АЙНАЛАЙЫМ. Диалекттарҙа айнанайым, эйнэнэйем, әйнэлэйем һүҙҙәре лә йөрөй. Ышаныуҙар буйынса, магик көскә эйә булған һәм һаҡлау, ҡурсалау функцияһын үтәгән һүҙ. Кәмәлек буйы башҡорттарында, әгәр бала тертләп уянһа, оло ҡатындар өрөлөп китеп: «Айналайым», - тип өшкөрткәндәр. Был һүҙ «Йә хоҙайым, ҡурсала, һаҡла!» мәғәнәһендә ҡабул ителгән. «Айналайым» һүҙе һәм ауырыуҙарҙы түңәрәтеп йөрөү башҡа төбәктәрҙә лә таралған булған. Ҡаҙаҡтарҙа ла айналайым һүҙе бар. Ул да өрөлөп китеп әйтелә һәм ҡурсалау көсөнә эйә итеп ҡабул ителә. Килеп сығышы яғынан айналайым һүҙе шамандар практикаһындағы әйләнеү, ураланыу, өрөлөү менән бәйле булырға тейеш
Башҡорт мифологияһы. Айналайым
Appearance
← Ай тотолоу | Башҡорт мифологияһы |
Айыу → |
.Нәшер ителгән: 2002. Сығанаҡ: Хисамитдинова Ф.Ғ. Башҡорт мифологияһы: Белешмә-һүҙлек.
- Өфө: Ғилем, 2002. - 126 б. ISBN 5-7501-0299-8 |