Jump to content

Ba/Рәхмәт, ҡояш

From Wikisource
Рәхмәт, ҡояш (Шиғыр)
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Рәхмәт, ҡояш


Ҡояш нуры — ялҡын ғына,
Һаҡмар һыуы һалҡын ғына,
Ҡыҙынабыҙ — көнгә яндыҡ,
Һыу инәбеҙ — көс-дәрт алдыҡ.
Рәхмәт, ҡояш! Рәхмәт, Һаҡмар!
Көс ултырғас, эш тә ырай.
Малайҙар күбә күбәләй,
Ҡыҙҙар, ана, бесән тырмай.
Кисен өйгә ҡайтҡан саҡта,
Йыр йырлайбыҙ ошо хаҡта:
Хеҙмәт, ҡояш, һыу һәм һауа —
Йәнгә дауа, тәнгә дауа.

 


1996 йыл