Jump to content

Хушлашыу

From Wikisource
Хушлашыу (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (33-сө бит) ISBN 5-295-03798-3


ХУШЛАШЫУ


Паровоз саҡыра
«Китергә!  Китергә!»
Ә нисек
         бөтөндө
Айырым итергә?
Ә нисек йөрәкте
Уртаға бүлергә?
Ә нисек
         күҙ йәше,
Һағышҡа түҙергә?


“Мин китәм...”
“Мин көтәм...”
Иларға иртәрәк –
Ә нисек түҙгәндәр
Һуғышҡа киткәндәр?!



Хуш, йәнем!
Паровоз
     ашыға, ашыға…
Ә күҙҙән
          ниңәлер
Йәш сыға,
           Йәш сыға...


Юғалды поездың
Иң һуңғы вагоны
Ҡабатлай, ҡабатлай
Мөххәбәт ҡанунын:
“Бер бөтөн һис ҡасан
Икегә бүленмәй,
Яратҡан йөрәктә
Саф хистәр һүрелмәй.”

Һүрелмәй!
Түҙ, йөрәк
Һағышың өткәндә –
Ә нисек түҙгәндәр
Һуғыштан көткәндәр?!



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.