Jump to content

Әл-Баҡара сүрәһе

From Wikisource
Ҡөрьән
автор Мөхәммәт Кәрим
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.


-

Ҡөрьән Кәрим
Д. Кинельский тәржемәһе, башҡортсаға Ф.Н.Байышев, Д.Д.Мәһәҙиев


'

2. ӘЛ-БӘҠАРА (ҺЫЙЫР) СҮРӘҺЕ

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим! 1. Әлиф ләм мим.

2. Ошо китап, һис шикһеҙ, тәҡүәле кешеләргә ҡулланма,

3. ғәйеп нәмәләргә иман килтереүселәргә һәм намаҙ тороусыларға, һәм Беҙ ризыҡландырған нәмәләрҙән сарыф итеүселәргә, 4. һәм һиңә иңдерелгәнгә һәм һиңә ҡәҙәр иңдерелгәнгә иман килтереүселәргә, һәм ахирәт көнөнә инаныусыларға.

5. Улар Раббыларынан булған тура юлда һәм улар уңышҡа ирешкән.

6. Ысынлап та, кафыр булғандарҙы һин өгөтләһәң дә, өгөтләмәһәң дә уларға барыбер, улар иман килтермәй.

7. Алла уларҙың күңелдәрен һәм ҡолаҡтарын һаңғырау итте, һәм уларҙың күҙҙәрендә — ҡорма, һәм уларға — оло ғазап.

8. Кешеләр араһында ҡайһы берәүҙәр: «Беҙ Аллаға һәм ахирәт көнөнә иман килтерҙек»,— ти. Әммә улар иман килтереүселәр түгел.

9. Улар Алланы һәм иман килтергән кешеләрҙе алдарға теләй, әммә улар үҙ-үҙҙәрен генә алдағандарын белмәй.

10. Уларҙың куңелдәрендә — сир, уларҙың сирҙәрен Алла арттырһын ине! Алдағандары өсөн уларға — интектергес ғазап!

11. Уларға: «Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ таратмағыҙ!»— тип әйтелһә, улар: «Беҙ бит тик яҡшылыҡ ҡылыусылар»,— ти.

12. Шулай түгелме ни? Улар — боҙоҡлок таратыусылар, әммә улар быны белмәй.

13. Уларға: «Иман килтергән кешеләр кеүек иман килтерегеҙ»,— тиһәләр, улар: «Ахмаҡ кешеләр иман килтергән кеүек иман килтерәйекме ни?» — тиҙәр. Шулай түгелме ни? Ысынлап та, улар үҙҙәре ахмаҡ, әммә улар шуны белмәй.

14. Һәм улар иман килтергән кешеләргә осраған саҡта: «Беҙ иман килтерҙек»,— тиҙәр. Ә үҙҙәре шайтандары менән ҡалһалар: «Беҙ бит һеҙҙең менән, беҙ уларҙан мыҫҡыллап көләбеҙ генә бит»,— тиҙәр.

15. Алла уларҙың үҙҙәренән көлөр һәм уларҙың һуҡыр хәлдә ҡаңғырып йөрөгән аҙашыуҙарын арттырыр!

16. Былар — тура юл бәрәбәренә аҙашыу һатып алыусылар. Уларҙың сауҙаһынан файҙа булманы, һәм улар тура юлда булманы!

17. Улар ут яҡҡан кешегә оҡшай. Ул ут тирә-йүнде яҡтыртҡандан һуң, Алла, уларҙың яҡтылығын алып китеп, ҡараңғылыҡта ҡалдырған, һәм улар бер нәмә лә күрмәй,

18. һаңғырауҙар, телһеҙҙәр, һуҡырҙар — улар кире ҡайтарылмай [Аллаға].

19. Йәки Күктәге ямғыр болото кеүек. Унда — ҡараңғылыҡ, күк күкрәү һәм йәшен. Улар, үлемдән ҡурҡып, күк күкрәүенән бармаҡтарын ҡолаҡтарына тығалар, ә Алла кафырҙарҙы солғап алған.

20. Йәшен уларҙың күреү һәләтен алырға тора, әгәр яҡтылыҡ төшһә, улар йөрөй, ҡараңғылыҡ килһә, туҡтап ҡалалар. Алла теләһә, уларҙы ишетеүҙән дә, күреүҙән дә мәхрүм итер ине. Ысынлап та, Алла һәр нәмәгә ҡөҙрәтле!

21. Әй, кешеләр! Һеҙҙе барлыҡҡа килтергән, һеҙҙән элек булғандарҙы барлыҡҡа килтергән Раббығыҙға ғибәҙәт ҡылығыҙ — моғайын, һеҙ тәҡүәлеләрҙән булырһығыҙ! —

22. һеҙҙең өсөн Ерҙе түшәк итеүсегә, Күкте көмбәҙ ҡылыусыға һәм Күктән һыу төшөрөүсегә, һеҙгә ризыҡ булһын өсөн шул һыу менән емештәр үҫтереүсегә. Белә тороп та Аллаға тиңдәш тотмағыҙ!

23. Әгәр һеҙ ҡолобоҙға Беҙҙән иңдерелгән нәмә тураһында шик тотһағыҙ, ошоноң һымаҡ берәй сүрә килтерегеҙ, һәм әгәр һеҙ тоғроларҙан булһағыҙ, Алланың башҡа ла шаһиттарығыҙҙы саҡырығыҙ.

24. Әгәр һеҙ шуны эшләй алмаһағыҙ,— ә һеҙ уны бер ваҡытта ла эшләй алмаясаҡһығыҙ!—ул саҡта кафырҙар өсөн әҙерләнгән, яғыулығы кешеләр менән таштар булған уттан ҡурҡығыҙ!

25. Иман килтергән һәм изге эштәр эшләгән кешеләрҙе: уларға — аҫтында йылғалар ағып торған баҡсалар, тип һөйөнсөлә. Һәр уаҡыт уларға унан емештәр ризыҡ итеп бирелгәндә, улар: «Был беҙгә элек бирелгән нәмә»,— тиҙәр. Әммә ул саҡта шуға оҡшағаны ғына бирелгәйне. Уларға унда — саф ҡатындар һәм улар унда мәңгегә ҡалыр.

26. Ысынлап та, Алла серәкәйҙе һәм унан да ҙурыраҡты миҫал итеүҙән оялмай. Ә иман килтергән кешеләр бының Раббыларынан килгән хәҡиҡәт икәнен белә. Ә инде кафырҙар: «Быны миҫал итеп, Алла нимә теләй һуң?» — тиҙәр. Ул бының менән күптәрҙе аҙаштыра, һәм күптәрҙе тура юлдан алып бара. Бының менән Ул тик боҙоҡтарҙы ғына аҙаштыра,

27. Алла менән үәғәҙәләшеүҙе нығыткандан һуң уны боҙоусыларҙы һәм Алла тоташтырырға ҡушҡан нәмәләрҙе айырыусыларҙы, Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ ҡылыусыларҙы. Былар — зыян күреүселәр.

28. Нисек һеҙ Аллаға ышанмайһығыҙ? Һеҙ үлек инегеҙ, Ул һеҙҙе терелтте, һуңынан Ул һеҙҙе тағы ла үлтерер, тағы терелтер, шунан һуң һеҙ Уға ҡайтарылырһығыҙ.

29. Ул — Ер йөҙөндәге бөтә нәмәне һеҙҙең өсөн барлыҡҡа килтерҙе, шунан Куккә йүнәлде, уны ете ҡат итеп төҙөнө, һәм Ул — һәр нәмәне белеүсе!

30. Һәм бына Раббың фәрештәләргә: «Мин Ер йөҙөндә Үҙемдең урынбаҫарымды булдырасаҡмын»,— тине. Улар: «Һин әллә унда боҙоҡлоҡ ҡылыусыны һәм ҡан түгеүсене булдырмаҡсы булаһыңмы? Ә беҙ Һине маҡтайбыҙ, Һине изге тибеҙ»,— тинеләр. Ул: «Ысынлап та, Мин һеҙ белмәгән нәмәләрҙе беләм!» — тине.

31. Һәм Ул Әҙәмгә барлыҡ исемдәрҙе өйрәтте һәм уларҙы фәрештәләр алдына ҡуйып: «Әгәр хаҡ һүҙле булһағыҙ, бына быларҙың исемдәрен Миңә әйтеп бирегеҙ әле!» —тип мөрәжәғәт итте.

32. Улар: «Дан Һиңә! Беҙ бит ни бары Һин өйрәткәнде генә беләбеҙ. Ысынлап та, Һин беләһең, Һин хикмәтле!» — тинеләр. 33. Ул: «Эй, әҙәм! Шуларҙың исемдәрен уларға әйтеп бир!»—тине. Уларҙың исемдәрен әйтеп биргәс, Ул: «Мин һеҙгә Ерҙәге һәм күктәрҙәге ғәйеп нәмәләрҙе лә беләм, һеҙҙең асыҡ ҡылған һәм йәшергәндәрегеҙҙе лә беләм тип әйтмәнемме ни?» — тине. 34. Һәм бына Беҙ фәрештәләргә: «Әҙәмгә сәждә ҡылығыҙ!» — тип әйттек. Иблестән башҡаһы сәждә ҡылды. Ул ҡарышты, тәкәбберләнде һәм кафырҙарҙан булды.

35. Һәм Беҙ: «Эй, Әҙәм, һин дә, халҡың да йәннәттә тороғоҙ. Теләгән ерҙә рәхәтләнеп ашағыҙ. Ләкин, залимдарҙан булмау өсөн, бына был ағасҡа яҡын килмәгеҙ!» — тинек.

36. Ә шайтан уларҙы уға [ағасҡа] һөрөндөрҙө һәм уларҙы торған ерҙәренән сығарҙы. Һәм Беҙ: «Бер-берегеҙгә дошман булып, һөрөлөп китегеҙ! Һеҙгә урын һәм уаҡытына тиклем файҙаланыу [әйберҙәре] — Ер йөҙөндә»,— тинек.

37. Һәм Әҙәм Раббыһынан һүҙҙәр, ә Ул уның тәүбәһен ҡабул итте. Ысынлап та, Ул рәхимле, тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе!

38. Беҙ: «Барығыҙ, унан бергә һөрөлөп китегеҙ! Әгәр һеҙгә Минән ҡулланма килһә, кем Минең - ҡулланмама эйәрә, шуға ҡурҡыныс та юҡ, ҡайғы-хәсрәт тә булмаҫ»,— тинек.

