Jump to content

Әл-Кәһф сүрәһе

From Wikisource
Ҡөрьән
автор Мөхәммәт Кәрим
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.


-

Ҡөрьән Кәрим
Д. Кинельский тәржемәһе, башҡортсаға Ф.Н.Байышев, Д.Д.Мәһәҙиев
'

18. ӘЛ-КӘҺФ (МӘМЕРЙӘ) СҮРӘҺЕ

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
1. Үҙ ҡолона китап иңдергән һәм унда ҡаршылыҡтар, ҡыйышлыҡтар яһамаған Аллаға маҡтау! —
2. тура китап, Уның бөйөк ғәйрәте тураһында иҫкәртер өсөн һәм изгелек ҡылыусы иман килтергән кешеләрҙе матур әжер менән һөйөнсөләр өсөн,—
3. улар унда [әжерҙә] мәңге буласаҡтар,
4. һәм: «Алла үҙенә бала алды»,— тигән кешеләрҙе ҡурҡытыу өсөн.
5. Был турала уларҙың үҙҙәренең дә һәм ата-бабаларының да белемдәре юҡ, уларҙың ауыҙҙарынан сыҡҡан оло һүҙ бит был. Улар тик ялғанды һөйләй!
6. Ихтимал, һин улар артынан, уларҙың был хикәйәткә ышанмағандарына әсенеп, үҙ-үҙеңде һәләк итергә әҙер булғанһыңдыр.
7. Беҙ Ер йөҙөндә булған нәмәләрҙе уға биҙәк булһын өсөн яһаныҡ, уларҙың ҡайһыһы күркәмерәк эш ҡылғанын һынар өсөн.
8. Һәм Беҙ уның өҫтөндәгеһен яланғас бейеклек итербеҙ.
9. Әллә һин мәмерйә эйәләрен һәм Әр-Рәҡимде Беҙҙең аяттарыбыҙ араһында ғәжәп нәмә булғандыр тип иҫәпләйһеңме?
10. Бына егеттәр мәмерйәлә йәшенде һәм: «Раббыбыҙ! Беҙгә Үҙ тарафыңдан рәхмәт бир һәм беҙҙең эшебеҙҙә туралыҡ булыр!» — тип әйттеләр.
11. Һәм Беҙ уларҙың ҡолаҡтарын мәмерйәлә күп йылдар томалап ҡуйҙыҡ.
12. Унан һуң уларҙың унда тороу уаҡытын ике төркөмдөң ҡайһыһы яҡшыраҡ иҫәпләгәнде белеү өсөн уларҙы уяттыҡ.
13. Беҙ һеҙгә улар тураһындағы хәбәрҙе хәҡиҡәт менән һөйләрбеҙ; улар — Раббыларына иман килтергән йәш егеттәр, һәм Беҙ уларға тура юлды арттырҙыҡ.
14. Улар тороп: «Раббыбыҙ — күктәрҙең һәм Ерҙең Раббыһы, һәм беҙ Унан башҡа һис бер илаһҡа доға ҡылмаясаҡбыҙ. Ул саҡта сиктән уҙғанды әйткән булыр инек»,— тигәс, уларҙың күңелдәрен нығыттыҡ.
15. Былар — Беҙҙең ҡәүемебеҙ, улар Унан башҡа илаһтар тотто. Улар тураһында асыҡ хакимлыҡ менән килһәләр ине! Аллаға ялғанды уйлап сығарған кешенән дә залимыраҡ кем булыр?
16. Һеҙ уларҙан һәм уларҙың Алланан башҡа ҡоллоҡ ҡыла торған нәмәләренән айырылғас, мәмерйәлә йәшеренегеҙ. Раббыбыҙ һеҙгә рәхмәтен йәйер һәм һеҙгә эшегеҙҙә таяныс әҙерләр.
