Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/23

From Wikisource
This page has not been proofread.

хайуанға шундай тәмле ризыҡ биргәне өсөн рәхмәт уҡырға ғына ҡала.

Был киске аш барышында ла шулай булды. Абдулла айырым тәрилкәгә итте тураны, уның өҫтөнә һалма һалды, һөзлөк ҡойзо һәм ашау башланды. Хужа һөйәкле итте өлөштәргә бүлде. Икеһен ике бисәһенә, икәүһен, башын күтәрмәй генә. исемләп ике улына һондо. Үзе бишенсеһенә тотондо. Шул минутта минең хәтергә Пушкин дың бер шиғыры иҫкә төштө һәм мин уны былайыраҡ тәржемә иттем:

Абдул ултырҙы йөзөн баҫып,

Ауыҙында итле һөйәк борҡой ине.

Әйтәйек, ауызза итле һөйәк борҡомай, төтәмәй, әммә уҡыусы мин нимә әйтергә теләгәнемде аңлағандыр. Шуныһы еткән!” (20.6).

Бишбармаҡ бешереү ысулы бөгөнгө көндә лә шул уҡ формала һаҡланған. Бына, мәҫәлән, Хәйбулла районы Уфимский ҡасабаһында йәшәүсе Йомабикә Мырзабаеванан алынған мәғлүмәт: "Бишбармаҡ - халҡыбыҙҙың иң боронғо милли ашы. Уны көн һайын бешермәгәндәр. Оло ҡунаҡ йыйғанда инде табын бишбармаҡһыҙ булмаған. Бишбармаҡты, ғәҙәттә, йылҡы итенән бешерәләр. Әммә һарыҡ ите лә, һыйыр ите лә ҡулланыла. Бешереп алынған итте бер ҡабым ҙурлығында турап, өҫтөнә һурпа һөҙлөгө ҡойоп, йылы урынға ҡуялар. Ит бешкән һурпаның бер өлөшөн азаҡ ҡоротлап биреү өсөн бүлеп ҡойоп алалар. Ҡоротлап бирелгән һурпаға борос, һуған һалырға мөмкин. Һимез һурпа яратҡандарға алдан уҡ һөзөп алынған