39. Ә инде иман килтермәйенсә Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ялғанға һанаусылар — тамуҡ киҫәүҙәре, улар мәңге шунда ҡалыр. 40. Эй һеҙ, Исраил улдары! Минең һеҙгә күрһәткән ниғмәттәремде иҫкә алығыҙ, Миңә биргән үәғәҙәләрегеҙҙе теүәл үтәгеҙ. Мин дә Үҙ үәғәҙәмде үтәрмен. Минән ҡурҡығыҙ!

41. Һәм һеҙҙең менән булғандың дөрөҫлөгөн иҫбат итеү өсөн Мин төшөргән нәмәгә иман килтерегеҙ. Уға ышанмаусы кафырҙарҙың тәүгеһе булмағыҙ. Минең аяттарым бәрәбәренә аҙ хаҡ алығыҙ һәм Минән ҡурҡығыҙ!

42. Хәҡиҡәтте йәшереү өсөн уны ялған менән ҡапламағыҙ, үҙегеҙ белә тороп та.

43. Намаҙ тороғоҙ, зәкәт түләгеҙ, рәҡәғәт ҡылыусылар менән рәҡәғәт ҡылығыҙ.

44. Китап уҡыған мәлдә һеҙ, үҙ-үҙегеҙҙе онотоп, кешеләргә изгелек эшләргә ҡушырһығыҙмы ни? Аҡылға ултырмаҫһығыҙмы ни? 45. Сабырлыҡты һәм намаҙҙы ярҙамға саҡырығыҙ, ул тыйнаҡ кешеләргә генә ауыр түгел,

46. Раббыларын осратабыҙ һәм Уға ҡайтабыҙ тип уйлаусыларға.

47. Эй һеҙ, Исраил улдары! Минең һеҙгә биргән ниғмәтемде һәм Минең һеҙҙе бөтә ғәләмдәрҙән артыҡ ҡылыуымды иҫегеҙгә төшөрөгөҙ! 48. Шул көндән ҡурҡығыҙ: ул көндө бер йән икенсе йән өсөн һис бер нәмә түләй алмаҫ, унан яҡлашыу ҙа ҡабул ителмәҫ, унан ғәҙеллек тә алынмаҫ, һәм уларға ярҙам да ителмәҫ!

49. Һәм бына Беҙ һеҙҙе Фирғәүен кешеләренән ҡотҡарҙыҡ. Улар, һеҙҙең ир балаларығыҙҙы үлтереп, ҡатын-ҡыҙҙарығыҙҙы иҫән ҡалдырып, һеҙгә яуыз ғазап һалғайнылар. Һәм бында Раббығыҙҙан һеҙгә бөйөк һынау бар!

50. Һәм бына Беҙ һеҙҙең алдығыҙҙа диңгеҙҙе икегә ярҙыҡ, һеҙҙе ҡотҡарҙыҡ, ә Фирғәүен ырыуын һыуға батырҙыҡ, һеҙ үҙегеҙ күреп торҙоғоҙ. 51. Һәм бына Беҙ Мусаға ҡырҡ көндө үәғәҙә иттек, шунан һуң үҙегеҙгә [илаһ итеп] быҙау алдығыҙ, һәм һеҙ залимдарҙан булдығыҙ. 52. Шунан һуң Беҙ һеҙҙе ярлыҡаныҡ,— моғайын, шөкөр итерһегеҙ! 53. Һәм бына Беҙ Мусаға китап һәм айырымлыҡ [яман менән яҡшы араһында] бирҙек — моғайын, һеҙ тура юлдан китерһегеҙ! 54. Һәм бына Муса үҙ халҡына: «Эй, халҡым, һеҙ бит, быҙауҙы табыныу өсөн алып, үҙ-үҙегеҙгә золом ҡылдығыҙ, һеҙҙе Бар ҡылыусыға тәүбә итегеҙ һәм үҙегеҙҙе үлтерегеҙ: был һеҙҙең өсөн Яратыусығыҙ ҡаршыһында хәйерлерәк. Ул һеҙҙе ғәфү итте, Ул ярлыҡаусы, рәхимле!» — тине. 55. Һәм бына һеҙ: «Эй, Муса, беҙ Алланы асыҡ итеп күрмәй тороп һиңә ышанмайбыҙ»,— тинегеҙ. Һеҙҙе йәшен һуҡты, уны үҙегеҙ ҙә күрҙегеҙ бит.

56. Унан, һеҙ үлгәс, Беҙ һеҙҙе яңынан терелттек — моғайын, шөкөр итерһегеҙ. 57. Беҙ һеҙҙе болот менән күләгәләнек, һәм һеҙҙең өсөн манна һәм бытбылдыҡ ҡошо төшөрҙөк. Беҙ биргән ризыҡтарҙың яҡшылары менән туҡланығыҙ! Улар Беҙгә золом ҡылманы, әммә үҙ-үҙҙәренә залим булдылар.

58. Беҙ уларға: «Был ауылға инегеҙ, рәхәтләнеп, теләгән ерҙә туҡланығыҙ. Ҡапҡанан ингән саҡта, сәждә ҡылып: «Ярлыҡау!» — тип әйтегеҙ. Беҙ һеҙҙең гонаһтарҙы ярлыҡарбыҙ һәм яҡшылыҡ эшләгәндәргә арттырырбыҙ»,— тинек.

59. Һәм золом ҡылған кешеләр үҙҙәренә әйтелгән һүҙҙе икенсегә алмаштырҙылар, һәм залимдарға боҙоҡ булғандары өсөн Беҙ Күктән яза төшөрҙөк.

60. Һәм бына бер уаҡыт Муса үҙ халҡына һыу һораны, һәм Беҙ: «Таяғың менән ошо ташҡа һуҡ!» —тинек. Ул таштан ун ике шишмә урғылып сыҡты һәм бар кешеләр эсә торған урындарын белделәр. «Алла биргән ризыҡтарҙан ашағыҙ һәм эсегеҙ, Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ таратып, яманлыҡ эшләмәгеҙ!»

61. Һәм һеҙ: «Эй, Муса, беҙ бер төрлө генә ашамлыҡҡа түҙеп тора алмайбыҙ; һин Раббыңдан беҙҙең өсөн доға ҡылып һора, Ул беҙгә Ерҙә үҫә торған нәмәләр — ҡыяр, һарымһаҡ, яҫмаҡ, һуған бирһен!»—тинегеҙ. Ул: «Һеҙ хәйерлене түбәнерәк нәмәгә алмаштырыуҙы һорайһығыҙмы ни? Ҡалаға төшөгөҙ һәм унда — һеҙ һораған нәмәләр»,— тине. Улар хурлыҡҡа һәм фәҡирлеккә дусар ителде, һәм Алланың асыуына тарынылар. Был уларҙың Алла аяттарына ышанмағандары өсөн һәм бәйғәмбәрҙәрҙе нахаҡҡа үлтергәндәре өсөн. Был — уларҙың буйһонмағандары өсөн һәм енәйәт ҡылғандары өсөн.

62. Ысынлап та, иманлы кешеләр, шулай уҡ йәһүҙиҙәр һәм насраниҙар һәм сабийҙар, Аллаға иман килтергән, һәм ахирәт көнөнә иман килтергән, һәм изге эштәр эшләгәндәр — уларҙың әжере Алла ҡаршыһында. Уларға хәүеф тә юҡ, улар көйөнмәҫ тә. 63. Бына Беҙ һеҙҙән үәғәҙә-килешеү алдыҡ. Һәм тауҙы һеҙҙең өҫкә күтәрҙек: «Беҙ биргәнде һеҙ көс менән тырышып тотоғоҙ һәм унда булғанды иҫтән сығармағыҙ,— бәлки һеҙ тәҡүәле булырһығыҙ».

64. Һеҙ шунан һуң йөҙ сөйөрҙөгөҙ. Әгәр һеҙгә Алланың яҡшылығы һәм рәхмәте булмаһа, һеҙ зыян күреүселәрҙән булыр инегеҙ.

65. Һеҙ үҙ арағыҙҙағы шәмбе көнөн боҙоусыларҙы беләһегеҙ. Беҙ уларға: «Хурлыҡлы рәүештә маймыл булығыҙ!» — тинек.

66. Беҙ быны быға тиклем булғанға һәм бынан һуң буласаҡҡа ғибрәт һәм тәҡүәлеләргә үәғәз иттек.

67. Һәм бына Муса үҙ халҡына: «Ысынлап та, Алла һеҙгә һыйыр боғаҙларға бойора!» — тине. Улар: «Һин беҙҙе көлкөгә ҡалдырмаҡсы булаһыңмы әллә?» — тинеләр. Ул: «Наҙандарҙан булмау өсөн мин Аллаға һыйынам»,— тине.

68. Улар: «Раббыңды беҙгә саҡыр. Ул беҙгә уның ниндәй һыйыр икәнлеген аңлатһын!» — тинеләр. Ул: «Бына, Ул әйтә: «Ул һыйыр ҡарт та түгел, тана ла түгел, ошо икеһенең араһында урта йәштәрҙә», ти. Һеҙгә нимә ҡушылған, шуны эшләгеҙ!»,— тине.

69. Улар: «Раббыңды беҙгә саҡыр. Ул беҙгә һыйырҙың ни төҫлө икәнен аңлатһын»,— тинеләр. Ул: «Бына Ул әйтә: «Ҡарап тороусыларҙы төҫө шатландыра торған ҡоба һыйыр»,— тине.

70. Улар: «Раббыңды беҙгә саҡыр, Ул беҙгә һыйырҙың ниндәй икәнлеген аңлатһын, сөнки беҙҙең өсөн һыйырҙар бер-береһенә оҡшаш һәм беҙ, Алла теләһә, тура юлда булырбыҙ»,— тинеләр.

71. Ул: «Бына Ул: «Был ер һөрөү һәм баҫыуға һыу һибеү өсөн өйрәтелмәгән һыйыр, ул таҙа, бер ниндәй ҙә етешһеҙлеге юҡ»,— тип әйтә»,— тине. Улар: «Бына һин хәҙер хәҡиҡәт килтерҙең»,— тинеләр. Улар һыйырҙы боғаҙланы, гәрсә быны эшләмәҫкә лә әҙерҙәр ине. 72. Бына һеҙ йән эйәһен үлтерҙегеҙ һәм шул турала һүҙ көрәштерҙегеҙ, ә Алла һеҙ йәшергәндәрҙе асып һалыусы. 73. Беҙ: «Уны [мәйетте] һыйырҙың берәй нәмәһе менән һуғығыҙ!»—тинек. Алла үлектәрҙе шулай терелтә һәм һеҙгә Үҙенең аяттарын күрһәтә. Ихтимал, һеҙ аңларһығыҙ!