17. Һәм һин Ҡояшты күрәһең бит, ҡалҡҡан уаҡытта мәмерйәләрҙең уң яғына ауышты, ә байығанда һул яҡҡа үтте, ә улар иркен урында булдылар. Был — Алланың аяттарынан, Алла тура юлға күңдергән кеше тура юлдан бара, ә кемде юлдан яҙҙырып аҙаштырһа, уға яҡлаусыны ла, юл күрһәтеүсене лә тапмаҫһың.
18. Һәм һин уларҙы уяуҙар тип уйлайһың, ә улар йоҡлай, һәм Беҙ уларҙы уңға ла, һулға ла әйләндерәбеҙ, ә уларҙың эттәре тәпәйҙәрен тупһаға һуҙған. Әгәр һин уларҙы күрһәң, уларҙан ҡурҡыуың артыр һәм һин уларҙан йүгереп ҡасыр инең.
19. Шулай итеп улар бер-береһенән һорашһын өсөн, Беҙ уларҙы уяттыҡ. Уларҙың береһе: «Күпме торҙоғоҙ?» — тине. Улар: «Бер көн йәки көндөң бер өлөшөн генә торҙоҡ»,— тинеләр. Һәм улар әйтте: «Һеҙҙең күпме торғанды Раббығыҙ яҡшыраҡ белә, үҙегеҙҙән берегеҙҙе ошо аҡсаларығыҙ менән ҡалаға ебәрегеҙ, ул унда кемдең ашы сафыраҡ икәнен ҡараһын һәм унан һеҙгә ашамлыҡ килтерһен, тик ул һаҡ булһын һәм һеҙҙең турала бер кемгә лә белдермәһен.
20. Әгәр улар һеҙҙе белһә, таш менән атырҙар йәки үҙҙәренең диндәренә ҡайтарырҙар, ул саҡта һеҙ һис тә бәхетле булмаҫһығыҙ».
21. Һәм Беҙ, шулай итеп, Алланың үәғәҙәһе хаҡ икәнен һәм сәғәте һис шикһеҙ килеүе тураһында белдереү өсөн уларға [халыҡтарына] былар тураһында хәбәр иттек. Бына улар быларҙың эштәре тураһында бәхәсләште, һәм: «Улар өҫтөнә бина төҙөгөҙ, улар тураһында Раббылары яҡшыраҡ белә»,— тинеләр. Уларҙың эшендә өҫтөнлөк алғандары: «Улар өҫтөнә мәсет һалабыҙ!» — тинеләр.
22. Улар: «Өсәү, дүртенсеһе — уларҙың эте»,— тип әйтерҙәр, һәм, йәшерен тураһында фараз йөрөтөп: «Биш, алтынсыһы — эт»,— тиерҙәр; һәм: «Ете, ә һигеҙенсеһе — эт»,— тип әйтерҙәр. «Раббым уларҙың һанын яҡшыраҡ белә, уны бик аҙҙар ғына белә»,— тип әйт. Бик асыҡ бәхәстән башҡа улар менән бәхәсләшмә, һәм улар тураһында уларҙан бер кемдән дә һорашма,
23. һәм һис бер нәмә тураһында: «Мин уны иртәгә эшләйем»,— тип әйтмә,
24. тик Алла теләһә генә. Һәм әгәр онотһаң, Раббыңды иҫкә төшөр, һәм «Ихтимал, Раббым мине туралыҡ яғынан быға ҡарағанда ла яҡыныраҡҡа [юлға] күндерер»,— тип әйт.
25. Улар мәмерйәләрендә өс йөҙ йыл торҙолар һәм тағы туғыҙҙы өҫтәнеләр.
26. «Алла уларҙың күпме торғанлығын яҡшыраҡ белә. Күктәрҙәге һәм Ерҙәге ғәйеп нәмә — Алланыҡы. Нисек күрә һәм ишетә Ул! Унан башҡа уларҙың ярҙамсылары юҡ, һәм Ул Үҙ хөкөмдәренә берәүҙе лә ҡатнаштырмай!» — тип әйт.
