Jump to content

Имәнем

From Wikisource
Имәнем (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1992. Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (96-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


Имәнем


Атайыма
Ғәзиз миңә һинең йылмайыуың –
Иретерлек туңған йөрәкте.
Ғәзиз миңә һәр аҡыллы һүҙең –
Хаҡлыҡ юлын улар өйрәтте.
Ҡайғылар ҙа бик йыш ҡунаҡланы.
Күҙҙәр ҡай саҡ йәшкә тулдылар,
Ә һин түҙҙең, эстән һыҙланһаң да –
Ир-егеттәр сыҙам булалар.
Имән шаулай.
Шыбыр-шыбыр сисә
Күңеленең аҫыл серҙәрен,
Алтын япраҡ бүләк итә бит ул
Беҙгә һәр йыл һайын көҙҙәрен.
Бына шулай ҡарт имәнде ҡосоп,
Торһам ҡай саҡ уйға бирелеп,
“Ҡыҙым!” – тип ул ботаҡ-ҡулы менән
һыйпай минең баштан үрелеп.
Атай! Атай!
Ҡарт имәнем минең
Сыңғырҙатып япраҡ – алтының
Кешеләргә сикһеҙ өләштең һин
Йәлләмәйсә йөрәк ялҡынын,
Шуға күрә беҙҙе өшөтмәйҙер
Февраль буранының һалҡыны…



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.