74. Бынан һуң һеҙҙең күңелдәрегеҙ ҡатты, улар таш кеүек, хатта унан да ҡатыраҡ. Эйе, таштар араһында шундай таштар бар, уларҙан шишмәләр урғылып сыға, һәм таштар бар — улар ярылып, уларҙан һыу сыға, һәм таштарҙың шундайҙары бар, улар Алланан ҡурҡып түбән төшәләр. Алла һеҙ эшләгән эштәргә иғтибарһыҙ түгел! Алла һүҙен ишетеп аңлағас, белгән көйө ошо һүҙҙәрҙе боҙоусы фирҡә була 75. Әллә һеҙ уларҙың һеҙгә ышаныуҙарын өмөт итәһегеҙме? Араларында, тороп та?

76. Улар, иман килтергән кешеләрҙе осратһалар: «Беҙ иман килтерҙек»,— тиҙәр. Ә аулаҡта бер-береһе менән осрашҡанда: «Алла һеҙгә асып һалғанды уларға һөйләмәҫһегеҙме һуң, Раббығыҙ ҡаршыһында улар уның тураһында һеҙҙең менән бәхәсләшмәһен өсөн?» — тинеләр. Аңламайһығыҙмы ни һеҙ?

77. Улар үҙҙәренең йәшерен эштәрен дә, асыҡ эштәрен дә Алланың белгәнен белмәйҙәрме һуң?

78. Улар араһында китапты белмәгән наҙандар бар, уларҙа хыял-шәһүәт кенә, һәм улар тик фараз ғына ҡылалар.

79. Ниндәй ҡайғы, үҙ ҡулдары менән китап яҙып, һуңынан, бик аҙ ғына хаҡ алыу өсөн: «Был — Алланан!»—тиеүселәргә! Ҡайғы уларға, ҡулдары яҙған нәмә өсөн, һәм тапҡан нәмәләре өсөн дә ҡайғы! 80. Һәм улар: «Ут беҙгә бер нисә һанаулы көнгә генә тейер»,— тиҙәр. «Һеҙ Алла менән һүҙ ҡуйыштығыҙмы ни һәм Алла үҙ һүҙен алмаштырмаясаҡмы? Йәки һеҙ Алла өҫтөнән үҙегеҙ белмәгәнде һөйләйһегеҙме?» — тип әйт.

81. Эйе! Кем яманлыҡ ҡаҙанһа һәм гонаһтары менән солғанып алынһа, улар — ут эйәләре, улар унда мәңге ҡалыр.

82. Ә инде иман килтергән һәм изге эштәр эшләгән кешеләр — йәннәттә йәшәүселәр, улар унда мәңге ҡалыр.

83. Һәм бына Беҙ Исраил балаларынан: «Алланан башҡаға ғибәҙәт ҡылмаясаҡһығыҙ, һәм ата-әсәләргә, һәм ҡәрҙәш ырыуҙарға, һәм етемдәргә, һәм ярлыларға яҡшылыҡ күрһәтәсәкһегеҙ, һәм кешеләргә яҡшы һүҙ һөйләйәсәкһегеҙ, һәм намаҙ торасаҡһығыҙ, һәм зәкәт түләйәсәкһегеҙ»,— тип килешеү алдыҡ. Бынан һуң бик аҙҙарығыҙҙан башҡа һеҙ ситкә тайпылдығыҙ, һәм һеҙ йөҙ сөйөрөүселәрҙән булдығыҙ.

84. Һәм бына Беҙ: «Бер-берегеҙҙең ҡанын түкмәгеҙ һәм бер-берегеҙҙе йорттарынан ҡыуып сығармағыҙ»,— тип һеҙҙән килешеү алдыҡ. Һеҙ иҫбатланығыҙ һәм шаһитлыҡ ҡылдығыҙ.

85. Бынан һуң һеҙ шундай кешеләр булдығыҙ: бер-берегеҙҙе үлтерәһегеҙ һәм арағыҙҙан бәғзеләрегеҙҙе йорттарынан ҡыуып сығараһығыҙ, уларға гонаһ эшләүҙә һәм дошманлыҡ ҡылыуҙа бер-берегеҙгә ярҙам итәһегеҙ. Һәм һеҙгә әсирҙәр килһә, уларҙы фидйә түләп һатып алаһығыҙ, ә бит һеҙгә уларҙы ҡыуып сығарыу харам ине. Китаптың ҡайһы бер еренә иман килтереп, ҡайһы бер урынына иман килтермәйһегеҙме ни һеҙ? Һеҙҙән бындай эштәрҙе ҡылған кешеләргә донъя тереклегендә хурлыҡтан һәм ҡиәмәт көнөндә иң ҡаты ғазапҡа дусар булыуҙан башҡа яза булмаҫ. Алла һеҙ эшләгән эштәргә уайымһыҙ түгел.

86. Улар донъя тормошон ахирәт бәрәбәренә һатып алдылар, уларға яза еңеләйтелмәҫ һәм ярҙам да ителмәҫ.

87. Беҙ Мусаға китап бирҙек, һәм унан һуң рәсүлдәр ебәрҙек һәм Беҙ Мәрйәм улы Ғайсаға асыҡ аяттар бирҙек, һәм уны изге Рух менән көсәйттек. Рәсүл күңелегеҙ һөймәгән нәмә менән килһә, әллә һеҙ һәр уаҡыт тәкәбберләнәһегеҙме? Һеҙ бит ҡайһыларын ялған тинегеҙ, ә ҡайһы берҙәрен үлтерәһегеҙ.

88. Улар: «Беҙҙең күңелдәребеҙгә ҡорма ҡоролған»,— тине. Эйе, кафырлыҡтары өсөн Алла уларҙы ләғнәтләһен, бик аҙ иман килтерә улар!

89. Инде уларға, уларҙағы нәмәне раҫлап, Алланан китап килгәс,— ә улар элек кафырҙар өҫтөнән еңеү һорағайнылар,— һәм бына уларға уҙҙәре белгән нәмә килгәс, улар ышанманы. Кафырҙарға Алланың ләғнәте!

90. Уларҙың Алла иңдергәнгә ышанмаҫ өсөн үҙ йәндәрен һатып алған нәмәләре ямандыр — быны улар Алла Үҙ рәхмәтен ҡолдарынан кемгә теләһә, шуға биреүенә көнләшеп эшләнеләр, һәм үҙ өҫтәренә асыу өҫтөнә асыу килтерҙеләр. Ысынлап та, кафырҙарға хурлыҡлы ғазап!

91. Уларға: «Алла тарафынан иңдерелгәнгә иман килтерегеҙ!» — тип әйтелһә, «Беҙ үҙебеҙгә иңдерелгәнгә иман килтерәбеҙ»,— тиҙәр, һәм бынан һуң булғанға — ә ул уларҙа булғанды раҫлай торған хәҡиҡәт булһа ла,— ышанмайҙар. «Әгәр һеҙ иман килтергән булһағыҙ, ни өсөн быға тиклем Алланың бәйғәмбәрҙәрен үлтерҙегеҙ?» — тип әйт һин.

92. Һеҙгә асыҡ аяттар менән Муса килде, шуның артынан һеҙ [илаһ тип] быҙау тоттоғоҙ, һәм залимдарҙан булдығыҙ.

93. Һәм бына Беҙ һеҙҙән килешеү алдыҡ, һәм һеҙҙең өҫкә тауҙы күтәрҙек: «Беҙ биргәндәрҙе көс менән тотоғоҙ һәм тыңлағыҙ!» «Беҙ ишеттек, әммә буйһонмайбыҙ»,—тине улар. Кафырлыҡтары аша уларҙың йөрәктәрен быҙау биләгәйне. «Әгәр иман килтергәндәрҙән булһағыҙ, һеҙгә иманығыҙ ҡушҡан нәмә бик насар бит!» — тип әйт.

94. «Әгәр Алла ҡәршыһындағы ахирәт йорто, башҡа кешеләргә булмайынса, тик һеҙҙең өсөн генә булһа, әгәр хаҡ һөйләһәгеҙ, үлемде теләгеҙ»,— тип әйт.

95. Ләкин үҙ ҡулдары әҙерләгән нәмә арҡаһында улар һис уаҡытта ла уны теләмәҫ. Ысынлап та, Алла залимдарҙы белә!

96. Һәм, ысынлап та, һин уларҙы мөшриктәргә ҡарағанда ла тормошҡа ҡомһоҙораҡ кешеләр тип табырһың, уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенә мең йыллыҡ ғүмер биреүҙе теләр ине. Әммә уға оҙон ғүмер бирелһә лә, уны ғазаптан ҡотҡармаҫ, сөнки Алла уларҙың нимә эшләүҙәрен күреүсе!

97. «Ябраилға кем дошман булды?» — тип әйт. Алланың рөхсәте менән уға тиклем төшөрөлгәндәрҙе раҫлау өсөн иман килтергәндәргә тура юл һәм һөйөнсө итеп уны һинең күңелеңә ул һалды бит.

98. Кем Аллаға, һәм Уның фәрештәләренә, һәм Уның рәсүлдәренә, һәм Ябраилға, һәм Микаилға дошман булһа... хәҡиҡәттә Алла ла кафырҙарға дошман!

99. Һәм Беҙ һиңә асыҡ аяттар иңдерҙек, уға тик аҙғындар ғына ышанмай.

100. Һәм һәр уаҡыт улар килешеү төҙөһәләр, уларҙан бер төркөм уны боҙа. Эйе, уларҙың күбеһе иман килтермәй!

101. Уларҙың ҡулында булған нәмәне раҫлап Алланан рәсүл килгән уаҡытта, китап бирелгәндәрҙең бер төркөмө, белмәгәнгә һалышып, уны артына ташланы,

102. һәм улар Сөләймән батшалығында шайтандар уҡыған нәмәгә эйәрҙеләр. Сөләймән кафырҙарҙан түгел ине, ә Бабилдә Һарут менән Марут тип аталған ике фәрештәгә төшөрөлгән нәмәне һәм сихырҙы кешеләргә өйрәтеп, шайтандар иманһыҙ булды. Әммә был икәү: «Беҙ — фетнә-һынау ғына, иманһыҙ була күрмә!»— тип алдан әйтмәйенсә тороп, бер кемде лә өйрәтмәне. Улар шул ике фәрештәнән ирҙе һәм ҡатынды нисек айырырға икәнлеген өйрәнделәр. Әммә улар Алланың рөхсәтенән башҡа бының менән бер кемгә лә зарар килтермәнеләр. Улар, үҙҙәренә зыян килтереп, файҙа бирмәй торған нәмәгә өйрәнделәр, һәм улар быны һатып алған кешенең киләсәк тормошта өлөшө булмауын беләләр ине. Үҙ йәндәре бәрәбәренә һатып алған нәмәләре насар булды. Әгәр улар быны белһә ине! 103. Әгәр улар иман килтерһә һәм тәҡүәле булһалар,— Алла ҡаршыһындағы сауап яҡшыраҡ бит,—әгәр улар быны белһә ине!

104. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! «Беҙҙе һаҡла!» — тип әйтмәгеҙ, ә «Беҙгә ҡара!» — тип әйтегеҙ һәм тыңлағыҙ. Ә кафырҙарға — интектергес ғазап!

105. Китап бирелгән кешеләр һәм мөшриктәр араһынан кафырҙар һеҙгә Раббығыҙҙан яҡшылыҡ бирелгәнде теләмәй, ә Алла рәхмәте менән Үҙе теләгәнде һайлай. Алла — бөйөк йомартлыҡ эйәһе!

106. Беҙ берәй аятты алмаштырһаҡ йәки онотторһаҡ, уға ҡарағанда яҡшыраҡты йәки шуның шикеллене килтерәбеҙ. Алланың бөтә нәмәләргә лә ҡөҙрәтле икәнлеген белмәйһегеҙме ни һеҙ?

107. Күктәрҙең һәм Ерҙең батшалығы Аллала икәнлеген һәм Алланан башҡа һеҙҙең яҡынығыҙ ҙа, ярҙамсығыҙ ҙа юҡ икәнлеген белмәйһеңме ни һин?

108. Әллә элек Мусанан һораған шикелле һеҙ уҙегеҙҙең рәсүлегеҙҙән һорарға теләйһегеҙме? Әммә кем дә булһа кафырлыҡ менән иманды алмаштырһа, ул тигеҙ юлдан аҙашҡан инде.

109. Үҙ-үҙҙәрендәге хөсөтлөк арҡыры Әһле-л-китаптан күптәр һеҙҙе, иман килтергәнегеҙҙән һуң, үҙҙәренә хәҡиҡәт асыҡланғас, кафырға әйләндерергә теләр ине. Ғәфү итегеҙ һәм Алла үҙ әмере менән килгәнгә ҡәҙәр уларҙан йөҙ дүндерегеҙ. Ысынлап та, Алла һәр нәмәгә лә ҡөҙрәтле!

110. Намаҙ тороғоҙ, зәкәт түләгеҙ. Яҡшылыҡ менән үҙегеҙ өсөн нимә әҙерләһәгеҙ, Алла ҡаршыһында шуны табырһығыҙ: Алла һеҙ нимә эшләгәнде күрә бит!

111. Улар: «Йәһүҙиҙәрҙән һәм насраниҙарҙан башҡа һис кем ожмахҡа инмәйәсәк»,— тине. Был — уларҙың хыялдары. «Әгәр һеҙ хаҡ һөйләүсе булһағыҙ, дәлилдәрегеҙҙе килтерегеҙ!» — тип әйт.

112. Эйе! Кем үҙ йөҙөн Аллаға йүнәлткән һәм изгелек ҡыла икән, әжере — үҙ Раббыһы ҡаршыһында. Уларға хәүеф тә юҡ, көйөнмәйәсәктәр ҙә.

113. Һәм йәһүҙиҙәр: «Насраниҙар бер нәмәгә лә нигеҙләнмәй»,— ти, насраниҙар ҙа: «Йәһүҙиҙәр бер нимәгә лә нигеҙләнмәй»,— ти. Ә улар китапты уҡый. Белмәгән кешеләр ҙә былар кеүек һөйләнә. Улар бәхәсләшкән нәмә тураһында Алла ҡиәмәт көнөндә хөкөм итер.

114. Алла мәсеттәрендә Уның исемен иҫкә алыуҙан тыйыусынан һәм мәсеттәрҙе емерергә йөрөүсенән кем залимыраҡ? Улар унда ҡурҡып ҡына инергә тейеш. Уларға был донъяла — хурлыҡ, ә ахирәт көнөндә оло яза булыр.

115. Мәшриҡ тә, Мәғрип тә Алланыҡы. Ҡайҙа ғына йүнәлһәгеҙ ҙә, шунда — Алланың йөҙө. Ысынлап та, Алла бар нәмәне ҡоса, Ул барыһын да белә!

116. «Алла Үҙенә бала алды!» — тине улар. Сөбханалла! Эйе, күктәрҙә һәм Ерҙә булған нәмәләр — Алланыҡы. Бөтәһе лә Уға баш эйә.

117. Күктәрҙе һәм Ерҙе барлыҡҡа килтереүсе — Ул. Әгәр берәй эште теләһә, Ул «Бул!» тип кенә әйтә, һәм был эш була.

118. «Алла беҙҙең менән һөйләшһә йәки беҙгә берәй аят килһә ине!» — ти белмәгән кешеләр. Уларҙан элек булғандар ҙа шундай һүҙҙәр әйткәйне: күңелдәре оҡшаш уларҙың. Инанған кешеләргә Беҙ аяттарҙы аңлатҡайныҡ инде.

119. Беҙ һине хәҡиҡәт тураһында һөйөнсө килтереүсе һәм иҫкәртеүсе-өгөтләүсе итеп ебәрҙек, һәм һинән тамуҡта йәшәүселәр тураһында һоралмаясаҡ.

120. Һәм һин улар мәҙһәбенә эйәргәнгә ҡәҙәр йәһүҙиҙәр ҙә, насраниҙар ҙа һинән риза булмаҫ. «Ысынлап та, Алла юлы — тура юл!» — тип әйт. Әгәр һиңә ысын белем килгәндән һуң, уларҙың хыял-теләктәренә эйәрһәң, ул саҡта һиңә Алланан ярҙамсы ла, яҡын да булмаҫ. 121. Беҙ китап биргән кешеләр ул китапты хаҡ уҡыу менән уҡый — улар уға иман килтерә. Әммә кем уға ышанмай, улар зыян күреүселәрҙән булыр.

122. Эй һеҙ, Исраил балалары! Минең һеҙгә биргән ниғмәттәремде һәм һеҙҙе ғәләмдәрҙән артығыраҡ ҡылыуымды иҫкә төшөрөгөҙ.

123. Шул көндән ҡурҡығыҙ: ул көндә бер йән дә икенсе йәнгә бер нәмәне лә түләп бөтөрә алмаҫ һәм унан ғәҙеллек тә ҡабул ителмәҫ, һәм уға ҡурсалау ҙа файҙа итмәҫ, һәм уларға ярҙам күрһәтелмәйәсәк.

124. Һәм бына Раббыһы Ибраһимды һүҙҙәр менән һынаны, унан һүҙҙәрен тамам ҡылды: «Ысынлап та, Мин һине кешеләргә имам итәм»,— тине. «Минең нәҫелемдән дәме?» — тине Ул. «Минең үәғәҙәләшеүемә залимдар инмәй»,— тине ул.

125. Һәм бына Беҙ был өйҙө [Ҡәғбәлә] кешеләрҙең йыйыла торған урыны иттек, һәм имен урын иттек: «Ибраһимдың урынын намаҙ уҡый торған урын итеп алығыҙ!» Һәм Беҙ Ибраһим менән Исмәғилгә: «Минең өйөмдө [Ҡәғбәне] әйләнеп йөрөүселәр өсөн, унда тороусылар өсөн, рәҡәғәт һәм сәждә ҡылыусылар өсөн таҙартығыҙ!» —тип ҡуштыҡ.

126. Һәм бына шул саҡ Ибраһим: «Раббым, был илде имен ил ит, халҡынан Аллаға һәм ахирәт көнөнә иман килтергәндәрҙе емештәр менән ризыҡландыр!» — тине. Ул: «Ышанмағандарҙы ла аҙыраҡ файҙаландырырмын, унан һуң уларҙы ут ғазабына дусар итермен»,— тине. Һәм насар был яҙмыш!

127. Һәм бына Ибраһим өйҙөң нигеҙен күтәрә. Һәм Исмәғил әйтте: «Раббыбыҙ, ҡабул ит беҙҙән, Һин, ысынлап та, барҙы ла ишетеүсе һәм белеүсе!

128. Раббыбыҙ! Беҙҙе Һиңә бирелгәндәрҙән — мосолман булғандарҙан — ит, һәм беҙҙең нәҫелебеҙҙән Һиңә бирелгән өммәт ит, һәм ғибәҙәт ҡыла торған урыныбыҙҙы күрһәт, ғәфү ит беҙҙе. Ысынлап та, Һин тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе һәм рәхимле!

129. Раббыбыҙ! Һин улар араһында үҙҙәренән рәсүл булдыр. Ул рәсүл уларға Һинең аяттарыңды уҡыр һәм уларға китап һәм хикмәт өйрәтер, һәм уларҙы сафлар, ысынлап та, Һин бөйөк, хикмәтле!»

130. Ибраһим диненән үҙ йәнен ахмаҡландырғандарҙан башҡа кем тайпылыр? Беҙ уны был донъяла ла һайланыҡ: ахирәттә ул изгеләрҙән булыр, әлбиттә.

131. Раббыһы уға: «Бирел!» — тине. Ул: «Ғәләмдәр Раббыһына бирелдем!» — тине.

132. Ибраһим быны балаларына уасыят итте һәм Яҡуп: «Эй, улдарым, ысынлап та, Алла һеҙгә дин һайланы, мосолман булмайынса үлмәгеҙ!» — тине.

133. Яҡупҡа үлем килгәндә һеҙ шаһит булдығыҙмы ни? Ул бына үҙ балаларына: «Минән һуң һеҙ кемгә ғибәҙәт ҡылырһығыҙ?» — тине. Улар: «Беҙ һинең илаһыңа, атайҙарың: Ибраһим, Исмәғил һәм Исхаҡ илаһына — берҙән-бер илаһҡа ғибәҙәт ҡылырбыҙ һәм Уға бирелербеҙ!» — тинеләр.

134. Был — инде үткән өммәт. Уға үҙҙәренең кәсеп иткәне, һеҙгә — үҙегеҙҙең тапҡанығыҙ. Улар эшләгән эш өсөн һеҙҙән һоралмаҫ. 135. Улар: «Йәһүҙиҙәр йәки насраниҙар булығыҙ— тура юлды табырһығыҙ»,— ти. «Юҡ, Ибраһим мәҙһәбе генә хаҡ, ул күп илаһҡа табыныусыларҙан түгел ине»,— тип әйт һин уларға.