27. Раббыңдың китабынан һиңә үәхи ителгәнде уҡы, Уның һүҙҙәрен алмаштырыусы юҡ, һәм Унан башҡа һин һис бер һыйыныр урын тапмаҫһың.
28. Уның йөҙөнә йүнәлеп, иртә һәм кис Раббыларына доға ҡылғандар менән бергә йәнеңде түҙемле ит, был донъя зиннәтенә ынтылып, күҙҙәрең уларҙан боролмаһын, һәм Беҙҙе иҫкә алыуҙан күңелдәрен Беҙ битараф иткән кешеләргә һәм нәфсеһенә эйәреп эше сиктән тыш булған кешегә буйһонма.
29. «Хаҡлыҡ — Раббығыҙҙан, теләгән кеше иман килтерһен һәм теләмәгәне иман килтермәһен»,— тип әйт. Беҙ залимдарға ут әҙерләнек, ул уларҙы ҡаплап-солғап алыр, әгәр улар ярҙам һораһалар, уларға биттәрҙе яндыра торған ҡайнар май кеүек һыу менән ярҙам ителер. Яман был эсемлек, насар был урын!
30. Ысынлап та, иман килтергән һәм изгелек эшләгән кешеләр — Беҙ бит изге эш эшләгән кешенең әжерен зая итмәйбеҙ.
31. Уларға — мәңгелек баҡсалары, уларҙың аҫтарынан һыу ағып тора, улар унда алтын беләҙектәр менән биҙәнерҙәр, һәм ебәктән һәм ҡытаттан йәшел кейем кейерҙәр, урындыҡтарҙа ҡырын ятырҙар. Бик матур сауап һәм бик күркәм урын!
32. Һәм уларға ике ирҙе мәҫәл итеп килтер: Беҙ уларҙың беренсеһенә ике йөҙөм баҡсаһы яһаныҡ һәм уларҙы хөрмә ағастары менән әйләндереп алдыҡ һәм улар араһында игенлектәр яһаныҡ.
33. Ике баҡса ла емеш бирҙе, һәм уларҙан бер нәмә лә һәләк булманы, ә урталарынан Беҙ йылға үткәрҙек.
34. Һәм ул кешенең емештәре булды һәм ул үҙе һөйләшеп торған иптәшенә: «Мин һиңә ҡарағанда мал яғынан байыраҡ һәм ярҙамсыларым менән дә көслөрәк»,— тине.
35. Һәм ул үҙ-үҙенә золом ҡылған хәлдә баҡсаһына инде һәм әйтте: «Былар бер уаҡыт юғалырҙар тип уйламайым,
36. мин ул сәғәт килер тип уйламайым. Әгәр мин Раббыма ҡайтарылһам, быға ҡарағанда яҡшыраҡты табырмын».
37. Ул һөйләшеп торған иптәше әйтте: «Әллә һин, һине тупраҡтан барлыҡҡа килтергәнгә, унан тамсынан, унан һине кеше итеп теүәлләгән затҡа иман килтермәйһеңме?
38. Әммә беҙ ... Ул — Алла, Раббым, һәм мин Раббыма һис кемде тиңдәш тотмайым!
39. Һәм әгәр һин баҡсаңа ингәс: «Алла теләгәнсә, Ҡеүәт Алла менән генә»,— тип әйткән булһаң. Әгәр һин мине мал һәм балалар яғынан ярлыраҡ итеп күрһәң,
40. ихтимал, Раббым миңә һинең баҡсаңдан яҡшыраҡты бирер, һәм уға [баҡсаңа] Күктән хисапты ебәрер ҙә ул яланғас ҡалҡыулыҡҡа әйләнер,
41. йәки уның һыуы ер аҫтына тәрәнгә төшөп китер, һәм һин уны эҙләп таба алмаҫһың».
42. Һәм уның емештәре һәләк ҡылындылар, һәм ул баҡсаға киткән сығымы өсөн ҡулдарын ҡайырғылай башланы. Ул хәҙер нигеҙенә тиклем туҙҙырылған, һәм ул: «Аһ! Раббыма берәүҙе лә тиңдәш тотмаған булһам ине!» — тип әйтер.
