15. ӘЛ-ХИДЖР (ӘЛ-ХИЖЕР) СҮРӘҺЕ
Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
1. Әлиф ләм ра. Был — китаптың һәм асыҡ Ҡөрьәндең аяттары.
2. Иман килтермәгән кешеләр, ихтимал, мосолман булырға теләйҙер.
3. Ҡалдыр һин уларҙы, ашаһындар һәм рәхәтләнһендәр. Уларҙы өмөт ситкә йүнәлдерә, тиҙҙән улар беләсәктәр.
4. Беҙ уға билдәле яҙыу булмаған бер ҡаланы ла һәләк ҡылманыҡ.
5. Һис бер халыҡ та үҙенең әжәлен ашыҡтырмаҫ һәм улар кисектермәҫтәр ҙә.
6. Һәм улар әйтте: «Эй һин, иҫкә төшөрөү [Ҡөрьән] иңдерелгән кеше! Һин бит мәжнүн!
7. Әгәр һин дөрөҫ һөйләүсе булһаң, ни өсөн фәрештәләр менән килмәйһең беҙгә?»
8. Беҙ фәрештәләрҙе хаҡһыҙ ебәрмәйбеҙ, һәм ул уаҡытта улар кисектерелгәндәрҙән булмаҫ.
9. Беҙ иҫкә төшөрөүҙе иңдерҙек һәм Беҙ уны һаҡлайбыҙ ҙа.
10. Һинән элек тә Беҙ тәүгеләрҙең халыҡтарына ебәрҙек.
11. Улар һәр килгән рәсүлдән көлә торғайнылар.
12. Гонаһлыларҙың күңеленә бына ошолай һалабыҙ Беҙ.
13. Улар уға иман килтермәй, ә боронғоларҙың ғөрөф-ғәҙәттәре [сөннәте] үтте инде.
14. Әгәр Беҙ уларға Күк ҡапҡаһын асһаҡ һәм улар унда күтәрелә башлаһалар,
15. әйтерҙәр ине: «Беҙҙең күҙ ҡараштарыбыҙ иҫерҙе, һәм беҙ — сихырланған халыҡ!»
16. Беҙ Күктә йондоҙ төркөмдәре яһаныҡ һәм ҡараусылар өсөн уларҙы зиннәтләнек.
17. Һәм Беҙ уларҙы таштар менән атылған һәр шайтандан һаҡланыҡ.
18. Әгәр берәйһе йәшеренеп кенә тыңлаһа, уның артынан [атылған] йондоҙ эйәрер.
19. Һәм Беҙ Ерҙе түшәнек, уның өҫтөндә [ныҡ тороусы] тауҙар һалдык һәм уның өҫтөндә һәр төрлө нәмәләрҙе билдәле үлсәүҙә үҫтерҙек.
20. Унда һеҙгә һәм һеҙ ризыҡламай торғандарға аҙыҡ-түлек ҡылдыҡ.
21. Беҙҙә хазиналары булмаған һис бер нәмә юҡ, һәм Беҙ уны мәғлүм миҡдарҙа ғына бирәбеҙ.
22. Һәм аталандыра-һеркәләндерә торған итеп елдәрҙе ебәрҙек, Күктән һыу төшөрҙөк, уның менән һеҙҙе эсерҙек, әммә һеҙ уны һаҡлаусы түгелһегеҙ.
23. Беҙ бит — Беҙ терелтәбеҙ, үлтерәбеҙ, һәм Беҙ — уариҫтәр.
24. Беҙ һеҙҙән алға киткәндәрҙе лә, артҡа ҡалғандарҙы ла белдек.
25. Һәм, ысынлап та, Раббың уларҙы йыйыр. Ысынлап та, Ул — хикмәтле, белеүсе!
26. Һәм Беҙ кешене яңғырап торғандан, һүрәткә килтерелгән балсыҡтан яраттыҡ!
27. Һәм Беҙ элек ендәрҙе эҫе [елдең] утынан бар иткәйнек.
28. Бына Раббың фәрештәләргә әйтте: «Мин яңғырап торғандан, һүрәткә килтерелгән балсыҡтан кеше яһайым,
29. ә Мин уны тигеҙләгәс һәм Үҙемдең рухымдан өргәс, уға сәждә ҡылып йөҙ түбән йығылығыҙ!»
