һиңә ҡаршы һине тотоу өсөн йәки һине үлтереү өсөн, йәки ҡыуып сығарыу өсөн хәйлә ҡора. Улар хәйлә ҡорғанда, Алла ла хәйлә ҡора. Ә Алла хәйлә ҡороусыларҙың яҡшыһы!
31. Әгәр уларға Беҙҙең аяттарыбыҙ уҡылһа, улар: «Беҙ ишеттек инде, теләһәк, шундай уҡты беҙ ҙә әйтер инек. Был беренселәрҙең әкиәттәре генә бит!» — тиҙәр.
32. Һәм бына улар: «Раббыбыҙ! Әгәр был Һинән хәҡиҡәт булһа, беҙгә Күктән таш яуҙыр йәки интектергес ғазап ебәр!» — тинеләр.
33. Һин улар араһында булған саҡта, Алла уларҙы ғазапламаясаҡ һәм улар ярлыҡау һораған уаҡытта уларҙы ғазапламаҫ.
34. Улар «Харам мәсет»тән тыйғас, уның һаҡсылары булмай тороп, ни өсөн уларға Алла яза бирмәһен ти? Уның һаҡсылары Алланан ҡурҡҡандар ғына, әммә уларҙың күбеһе быны белмәй!
35. [Ҡәғбә] йорто ҡаршыһында уларҙың намаҙҙары тик һыҙғырыу һәм ҡул сабыу ғына булды. Кафыр булғанығыҙ өсөн газапты татығыҙ!
36. Ысынлап та, кафырҙар үҙ малдарын Алла юлынан яҙҙырыу өсөн тотона һәм улар уны тотоноп бөтәсәктәр. Һуңынан был уларға көйөнөс булыр, һуңынан улар еңеләсәктәр! Һәм иман килтермәгән кешеләр тамуҡҡа йыйылыр,
37. Алла насарҙы яҡшынан айырһын, һәм ямандарҙың береһен икенсеһе өҫтөнә ҡуйһын, һәм, барыһын бер өйөмгә өйөп, уларҙы тамуҡҡа индерһен өсөн. Ошолар инде зыян күреүселәр.
38. Иман килтермәгән кешеләргә әйт: «Әгәр улар тыйылһалар, уларға элек булған ғәфү ителәсәк, әгәр инде ҡайтһалар — элеккеләрҙең миҫалы үтте инде.
39. Һәм фетнә бөткәнгә тиклем һәм бөтә дин Аллаға булғанға ҡәҙәр һуғышығыҙ!» Әгәр улар тыйылһа... Алла уларҙың нимә эшләгәндәрен күреп тора!
40. Әгәр улар артҡа әйләнһә, ул саҡта белегеҙ: Алла һеҙҙең яҡлаусығыҙ. Иң яҡшы яҡлаусы һәм иң яҡшы ярҙамсы!
41. Һәм белегеҙ: әгәр нимәне булһа ла ғәнимәт итеп алһағыҙ, уның биштән бер өлөшө Аллаға, һәм рәсүлгә, туғандарға, етемдәргә, ярлыларға, һәм юлсыға. Әгәр Аллаға һәм Беҙҙең ҡолобоҙға айырыу көнөндә һәм ике йәмәғәт осрашҡан көндә иңдерелгәнгә иман килтергән булһағыҙ. Алла һәр нәмәгә ҡөҙрәтле!
42. Бына һеҙ иң яҡында булдығыҙ, ә улар иң алыҫта булды, ә юлсылар һеҙҙән түбәндә ине. Әгәр һеҙ уаҡытын килешкән булһағыҙ, уаҡытында аймылышҡан булыр инегеҙ, ләкин инде тәҡдир ителгән эште Алла ҡылһын өсөн, тулы асыҡлыҡта һәләк булғандар һәләк булһын өсөн, һәм тулы асыҡлыҡта йәшәгәндәр тере булһын өсөн. Ысынлап та, Алла ишетә, белә!
43. Бына Алла һинең төшөңдә уларҙы аҙ итеп күрһәтте, әгәр Ул һиңә уларҙы күп итеп күрһәтһә, һеҙ ҡаҡшар инегеҙ һәм был эштә бәхәсләшер инегеҙ, әммә Алла килештерҙе: ысынлап та, Ул күңелдә булған нәмәләрҙе белә!
44. Һәм бына һеҙ осрашҡан саҡта, күҙегеҙгә уларҙы аҙ итеп күрһәтте, уларға ла һеҙҙе аҙ итеп күрһәтте: тәҡдир ителгән эште Алла ғәмәлгә ашырһын өсөн. Һәм барлыҡ эштәр ҙә Аллаға ҡайта!
45. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Әгәр һеҙ берәй төркөмдө осратһағыҙ, ныҡ тороғоҙ, Алланы күп иҫкә алығыҙ — моғайын, һеҙ уңышҡа ирешерһегеҙ!
46. Аллаға һәм Уның рәсүленә буйһоноғоҙ, бәхәсләшмәгеҙ, юҡһа рухығыҙ төшөр һәм ҡеүәтегеҙ китер. Сабырлы булығыҙ: ысынлап та, Алла сабырлылар менән!
47. Халыҡ алдында икейөҙлөләнеп һәм тәкәбберләнеп өйҙәренән сыҡҡандар кеүек булмағыҙ. Улар Алла юлынан ситләштерәләр, ә Алла улар эшләгән эштәрҙе айҡай.
48. Һәм бына шайтан уларҙың эштәрен үҙҙәренә зиннәтләне һәм: «Бөгөнгө көндә кешеләр араһынан һеҙҙе еңеүсе юҡ, ә мин — һеҙҙең күршегеҙ»,— тине. Ә ике төркөм күренгәс, ул артҡа сигенде, һәм: «Мин һеҙҙән ситкә китәм, мин һеҙ күрмәгәндәрҙе күрәм, ә Алла яза биреүҙә көслө!» — тине.
49. Бына ике йөҙлөләр һәм күңелдәрендә сир булған кешеләр: «Быларҙы үҙҙәренең дине алданы»,— тиҙәр. Ә кем Аллаға ышанһа... Ысынлап та, Алла бөйөк, хикмәтле!
50. Әгәр һин фәрештәләрҙең кафырҙарҙы нисек итеп уафат ҡылғандарын күрһәң ине — уларҙың биттәренә һәм арҡаларына һуғып: «Бына — ялҡын газабын татығыҙ!» — тиҙәр.
51. Был — һеҙҙең ҡулдарығыҙ әҙерләгән нәмә өсөн, ә Алла ҡолдарға йәберләүсе түгел.
52. Фирғәүен ырыуының һәм уларҙан элек булғандарҙың тырышлығы шикелле. Улар Алланың аяттарына ышанманы, һәм уларҙы Алла гонаһтары өсөн [ғазап менән] тотоп алды. Ысынлап та, Алла ҡеүәтле һәм яза биреүҙә көслө!
53. Был шуның өсөн: улар үҙҙәрендә булған нәмәне алмаштырғанға ҡәҙәр Алла ул халыҡҡа биргән ниғмәтен алмаштырмай, һәм Алла ишетә, белә.
54. Фирғәүен ырыуының һәм уларға саҡлы булғандарҙың тырышлығы шикелле. Улар Раббыларының аяттарын ялғанға һананы, һәм гонаһтары өсөн Беҙ уларҙы һәләк иттек, һәм Фирғәүен ырыуын һыуға батырҙыҡ. Улар барыһы ла залим булдылар.
55. Алла ҡаршыһында хайуандарҙың иң насары — кафырға әйләнгәндәр һәм улар иман килтермәйҙәр,—
56. һин берләшеү төҙөгән кешеләр, һуңынан улар һәр уаҡыт килешеүҙәрен боҙалар, һәм улар тәҡүәле түгелдәр.
57. Әгәр һин уларҙы һуғыш яланында осратһаң, улар менән уларҙың артындағыларҙы ҡыуып ебәр — моғайын, улар иҫкә төшөрөрҙәр!
58. Әгәр һин берәй халыҡ хыянатынан ҡурҡһаң, хаҡлы рәүештә улар менән килешеүеңде ташла: ысынлап та, Алла хыянатсыларҙы яратмай!
59. Иман килтермәгән кешеләр: «Беҙ уҙҙыҡ»,— тип уйламаһын. Улар бит көсһөҙләндерә алмай.
60. Уларға ҡаршы ҡулығыҙҙан килгән тиклем көс һәм атлы ғәскәр әҙерләгеҙ, һеҙ улар менән Алланың дошманын һәм дошманығыҙҙы һәм уларҙан башҡаларҙы ла ҡурҡытығыҙ; һеҙ уларҙы белмәйһегеҙ, Алла уларҙы белә. Һәм Алла юлында һеҙ нимә генә сарыф ҡылһағыҙ ҙа, ул һеҙгә теүәл ҡайтарылыр һәм һеҙ йәберләнмәҫһегеҙ.