43. Һәм Алланан башҡа уға ярҙам күрһәтерҙәй төркөм дә булманы, һәм ярҙам да булманы.
44. Унда — һаҡлау тик хаҡ Алланан ғына, Ул сауапта ла яҡшы һәм һөҙөмтәлә лә хәйерле.
45. Һәм уларға был донъя тураһында мәҫәл килтер. Ул тап Беҙ Күктән төшөргән һыу кеүек: уның менән Ер өҫтөндәге үҫемлектәр буталды, ул елдәр осора торған ҡоро сүпкә әйләнде. Алла һәр нәмәгә ҡөҙрәтле!
46. Байлыҡ һәм балалар был донъя тереклегенең зиннәттәре, әммә изге эштәр — Раббың ҡаршыһында сауап булыу яғынан да хәйерле һәм өмөт яғынан да яҡшы.
47. Беҙ тауҙарҙы хәрәкәтләндергән һәм һин Ерҙең яланғас торғанын күргән көндө уларҙың береһен дә ҡалдырмай йыйырбыҙ.
48. Улар Раббың ҡаршыһына сафтарға теҙелеп килтерелерҙәр. Һәм Беҙҙең ҡаршыбыҙға тәү тапҡыр барлыҡҡа килтерелгәндәге кеүек килдегеҙ. Ә Беҙ һеҙгә билдәле уаҡыт ҡуймаҫ тип иҫбатланығыҙ бит һеҙ.
49. Китап асып ҡуйылыр, унда булған нәмәнән һин гонаһлы кешеләрҙең ҡурҡҡанын күрерһең, һәм улар: «Ҡайғы беҙгә ул китап менән, ул бәләкәйҙе лә, ҙурҙы ла иҫәпләмәйенсә ҡалдырмаған бит!» — тип әйтерҙәр. Улар эштәрен күҙ алдарында таптылар. Раббың бер кемде лә йәберләмәй!
50. Һәм бына Беҙ фәрештәләргә: «Әҙәмгә сәждә ҡылығыҙ!» — тип әйттек. Иблестән башҡалары сәждә ҡылды. Ул ендәрҙән ине һәм Раббыһының бойороғонан баш тартты. Һеҙ Минең урыныма уны һәм уның тоҡомон дуҫтар итеп алырһығыҙмы ни? Ул һеҙгә дошман бит. Залимдар өсөн алмаштырыу бик насар!
51. Мин күктәрҙе һәм Ерҙе яратыуға ла, үҙҙәрен яратыуға ла уларҙы шаһит итмәнем. Һәм Мин юлдан яҙҙырыусыларҙы ярҙамсы итеп алмайым.
52. Ул көндө Ул: «Үҙегеҙ иҫбатлаған Минең тиңдәштәремде саҡырығыҙ!» — тип әйтер. Улар саҡырҙы, әммә тегеләр килмәне, һәм Беҙ улар араһында һәләкәт соҡоро яһаныҡ.
53. Һәм гонаһлы кешеләр утты күрҙеләр һәм шунда эләгәбеҙ икән тип уйланылар. Һәм улар унан ҡотолоуҙы тапманылар.
54. Һәм Беҙ ошо Ҡөрьәндә кешеләргә төрлө мәҫәлдәр килтерҙек, ә кеше иң һүҙ көрәштереүсе булды!
55. Кешеләргә юл асыҡлаусы ҡулланма килгәндән һуң, уларға элеккеләрҙең ғәҙәте килеүенән йәки уларға ғазап туранан-тура ҡағылыуҙан башҡа, һис нәмә уларға иман килтерергә һәм Раббыларынан кисереүҙе һорарға ҡамасаулыҡ итмәне.
