Jump to content

Ba/Төймә

From Wikisource
Төймә ( хикәйә )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап "нәшриәте,2009 йыл


Төймә


 Ғәзимә быйыл уҡырға төштө. Көн һайын иртән иртүк тора ла мәктәпкә йүгерә. Ваҡытында барып етә. Бөгөн ул дәрескә һуңға ҡалды. Кейенеп-яһанып, әсәһе менән өй ишегенән сыҡҡайны ғына, курткаһының бер түгел, ике төймәһе юҡлығын күреп ҡалды Ғәзимә. Кире боролдо. Кисә кис урамда ҡыҙҙар менән уйнағанда төшкәйне төймәләре. Мәктәпкә шулай әрпеш килеш барып булмай бит инде. Әсәһе ҡыҙын көтөп торманы, эшкә ашыҡты.
Эй ултырҙы Ғәзимә төймә тағып, эй ултырҙы. Ошоға тиклем бындай эштәрҙе гел әсәһе эшләй ине. Ҡалай ауыр икән төймә тағыуы. Аптырағас, Ғәзимә төймәләрен өҫтәлгә атып бәрҙе лә ишектән атылып сығып китте. Бик-бик ашыҡһа ла, дәрес күптән башланғайны инде.

 


2009 йыл