Ауыл урамы буйлап бер эт сабып бара. Ҡапыл уның алдына, ғәйрәтләнеп, бер үгеҙ килеп сыҡты. Ҡара-ҡара, һөҙөргә ынтыла түгелме? Эт ҡурҡышынан һау-һаулап өрөргә тотондо. Үгеҙ, эт менән эт булмайым, тип, мөгөҙҙәрен сайҡай-сайҡай ары китмәксе иткәйне лә, тегенеһе сыйнап ебәрҙе:
— Кемлеген күрһәтһен әле һиңә Джек!
— һинме Джек? Бахыр! — тип күҙен аҡайтты үгеҙ.
— Мин булмай, кем булһын, ти!
— Мин ул — Джек, — тип башын һелкеп эткә ташланды үгеҙ.
— Юҡ, мин — Джек, хужа ҡушҡан исемем шул.
— Тыуғандан бирле үҙемде Джек тип беләм. Вәт, ахмаҡ, минең исемгә хужа булмаҡсы. Булмай ғына тор әле.
Китте бәхәс.
— Мин — Джек!
— Юҡ, мин — Джек!
Үгеҙҙең дә, эттең дә исеме үҙенә бик ҡәҙерле ине. һәр икеһе үҙ ҡушаматын яҡлап был алышта үлергә лә әҙер ине, ахырыһы.
Шул саҡ тегеләрҙең алдына бер малай килеп баҫты.
— Нимә Джек та Джек, тип беҙҙең өй алдында яр һалаһығыҙ. Йоҡомдан уяттығыҙ! Ниңә минең исемде бөтә донъяға аҡыраһығыҙ? — тип асыуланды малай.
— Бынағайыш! — тип аптыраны осло мөгөҙ. — Үгеҙ исемен малайҙарға ла ҡушалармы ни?
— Бына һиңә! — тип шаҡ ҡатты эт. — Минең исемгә тағы бер хужа табылды.
Малайҙың асыуы килде:
— һеҙҙеке түгел, үҙемдең исемем! Берегеҙҙән дә урлап алманым. Атай-әсәйем биргән исем.
Үгеҙ ҙә эт тә ҡушаматтары менән тағы ла нығыраҡ ғорурланды. Ғорурланыуҙан тынысланып та ҡуйҙылар. «Малай тиклем малайға ата- әсәһе насар исем ҡушмағандыр бит инде, — тип уйланы улар. — Улар кеше бит, беҙ хайуан ғына...»
Ә малай, үгеҙ менән эткә һыр бирмәһә лә, ныҡ ғәрләнгәйне.