Jump to content

Әс-Сәждәһ сүрәһе

From Wikisource
Ҡөрьән
автор Мөхәммәт пәйғәмбәр
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим. Илшат Хафизи тәржемәһе.


-

Ҡөрьән Кәрим
башҡортсаға тура ғәрәп теленән Илшат Хафизи


'

32 — Сәждә (Сәждә) сүрәһе (Сәждә сүрәһе 30 аяттан тора. Мәккәлә ингән.)


Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.


1. Әлиф. Ләм. Мим. (2) Һис тә шик юҡ, был Ҡөръән — ғәләмдәрҙең Раббыһы тарафынан индерелгән Китап. (3) — Уны Пәйғәмбәр үҙе уйлап сығарған, — тип әйтерҙәр. Юҡ шул, һинән алда Ул үҙҙәренә киҫәтеүсе (Пәйғәмбәр) ебә​релмәгән халыҡты киҫәтер өсөн, шунан һуң улар тура юлға күнәр тип, Раббыңдан индерелгән Китап. 4. Күктәрҙе, Ерҙе һәм улар араһындағыларҙы алты көндә юҡтан бар итеүсе бер Аллаһ; һуңынан Уның хакимийәте Ғәрешкә урынлашты. Унан башҡа һеҙҙең бер генә яҡлау​сығыҙ ҙа, бер генә ярҙамсығыҙ ҙа юҡ. Инде шунан һуң да уйлашып, тәүбәгә килмәҫһегеҙме? 5. Аллаһ Күктән Ергә хәтле булған һәр эште тәртип менән алып бара. Бөтөн был эштәр һеҙҙең хисап менән мең йылға торған бер көндә Уның тарафына ҡайтарыла. (6) Бына, күренгәндәрҙе лә, күренмәгәндәрҙе лә белеүсе, сикһеҙ ҡөҙрәт һәм мәрхәмәт эйәһе — Улдыр. (7) Үҙе яһаған һәр нәмәне кем шулай мөкәммәл ҡылды? Иң әүәл Ул Әҙәмде балсыҡтан яһай башланы. (8) Һәм ерәнгес һыу тамсыһынан — ҡуйы​рыҡтан уның тоҡомон үрсетте. 9. Һуңынан уны (Әҙәмде) камилләштереп, (кеше) рәүешенә килтерҙе, уға үҙ рухынан йән өрҙө. Һәм һеҙҙең өсөн ҡолаҡтар, күҙҙәр, йөрәк яралтты. Ни сәбәпле һеҙ шул ҡәҙәр әҙ шөкөр итәһегеҙ? 10. Инҡарсылар әйтте: — Үлгәндән һуң сереп тупраҡҡа әүерелгәс, ысындан да, беҙ яңынан тереләсәкбеҙме? (Беҙ быңа ышанмайбыҙ), —тинеләр. Хаҡтыр, улар (Әхирәттә) Раббылары менән ҡауышыуҙы инҡар итте. 11. Әйт: - Һеҙҙең йәнде алырға вазифаландырылған үлем фәрештәһе йәнегеҙҙе аласаҡ. Ахырҙа Раббығыҙ ҡаршыһына килтереләсәкһегеҙ, - тип әйт. 12. Ул гөнаһлырларҙың Раббы ҡаршыһында нисек итеп баш эйеп: — Раббыбыҙ, күрҙек, ишеттек, инде хәҙер беҙҙе фани донъяға кире ҡайтар, беҙ изгелек ҡыласаҡбыҙ, инде хәҙер ысын күңелдән иман килтерҙек, — тип ялбарғандарын күрһәң ине. 13. Әгәр ҙә Беҙ ихтыяр итһәк, әлбиттә, һәр кемде тура юлға күндергән булыр инек. Ләкин: — Йәһәннәмде ендәр һәм (гөнаһлы) кешеләр менән шығырым итеп тултырасаҡмын, — тип ҡәтғи әйтелгән хаҡ һүҙем бар. («Аллаһ Тәғәлә кешеләрҙең, ендәрҙең барыһын да ирекһеҙләп, үҙ ихтыяры менән йәннәткә йәки йәһәннәмгә керетеп тултырһа, ҡолдарының иреген, шәхси теләген ҡыҫып, шәхестең азатлығын быуған булыр ине. Һәм кешеләрҙән, ендәрҙән имтихан алыу, уларҙы һынап ҡарауҙың кәрәге ҡалмаған булыр ине. Мөкәлләфтәр, йәғни ихтыяр көсөн ҡулланыр дәрәжәлә бәлиғлеккә ирешкәндәр тура юлды һайлап, ожмахҡа керергәме, әллә аҙғынлыҡ юлын һайлап, тамуҡҡа барырғамы икәнде үҙҙәре хәл итергә тейеш». Ибраһим Дөнмәз тәфсиренән.) 