“Шағир үлгән,”-тиҙәр.
Ышанмайым.
Ысын шағир үлмәй. Ул тере
Һәр һүҙендә бөйөк ижадының,
Үләме ни шағир фекере?
Ышанмайым.
Нисек йәшәргә һуң
Шағир үлгәненә инанғас?
Ул бит бар мөхиттә: күктә, ерҙә,
Бына ҡояш, үлән, һыу, ағас…
Бына бит ул - кеше хәтерендә:
Кеше күңелендә – хистәре,
Кеше аҡылында – фекерҙәре,
Уй-фекере менән ул - тере!
Нисек үлһен Рәми, һәр бер бала
Яттан белә икән шиғырын?
Мәңге тере Мостай.
Нисек инде
Онотһон ти халыҡ шағирын?
Ысын шағир – халыҡ күңелендә,
Ысын шағир булмай тел, илһеҙ.
Ил бар икән, теле тере икән –
Тимәк, шағир тере, үлемһеҙ!