136. «Беҙ Аллаға иман килтерҙек һәм беҙгә, һәм Ибраһимға, һәм Исхаҡҡа, һәм Яҡупҡа, һәм быуындарға иңдерелгәнгә, һәм Мусаға, һәм Ғайсаға бирелгәндәргә, һәм бәйғәмбәрҙәргә уларҙың Раббыһы тарафынан иңдерелгәнгә. Уларҙы бербереһенән айырмайбыҙ, һәм Уға биреләбеҙ»,— тип әйтегеҙ.

137. Әгәр улар һеҙ иман килтергән кеүек нәмәгә иман килтерһә, улар тура юлды таптылар инде; әгәр улар йөҙ сөйөрһә, ул саҡта ҡаршылыҡталар, һәм Алла һине уларҙан ҡотҡарыр: Ул барыһын да белә, ишетә.

138. Алланың дине буйынса! Дине менән Алланан кем яҡшыраҡ? Беҙ уға ғына ғибәҙәт ҡылабыҙ.

139. Әйт: Алла тураһында беҙҙең менәң һүҙ көрәштерәһегеҙме? Ул бит һеҙҙең дә һәм беҙҙең дә Раббыбыҙ, беҙгә — үҙ эшебеҙ, һеҙгә — үҙ эшегеҙ. Беҙ Уға ихлас бирелгәнбеҙ».

140. Йәки һеҙ: «Ибраһим, һәм Исмәғил, һәм Исхаҡ, һәм Яҡуп һәм быуындар йәһүҙи йәки насрани булған»,— тип әйтерһегеҙме?» Әйт: «Һеҙме күберәк беләһегеҙ йәки Алламы? Алланың шәһәҙәтен үҙендә йәшергән кешенән дә залимыраҡ кем булыр? Ысынлап та, һеҙ эшләгән эштәргә Алла битараф түгел!»

141. Был — инде үткән халыҡ. Уларға — үҙҙәре кәсеп итеп тапҡан нәмәләре, һеҙгә — үҙегеҙ тапҡан нәмәләр. Улар эшләгән эш өсөн һеҙҙән һоралмаҫ.

142. Бына кешеләр араһынан ахмаҡтары: «Уларҙы элек тотҡан ҡиблаларынан нимә дүндерҙе һуң?» — тип әйтерҙәр. «Мәшриҡ тә, Мәғрип тә Алланыҡы. Ул теләгән бәндәһен тура юлға күндерә»,— тип әйт.

143. Шулай итеп, һеҙҙе кешеләргә ҡарата шаһит булыу өсөн һәм рәсүл дә һеҙгә ҡарата шаһит булһын өсөн һеҙҙе урталыҡта тороусы өммәт иттек. Һәм һин баҡҡан ҡибланы Беҙ артҡа боролған кешеләрҙең ҡайһыһы рәсүлгә эйәрә икәнлеген белеү өсөн генә ҡуйҙыҡ. Һәм был ауыр эш, ләкин Алла тарафынан тура юлға күндерелгәндәргә ауыр түгел: Алла һеҙҙең иманығыҙҙы юҡҡа сығарыусыларҙан түгел бит! Ғәмәлдә иһә, Алла кешеләр менән баҫынҡы, рәхимле!

144. Беҙ һинең йөҙөңдөң Күккә табан йүнәлдерелгәнлеген күрәбеҙ һәм Беҙ һине шундай ҡиблаға йүнәлдерәбеҙ, һин уға ҡәнәғәт булырһың. Йөҙөңдө «Харам мәсет» тарафына йүнәлдер. Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа йөҙөгөҙҙө шул яҡҡа ҡаратығыҙ. Китап бирелгән кешеләр бының, ысынлап та, Раббыларынан бирелгән хәҡиҡәт икәнлеген белә бит. Ысынлап та, Алла уларҙың эшләгән эштәренә иғтибарһыҙ түгел! 145. Һин китап бирелгән кешеләргә төрлө-төрлө аяттар килтерһәң, улар һинең ҡиблаңа йүнәлмәҫ һәм һин дә уларҙың ҡиблаһына йүнәлмәҫһең. Уларҙың да ҡайһы берҙәре башҡаларҙың ҡиблаһына йүнәлмәй. Әгәр белем бирелгәндән һуң да уларҙың хыял-шәһүәттәренә эйәрһәң, әлбиттә, һин ул уаҡытта залимдарҙан булырһың.

146. Китап бирелгән кешеләр уны үҙ балаларын таныған кеүек таный. Әммә бер төркөмө хәҡиҡәтте белһә лә йәшерә. 147. Хәҡиҡәт — һинең Раббыңдан, шикләнеүселәрҙән була күрмә!

148. Һәр кемдең үҙе тотҡан йүнәлеше бар. Хәйерле эштәрҙә бер-берегеҙҙе уҙырға тырышығыҙ! Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, Алла һеҙҙең барығыҙҙы ла килтерер. Ысынлап та, Алла һәр нәмәғә ҡөҙрәтле!

149. Ҡайҙа ғына сыҡһаң да, һин йөҙөңдө «Харам мәсет» тарафына йүнәлдер. Ысынлап та, был хәҡиҡәт — һинең Раббыңдан, һәм, ысынлап та, Алла һеҙ эшләгән эштәргә иғтибарһыҙ түгел!

150. Ҡайҙа ғына сыҡһаң да, һин йөҙөңдө «Харам мәсет» яғына йүнәлдер. Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, йөҙҙәрегеҙҙе уның яғына йүнәлтегеҙ, залимдарҙан башҡа кешеләр һеҙгә ҡаршы дәлил тапмаһын өсөн. Уларҙан ҡурҡмағыҙ, ниғмәтемде һеҙгә тамам итә алыу өсөн, Минән ҡурҡығыҙ — моғайын, һеҙ тура юлда булырһығыҙ!

151. Беҙ үҙ арағыҙҙан һеҙгә рәсүл ебәрҙек; ул һеҙгә Беҙҙең аяттарыбыҙҙы уҡый, һеҙҙе сафландыра, һәм һеҙгә китап һәм хикмәт өйрәтә, һәм ул һеҙгә элек һеҙ белмәгән нәмәләрҙе өйрәтә.

152. Мине иҫкә алығыҙ, Мин һеҙҙе иҫкә алырмын, Миңә ышанмаусыларҙан булмағыҙ, Миңә шөкөр итегеҙ!


153. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Сабырлыҡтан һәм намаҙҙан ярҙам һорағыҙ. Ысынлап та, Алла сабыр иткәндәр менән! 154. Алла юлында үлтерелгәндәрҙе «Үлектәр» тип әйтмәгеҙ. Юҡ, улар тере! Әммә һеҙ аңламайһығыҙ!

155. Беҙ һеҙҙе нимә менән булһа ла: ҡурҡыныс һәм аслыҡ менән, малдарҙың кәмеүе, йәндәрҙең һәм емештәрҙең кәмеүе менән һынайбыҙ,— сабыр иткән кешеләрҙе һөйөнсөлә,—

156. берәй бәләгә осраһалар, «Ысынлап та, беҙ Алланыҡы һәм Уға ҡайтыусыбыҙ!»—тиеүсе кешеләрҙе.

157. Былар шул кешеләр: уларға — үҙ Раббыһынан фатиха һәм рәхмәт, һәм улар — тура юлдан барыусы.

158. Ысынлап та, Әс-Сафа менән Әл-Мәрүә — Алланың ғәләмәттәре. Ҡәғбәгә хаж ҡылған йәки ғөмрә ҡылған кешегә быларҙың икеһен әйләнеп йөрөһә лә гонаһ юҡ, һәм ирекле рәүештә изгелекте һайлаһа, ысынлап та, Алла шөкөр итеүсе, белеп тороусы!

159. Ысынлап та, Беҙҙән иңдерелгән тура ҡулланманы һәм асыҡ аяттарҙы Беҙ уны кешеләргә китапта аңлатҡандан һуң йәшереүселәр,— уларҙы Алла ләғнәтләй, һәм ләғнәтләүселәр ҙә ләғнәтләй,

160. тәүбә итеп, изге эштәр эшләп һәм кешеләргә аңлатҡандарҙан башҡаларын. Мин дә уларҙың тәүбәләрен ҡабул итәм: Мин тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе, рәхимле!

161. Ысынлап та, кафыр булғандарға һәм кафыр көйөнсә үлгәндәргә Алланың һәм фәрештәләрҙең, һәм кешеләрҙең ләғнәте булыр — барыһыныҡы ла!

162. Улар мәңге ләғнәттә булырҙар, уларға ғазап еңеләйтелмәй ҙә, кисектерелмәй ҙә.

163. Һеҙҙең илаһығыҙ — берҙән-бер илаһ! Унан, рәхмәтле һәм шәфҡәтленән башҡа, илаһ юҡ!

164. Ысынлап та, күктәрҙе һәм Ерҙе барлыҡҡа килтереүҙә һәм төн менән көндөң алмашыныуында, һәм кешеләргә файҙалы нәмәләр менән диңгеҙҙә йөҙөүсе көймәлә, һәм Алланың, Куктән төшөргән һәм уның менән Ерҙе үлгәненән һуң терелткән һыуҙа, һәм ер өҫтөндә төрлө-төрлө хайуандар таратыуҙа, һәм елдәрҙең алмашыныуында, һәм Күк менән Ер араһында буйһонған болоттарҙа,— аҡыллы кешеләргә аяттар бар.

165. Кешеләр араһында Алланан башҡа тиңдәш тотоусылар бар. Алланы яратҡан кеүек, уларҙы яраталар. Әммә иман килтергән кешеләр Алланы нығыраҡ ярата. Залим кешеләр ғазап күргәндә, бөтә көс Аллала ғына икәнен һәм ғазап биреүҙә Алла бик ҡаты икәнен күрһәләр ине!

166. Бына былар — эйәртеүселәр; эйәреүселәрҙән айырыласаҡтар, һәм ғазап күрәсәктәр һәм улар араһында бәйләнеш өҙөләсәк.

167. Һәм эйәреүселәр: «Улар беҙҙән айырылған кеүек, беҙ ҙә уларҙан айырылыу өсөн беҙгә кире ҡайтыу мөмкин булһын ине!» — тип әйтәсәк. Уларҙың хәсрәтенә, Алла эшләгән эштәрен үҙҙәренә шулай күрһәтер, улар уттан сығарылмаҫ!

168. Эй һеҙ, кешеләр! Ер йөҙөндәге нәмәләрҙе яҡшы хәләл итеп ашағыҙ, шайтан юлына эйәрмәгеҙ, ул бит һеҙгә асыҡтан-асыҡ дошман! 169. Ул шайтан һеҙгә тик яуызлыҡ һәм боҙоҡлоҡ эшләргә һәм Алла өҫтөнән үҙегеҙ белмәгәнде һөйләргә ҡуша.

