Jump to content

Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/12

From Wikisource
This page has not been proofread.

Әммә шуны ла әйтергә кәрәк: улар айырым төбәк башҡорттарының көнкүрешен һәм йолаларын яҡтыртыуға ғына ҡоролғандар.

Ә бит һәр төбәктең, һәр ырыуҙың үззәренә генә хас этнографик үҙенсәлектәре бар. Башҡорттар тураһында тулы мәғлүмәт алыу өсөн һәр төбәкте тикшереп, дөйөм һыҙаттар, айырмалыҡтарҙы табыу талап ителә ине. Бындай ҡатмарлы эшкә'XX быуат башында рус этнографы С.И. Руденко тотона. 1905-1907, 1912-1915 йылдарҙа ул бөтә Башҡортостан буйлап йөрөп, бик бай һәм ҡиммәтле материал туплай. Тикшеренеүсе үз, яҙмалары менән генә сикләнмәй, башҡорттар тураһында уға тиклем яҙылған һәм баҫылған бөтә сығанаҡтарҙы ентекләп өйрәнә. Һөҙөмтәлә "Башкиры" тигән бай йөкмәткеле зур монография тыуа. Ул беренсе тапҡыр 1925 йылда баҫылып сыға һәм 1955 йылда иһә тулыландырылған икенсе баҫмаһы донъя күрә [19. 10]. Был монографияларҙа төрлө ырыу башҡорттарының көнкүреш һәм мәзәни үҙенсәлектәре киң планда ентекле тасуирлана. Уларҙағы айырмалыҡтарҙы С.И. Руденко Башҡортостан территорияһындағы этник процестарҙың ҡатмарлылығы менән аңлата.

Китапта башҡа этнографик күренештәр менән бергә башҡорт милли аш-һыузары ла ентекле тикшерелә. Был мәсьәләгә тулы бер бүлек бағышлана. Үҙенең күҙәтеүҙәренән сығып һәм боронғораҡ яҙмаларға таянып, С.И. Руденко башҡорттарҙың туҡланыу рационында файҙаланылған аҙыҡтарҙы бер нисә төркөмгә бүлә: үҫемлек аҙыҡтары, ит аҙыҡтары, һөт аҙыҡтары. Артабан