Сит илдәгеләр беҙҙең ил сәйәсәтен гел дә кәмһетеп һөйләйҙәр: йәнәһе лә кибеттәрҙә икмәк, шәкәр һәм башҡа аҙыҡ түлеккә хаҡтарҙы күтәреп ебәрҙеләр, ә ябай эш кешеләренә эш хаҡын арттырмайҙар. Улар беҙҙәге алдан уйлап башҡарылған үтә лә прогрессив сәйәсәтте аңлап етмәйҙәр буғай. Американың Америкаһында һаман да яҡшы йәшәйбеҙ тип шапырына торғас ана ниндәй хәлгә төштөләр – һимеҙҙәр күбәйеп киткән дә хәҙер уларҙы нисек ябыҡтырырға белмәй ыҙа сигәләр. Улары өсөн шәкәрһеҙ, майһыҙ, тоҙһоҙ, шыр консерванттан ғына торған әллә ниндәй ризыҡ төрҙәрен уйлап сығаралар. Тегеләре барыбер ябыҡмай ҙа ҡуя, ти. Бер ашап өйрәнгән кешене асыҡтырып сыҙатып булалыр шул. Хатта ки ана шул һимеҙҙәр магазин ишегенә һыймай, тип, хәҙер супермаркеттарҙың ишектәрен киңәйтеп яталар икән. Автомашиналарға олоғара, киң ултырғыстар эшләй башлағандар, имеш. Ул дәү кейем-һалым тураһында әйтеп тораһы ла юҡ – үҙҙәренә бер фабрика эшләй, ти һәр ҡалала.
Ә бына беҙҙең ил етәкселәре йыш йөрөй бит шул диңгеҙ аръяғына. Улар ана шундай кешеләрҙең нисек ябығырға белмәй этләнгәнен үҙ күҙҙәре менән күреп ҡайталар. Шуға күрә, беҙҙең илдә лә ошондай ҡот осмалы хәлдәр килеп тыумаһын тип, алдан хәстәрлек күрәләр, вәт!
Һуң икмәк ҡыйбат булһа ни көнөнә ике телем генә аша. Германиялағы кеүек. Улар кеүек ҡоймаҡ шикелле йоп-йоҡа ғына итеп телеп ебәрһәң, бигерәк тә шәп. Иртәнсәк бер телем, төш бер телем һәм вәссәләм. Кискеһен ашамаҫҡа, тип күпме яҙалар. Кискелеккә яртыһына һыу ҡатыштырып бер стакан ҡатыҡ эсһәң дә ярай ти.
Ә, шәкәр ҙә ҡыйбатлындымы? Уныһын ана һуғыш, аслыҡ йылдарында йылына бер генә тәмләп ҡарағандар, бер ҙә үлмәгәндәр. Табиптарҙы алдай тип уйлайһыңмы? Шәкәр – аҡ ағыу тиҙәр ҙә баһа. Ашама! Белә тороп ниңә ағыу ашайһың.
Май, һөт, сыр тураһында һорайһыңмы? Эйе, улары әҙерәк кәрәк инде былай. Икмәкте, шәкәр, сәйҙе аҙыраҡ ала башлаһаң, көнөнә бер ҡабым май, сәйгә һалырлыҡ ҡына һөт, айына бер телем генә татырлыҡ сыр алырға аҡсаң ҡалыр ул? Ни тиһәң дә эшләп йөрөйһөң дә баһа?
Кейемгә лә аҡса кәрәк тип башымды ҡатырмағыҙ. Бына хөкүмәтебеҙ уйлап сығарған сәйәсәтте дөрөҫ аңлап йәшәһәгеҙ, тиҙҙән 60-55-се үлсәмле кейемдәр бөтөнләй юҡҡа сығасаҡ. Уларҙы кейер кешеләр ҡалмағас, фабрикалар гел генә 44-48-се үлсәмде тегәсәк.
Әле бына тағы ла хөкүмәтебеҙгә дан йырлап ҡайтып киләм. Элегерәк өйөбөҙҙөң янында ғына бөтә төр аҙыҡты ла берсән һатып алып була торған шәп баҙар бар ине. Хәҙер уның урынына «Ял итеү комплексы» төҙөнөләр. Яныбыҙға ғына хаҡтары тешләшкән ике магазин асып ебәрҙеләр. Баҙарҙы яптылар. Һуң, рәхмәт әйтмәй нисек түҙәһең инде, хәҙер икмәктең, майҙың 3-5 һумға булһа ла арзанырағын эҙләп ике квартал үтеп «5-ле» магазинына елдерәм. Автобус, троллейбусына ла аҡса кәрәк тип шулай көн һайын кәмендә өс саҡрым араны йәйәү тәпәйләй торғас, һиҙмәй ҙә ҡалдым, 60 килонан 45 кә тороп ҡалдым. Хәҙер шул араны, ел көслөрәк булһа, осоп ҡына үтәм. Әллә ниндәй фитнес-клубтар ҙа кәрәк түгел. Уныһын да уйлай белә бит өҫтәгеләр. Киләсәктә һимеҙ кешеләр зәрә күбәйеп китһә-бәлән тип, һәр квартал һайын шул фитнес-залдарҙы аса башланылар. Былай барһа, тиҙҙән йога менән шөғөлләнеп, ҡояш нурҙары менән генә туҡланып йәшәүселәр күбәймәҫ тимә.
Аңлай белергә кәрәк. Сәйәсәттең ун, хатта илле йылға алдан уйлап алып барылғанын оноторға ярамай. Ана, һимергән американдар ыҙалаһын. Ашатты, ашаттылар ҙа хәҙер нисек ябыҡтырырға белмәйҙәр. Һай, үҙебеҙҙекеләр, тип һоҡланмай сара ҡалмай. Шымығыҙ, тауышығыҙҙы ла сығармағыҙ. Барыһы ла беҙҙе сәләмәт итеү ниәтенән.
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
| |||
|
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License. |