14. (Ҡиәмәттә уларға былай тип әйтәсәкбеҙ): — Был Көндә ҡауышыу тураһында онотҡанығыҙға күрә, язаһын да татып ҡарағыҙ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Беҙ ҙә һеҙҙе (йәһәннәмдә) оноттоҡ. Ҡылмыштарығыҙға күрә, мәңгелек язаға дусарһығыҙ. 15. Беҙҙең киҫәтеү вәғәздәребеҙҙе ишетеп, маһаймайынса, сәждәгә киткәндәр һәм Раббыға маҡтау менән тәсбих әйткәндәр генә Беҙҙең аяттарыбыҙға инаналар. 16. Ҡурҡыу менән өмөт араһында Раббыға (намаҙҙа) ялбар​ғандар йылы һәм рәхәт яҫтыҡтарынан айырылып, төндә тороп доға уҡый. Беҙҙең тарафтан индерелгән ризыҡтарынан (зәкәткә, хәйер-саҙаҡаға) сарыф итәләр. (17) Ҡылған ғәмәлдә​ренә күрә бүләк булараҡ, ниндәй шатлыҡ күрәсәктәрен күпме әжер аласаҡтарын берәү ҙә белмәҫ. 18. Иманлы кеше иманһыҙ кеше менән бер булырмы? Юҡ, улар һис бер ваҡытта ла тигеҙ булмаҫ. 19. Иман килтереп, изгелек ҡылғандар өсөн, ҡылған изгелектәренә күрә, мәңге йәшәр өсөн Мәъва йәннәттәре әҙерләнгән. 20. Боҙоҡ кешеләрҙең барасаҡ урыны — утлы Тамуҡ. Күпме генә улар унан сығырға теләһәләр ҙә, ҡабат (утҡа) ырғытылырҙар һәм уларға:— Һеҙ ялғанға һанаған шул уттың ғазабын татып ҡара​ғыҙ, — тип әйтерҙәр. 21. Беҙ был хәтәр язанан (йәһәннәмдән) алда (фани донъяла) уларға язалар (әсирлек, ҡытлыҡ, ауырыуҙар, донъяүи ауырлыҡтар) бирербеҙ. Бәлки, улар тәүбәгә килеп, иман килтерерҙәр. 22. Үҙенә Раббының аяттары менән өгөт-нәсихәт бире​леп тә, уларҙан йөҙ сөйөргән кешенән дә изгелекһеҙерәк кем бар икән? Һис шикһеҙ, Беҙ гөнаһлыларға яза бирербеҙ. 23. Хаҡтыр, Беҙ Мусаға ул Китапты (Тәүрәтты) бир​ҙек. Һин, һис шикһеҙ, уның менән ҡауышасаҡһың. Беҙ уны Исраил нәҫелен (йәһүдтәрҙе) тура юлға өндәүсе итеп күндер​ҙек. 24. Улар араһынан (ҡыйынлыҡтарға) сабыр итеп түҙгән​дәрен, аяттарыбыҙға ысын күңелдән инанғандарын әмере​беҙсә тура юлға өндәүсе (рәһбәр) итеп тәғәйенләнек. 25. Бәхәстәрҙең һылтауы-сәбәбе тураһында, хаҡтыр, Раббың Ҡиәмәт көнөндә (уларҙың ҡайһыһы хаҡлы, ҡайһыһы хаҡһыҙ икәнен) хөкөм итәсәк. 26. Беҙ әүәлдә уларҙың (Мәккә кәферҙәренең) күпме тоҡомон һәләк иттек. Йорттарының (емеректәре) араһында әле хәҙер ҙә уларҙың тоҡомо йәшәп маташа. Был (ғибрәттәр) уларҙы тура юлға саҡырмаҫмы? Был эштәрҙә, әлбиттә, һа​баҡ алырлыҡ ғибрәттәр бар. Был ғибрәттәргә улар һаман ҡолаҡ һалмаҫмы икән ни? 27. Ҡоп-ҡоро тупраҡҡа ямғыр яуҙырып, хайуандар өсөн дә, үҙҙәре өсөн дә тамаҡ туйҙырырлыҡ игендәр үҫтергәне​беҙҙе күрмәнеләрме ни улар? Һәм шулай (мәңге) күрмәҫтәрме икән ни? (28) Улар: — Әгәр ҙә һеҙ (Ҡиәмәт, йәннәт, йәһәннәм тураһында) дөрөҫөн һөйләйһегеҙ икән, уның нәтижәһе (еңеүе) ҡасан буласаҡ һуң? — тип әйтәләр. (29) Әйт һин: — (Еңеү көнөндә) Ҡиәмәттә генә килтергән имандары уларға файҙа бирмәйәсәк. Уларҙың язаһы ла кисектерелмәйәсәк. (30) Инде һин улар менән араңды өҙ һәм (яза килеүен) сабыр итеп көт. Улар ҙа көтә бит.