30. Һәм фәрештәләр барыһы ла сәждә ҡылды,
31. Иблистән башҡа. Ул сәждә ҡылыусылар менән булыуҙан баш тартты.
32. Ул: «Эй, Иблис! Нимә булды һиңә, сәждә ҡылыусылар менән бергә булманың?» — тине.
33. Ул: «Һин яңғырап торғандан, һүрәткә килтерелгән балсыҡтан яратҡан кешегә мин сәждә ҡылыусы булмаясаҡмын»,— тине.
34. Ул әйтте: «Бынан сығып кит! Һин — таштар менән атылған.
35. Һәм, ысынлап та, ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр һиңә ләғнәт!»
36. Ул: «Раббым! Кешеләр ҡәберҙәренән ҡуптарыласаҡ көнгә тиклем мине кисектер»,— тине.
37. Ул әйтте: «Ысынлап та, һин — кисектерелгәндәрҙән —
38. мәғлүм уаҡыттың көнөнә ҡәҙәр».
39. Ул әйтте: «Раббым! Һин мине яҙҙырған өсөн мин уларға Ер йөҙөндәге булған нәмәләрҙе зиннәтләп күрһәтермен һәм барыһын да юлдан яҙҙырырмын,
40. ҡолдарыңдан ихлас күңеллеләренән башҡаһын».
41. Ул әйтте: «Был — Минең өсөн тура юл,
42. ысынлап та, Минең ҡолдарым — юлдан яҙып һиңә эйәргәндәрҙән башҡа, һиңә улар өҫтөнән хакимлыҡ итеү булмаҫ,
43. һәм, ысынлап та, тамуҡ — барыһы өсөн дә билдәләнгән урын!
44. Уның ете ҡапҡаһы бар, һәм һәр ҡапҡа өсөн айырым бүлек.
45. Ысынлап та, тәҡүәлеләр баҡсалар һәм шишмәләр араһында:
46. «Именлектә инегеҙ бында тыныслыҡ менән!»
47. Уларҙың күңелдәрендә булған яуызлыҡты Беҙ алып ташланыҡ, туғандар булып улар ултырғыстарҙа ҡапма-ҡаршы ултыралар.
48. Уларға унда ауырлыҡ ҡағылмаҫ, һәм улар унан сығарылмаҫтар —
49. Минең ҡолдарыма хәбәр ит, Мин — ярлыҡаусы, рәхимле,
50. һәм Минең ғазабым — ул интектергес ғазап!
51. Һәм уларға Ибраһимдың ҡунаҡтары тураһында хәбәр ит.
52. Улар уға ингәс: «Сәләм!» — тинеләр һәм ул: «Ысынлап та, беҙ һеҙҙән ҡурҡабыҙ»,— тине.
53. Улар: «Ҡурҡма, беҙ бит һине белемле ул менән һөйөнсөләйбеҙ»,— тинеләр.
54. Ул: «Һеҙ мине һөйөнсөләйһегеҙме ни, миңә ҡартлыҡ килде бит инде. Нимә менән һөйөнсөләйһегеҙ һуң?» — тине.
55. Улар: «Беҙ һине хаҡлыҡ менән һөйөнсөләйбеҙ, өмөтһөҙлөккә төшөүселәрҙән булма һин!» — тинеләр.
56. Ул: «Алланың рәхмәтенән аҙашыусыларҙан башҡа кем өмөтһөҙләнә?» — тине.
57. Һәм ул: «Эй, рәсүлдәр! Нимәлә һуң һеҙҙең эшегеҙ?» — тине.
58. Улар әйтте: «Беҙ гонаһлы халыҡтарға ебәрелдек,
59. Луттың ғаиләһенән башҡа, беҙ уларҙың барыһын да ҡотҡарабыҙ,
60. уның ҡатынынан башҡа, беҙ ул ҡатынға артта ҡалыусыларҙан булырға тип яҙҙыҡ».
61. Бына рәсүлдәр Лут ғаиләһенә килгәс,
62. ул: «Ысынлап та, һеҙ таныш булмаған кешеләрһегеҙ»,— тине.
63. Улар әйтте: «Эйе, беҙ һиңә улар шик тота торған нәмә менән килдек,
64. һәм Беҙ һиңә хаҡлыҡ менән килдек, һәм, ысынлап та, беҙ дөрөҫ һөйләүселәрҙән!
