АЙ ТОТОЛОУ. Диалекттарҙа ай эрәнйеү, ай ауырыу кеүек һүҙбәйләнештәр ҙә йөрөй. Ышаныуҙар буйынса, ай тотолоу айҙың ке¬ше гөнаһтарынан рәнйеүе, ауырыуы менән бәйле. Шуның өсөн ай тотолһа, балаларҙы, малдарҙы ҡысҡырталар. Ышаныуҙар буйынса, ошоно күреп, ишетеп, гөнаһһыҙ заттарҙы йәлләп, ай күккә кире ҡайта икән. Ҡайһы бер легендалар буйынса, ай тотолоу айҙың яман заттар тарафынан урланыуы менән бәйле. Был осраҡта айҙы яман заттан ҡотҡарыу өсөн күберәк тимер-томор һуғалар, мылтыҡ аталар, доға ҡылалар, йәғни ҡурҡытыу ысулы ҡулланалар.
Ай тотолоу һүҙбәйләнешенең килеп сығышы төрки сығанаҡлы ай һәм гстяле^һүҙҙәре менән бәйле һәм айҙы йәнләндереп ҡарауҙы сағылдыра.