170. Уларға: «Алла тарафынан иңдерелгән нәмәләргә эйәрегеҙ!»—тиһәң,— «Юҡ, беҙ ата-бабаларыбыҙҙы ниндәй юлда торғандарын тапҡанбыҙ, шуға эйәрәбеҙ»,— тиҙәр. Ә әгәр уларҙың ата-бабалары бер нәмә лә аңламаған һәм тура юлдан бармаған булһа?

171. Кафыр булғандар өндәү һәм саҡырыуҙан башҡаны ишетмәүсе һаңғырауҙарға, телһеҙҙәргә, һуҡырҙарға, бер нәмәне төшөнмәүселәргә ҡысҡырыусы кешеләргә оҡшаш!

172. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Беҙ ризыҡ итеп биргән нәмәләрҙең яҡшыларын ашағыҙ, әгәр Аллаға ғибәҙәт ҡыла торған булһағыҙ, Уға шөкөр итегеҙ!

173. Ул һеҙгә үләкһәне һәм ҡанды, һәм сусҡа итен, һәм Алланан башҡаның исемен әйтеп һуйылған итте харам ҡылды. Әгәр кемдер боҙоҡлоҡтан һәм енәйәтселектән башҡа ашарға мәжбүр булһа, уға гонаһ юҡ: Алла, ысынлап та, ғәфү итеүсе, рәхимле.

174. Ысынлап та, Алла төшөргән китаптарҙы йәшереүселәр һәм, уны һатып, аҙ хаҡ алыусылар үҙ ҡорһаҡтарына ут ҡына тултыралар. Ҡиәмәт көнөндә Алла улар менән һөйләшмәҫ тә, һәм уларҙы сафламаҫ та, һәм улар өсөн — интектергес ғазап!

175. Улар шул кешеләр: тура юл тип, аҙашыу һәм ғәфү урынына ғазап һатып алдылар. Һәм утка нисек түҙәләр бит улар!

176. Был шуның өсөн, сөнки Алла китапты хәҡиҡәт менән иңдерҙе, ә инде китап тураһында бәхәсләшеүселәр — улар алыҫ ҡаршылыҡта.

177. Йөҙөгөҙҙө Мәшриҡҡә һәм Мәғрипкә йүнәлтеү диндәрлек түгел. Ә диндәрлек — Аллаға һәм ахирәт көнөнә һәм фәрештәләргә, һәм китапҡа, һәм бәйғәмбәрҙәргә иман килтереүҙә һәм, малды яратыуына ҡарамаҫтан, ҡәрҙәштәргә һәм етемдәргә, һәм ярлыларға һәм юлаусыға, һәм һораныусыға, һәм ҡолдарға биреүҙә, һәм намаҙ уҡыуҙа, һәм зәкәт түләүҙә, һәм һүҙ ҡуйышҡанда һүҙҙә тороуҙа, һәм бәлә-ҡазалар, һәм ҡайғы-хәсрәт уаҡытында сабыр итеүҙә. Бына былар — хаҡ һөйләүселәр, бына шулар — тәҡүәлеләр.

178. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Һеҙгә кеше үлтергән өсөн ҡон ҡайтарыу бойоролдо: ирекле кеше өсөн — ирекле һәм ҡол өсөн — ҡол, һәм ҡатын-ҡыҙ өсөн — ҡатын-ҡыҙ. Әгәр берәүгә ҡәрҙәше тарафынан нимәлер ғәфү ителһә, ул уаҡытта ғөрөф-ғәҙәт буйынса хәл ителә һәм был түләү хәйерле була. Был — һеҙҙең Раббығыҙҙан һеҙгә еңеллек һәм шәфҡәт. Әгәр кем дә булһа ошонан һуң дошманлыҡ ҡылһа, уға әрнеткес ғазап булыр!

179. Был ҡон ҡайтарыу — һеҙҙең өсөн тереклек итеү бит, әй, һеҙ, аҡылдары булғандар! — моғайын, һеҙ Алланан ҡурҡыусылар булырһығыҙ!

180. Һеҙҙең берәйегеҙгә үлем килһә һәм әгәр ул мал ҡалдырһа, ата-әсәләргә һәм яҡындарға ғөрөф-ғәҙәт буйынса иман килтергән кешеләргә йөкләмә булһын тип, уасыят ҡылырға фарыз ителгән.

181. Ишеткәндән һуң берәү быны алмаштырһа, гонаһы алмаштырған кешегә генә булыр. Ысынлап та, Алла ишетеүсе, белеүсе!

182. Әгәр берәй кеше уасыят итеүсенең ғәҙелһеҙлегенән йәки гонаһынан ҡурҡһа һәм уларҙы килештерһә, уға гонаһ юҡ. Ысынлап та, Алла ғәфү итеүсе, рәхимле!

183. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Һеҙгә ҡәҙәр йәшәгән кешеләргә бойоролған кеүек, һеҙгә лә ураҙа тоторға фарыз ителә — моғайын, һеҙ Алланан ҡурҡыусы булырһығыҙ! —

184. һаналған көндәрҙә; әгәр һеҙҙән берәү сирле булһа йәки сәфәрҙә булһа, ул уаҡыт ошо көндәрҙең һанынса башҡа көндәрҙә ураҙа тотор. Ә инде көсө еткән кешеләргә — фәҡир-фоҡараны ашатыу менән фидйә түләргә. Берәү изгелекте үҙ ирке менән эшләһә, был уның өсөн хәйерле. Һеҙҙең ураҙа тотоуығыҙ үҙегеҙ өсөн хәйерле, әгәр белһәгеҙ!

185. Рамаҙан айында кешеләргә ҡулланма өсөн һәм тура юлды аңлатыу һәм дөрөҫлөк менән ялғанды айырыу өсөн Ҡөрьән иңдерелде, һәм бына һеҙҙән кем был айға килеп етә, уны ураҙала үткәрһен, әгәр ул сирле йәки сәфәрҙә булһа, ул уаҡытта башҡа көндәрҙән шул тиклем уаҡыт тотор. Алла һеҙгә еңеллек теләй, ауырлыҡ теләмәй, һәм һанды тултырыуығыҙҙы һәм һеҙҙе тура юлға күндергән өсөн Алланы ололауығыҙҙы теләй — моғайын, һеҙ Аллаға шөкөр итерһегеҙ!

186. Минең ҡолдарым һинән Минең турала һораһа, Мин бит яҡын, Мине саҡырғанда, Мин саҡырыусыға яуап бирәм. Улар ҙа Миңә яуап бирһен, һәм Миңә иман килтерһен — моғайын, улар тура юлдан китер!

187. Ураҙа төнөндә һеҙгә ҡатындарығыҙға яҡынлыҡ ҡылырға рөхсәт ителә. Улар — һеҙгә кейем, һеҙ — уларға кейем. Алла һеҙҙең үҙ-үҙегеҙҙе алдағанығыҙҙы белде, һеҙгә ҡайтты һәм һеҙҙе ғәфу итте. Ә хәҙер инде ҡатындарығыҙға яҡынлыҡ ҡылығыҙ, һәм Алла яҙғанды эҙләгеҙ. Таңда һеҙҙең алдығыҙҙа аҡ еп менән ҡара еп айырылғансы ашағыҙ һәм эсегеҙ, бынан һуң ураҙаны төнгә тиклем дауам итегеҙ. Тәҡүәлек менән мәсеттәрҙә булған уаҡытта ҡатындарығыҙға яҡынлыҡ ҡылмағыҙ. Бына шулай Алланың сиге, яҡынлаша күрмәгеҙ уларға! Бына шулай аңлата Алла әҙәмдәргә үҙеңең аяттарын — моғайын, улар Алланан ҡурҡыусы булырҙар!

188. Малдарығыҙҙы үҙ арағыҙҙа юҡҡа сығарып ашамағыҙ һәм кешеләрҙең малдарының бер өлөшөн енәйәтле рәүештә ашар өсөн хакимдарға малығыҙҙы илтмәгеҙ, үҙегеҙ белә тороп та.

189. Улар һинән яңы тыуған айҙар тураһында һорайҙар. «Улар кешеләргә уаҡытты белдереү һәм хаж өсөн»,—тип әйт. Өйҙәргә арт яғынан инеү динәйәтлек түгел, Алланан ҡурҡыу динәйәтлек. Өйҙәрегеҙгә ишектән инегеҙ һәм Алланан ҡурҡығыҙ — моғайын, бәхетле булырһығыҙ!

190. Алла юлында һеҙҙең менән һуғышҡандар менән һуғышығыҙ, әммә сиктән уҙмағыҙ, Алла сиктән уҙғандарҙы яратмай!

191. Һәм уларҙы ҡайҙа осратһағыҙ — шунда үлтерегеҙ, һеҙҙе ҡайҙан ҡыуһалар, һеҙ ҙә уларҙы шунан ҡыуығыҙ: фетнә-һынау үлтереүҙән дә насарыраҡ бит! Үҙҙәре «Харам мәсет» тирәһендә һуғыш башламай тороп, һеҙ улар менән һуғышмағыҙ. Әгәр улар һуғышһа, ул уаҡытта уларҙы үлтерегеҙ: бына шулай кафырҙарға яза!

192. Әгәр улар тыйылһа... Алла ғәфү итеүсе, рәхимле!

193. Фетнә бөтөп, бөтә дин Аллаға ҡалғансы улар менән һуғышығыҙ. Әгәр тыйылһалар, залимдарҙан башҡаларға дошманлыҡ юҡ!

194. Харам ай бәрәбәренә — харам ай. Һәм тыйыуҙар — яуап биреү язаһы. Һеҙгә ҡаршы сиктән уҙғанға һеҙ ҙә, уның һымаҡ, сиктән уҙығыҙ. Алланан ҡурҡығыҙ, һәм белегеҙ: Алла тәҡүәлеләр менән!

195. Алла юлында [малдарығыҙҙан] сарыф ҡылығыҙ, әммә үҙ ҡулдарығыҙ менән һәләкәткә ташланмағыҙ һәм изгелек эшләгеҙ! Ысынлап та, Алла изгелек эшләгән кешеләрҙе ярата!

196. Хажды һәм ғөмрәне Алла өсөн тамам итегеҙ. Әгәр ҡыйын хәлдә булһағыҙ, ҡорбан хайуандарынан еңел булғанын салығыҙ, ҡорбан үҙенең урынына еткәнсе башығыҙҙы ҡырмағыҙ. Әгәр берәү ауырыу булһа йәки уның башында рәнйеү булһа, уның фидйәһе — ураҙа менән, йәки саҙаҡа менән, йәки ҡорбан менән. Ә һеҙ, именлектә булып, хажға ҡәҙәр ғөмрә менән файҙаланған булһағыҙ, фидйә — ҡорбан хайуандарынан еңел булғаны. Берәү быны тапмаһа, хаж уаҡытында өс көн ураҙа тотор һәм кире ҡайтҡандан һуң — ете көн. Бына был тулы ун көн була. Был — ғаиләһе «Харам мәсет»тә булмаған кешегә. Алланан ҡурҡығыҙ, шуны белегеҙ: Алла яза ҡылыуҙа көслө!

