Jump to content

Ғаға энә менән ҡойо ҡаҙый(инсценировка). Факиһа Туғыҙбаева

From Wikisource
Ғаға энә менән ҡойо ҡаҙый ( инсценировка )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл



Ҡатнашалар:

Ғаға — ҡаҙ бәпкәһе

Ҡыйғаҡ — уның әсәһе

Төлкө

Айыу

Әкиәт бабай


 



Беренсе күренеш


Ғаға өҫтәл артында дәрес әҙерләп ултыра.

Ғаға. Әсәй, тим, әсәй, кил әле бында.

Ҡыйғаҡ (аш-һыу бүлмәһенән тауышы килә). Хәҙер төшкө ашҡа бутҡа бешерәйем дә.  

Ғаға. Әсәй тим, әсәй...

Ҡыйғаҡ (йүгереп килеп етә). Хәҙер, балам, хәҙер! Бутҡам хәҙер әҙер була.

Ғаға. Минең ашағым килмәй.

Ҡыйғаҡ. Был ниндәй яңылыҡ тағы?

Ғаға. Ашамайым да! Мәктәпкә лә бармайым!

Ҡыйғаҡ. Көн дә бер хәбәр: «Бармайым да бармайым!»

Ғаға. Дәрес әҙерләгем килмәй. Мин яҙа белмәйем.

Ҡыйғаҡ. Әтеү «Әлифба»ңды уҡый тор!

Ғаға. Мин уҡый ҙа белмәйем. Белмәйем дә, теләмәйем дә.

Ҡыйғаҡ. Нимә теләйһең һуң?

Ғаға. Уйнағым килә.

Ҡыйғаҡ. Юҡ инде! Гел генә уйын булмай. Уҡырға яратмағас, эшлә!

Ғаға. Ҡуш ҡына, әсәй!

Ҡыйғаҡ. Ҡойобоҙ емерелеп төштө. Эсергә Һыу юҡ. (Ғағаның ҡулына, еп менән Һаплап, оҙон энә тоттора.) Мә энә! Энә менән ҡойо ҡаҙы!

Ғаға. Энә менән ҡойо ҡаҙып буламы ни, әсәй!

Ҡыйғаҡ. Эшләргә лә уйың юҡмы ни?

Ғаға. Уйым бар! Бар! Уйым башымда.

Ғаға йүгереп сығып китә.




Икенсе күренеш


Ғағаға Төлкө осрай.

Төлкө. Әллә тотоп ашайыммы икән үҙеңде? Бик матур күренәһең күҙемә? 

Ғаға. Ашаһаң аша ла ҡуй.

Төлкө. Нимә? Нимә? «Аша!» — тиһеңме?

Ғаға. Эйе, тим бит инде.

Төлкө. Үҙ теләге менән минең ауыҙыма килеп кергән ҡошто күргәнем юҡ ине әле.

Ғаға. Аша, аша! Мин эшләй ҙә, уҡый ҙа белмәйем. (Илай.)

Төлкө (Ғағаға ышанмай). Юҡ инде, туғанҡайым! Мин һине ауыҙыма ла алмайым, һин минән дә хәйләкәрерәк шикелле, һин — ағыулылыр, моғайын. Мине харап итергә уйлайһың, шулай бит?

Ғаға (юрый үсекләп). Уйлайым, уйлайым. Уйым башымда! (Башына төртөп күрһәтә.)

Төлкө. Шулайҙыр шул.

Ғаға. Минең ағыуым юҡ. Энәм бар.

Төлкө. Күрһәт әле, нәмәкәй икән ул?

Ғаға. Әсәйем бирҙе. Бер энә инде шунда, уның нимәһен ҡарайһың?

Төлкө (Ғатаның ҡулынан энәне тартып алып, күҙенә яҡын килтереп ҡарай). Эйе, бер энә инде шунда. Нимәгә кәрәктер ул һиңә?

Ғаға. Ә, бына бишмәтең йыртылған. Әйҙә, тегеп бирәйем.

Төлкө (тунын сисә). Эш киләме икән ҡулыңдан? Ҡарап ҡарайыҡ.

Ғаға. Төлкөнөң бишмәтен тиҙ генә ямай.