56. Һәм Беҙ рәсүлдәрҙе өгөтләүсе-иҫкәртеүсе һәм һөйөнсөләүсе итеп кенә ебәрәбеҙ. Иман килтермәгән кешеләр ялғанлыҡ менән бәхәсләшәләр, уның менән хаҡлыҡты юҡҡа сығарыр өсөн. Һәм улар Беҙҙең аяттарыбыҙҙы һәм уларҙы өгөтләгән нәмәне мыҫҡыллайҙар.
57. Һәм Раббың аяттарын уның иҫенә төшөргәс, уларҙан йөҙ ҡайтарып һәм үҙ ҡулдары элек нимә эшләгәнде онотҡан кешенән дә залимыраҡ кем булырға мөмкин? Улар уны аңламаһындар өсөн Беҙ уларҙың күңелдәренә ҡорма, ә ҡолаҡтарына һаңғыраулыҡ һалдыҡ, һәм һин уларҙы тоғро юлға өндәһәң дә юлды һис уаҡытта ла тапмаҫтар.
58. Һәм Раббың кисереүсе һәм рәхмәт эйәһе, әгәр Ул уларҙың кәсеп итеп тапҡандарына ҡарап шелтә ҡыла торған булһа, әлбиттә, уларға ғазапты ашыҡтырыр ине. Әммә улар өсөн билдәләнгән уаҡыт бар, һәм улар Унан башҡа һыйыныр урын тапмаясаҡтар.
59. Һәм был ҡалаларҙы Беҙ улар золом ҡылғас һәләк иттек, һәм уларҙың һәләкәттәренә билдәле уаҡыт булдырҙыҡ.
60. Һәм бына Муса үҙенең егетенә: «Йылдар үтһә лә, ике диңгеҙҙең ҡушылған еренә еткәнгә саҡлы туҡтамам мин»,— тип әйтте.
61. Улар шул икенең ҡушылған еренә барып еткәс, балыҡтарын оноттолар, ә ул [балыҡ] ниндәйҙер ярыҡтан юлын диңгеҙгә табан йүнәлтте.
62. Улар бер аҙ ер киткәс, ул егетенә: «Беҙҙең ашамлығыбыҙҙы килтер әле, беҙгә был юлда йонсорға тура килде бит»,— тине.
63. Ул: «Күрәһеңме һин, ҡая таш янында йәшеренгән саҡта мин ул балыҡты оноттом, мин иҫемә төшөрмәҫ өсөн шайтан ғына онотторҙо, һәм ул [балыҡ] ғәжәп рәүештә үҙ юлын диңгеҙгә табан тотто»,— тине.
64. Ул: «Ошоно теләнек тә инде беҙ»,— тип әйтте. Һәм улар икеһе лә үҙ юлдарынан кире ҡайтты.
65. Һәм улар Беҙҙең ҡаршыбыҙҙан рәхмәт бирелгән һәм Беҙҙең тарафыбыҙҙан белем өйрәтелгән ҡолдарыбыҙҙан бер ҡолдо таптылар.
66. Уға Муса: «Тура юл тураһында һиңә өйрәтелгәндәрҙе миңә өйрәтеүең өсөн миңә артыңдан эйәрергәме?» — тине.
67. Ул әйтте: «Минең менән түҙә алмаҫһың бит,
68. һәм ул турала белемең юҡ хәлдә, уға һин нисек түҙерһең?»
69. Ул: «Һин мине, әгәр Алла теләһә, сабырлы тип табырһың һәм мин һинең һис бер бойороғоңа ҡарышмам»,— тине.
70. Ул: «Әгәр миңә эйәрә торған булһаң, мин ул турала иҫкә төшөрә башлағанға тиклем минән бер нәмә лә һорама!» — тине.
71. Улар китте, һәм, көймәгә ултырғас, теге уны тиште. Ул тегегә: «Һин әллә көймәне кешеләрҙе һыуға батырыу өсөн тишәһеңме? Һин аҡылға һыймаҫлыҡ эш эшләнең бит»,— тине.
72. Ул: «Әллә минең менән түҙергә көсөң етмәҫ тип әйтмәнемме һиңә?» -- тине.