197. Хаж билдәле айҙарҙа ғына. Берәү шул айҙарҙа хаж ҡылырға өҫтөнә йөкләмә алһа, хаж уаҡытында ҡатындарға яҡынлыҡ ҡылыу ҙа, боҙоҡлоҡ та һәм ҡысҡырышыу ҙа ярамай. Ә изгелектән нимә эшләгәнегеҙҙе Алла белә. Хәстәрлек күрегеҙ, хәстәрлектәрҙең иң яҡшыһы — тәҡүә, һәм Минән ҡурҡығыҙ, эй һеҙ, аҡылы булғандар!

198. Әгәр Раббығыҙҙан йомартлыҡ эҙләйһегеҙ икән, унан гонаһ юҡ. Ғәрәфәттән бушанғас, Әл-Мәшғәр Әл-Харам янында Алланы иҫкә алығыҙ. Элек аҙашҡандарҙан булһағыҙ ҙа, Уның һеҙҙе нисек тура юлға күндергәнен иҫкә алығыҙ!

199. Аҙаҡ кешеләр ынтылған юлдан ынтылығыҙ, һәм Алланан ғәфү үтенегеҙ, ысынлап та, Алла ғәфү итеүсе, рәхимле!

200. Хаж йолаларын тамамлағас, ата-бабаларығыҙҙы иҫкә алған кеүек йәки тағы ла көслөрәк итеп, Алланы иҫкә алығыҙ. Кешеләр араһында бар шундайҙар: «Раббыбыҙ, беҙгә был донъяла бир!» — тиҙәр. Ахирәттә уларға өлөш булмаҫ!

201. Һәм улар араһында бар шундайҙар, улар: «Раббыбыҙ, беҙгә донъяла изгелек бир, ахирәттә лә изгелек бир һәм беҙҙе ут ғазабынан һаҡла!» — тиҙәр.

202. Быларға — үҙҙәре ҡаҙанған өлөш. Алла, ысынлап та, хисапта етеҙ!

203. Һәм һаналған көндәрҙә Алланы иҫкә алығыҙ! Берәйһе ике көнгә ашыҡһа, унан гонаһ юҡ. Ә берәйһе кисегә икән, уға ла гонаһ юҡ. Был — Алланан ҡурҡҡан кешегә. Алланан ҡурҡығыҙ һәм белегеҙ: һеҙ Уға ҡайтасаҡһығыҙ!

204. Кешеләр араһында шундайҙар бар: был донъяла уның һүҙҙәре һине ғәжәпләндерә, һәм ул үҙ күңелендәге нәмәгә Алланы шаһит итә, һәм ул — бик ҡаты һүҙ көрәштереүсе.

205. Ә әгәр ситкә боролһа инде, Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ таратырға, һәм игенлектәрҙе, һәм нәҫелдәрҙе һәләк ҡылырға тип йөрөй,— ә Алла боҙоҡ эште яратмай!

206. Әгәр уға: «Алланан ҡурҡ!» — тиһәләр, уны гонаһлы тәкәбберлек тота. Йәһәннәм уның урыны, ә ул ниндәй яман урын бит!

207. Кешеләр араһында шундайҙар бар: ул Алла ризалығы өсөн үҙенең йәнен һатып ала, ә Алла Үҙ ҡолдарына мәрхәмәтле.

208. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Барығыҙ ҙа Ислам диненә инегеҙ! Шайтан юлынан бармағыҙ! Ул һеҙгә асыҡтан-асыҡ дошман бит! 209. Әгәр һеҙгә асыҡ аяттар килгәндән һуң абынһағыҙ, белегеҙ: Алла олуғ, рәхимле!

210. Әллә улар Алланың һәм фәрештәләрҙең болоттар күләгәһенән килеүен генә көтөп торалармы? Ә эштәр үтәлде инде, һәм барлыҡ эштәр ҙә Аллаға ҡайта.

211. Исраил балаларынан һора: асыҡ аяттарҙы күпме төшөрҙөк һуң Беҙ уларға? Әгәр берәү Алланың ниғмәтен үҙенә килгәндән һуң алмаштырһа, Алла яза ҡылыуҙа көслө!

212. Кафырҙар алдында донъя зиннәтләндерелгән, һәм улар иман килтергән кешеләрҙе мәсхәрәләйҙәр, әммә ләкин иман килтергән кешеләр ҡиәмәт көнөндә уларҙан өҫтөнөрәк. Ысынлап та, Алла теләгән бәндәһенә иҫәпһеҙ ризыҡ бирә.

213. Кешеләр бер өммәт инеләр. Алла уларға, шатландырыусы һәм өгөтләүсе-иҫкәртеүселәр итеп, бәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙе, кешеләр араһында уларҙың ни өсөн айырылышҡандарын хөкөм итеү өсөн улар аша хаҡ китап иңдерҙе. Ә китап иңдерелгән кешеләр генә, уларға асыҡ аяттар килгәндән һуң, үҙ-араларындағы яуызлыҡ арҡаһында айырылыштылар. Алла иман килтергән кешеләрҙе хәҡиҡәткә сығарҙы; ә улар был хәҡиҡәткә ҡарата Уның рөхсәте менән айырылышҡайнылар. Алла теләгән кешене тура юлға йүнәлтә!

214. Әллә һеҙ, һеҙгә ҡәҙәр килеп үткән кешеләргә килгән кеүек нәмә һеҙгә килмәҫ борон, ожмахҡа инербеҙ тип уйланығыҙмы? Уларға бәлә-ҡаза һәм ҡайғы килде, ер тетрәүгә дусар булдылар. Хатта рәсүл һәм уның менән иман килтергән кешеләр: «Ҡасан һуң Алланың ярҙамы?» — тинеләр. Эйе, ысынлап та, Алланың ярҙамы яҡын!

215. Улар һинән: «Ниндәй малды сарыф итергә?»— тип һорайҙар. «Яҡшылыҡтан нимә сарыф иттегеҙ, ул — ата-эсәләргә һәм яҡындарға, һәм етемдәргә, һәм меҫкендәргә, һәм юлсыларға. Сөнки, изгелектән нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, ысынлап та, был турала Алла белә»,—тип әйт.

216. Һеҙгә һуғыш фарыз ителгән, ә ул һеҙҙә нәфрәт тыуҙыра. Ихтимал, һеҙ берәй нәмәнән нәфрәтләнә торғанһығыҙҙыр, ә ул һеҙҙең өсөн хәйерле, һәм, ихтимал, һеҙ берәй нәмәне ярата торғанһығыҙҙыр, ә ул һеҙгә — насарлыҡ — ысынлап та, Алла белә, әммә һеҙ белмәйһегеҙ!

217. Улар һинән тыйылған ай тураһында һорайҙар — ундағы һуғыш тураһында. «Ундағы һуғыш — оло һуғыш,— тип әйт.— Ә Алла юлынан ҡайтарыу, һәм Уға, һәм «Харам мәсет»кә ышанмау, һәм мәсет әһелдәрен ҡыуып сығарыу — Алла ҡаршыһында тағы ла насарыраҡ эш: фетнә үлтереүҙән дә ҙурыраҡ бит!» Ҡулдарынан килһә, һеҙҙе динегеҙҙән ҡайтарғанға ҡәҙәр улар һуғыштан туҡталмаясаҡ. Әгәр һеҙҙән берәү диндән ҡайтһа һәм ул кафыр булып үлһә, ундайҙарҙың эштәре донъяла ла һәм ахирәттә лә мәғәнәһеҙ, былар — тамуҡта йәшәүселәр, улар унда мәңге ҡала.

218. Ысынлап та, иман килтергәндәр һәм йорт-ерҙәрен ташлап күсеп киткәндәр һәм Алла юлында көрәшеүселәр Алланың рәхмәтен өмөт итәләр. Алла ғәфү итеүсе, рәхимле!

219. Улар һинән хәмер һәм отош уйыны тураһында һорай: «Быларҙың икеһендә лә бөйөк гонаһ һәм кешеләргә ниндәйҙер файҙа, әммә уларҙың гонаһтары файҙаларынан ҙурыраҡ!» — тип әйт. Һәм улар һинән: «Нимә сарыф ҡылырға?» — тип һорайҙар. «Артҡанын», — тип әйт. Бына шулай аңлата һеҙгә Алла үҙ аяттарын — моғайын, һеҙ фекер йөрөтөп ҡарарһығыҙ,

220. донъя һәм ахирәт тормошо тураһында! Улар һинән етемдәр тураһында һорай: «Уларға изгелек күрһәтеү — яҡшылыҡ»,— тип әйт. Әгәр һеҙ улар менән ҡатнашһағыҙ, улар -- һеҙҙең ҡәрҙәштәрегеҙ һәм Алла боҙоҡлоҡ ҡылыусыны яҡшылыҡ ҡылыусынан айыра. Әгәр Алла теләһә, һеҙҙе бәлә-ҡазаға дусар итер ине. Ысынлап та, Алла бөйөк, хикмәтле!

221. Күп илаһҡа табыныусы ҡатындарға улар иман килтергәнгә ҡәҙәр өйләнмәгеҙ: әлбиттә, иман килтергән ҡол ҡатын күп илаһҡа табыныусы ҡатындан артығыраҡ, әгәр ул ҡатын һеҙҙе һоҡландырһа ла. Күп илаһҡа табыныусы иргә, иман килтергәнгә ҡәҙәр, кейәүгә бирмәгеҙ. Әлбиттә, иман килтергән ҡол күп илаһҡа табыныусы ирекле ирҙән артығыраҡ, әгәр ул һеҙҙе һоҡландырһа ла. Улар утҡа саҡыра, ә Алла — ожмахҡа һәм Үҙ рөхсәте менән ярлыҡауға саҡыра, һәм аяттарын кешеләргә аңлата, ихтимал, улар аҡылға ултырыр!