Төлкө (тунын кейеп). Бәләкәс кенә булһаң да, тегә лә беләһең икән!

Ғаға. Эй, бөтәһе лә тегә белә инде ул. Бына миңә әсәйем энә менән ҡойо ҡаҙырға ҡушты.

Төлкө. Ысынлапмы? Энә менән ҡойо ҡаҙырғамы?

Ғаға. Эйе! (Илай.)

Төлкө. Йә илама, йән көйҙөрөп. Илаһаң, ашайым да ҡуям. Мин изгелекте онотмайым ул. (Уйланып тора.) Мин, әлбиттә, энә менән ҡойо ҡаҙыған бер кешене лә, хайуанды ла күргәнем юҡ. Шулай ҙа Айыу ағайға барып әйләнәйек әле.



Өсөнсө күренеш


Айыу көрәк менән үҙенә өң ҡаҙый.

Ғаға менән Төлкө (икеһе бергә). Айыу ағай, һаумы!

Айыу уларҙы күрмәй, эшләүен дауам итә.

Ғаға менән Төлкө (икеһе бергә). Айыу ағаҡайыбыҙ, һаумы!

Айыу. һаумын, һаумын! һау булмаһам, өң ҡаҙый аламмы ни мин? (Айыу быларға аптырап ҡарап тора.) Был ни ғәжәп: Төлкө менән Ғаға дуҫлашҡан...

Ғаға. Айыу ағай, көрәгеңде биреп тор әле миңә.

Айыу. һинең көсөң етмәй бит уға.

Төлкө (Айыуҙың алдына сығып). Беләһеңме, Айыу ағаҡайым, Ғағаның әсәһе уға ҡойо ҡаҙырға ҡушҡан.

Айыу. Ҡаҙыһын һуң, әсәйҙең һүҙен тыңларға кәрәк.

Төлкө. Ул бит энә менән ҡаҙырға ҡушҡан.

Айыу. Асыуымды килтереп алдашып торма әле. Ваҡытым юҡ. Эш күп.

{{razr|Төлкө. Ысын-ысын! Энә менән ҡойо ҡаҙығанды күрер өсөн Ғаға менән дуҫлаштым да инде мин.

Айыу. Ғаға, тим, ауыҙыңа һыу уртланыңмы әллә? Күрһәт энәңде.

Ғаға (энәһен сығарып күрһәтә). Айыу ағай, энә менән ҡойо ҡаҙыған берәй йәнлекте белмәйһеңме? Мин дә унан өйрәнер инем.

Айыу (башын Һелкеп тора). Ишеткәнем дә, күргәнем дә юҡ.

Ғаға (аптырап). Әсәйем миңә бер кем дә белмәгән тылсымлы энә бирҙеме икән әллә?

Төлкө. Тылсымлы түгел ул. Яп-ябай. Минең бишмәтемде тектеңме? Тектең! Энәң тылсымлы булһа, минең бишмәтем, беләһеңме, алтынға әйләнер ине.

Айыу (уйланып). Бынау өңдө ҡаҙа-ҡаҙа, күлдәгем йыртылды. (Күлдәген Ғағаға сисеп бирә.) Яма әле тиҙ генә.

Ғаға. Хәҙер, Айыу ағаҡайым...

Ғаға Айыуҙың күлдәген матур итеп ямап бирә.

Айыу. Рәхмәт төшкөрө! Ҡулдарың алтын икән.

Төлкө. Әйҙәгеҙ, киттек, Ғағаларҙың ихатаһына. Ысынлап та, бәлки, энә тылсымлылыр. Ҡойо ҡаҙып ҡарайыҡ.



Дүртенсе күренеш


Энә менән башта Ғаға ҡойо ҡаҙа. Унан — Төлкө. Хатта Айыу ҙа ҡыҙыҡһынып китә.

Айыу. Юҡ, күлдәк тегергә генә ярай был энә.

Төлкө. Барыбер бер хикмәте барҙыр әле уның.

Ғаға. Әсәйем миңә юҡҡа ғына бирмәгәндер әле уны.

Айыу. Бәлки, энәлә түгелдер тылсым, ә ҡойоноң үҙендәлер.