73. Ул: «Онотҡаным өсөн шелтәләмә инде, һәм минең эшемдә ауырлыҡ йөкләтмә»,— тине.
74. Һәм улар китте, улар бер малайҙы осратҡас, теге ул малайҙы үлтерҙе, һәм ул: «Ҡанға ҡарата ҡан итеп үс алыуҙан башҡа гонаһһыҙ йәнде үлтерҙеңме ни? Насар эш эшләнең бит!» — тине.
75. Ул: «Әллә мин һиңә минең менән түҙергә көсөң етмәҫ тип әйтмәнемме ни?» — тине.
76. Ул: «Әгәр бынан һуң да һинән берәй нәмә тураһында һораһам, миңә юлдаш булма, минән ғәфү итеү алдың»,— тине.
77. Һәм улар китте, һәм, бер ҡала кешеләре эргәһенә килеп еткәс, уларҙан ашамлыҡ һоранылар, ҡала кешеләре уларҙы ҡунаҡ итергә теләмәне. Һәм улар унда емерелергә торған диуар күрҙеләр, ә теге уны төҙәтте. Ул: «Әгәр теләһәң, бының өсөн хеҙмәт хаҡы алған булыр инең»,— тине.
78. Теге әйтте: «Ошо — һинең менән минең арала айырылышыу. Һинең түҙергә көсөң етмәгән нәмә тураһында аңлатыуҙы хәбәр итәм:
79. Көймә тураһында. Ул көймә диңгеҙҙә эшләүсе ярлы кешеләрҙеке ине, Мин уны боҙорға теләнем, сөнки уларҙың артында бар көймәләрҙе көсләп алыусы батша тора ине.
80. Малай тураһында. Ул малайҙың ата-әсәһе иман килтергән кешеләрҙән ине, һәм беҙ ул малай ата-әсәһен буйһонмаҫҡа һәм кафырлыҡҡа дусар итер тип ҡурҡтыҡ.
81. Һәм беҙ Раббылары уларға ул малайға ҡарағанда сафлыҡ яғынан яҡшыраҡ һәм шәфҡәтлек яғынан яҡшыраҡты биреүен теләнек.
82. Һәм диуар тураһында. Ул диуар ҡалалағы ике етем малайҙыҡы ине, һәм уның аҫтында улар өсөн хазина бар ине. Һәм уларҙың аталары изге кешеләрҙән булды. Һәм Раббың ул малайҙарҙың бәлиғ булғас Раббыңдың рөхсәте менән хазиналарын алыуҙарын теләне. Мин быны үҙ белдегемдән эшләмәнем. Һин сабыр итергә көсөң етмәгән эштәрҙең аңлатмаһы ошо».
83. Улар һинән Зөлҡәрнәй тураһында һорайҙар: «Мин һеҙгә уның тураһында иҫтәлек уҡырмын»,— тип әйт.
84. Беҙ уны Ер йөҙөндә нығыттыҡ һәм уға һәр нәмәгә юл бирҙек,
85. һәм ул бер юлдан китте.
86. Көнбайышҡа еткәс, ул Ҡояштың батҡаҡ шишмәгә байығанын күрҙе, һәм унда халыҡтар торғанын күрҙе. Беҙ: «Эй, Зөлҡәрнәй, йә уларҙы ғазапларһың, йәки уларға изгелек ҡылырһың»,— тинек.
87. Ул әйтте: «Залим булғанды беҙ ғазапларбыҙ, унан ул Раббыһына ҡайтарылыр, һәм Ул уны ҡаты ғазап менән язалар,
88. һәм берәү иман килтерһә һәм изге эштәр эшләһә, уның өсөн бүләк — мәрхәмәтлек һәм беҙ уға бойороғобоҙҙоң еңелен әйтербеҙ».
89. Унан ул юл тотто.
90. Көнсығышҡа барып еткәс, ул Ҡояштың бер ҡәүем өҫтөнә сыҡҡанын күрҙе, Беҙ ул халыҡҡа Ҡояштан һис бер ҡаплау яһамағайныҡ.
