Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/49

From Wikisource
This page has not been proofread.

биргәндәр. Йәймә тураһында С.Н. Шитова һәм Р.Г. Ғәҙелгәрәева бына нимә тип яҙалар: "Обычай приготовления йәймә в котле, удобный в походных условиях и, как видно, древний, сохранился местами и в бассейне р. Демы, хотя на этой территории, кроме ҡазан йәймәһе (диалектный вариант ҡаҙан йоҡаһы), выпекались и обычные йәймә на сковороде, поставленной в жаркую натопленную печь. Их пекли, когда в дом неожиданно приезжали гости. Сложенные и облитые медом их несли в качестве подарка на свадьбу и на другие семейные торжества” (22. 106).

Шулай итеп, йәймә ҡапыл ғына әҙерләнә торған, шулай уҡ байрам табыны өсөн әҙерләнгән икмәк төрө булып сыға.

Әгәр йәймә ҡоро табала ҡыҙҙырылһа, ҡабартма иһә майлы табала бешерелә. Шуға уны ҡайһы бер яҡтарҙа майғикмәк тип йөрөтәләр. Ҡабартманың ике төрө бар: сөсө ҡабартма һәм әсетелгән ҡамырҙан яһалган әсе ҡабартма.

Эҙерләнеше менән ҡабартмаға бауырһаҡ яҡын тора. Ул башлыса сөсө ҡамырҙан яһала. Ул былай әҙерләнә: күп итеп йомортҡа ҡушылған ҡамырҙы йәйәләр һәм ромб формаһында киҫеп, ҡаҙандагы ҡайнап торған майҙа бешерәләр. Бауырһаҡ - ҡунаҡ ризығы, уны бигерәк тә туй өсөн күпләп әҙерләйҙәр. Ул туйҙың йыуаса өлөшөндә таратыла. Шуға ла ҡайһы бер яҡтарҙа йыуаса исеме менән йөрөй.

Башҡорттарҙа борон-борондан көндәлектә лә киң ҡулланылған, байрам табынына ла йыш ҡуйылған йәнә бер ҡамыр ризығы - ул ҡоймаҡ. С.Н. Шитова менән P.Ғ. Ғәҙелгәрәевалар фекеренсә, иң әүәл ҡоймаҡ тары ононан әҙерләнгән һәм киң ҡулланылған. Куңғараҡ ҡына уны бойҙай ононан бешерә башлағандар. Тары ононан яһалған ҡоймаҡ