Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/52

From Wikisource
This page has not been proofread.

һыуҙа бешергәндәр. Табынға ҡоротлап биргәндәр. Ул боронғораҡ ябай башҡорттарҙың көндәлек ашы булған.

Халыҡ араһында киц таралған аштарҙың береһе - һалма (ҡайһы бер төбәктәрҙә ул туҡмас тип тә йөрөтөлә). 1-2 йомортҡа ҡушып баҫылған ҡамырҙы йәйәләр һәм таҫма рәүешендә нәҙек киҫәктәргә бүләләр. Уны һыуҙа ла, һөттә лә бешерергә мөмкин. Ҡайһы бер төбәктәрҙә, мәҫәлән, көньяҡ- көнсығыш райондарҙа, һалма тип дүрткел йәки таҫма рәүешендә киҫелгән ҡамырҙың үҙен атап йөрөтәләр. Унан бешерелгән аштар туҡмас тигән дөйөм исем менән атап йөрөтөлә.

Һалма - башҡорт халҡының традицион аштарының береһе. Уның тураһында боронғо мәғлүмәттәр һаҡланған. П.С. Паллас, мәҫәлән, бына нимә яҙа: "Салма делается из крутого теста пшеничной, ячменной или полбенной муки, которое, разделяя на куски величиной с медный пятикопеечник, варят в одном котле с мясом..." (16. 107).

Шулай итеп, башҡорттар ҡамырҙан күп төрлө ашамлыҡтар һәм аш-һыуҙар әҙерләгәндәр. Улар араһында көндәлек ризыҡтар ҙа, байрам аштары ла бар.

Бөтәу үҫемлектән һәм ярманан әҙерләнгән аш-һыуҙар

Башҡорттар аш-һыу әҙерләгәндә бөртөклө культураларҙы бөтәү килеш тә, ярма итеп тә файҙаланғандар. Мәҫәлән, арпанан, бойҙайҙан, борайҙан талҡан әҙерләгәндәр. Бының өсөн уларҙы табала ҡыҙҙырғандар һәм ҡул тирмәнендә ваҡ итеп тартҡандар. Талҡан күп төрки халыҡтарға' хас боронғо ризыҡ. Уның тураһында XI быуатҡа ҡараған Мәхмүт Ҡашғариның һүҙлегендә лә телгә алына. Талҡанды ҡаймаҡҡа, майға бутап ашағандар, һөткә йәки эҫе һыуға болғап эскәндәр, ҡаймаҡта 51