65. Үҙеңдең ғаилә әһелдәрең менән төндөң бер өлөшөндә сыҡ, улар артынан эйәр, һеҙҙән бер кем дә артына әйләнеп ҡарамаһын, һеҙгә ҡайҙа ҡушылған, шунда табан барығыҙ!»
66. Һәм Беҙ был эште уға быларҙың арттары иртәнгә киҫелгән булыр тип хәл иттек.
67. Һәм ҡала кешеләре шатланышып килделәр.
68. Ул әйтте: «Былар — минең ҡунаҡтарым, мине хурламағыҙ.
69. Һәм Алланан ҡурҡығыҙ, мине оятҡа ҡалдырмағыҙ!»
70. Улар: «Әллә беҙ һине ғәләмдәрҙән тыйманыҡмы?» — тинеләр.
71. Ул: «Әгәр эшләй торған булһағыҙ, бына минең ҡыҙҙарым»,— тине.
72. Һинең ғүмерең менән ант итәм! Улар үҙҙәренең иҫереклектәрендә һуҡыр рәүештә йөрөйҙәр.
73. Һәм Ҡояш сыҡҡан уаҡытта уларҙы ҡаты тауыш тотто.
74. Беҙ уның өҫтөн аҫҡа әйләндерҙек, уларға балсыҡтан яһалған таштар яуҙырҙыҡ.
75. Ысынлап та, диҡҡәт менән ҡараған кешеләргә ошонда аяттар бар!
76. Һәм, ысынлап та, ул [ҡала] — тороп ҡалыусы юлда.
77. Иман килтергән кешеләргә ошонда, ысынлап та, аят бар!
78. Һәм Әл-Әйкәлә йәшәүсе кешеләр, ысынлап та, залимдарҙан булды!
79. Беҙ уларҙан үс алдыҡ, һәм икеһе лә — асыҡ юл өҫтөндә.
80. Бына Әл-Хижерҙә йәшәүселәр рәсүлдәрҙе алдаҡсыға һананы.
81. Беҙ уларға Үҙебеҙҙең аяттарыбыҙҙы килтерҙек, улар ул аяттарҙан йөҙ сөйөрә торған булдылар.
82. Һәм улар именлектә тауҙарҙан өйҙәр юндылар.
83. Уларҙы таң уаҡытында ҡаты тауыш тотто.
84. Уларҙың ҡаҙанған нәмәләре уларҙы ҡотҡарманы.
85. Һәм Беҙ күктәрҙе һәм Ерҙе һәм улар араһындағы нәмәләрҙе фәҡәт хаҡлыҡ менән бар иттек, һәм сәғәте һис шикһеҙ киләсәк. Күркәм кисереү менән кисер.
86. Ысынлап та, Раббың — белемле, яратыусы!
87. Һәм Беҙ һиңә ете ҡабатлана торғанды һәм бөйөк Ҡөрьәнде бирҙек.
88. Уларҙың иштәренә уаҡытлы файҙаланыу өсөн Беҙ биргән нәмәләргә күҙҙәреңде һалма, һәм улар өсөн ҡайғырма ла, иман килтергән кешеләр алдында ҡанатыңды түбән төшөр.
89. «Ысынлап та, мин асыҡ өгөтләүсе-иҫкәртеүсе генә бит»,— тип әйт.
90. Нисек иңдерҙек Беҙ бүлеүселәргә,
91. Ҡөрьәнде киҫәктәргә әйләндереүселәргә.
92. Һәм бына Раббың менән ант итәм, Беҙ уларҙың барыһынан да, һис шикһеҙ, һорарбыҙ
93. улар эшләгән эштәре тураһында!
94. Һиңә ҡушылғанса асыҡ өндә һәм күп илаһтарға табыныусыларҙан борол!
95. Беҙ һине һинән көлөүселәрҙән ҡотҡарҙыҡ бит,
96. Алла менән икенсе илаһ тотҡан кешеләрҙән, һәм улар һуңынан беләсәктәр.
97. Һәм уларҙың әйткәндәренән һинең күңелең ҡыҫылғанын Беҙ инде беләбеҙ.
98. Раббыңды маҡтауҙы данла һәм сәждә ҡылыусыларҙан бул,
99. һәм килеүе, һис шикһеҙ, булған нәмә килгәнгә ҡәҙәр Раббыңа ҡоллоҡ ҡыл!