61. Әгәр улар тыныслыҡҡа ауышһа, һин дә уға ауыш һәм Аллаға тәүәккәллә: Алла ишетә, белә!
62. Әгәр инде улар һине алдарға теләһә, ул саҡта һиңә Алла еткән! Ул һине үҙ ярҙамы һәм иман килтергән кешеләр менән көсәйтте,
63. һәм уларҙың күңелдәрен берләштерҙе. Әгәр һин Ер йөҙөндәге нәмәләрҙең барыһын сарыф итһәң дә, уларҙың күңелдәрен берләштерә алмаҫ инең, әммә Алла уларҙы берләштерҙе, Ул — бөйөк, хикмәтле!
64. Эй, бәйғәмбәр! Һиңә Алла һәм иман килтергән кешеләрҙән һиңә эйәргәндәр етер!
65. Эй, бәйғәмбәр! Иман килтергән кешеләрҙе һуғышҡа дәртләндер. Әгәр арағыҙҙа сабырлы егерме кеше булһа, улар ике йөҙ кешене еңер, әгәр арағыҙҙа йөҙ кеше булһа, улар иман килтермәгәндәрҙән мең кешене еңер, улар аңламаған халыҡ булғанлыҡтан.
66. Хәҙер һеҙгә Алла еңеләйтте; Ул һеҙҙә көсһеҙлөк бар икәнен белде. Әгәр арағыҙҙа сабырлы йөҙ кеше булһа, улар ике йөҙҙө еңер, әгәр арағыҙҙа мең кеше булһа, ул саҡта улар Алланың рөхсәте менән ике мең кешене еңер: Алла сабырлылар менән!
67. Һис бер бәйғәмбәргә ул Ер йөҙөндә үлтереп ҡырыу эшләгәнгә тиклем әсир алыу тейешле булманы. Һеҙ был донъяның осраҡ нәмәләрен теләйһегеҙ, ә Алла — ахирәтте. Алла бөйөк, хикмәтле!
68. Әгәр быға тиклем Алланан килгән китап булмаһа, һеҙгә алғанығыҙ өсөн бөйөк ғазап ҡағылыр ине.
69. Ғәнимәт итеп алған нәмәгеҙҙе хәләл һәм яҡшы итеп ашағыҙ, һәм Алланан ҡурҡығыҙ. Ысынлап та, Алла ярлыҡаусы, рәхимле!
70. Эй, бәйғәмбәр! Ҡулығыҙға төшкән әсирҙәргә: «Әгәр Алла һеҙҙең күңелегеҙҙәге яҡшылыҡ тураһында белһә, ул һеҙҙән алынған нәмәнән яҡшыраҡты һеҙгә бирер, һәм һеҙҙе ғәфү итер: Алла ғәфү итеүсе, рәхимле!» — тип әйт.
71. Әгәр улар һиңә хыянат итергә теләһә, улар бынан элек Аллаға хыянат ҡылдылар инде, һәм Ул улар өҫтөнән тулы хакимлыҡ бирҙе. Алла белә, хикмәтле!
72. Ысынлап та, иман килтергән һәм йорт-ерҙәренән күскән, һәм малдары һәм йәндәре менән Алла юлында көрәшкән кешеләр менән уларға урын биргән һәм ярҙам иткән кешеләр бер-береһенә яҡындар, ә иман килтереп тә күсмәгән кешеләр менән һеҙҙең улар күскәнгә тиклем һис бер туғанлығығыҙ юҡ! Әгәр улар һеҙҙән дин эшендә ярҙам һораһалар, ул ярҙам һеҙҙең менән килешеүе булған халыҡҡа ҡаршы булмаһа, ярҙам итеү һеҙҙең өҫтөгөҙҙә. Һеҙ эшләгәнде Алла куреп тора!
73. Иман килтермәгән кешеләрҙең береһе икенсеһенә яҡын. Әгәр быны эшләмәһәгеҙ, Ер йөҙөндә сыуалыш һәм оло боҙоҡлоҡ буласаҡ.
74. Иман килтергән һәм күскән һәм Алла юлында көрәшкәндәр һәм уларға урын биргән, ярҙам иткән кешеләр — иманлы кешеләр. Улар ярлыҡауға һәм ризыҡҡа хаҡлы.
75. Һуңынан иман килтергән һәм күскән һәм һеҙҙең менән бергә көрәшкән кешеләр — улар һеҙҙән; Алла китабында ҡарындаштар береһе икенсеһенә яҡыныраҡ. Ысынлап та, Алла һәр нәмәне белә!