Jump to content

Ҡарағай

From Wikisource
Ҡарағай (шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 03.1990. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (34-се бит) ISBN 5-295-03798-3


ҠАРАҒАЙ


Әй тулҡынды елгә, беҙҙе күргәс,
Тәҙрә ҡаршындағы ҡарағай,
Йөрәктәрҙе телгеләмә, тинек,
Ярамай бит улай, ярамай!

Был ни ғәжәп, сайҡалыуҙан йөҙәп,
Тынып ҡалған бөгөн ҡарағай?
Ғашиҡ бер йән өҙөлөп һөйгәненең
Күҙҙәренә гүйә ҡараған.

Мөхәббәтте ярһыу була, тиҙәр,
Кемдең йәне һиндә, ҡарағай?
Өнһөҙ серләшкәндә ут-ҡараштар
Тәрнәйә һағыш-яралар…
Әй ҡарағай, уйсан ҡарағай,
Ярамай бит улай, ярамай…



Иҫкәрмәләр

  • Йыр[1] - башҡара Ильнар Миранов, композитор-Резида Мухамедзянова
  • Авторҙың башҡа әҫәрҙәре Author:Лилиә_Һаҡмар



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.