Jump to content

Үҙе булып ҡалған халҡым (шиғыр)

From Wikisource
Үҙе булып ҡалған халҡым (шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (13-сө бит) ISBN 5-295-03798-3


ҮҘЕ БУЛЫП ҠАЛҒАН ХАЛҠЫМ


Меңдәр араһында берәү булыу,
Тиңдәр араһынан ҡалҡыныу –
Еңел түгел, беләм, еңел түгел
Улы, ҡыҙы булыу халҡымдың.

Халҡым үткәндәре – һынауҙыр ул
Үҙе булып ҡалыр милләткә:
Һәр артылыш – яңы офоҡ аса,
Һәр бер еңеү – йыһан иңләтә…

Зараланыуҙан уҙған халҡым рухы
Еңеүҙәрҙән башын юймаған,
Йорт-йыһазһыҙ яфа сиккәндә лә
Иле именлеген уйлаған:
Көрәштәрҙән тынған һил мәлендә
Алсаҡ ҡояш, шиғри ай ғына,
Һандуғаслы таңда ҡурай моңо,
Ҡолонсағын ҡурсыр тай ғына…

Үҙе булып ҡалған милләтем дә
Меңдәр араһында берәү бит!
Үҙеңдән дә бейек булыу серен
Халҡым тарихынан өйрәндем.





This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.