* * *
Сәхнәгә бик ашығып Аҡтүш менән Мыр-мыр килеп инә. Икеһе лә борсоулы.
Аҡтүш. Телеграмманы оя ситенә һөйәк менән баҫтырып һалып ҡуйғайным. Ояма инеп күҙлегемде алып ҡына сыҡҡансы юҡ булды.
Мыр-мыр . Йә ярар инде, Аҡтүш, бөтөрөнмә. Иртәгә үҙем табып килтерермен.
Аҡтүш. Иртәгә һуң була бит! Ярай телеграмманы бер тапҡыр булһа ла уҡып өлгөргәйнем. Бөгөн сәәт икегә оло түмәрле ялан…
(Түмәрҙе күреп ҡала. Ҡыуанып) Ана, таптыҡ, Мыр-Мыр, таптыҡ оло түмәрҙе!
Мыр-Мыр. Шунан, шунан…
Аҡтүш. (түмәргә ултырып) Бөгөн бына ошонда Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу йәнә Әтәс килеп миңә Яңы Йыл муйынсағын тапшырырға тейеш.
Мыр-Мыр Ә-ә-ә, иҫләнем, иҫләнем. Бөтә тирә-яҡтан хайуандарҙы йыйып Яңы Йылды кемгә бирергә тигән конкурста һин еңеүсе булғайның бит, шуғамы?
Аҡтүш. ( Ниҙер хәтерләргә тырыша) . Теге телеграммала тағы ла ниҙер яҙылғайны, буғай? Онотҡанмын.
Мыр-Мыр. Беләһеңме, ошо түмәрҙе өс тапҡыр урап сыҡһаң, иҫеңә төшәсәк!
Аҡтүш. Кем әйтте?
Мыр-Мыр. Әсәйем әйтә торғайны. Мин үҙем дә шулай итәмсе?
Аҡтүш Түмәрҙе әйләнәйем тиһә, теге икәүҙе күреп ҡала.
Аҡтүш. Һау-һау! Мыр-Мыр, кил әле бында. Һеҙ кемдәр?
Шуҡбикә. Беҙме? Беҙ… әле генә Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыуҙың тәмле күстәнәстәрен ашап килдек тә, ял итәбеҙ.
Аҡтүш. Ҡайҙа, һау-һау! Улар ҡайҙа?
Һорлан. Улар ниндәйҙер Аҡтүш тигән этте көтөп ултыралар ине.
Мыр – Мыр. Алыҫтамы?
Шуҡбикә. Алыҫта. Ана-а-ау яҡтағы тау буйындағы бәләкәй яланда.
Аҡтүш. Ә ул аҡланда оло түмәр бар инеме?
Һорлан. Бар, бар! Һау-һау!
Мыр-Мыр. Әйҙә киттек!
Һорлан. Әйҙә, өлгөрөргә кәрәк! (Ашығып сығып китәләр) →}}
Өсөнсө күренеш →
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License , Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation ; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License .http://www.gnu.org/copyleft/fdl.html GFDL GNU Free Documentation License true true