Еңеү көнө яҡынлашҡан һайын
Күҙҙәреңдә нурҙар артыр ине,
Уйҙарыңдан ғына үткәндәргә,
Йәшлегеңә кире ҡайтыр инең.
Хәтирәләр утын тоҡандырып,
Еңеү көнө етә.
Миҙалдар,
Костюмыңдың түшен биҙәр өсөн,
Йылтырашып килеп тулғандар.
Еңеү көнө шатлыҡтарын, ахыры,
Оҙайтырға булған теләгең.
Бер кейер ҙә сисер инең, атай,
Уранғылап көҙгө тирәләй…
Еңеү көнө етә.
Һинең, атай,
Иң яратҡан көнөң шул ине.
Ошо көндә генә булһа ла бит
Ҡәбереңдән килеп тор ине!
Күпте күргән, күмер кеүек янған
Йөрәккәйең күптән туҡтаны.
Изге бер йән, моңло күңел генәң,
Атай ғына, атай юҡ бары…
Еңеү көнө етә башлау менән
Күңелемдә шатлыҡ уяна,
Ветерандар араһында, ана,
Һин дә, атай, балҡып торғандай!
Атайымдың көнө тыуа бөгөн,
Лайыҡлы бер ҡолоң булайым –
Иртә таңда һинең йәнең ҡалған
Скрипкала бер көй уйнайым…