91. Шулай! Беҙ унда булғанды бөтәһен дә белем менән солғап алдыҡ.
92. Унан ул юл тотто.
93. Ул ике кәртә — ҡаршылыҡ араһындағы ергә барып еткәс, улар эргәһендә һөйләшеүҙе көскә аңлай торған ҡәүемде күрҙе.
94. Улар: «Эй, Зөлҡәрнәй! Йәжүж менән Мәжүж Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ тарата бит, беҙҙең менән улар араһында кәртә-ҡаршылыҡ һалыу өсөн, һинең өсөн һалым һалмаҫҡамы икән?» — тинеләр.
95. Ул әйтте: «Мине Раббым нығытҡан нәмә яҡшыраҡ, миңә көс менән ярҙам итегеҙ, мин һеҙҙең менән улар араһында нығытма яһайым,
96. килтерегеҙ миңә тимер киҫәктәре!» Ул ике тау битен тигеҙләгәс: «Өрөгөҙ!» — тине. Инде уны утҡа әйләндергәс: «Килтерегеҙ миңә, мин уға ирегән баҡыр ҡоям»,— тине.
97. Уның өҫтөнә менергә лә һәм тишергә лә уларҙың көсө етмәне.
98. Ул: «Был — минең Раббымдың рәхмәтенәндер. Раббымдың үәғәҙәһе килһә, Ул уны онтаҡҡа әйләндерер. Раббымдың үәғәҙәһе хаҡ була»,— тине.
99. Ул көндө Беҙ уларҙы бер-береһе менән низағлашыуҙарында ҡалдырырбыҙ, һәм сур өрөлөр, һәм Беҙ уларҙың барыһын да бергә йыйырбыҙ.
100. Ул көндө кафырҙар алдына тамуҡты туп-тура килтереп ҡуйырбыҙ,
101. Минең иҫкәртеүемә күҙҙәре ябыҡ һәм ишетергә көстәре етмәгәндәргә.
102. Әллә иман килтермәгән кешеләр, Минең урынға Минең ҡолдарымды ярҙамсы итеп алырға уйланымы икән ни? Беҙ йәһәннәмде кафырҙарға урын итеп әҙерләнек.
103. Әйт: «Эштәрендә күберәк зыян күреүселәр тураһында һөйләмәҫкәме икән һеҙгә,
104. тырышлыҡтары был донъяла аҙашып ҡалған һәм үҙҙәрен күркәм эш эшләүселәр тип иҫәпләүселәр тураһында?»
105. Раббыларының аяттарына иман килтермәгән һәм Уның менән осрашыуға ышанмаған кешеләрҙең эштәре юҡҡа сыҡты, һәм уларға ҡиәмәт көнөндә үлсәү ҙә ҡуймаясаҡбыҙ.
106. Уларға иман килтермәгәндәре һәм Минең аяттарымды һәм рәсүлдәремде мыҫҡыллап ҡабул иткәндәре өсөн яза был тамуҡ.
107. Ысынлап та, иман килтергән һәм изге эштәр эшләгән кешеләр тора торған урын — фирҙәүес баҡсалары,—
108. улар унда мәңге йәшәр,— уны алмаштырыуҙы теләмәйенсә.
109. «Әгәр диңгеҙ Раббымдың һүҙҙәре өсөн яҙыу ҡараһы булһа, Раббымдың һүҙҙәре бөтмәҫ борон диңгеҙ бөтөр ине, хатта Беҙ тағы ла шул ҡәҙәр ҡушһаҡ та»,— тип әйт.
110. «Мин — һеҙҙең шикелле үк кеше бит. Миңә һеҙҙең илаһығыҙ — берҙән-бер илаһ тип үәхи ҡылынды. Үҙенең Раббыһына осрауҙы өмөт иткән кеше изгелек эшләһен һәм Раббыһына табыныуында Уға һис бер кемде тиңдәш итмәһен»,— тип әйт.