Әсәйеңә, тиҙәр, оҡшағанһың
Әсәйеңә, тиҙәр, оҡшағанһың
Әсәйеңә, тиҙәр, оҡшағанһың,
Ҡарт инәйҙәр ҡарап йөҙөмә,
Ҡанаттарым минең - әсәйемдән,
Хаталарым иһә - үҙемдән.
Ҡанат остарыңдан ҡандар тамһа,
"Аһ" та тимәҫ, әсәй, һин инең,
Тамашалап шуны йәштәр түккән
Бер сабырһыҙ ҡыҙың - мин инем.
Ҡанаттарым минең көймәһен тип
Утҡа ингән, әсәй, һин инең,
Янһа яныр, һынап ҡарамайса
Киҫәй белмәҫ ҡыҙың мин инем.
Оя яҡлар инә ҡаҙҙай уяу
Һинме икән, әсәй, мин микән,
Сабыйымды ҡулға алған саҡта
Һинең һында, әсәй, мин икән.
Ҡанат остарымдан ҡандар тамһа
Балаҡайым түҙмәҫ, «аһ» тиһәм,
Ялҡындарға яуам ямғыр булып,
Бәпкә генәм ҡанат ҡаҡты иһә.
Балаһына бары изге теләк,
Фатихалар - әсә һүҙендә.
...Ҙурлар ерем булһа - әсәйемдән,
Хурлар ерем булһа - үҙемдән.
|
|