Jump to content

Ba/Ысын дуҫлыҡ

From Wikisource
Ысын дуҫлыҡ ( хикәйә )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап "нәшриәте,2009 йыл


Ысын дуҫлыҡ


 Ҡышҡылыҡҡа бөтә кеше лә үҙенә аҙыҡ-түлек туплай: иген әҙерләй, картуф ҡаҙып ала, ҡайнатма ҡайната, емеш-еләк киптерә. Йәнлектәр ҙә тырыша. Мәҫәлән, йомран баҫыуҙан өңөнә иген ташый, һыу ҡомағы картуф менән ояһын тултыра, тейен бәшмәк киптерә.
Ҡоштар ҙа оҙон ҡышҡа ныҡлап әҙерләнә. Бүрекле беснәкте генә алайыҡ. Ҡуңыҙ, үрмәксе, бойҙай, еләкме — бөтәһен дә йыя. Тик уның аҙыҡ-түлек өсөн махсус һаҡлағысы юҡ. Ләкин ҡош аптырап ҡалмай, һәр ағас һайын ярыҡ — бына һиңә меңәрләгән «келәт». Бүрекле беснәк тапҡан һәр нәмәһен шунда йәшерә бара ла инде.
Бүрекле беснәктәр бер-береһе менән бик дуҫ. Йыйған ризыҡтарын бергәләп ашай улар. Аҙыҡ туплаған ағасты билдәләп тормайҙар. Кемдекен табып туҡланһаң да ярай, тип уйлайҙарҙыр, күрәһең. Берәү бөтәһе өсөн тырыша, бөтәһе берәү өсөн көс түгә.

 


2009 йыл