Jump to content

Author:Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев

From Wikisource


Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев
[[File:|220px|Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев]]
Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы
тыуған: 21.08.1841, Ибраһим ауылы, Йомран-Табын улусы, Өфө өйәҙе, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы)
вафат: 28.06.1907, Ибраһим ауылы, Ҡырмыҫҡалы улусы, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы)
башҡорт мəғрифəтсе‑шағиры
тəржемəсе, филолог, тарихсы, этнограф

Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы Өмөтбаев (1841—1907) — башҡорт мəғрифəтсе‑шағиры, тəржемəсе, филолог, тарихсы, этнограф, йəмəғəт эшмəкəре, публицист.

«Үткəн заманда башҡорт ҡыҙҙарының оҙатылыуы», «Үткəн ғүмер, ҡалған хəтер…», «Йомран иле» һәм башҡа шиғырҙарында башҡорттарҙың хəҙерге тормошо һəм тарихи үткəне, уларҙың йолалары, матди һəм рухи мəҙəниəте сағылыш таба. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев урыҫ һəм көнсығыш телдəренəн төрки теленə — популяр брошюралар, төрлө фəнни мəҡəлəлəр, көнсығыш əҙəбиəте өлгөлəрен, А. С. Пушкиндың «Бəхетһеҙ ғашиҡ», «Шатлыҡ хыялы», «Делибаш», «Баҡсаһарай фонтаны» (бөтəһе лə — 1901) əҫəрҙəрен һәм урыҫ теленə башҡорт, татар, ғəрəп, төрөк фольклоры өлгөлəрен, үҙенең фəнни хеҙмəттəрен, шиғырҙарын һəм публицистик əҫəрҙəрен тəржемə иткəн. Башҡорт теленең һəм татар теленең халыҡ һөйлəше материалдарын ҡулланып «Татар нəхүсенең мохтасары» («Ҡыҫҡаса татар грамматикаһы»; 1901) китабын яҙған. Матур әҙәбиәттән яhаған тәржемәләрен башлыса шиғриәт тәржемәhе тәшкил итә, проза тәржемәhенең берҙән-бер өлгөhө — «Мең дә бер кисә»ләге бер әкиәттән 1873 йылда яhаған тәржемәhендә бирә. Аҙаҡ был әкиәт «Торба, балаҫ hәм алма хикәйәте» тигән исем аҫтында «Йәдкәр» китабында баҫтырып сығара.

Беренселəрҙəн булып башҡорт теленең лингвистик терминологияһын яһай. «Фарсы‑урыҫ һүҙлеге» (1882), «Фарсы-татар-урыҫ һүҙлеге» (1886) һәм башҡа һүҙлектəрҙе төҙөй. «Башҡорттар» (1876, 1979 йылдарҙа нәшер ителә), «Өфө тарихына ҡағылышлы материалдар» (1886, баҫылмаған) хеҙмəттəрендə фольклор буйынса ҡайһы бер күҙəтеүҙəр яҙылған. Тағы ла «Иҙеүкəй менəн Мораҙым» эпосынан өҙөк, башҡорт мəҡəлдəрен, əйтемдəрен һəм йомаҡтарын яҙып ала һəм нәшер итә. Башҡортостан һəм башҡорт халҡының боронғо замандарҙан алып XIX быуат аҙағына тиклемге осорҙоң тарихын өйрəнеүгə ҙур өлөш индерə. «Башҡорт халҡының аҡ һəм ҡара көндəре», «Кесе Табын халҡының насəбнамəһе» (икеһе лə — 1897), «1755 йылғы башҡорттар ихтилалы хаҡында» (1903, 1984 йылда баҫыла), «Башҡорт ҡорото» (1880, баҫылмаған) һәм башҡа тарихи‑этнографик очерктарында этногенез, этнонимимия, урынлашыу территорияһы, башҡорттарҙың ырыу-ҡəбилə ҡоролошо, хужалыҡтар, социаль‑иҡтисади мөнəсəбəттəр һәм башҡа мəсьəлəлəр яҡтыртылған.

1897 йылда төрки телендә баҫылып сыҡҡан «Йəдкəр» китабына тарихи очерктары, мəҡəлəлəре, сəйəхəтнамəлəре, шиғырҙары, тəржемəлəре, Башҡортостан һəм башҡорт халҡының тарихы, фольклоры һәм этнография тураһындағы материалдары ингəн. Шулар араһында «Боронғо башҡорттарҙың йырҙары», «Аҡташ хан тураһында риүәйәт», «Остазым генерал Мирсалих Биксуринға мәҙхиә», «Император Александр III тәхеткә ултырыуы хаҡында», «Ағиҙел буйҙарынан ғалимдар һәм дин әһелдәре», «Башҡорт туй йолалары», «Рум ҡалаһы тураһында», «Боронғо календарь», «Башҡорт телендә иҫәп-хисап уҡытыу», «Нәсихәттәр», «Афоризмдар» һ. б. бар. «Ҡайыш илә Йүкә» мәҫәле шағирҙың башҡа шиғри әҫәрҙәренән айырылып тора. Мәҫәлдә автор «алтын-көмөшлө» Ҡайыш hәм бер нимәһе лә булмаған өсөн «кәм баhалы» Йүкә образдары аша йәмғиәттәге синфи ҡаршылыҡтарҙы күрhәтеп биреүгә өлгәшә.

Китаптары

[edit]

Шиғырҙары

[edit]


Works by this author published before January 1, 1929 are in the public domain worldwide because the author died at least 100 years ago. Translations or editions published later may be copyrighted. Posthumous works may be copyrighted based on how long they have been published in certain countries and areas.