ИНЕШ
Тел ғилемендә теге йәки был милли телдең лексик составын өйрәнеү, уның семантик системаһын асыҡлау, яңы һүҙ ҡатламдарын асыу, онотолғандарын ҡайтанан тергеҙеү - иң мөһим һәм актуаль мәсьәләләр булып тора. Сөнки тел - ҡиммәтле мәҙәни ҡомартҡы, халыҡтың тарихын, тормош-көнкүрешен, мәҙәниәтен сағылдырған үҙенсәлекле тылсымлы бер көҙгө ул. Шуға күрә һәр милли тел төрлө юҫыҡта, төрлө йүнәлештә, һәр яҡлап ентекле өйрәнелергә тейеш. Ана шундай тикшеренеү һөҙөмтәләренең береһе - терминология, йәғни исем- атамаларҙы өйрәнеү. Телдең терминологик лексикаһын күҙаллау бығаса башлыса бер юҫыҡта - уның яһалыу ысулдарын, семантикаһын тикшереү формаһында ғәмәлгә ашырыла килде. Һуңғы йылдарҙа тормош-көнкүреш терминдары мәҙәни-тарихи һәм этнографик контекстарҙа сағылыш тапты. Был йүнәлеш тел ғилемендә "этнолингвис- тика" тип йөрөтөлә. Рәсәй фәнендә этнолингвистик тикшеренеүҙәр башында профессорҙар И.Г. Гердер менән И.В. Гумбольдтар тора. Уларҙың хеҙмәттәре һәм фекерҙәре башҡа славян тел белгестәре, атап әйткәндә, Н.И. Толстой, А.Ф. Журавлев, В.В. Ивановтарға артабанғы эҙләнеүҙәр өсөн ғилми нигеҙ була. Үҙҙәренең хеҙмәттәрендә улар этнолингвистиканың тел ғилем ендәге мөһим бер йүнәлеш булыуын билдәләп, уның бай мөмкинселектәрен асып бирәләр. Башҡорт тел ғилемендә иһә был тармаҡты өйрәнеүгә әлегәсә тейешле иғтибар бүленмәне, ул махсус тикшеренеү объекты булманы. 3