Төлкө. Эйе, ысынлап та! Айыу. Етте юҡты бушҡа ауҙарырға. Ҡайҙа минең көрәгем?

Айыу көрәк менән ҡойо ҡаҙа. Төлкө ҡойроғо менән сыҡҡан тупраҡты ситкә Һеперә. Ғаға ҡанаттары менән ташый.

Ғаға. Ур-ра! Ҡойоноң төбөндә һыу күренә! Төлкө (бейеп китә), һыу! һыу! һыу! Ғаға. Битеңде йыу! Ҡулыңды йыу!

Айыу. Уф, эшләп һыуһаным, Ҡыҙҙы тәнем. Татып ҡарарға кәрәк һыуҙың тәмен.

Төлкө. Ҡойоға бура бурайыҡ. Ғаға. Сылбыр ҡуяйыҡ.

Айыу. Тиҙерәк биҙрә төшөрәйек, һыуһаным! Ғаға. Мин дә!

Төлкө. Мин дә. Юҡҡа яманың бишмәтемде, Ғаға! һауа үтмәй. Эҫе.

Тиҙ генә бура бурайҙар, сылбырға тағып биҙрә төшөрәләр ҙә уны кире тартып сығарырға уйлайҙар.

Ғаға. Уф, ауыр!

Төлкө. Көс етерлек түгел.

Айыу. Мин дә хәлдән тайғас инде...

Өсөһө бергә. Бер, ике, өс,

Беҙҙә бөтә көс!

Биҙрәне тартып сығаралар. Унда өҫтөнә аҡ күлдәк, башына аҡ сәллә кейгән аҡ Һаҡаллы Әкиәт бабай ултыра.

Айыу. һыу шулай кешегә әйләнгән микән ни?

Ғаға (ҡурҡа). Әсәй, тим, әсәй! һин ҡайҙа?

Төлкө. Вәт, исмаһам, мөғжизә!

Әкиәт бабай (биҙрәнән төшә), һаумыһығыҙ, дуҫҡайҙарым. Танышайыҡ: мин — Әкиәт бабай.

Өсөһө бергә. Әкиәт бабай?

Әкиәт бабай. Мин ер аҫтында һеҙҙең нимәләр эшләгәнегеҙҙе күреп торҙом да кәңәштәремде әйтергә килдем.

Айыу. Ниндәй кәңәш ул?

Төлкө. Беҙҙең үҙебеҙҙә лә баш бар.

Әкиәт бабай. Ғағаға ярҙам иткәнең өсөн рәхмәт һиңә, Айыу! һиңә лә рәхмәт, Төлкө! Минең Ғағаға әйтер һүҙем бар. Ысынлап та, энә менән ҡойо ҡаҙының һин, Ғаға! Зур үҫтең! Үҙеңә дуҫтар таптың.

Өйҙән Ғағаның әсәһе Ҡыйғаҡ килеп сыға.

Ҡыйғаҡ. Бәй, бәй, кемдәр былар, улым?

Ғаға. Дуҫтарым!

Ҡыйғаҡ. Был ниндәй ҡойо?

Ғаға. Дуҫтарым менән бергә ҡаҙыныҡ уны.

Ҡыйғаҡ. Энә менәнме?

Ғаға. Үҙең шулай ҡуштың бит, әсәй!

Әкиәт бабай. Биҙрәне яңынан ҡойоға төшөрөп һыу алайыҡ.

Күмәкләп мөлдөрәмә тулы бер биҙрә Һыу сығаралар.

Ҡыйғаҡ (кәсәләргә ҡойоп биреп тора). Рәхим итегеҙ! Рәхим итегеҙ!

Ғаға. Бик тәмле!

Айыу. Бал һымаҡ.

Төлкө. Ит кеүек тәмле!

Әкиәт бабай. һүҙем бының менән генә бөтмәне әле, Ғаға улым. (Уға матур «Әлифба» бирә.) Ҡойо ҡаҙыған һымаҡ тырышып уҡығыҙ, күр ҙә тор, энә ҡойоно һинһеҙ ҡаҙыясаҡ. Ул, ысынлап та, тылсымлыға әйләнәсәк. Мин әйткәнде, берүк, онотма, йәме, балаҡайым!