* * *
Шуҡбикә. Шәп иттек, эйеме? Әйҙә, инде матурланып ҡына ошо түмәргә менеп ултыр! (кеҫәһенән тараҡ, көҙгө ала)
Һорлан ултыра. Төлкө уға көҙгө тоттора ла үҙе йырлай-йырлай Һорландың йөнөн тарай.
Шуҡбикә .
Муйынсаҡты иң матурға,
Иң батырға бирәләр,
Ҡыш Бабай ҙа, Ҡарһылыу ҙа
Беҙгә бөгөн киләләр!
Ух, муйынсаҡты һиңә бирһәләрме, белер инем нимә эшләргә?! Иң тәүҙә Аҡтүш менән Мыр-мырҙы дошманлаштырыр инем. Шунан…
Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу күренә. Арттарынан Ҡояшбай килә.
Ҡыш Бабай. (Оло түмәр өҫтөндәге этте күреп) Һо-о-о, Аҡтүш, ҡайһылай өлгөрһөң! Юҡҡа ғына беҙҙең ярыштарҙа еңеп сыҡмағанһың икән!
Шуҡбикә. Һаумыһығыҙ, Ҡыш Бабай! Бек һеҙҙе әллә ҡасандан бирле көтәбеҙ! (Һорландың бөйөрөнә төртә) Һаулыҡ һораш!
Һорлан. Һау-һау! Привет! Ней, барығыҙға ла сәләм!
Ҡояшбай . Ҡо-ҡо-ҡоҡ! Был ни һаулыҡ һораша ла белмәй бит?!
Ҡарһылыу . Ҡаушағандыр ул! Әйҙә, Ҡояшбай, серле муйынсағыңды тапшыр ҙа ары китәйек! Беҙҙе бөгөн күп ерҙә көтәләр.
Шуҡбикә . Эйе, беҙ ҙә ашығабыҙ. Аҡтүште лә көтәләр. тиҙерәк бирегеҙ ҙә…
Ҡарһылыу . Ҡайҙа, Ҡояшбай, тапшыр муйынсаҡты!
Ҡояшбай . (теләр-теләмәҫ кенә) Был эт миңә бер ҙә оҡшамай. Беҙ яңылышманыҡмы?
Шуҡбикә . Юҡ, юҡ! Яңылышманығыҙ!
Ҡарһылыу . Әһә, әгәр ҙә һин ысын Аҡтүш икән, ҡайҙа мин ебәргән телеграмма? Йә!
Шуҡбикә . (ҡағыҙы сығарып ) Бына. Алдамайбыҙ. Ҡарағыҙ!
Ҡарһылыу . Эйе, был мин ебәргән телеграмма. Нишләйбеҙ. Ваҡыт үтә бит!
Ҡояшбай . Йә, ярай, тапшырайыҡ! (муйынынан муйынсаҡ сисеп эткә кейҙерә) .
Дүртенсе күренеш →
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License , Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation ; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License .http://www.gnu.org/copyleft/fdl.html GFDL GNU Free Documentation License true true