Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/7

From Wikisource
This page has not been proofread.

перспективалы йүнәлеш булараҡ, этнолингвистиканы артабан үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Хеҙмәттең практик әһәмиәте түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала: йыйылған һәм күҙәтеү үткәрелгән материалдар артабан башҡорт теленең аңлатмалы, ике телле, этнолингвистик һүҙлектәрен төҙөүҙә файҙаланыла ала.

Тикшеренеү һығымталарын төрлө уҡыу йорттарында башҡорт телен уҡытыуҙа, профессиональ лексика буйынса махсус семинарҙар үткәреүҙә, шулай уҡ лексикология буйынса уҡыу әсбаптары төҙөүҙә ҡулланырға мөмкин. Улар башҡа төрки халыҡтарҙың тел ғилеме өсөн сағыштырма материал булып та хеҙмәт итә ала.

Тикшереүҙәр нигеҙендә тарихи, сағыштырма, тасуирлы методтар ята. Шулай уҡ информаторҙарҙан мәғлүмәт алыу алымы ла киң файҙаланыла. Хеҙмәттә структур-семантик һәм тарихи-этимологик анализ да сағыштырмаса зур урын тота.

Фактик материал башҡорт теленең һәм башҡа төрки халыҡтарының аңлатмалы, ике телле, фразеологик, этимологик һүҙлектәренән, шулай уҡ халыҡ ижады өлгөләренән, башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәренән, информаторҙар биргән мәғлүмәттәрҙән тупланған.

Алда әйтеп үтеүебеҙсә, милли аштарҙа халыҡтың тарихы, кәсебе, көнкүреше, мәҙәниәте, хатта милли үҙаңы һәм донъяға ҡарашы сағыла. Шуға күрә башҡорттарҙың тарихы һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар, уларҙың милли аш-һыуҙарына, туҡланыу-мәжлес йолаларына ла иғтибар биреп, мөмкин тиклем ҡағыҙға төшөрә килгәндәр.