Jump to content

Әсә балаһы(шиғыр). Зөһрә Ҡотлогилдина

From Wikisource


Әсә балаһы (Шиғыр )
автор Зөһрә Ҡотлогилдина
Ижад итеү ваҡыты: билдәһеҙ. Нәшер ителгән: 2003 йыл. Сығанаҡ: "Аҡбуҙат" журналы № 3, 2003 йыл


Әсә балаһы


 — Һылыулығың, ҡыйыулығың Алдың кемдән?
— Әсәйемдән.
— Отҡорлоғоң, тапҡырлығың Һинең кемдән?
— Әсәйемдән.
— Тыйнаҡлығың, йыйнаҡлығың Сере кемдән?
— Әсәйемдән.
— Иркәлегең, иртәлегең Күсте кемдән?
— Әсәйемдән.
— Егәрлегең, егетлегең Һинең кемдән?
— Әсәйемдән.


2003 йыл