Jump to content

Тыуған ил (шиғыр)

From Wikisource
Тыуған ил (шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1981 йыл. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (13-сө бит) ISBN 5-295-03798-3


Тыуған ил


Асыр өсөн был донъяны
Яңынан,
Кәрәк икән тәүге булып
Янырға,
Дөрөҫлөктә бар ялғанды
Яғырға
Һәм ҡотҡарып тәүге хисте
Ҡалырға.

Тәүгә телем асылһа ла
“Әсәй!” – тип,
һинең өсөн бөгөн йөрәк
Йәшәй тик.
Һине бәхетле итергә
Тыуғанмын,
Эй, ғәзизем, берҙән-берем,
Тыуған ил!





This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.