Jump to content

2 ғинуар көнө. Шәйехзада Бабич

From Wikisource
2 ғинуар көнө (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1918.


2 ғинуар көнө


Бөгөнгө көн мин тыуҙым,
Иламайса, тын тыуҙым;
Истиғдад*тан, зәка*нан, —
Һәр ҡайһынан кәм тыуҙым.
Ғүмерем үтте бикарерәк,
Буш ел ҡыуҙым да ҡыуҙым;
Тыуҙым, үҫтем, ҙур булдым,
Ник яралдым, ник тыуҙым?

  • Исиғдад — эшкә яраҡлылыҡ.
  • Зәка — зиһен, аҡыл.

1918