Jump to content

Ba/Ҡуян менән Йомран

From Wikisource
Ҡуян менән Йомран ( әкиәт )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап "нәшриәте,2009 йыл


Ҡуян менән Йомран


 Оҙон йәй буйына Ҡуян йәшелсә үҫтергән. Балаларына етерлек итеп мөгәрәпкә һалып ҡуйған. ҠКалғанын һатыр өсөн кибет асып ебәргән. Кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр, картуф һатҡан. Кәзә уға һуған менән шалҡан һорап килгән. Ҡуяндың бындай йәшелсәләре булмаған. Кәзә күрше кибеткә барған. Йомран иген һатып тора икән. Үлсәүе һис бушамаған. Кәзә унан бойҙай, арыш, һоло, арпа, ҡарабойҙай һатып алған. Бик ҡәнәғәт булып өйөнә ҡайтып киткән. Балаларына өйрә бешереп ашатырға кәрәк бит.
 


2009 йыл