222. Улар һинән ҡатындарҙың күреме тураһында һорай: «Ул—яфа»,— тип әйт. Күрем уаҡытында ҡатындарға теймәгеҙ, таҙарынғанға ҡәҙәр улар менән яҡынлашмағыҙ. Улар таҙарынғас, Алла ҡушҡанса яҡынлағыҙ. Ысынлап та, Алла тәүбә иткәндәрҙе һәм таҙарынғандарҙы ярата! 223. Ҡатындарығыҙ — һеҙҙең иген баҫыуы ул, игенлегегеҙгә теләһә ҡасан килегеҙ, үҙ-үҙегеҙгә әҙерләгеҙ, һәм Алланан ҡурҡығыҙ һәм белегеҙ: һеҙ Уны осратырһығыҙ, һәм иман килтергән кешеләрҙе һөйөнсөлә!

224. Алланы үҙегеҙҙең диндар, тәҡүәле, кешеләр араһында килештереүсе-яраштырыусы булыуығыҙ тураһындағы анттарығыҙ әйберенә әйләндермәгеҙ. Алла —ишетеүсе, белеүсе!

225. Алла һеҙҙе антығыҙҙағы мәғәнәһеҙ һүҙ өсөн шелтәләмәй. Әммә күңелегеҙ ҡаҙанған нәмә өсөн шелтәләй. Алла ярлыҡаусы, түҙемле! 226. Әгәр берәүҙәр ҡатындары тураһында [яҡынлыҡ ҡылмаҫҡа] ант итһә, дүрт ай көтөп торорға тейешле. Һәм, шунан һуң анттарынан ҡайтһалар... Ул саҡта, ысынлап та, Алла ярлыҡаусы, рәхимле!

227. Әгәр улар айырылышырға теләһә, ул саҡта, ысынлап та, Алла ишетеүсе, белеүсе! 228. Айырылған ҡатындар, өс күремгәсә япа-яңғыҙ көтөп торор, әгәр улар Аллаға һәм ахирәт көнөнә иман килтергән булһалар, уларға аналыҡтарындағы Алла бар ҡылған нәмәне йәшерергә рөхсәт ителмәй. Әгәр ирҙәре ярашыуҙы теләһә, был хәлдә уларҙы ҡайтарыуҙары хәйерле. Һәм ғөрөф-ғәҙәт буйынса уларҙың өҫтәренә булған нәмә — уларға. Ирҙәргә ҡатындар өҫтөнән — дәрәжә. Ысынлап та, Алла бөйөк, хикмәтле!

229. Талаҡ — ике тапҡыр. Шунан һуң билдәле йола буйынса [никахта] торорға йәки яҡшылыҡ менән [айырып] ебәрергә. Һеҙгә ҡатындарға биргәндәрҙән бер нәмәне лә кире алырға рөхсәт ителмәй. Иллә мәгәр, улар икеһе лә Алла билдәләгән сиктәрҙе үтәмәүҙән ҡурҡһа ғына. Әгәр һеҙ Алла билдәләгән сиктәрҙе үтәрҙәр тип ҡурҡһағыҙ, ул ҡатын, фидйә биреп, үҙен юллап алған хәлдә, уларҙың икеһенә лә гонаһ юҡ. Бына ошо инде Алланың сиктәре, уларҙы үтмәгеҙ, кем Алланың сиктәрен үтһә, шул — залим! 230. Әгәр ир ҡатынына [өсөнсө тапҡыр] талаҡ ҡылһа, ул ҡатын икенсе иргә сыҡҡанға ҡәҙәр был иргә рөхсәт ителмәй, һәм әгәр ул ир айырһа, һәм Алланың сиктәрен боҙмауҙы уйлаһалар, уларҙың бер-береһенә ҡайтыуҙарында гонаһ юҡ. Бына Алланың сиктәре, Ул уларҙы белеме булғандарға аңлата.

231. Әгәр ҡатындарҙы айырһағыҙ һәм уларҙың билдәле уаҡыттары тулһа, уларҙы ҡабул ителгән тәртип буйынса тотоғоҙ йәки ҡабул ителгән тәртип буйынса [айырып] ебәрегеҙ, сиктән үтеп көсләп тотмағыҙ: кем улай итә — үҙ-үҙенә ҡарата золом ҡыла. Алланың аяттарын көлкөгә әйләндермәгеҙ; Алланың ниғмәттәрен, Уның, һеҙҙе өгөтләп, китаптан һәм хикмәттән иңдергәндәрен иҫкә алығыҙ; Алланан ҡурҡығыҙ һәм белегеҙ: Алла һәр нәмәне белеүсе!

232. Ҡатындарығыҙҙы айырғас һәм уларҙың уаҡыттары тулғас, улар ғөрөф-ғәҙәт буйынса үҙ-ара килешһәләр, үҙ ирҙәре менән никахлашыуҙарына ҡамасаулыҡ итмәгеҙ. Бына ошоноң менән һеҙҙең арағыҙҙан Аллаға һәм ахирәт көнөнә иман килтергән кешеләрҙе өгөтләйҙәр. Был — һеҙгә аңлайышлыраҡ һәм сафыраҡ. Ысынлап та, Алла белә, ә һеҙ белмәйһегеҙ! 233. Имеҙеүҙе тулыһынса үтәргә теләгән әсәләр үҙ балаларын теүәл ике йыл имеҙергә тейеш. Атайҙар өҫтөндә — йола буйынса—туйҙырыу һәм кейендереү. Мөмкин булмаған эш һис бер йәнгә йөкләтелмәҫ. Бала өсөн әсә һәм бала өсөн ата рәнйетелмәҫ! Уариҫтарҙың өҫтөндә лә — ошо уҡ. Әгәр ата-әсә, кәңәшләшеп, ризалашып, баланы ике йылдан да алда имсәктән айырырға теләһә, уларға гонаһ юҡ. Әгәр балаларығыҙҙы икенсе ҡатындың имеҙеүен теләһәгеҙ һәм йола буйынса бирелергә тейешле хаҡты түләһәгеҙ, һеҙгә гонаһ юҡ. Алланан ҡурҡығыҙ һәм белегеҙ: Алла һеҙ нимә эшләгәнде күрә!

234. Әгәр һеҙҙән берәү уафат булып, ҡатыны ҡалһа, улар үҙ-үҙҙәре дүрт ай ҙа ун көн көтөргә тейеш. Ҡасан уаҡыты тулһа, йола буйынса ул үҙ-үҙе менән нимә эшләһә лә һеҙгә гонаһ юҡ. Алла һеҙ эшләгәнде белә!

235. Ҡатындарға яусылап тәҡдим яһауҙан йәки уҙ күңелегеҙҙә булғанды йәшереүҙән һеҙгә гонаһ юҡ. Алла һеҙҙең уларҙы иҫкә аласағығыҙҙы белә. Уларға йәшерен рәүештә үәғәҙә бирмәгеҙ, ғәҙәттә ҡабул ителгән һүҙҙе генә әйтмәһәгеҙ инде. Яҙып билдәләнгән уаҡытҡа етмәҫ борон өйләнергә ҡарар итмәгеҙ. Белегеҙ, Алла һеҙҙең күңелегеҙҙәген белә, һәм Унан һаҡланығыҙ һәм белегеҙ: Алла ғәфү итеүсе, баҫынҡы!

236. Ҡулығыҙҙы тейҙермәйенсә [яҡынлыҡ ҡылмайынса] һәм шарттарығыҙҙы килешмәгән хәлдә ҡатын айырһағыҙ, һеҙгә гонаһ юҡ. Уларға ғөрөф-ғәҙәткә ярашлы итеп файҙаланыу өсөн кәрәк нәмәһен бирегеҙ, бай кеше — уҙ хәленсә, ярлы — үҙ хәленсә, хәйерле эш эшләүсе кешеләргә тейешле рәүештә.

237. Әгәр һеҙ ҡулығыҙҙы тейҙермәйенсә [яҡынлыҡ ҡылмайынса], әммә ләкин шарттарығыҙҙы килешкәндән һуң ҡатын айырһағыҙ, һеҙ шарт ҡылғандың яртыһы — уларға, әгәр улар йәки ҡулында никах танытмаһы булған кеше ғәфү итмәһә генә инде. Әгәр һеҙ ғәфү итһәгеҙ — тәҡүәгә яҡыныраҡ. Үҙ арағыҙҙа яҡшылыҡ ҡылыуҙы онотмағыҙ — Алла һеҙ эшләгән эштәрҙе күрә!

238. Намаҙҙарҙы һәм урта намаҙҙы һаҡлағыҙ һәм Алла ҡаршыһында түбәнселек менән тороғоҙ.

239. Әгәр хәүефләнһәгеҙ, йәйәү йәки ат өҫтөндә уҡығыҙ, ә инде именлектә булһағыҙ, Алланы иҫкә төшөрөгөҙ элек һеҙ белмәгәндә Уның нисек һеҙгә өйрәткәнен.

240. Әгәр һеҙҙән берәүҙәр уафат булһа һәм ҡатындары ҡалһа, ҡатындарына уасыят — йәшәгән еренән сығарылмайынса, бер йылға тиклем файҙаланып торорға тейешле. Әгәр улар үҙҙәре сыҡһа, һәм үҙ-үҙе менән йола буйынса нимәлер эшләһә, һеҙгә гонаһ юҡ. Ысынлап та, Алла — бөйөк, хикмәтле!

241. Һәм айырылған ҡатындарға — йола буйынса файҙаланыу, тәҡүәлеләргә — тейешле рәүештә.

242. Шулай аңлата Алла һеҙгә Үҙенең аяттарын — моғайын, һеҙ төшөнөрһөгөҙ!

243. Әллә һин, үлемдән ҡурҡып, йорттарынан сыҡҡан кешеләрҙе күрмәнеңме? Улар меңдәр ине бит. Алла уларға: «Үлегеҙ!» — тине. Унан һуң уларҙы терелтте. Ысынлап та, Алла кешеләргә изгелек ҡылыусы, әммә кешеләрҙең күбеһе шөкөр итмәй!

244. Һәм Алла юлында һуғышығыҙ һәм белегеҙ: Алла ишетеүсе, күреүсе!

245. Аллаға, Алла уны күп тапҡыр арттырһын өсөн, кем яҡшы бурыс бирер? Алла тормошто тар ҙа итер, киң дә итер, һәм һеҙ Уға ҡайтарылырһығыҙ!

246. Әллә һин Мусанан һуң Исраил улдарының атаҡлы кешеләрен күрмәнеңме; уларҙың үҙ бәйғәмбәренә: «Беҙгә батша билдәлә, шул уаҡытта беҙ Алла юлында һуғышырбыҙ!» — тигәндәрен? Ул: «Әгәр һеҙгә һуғышырға бойоролһа, бәлки, һеҙ һуғышмаҫһығыҙ?» — тине. Улар: «Беҙ үҙ йорттарыбыҙҙан ҡыуылғас һәм балаларыбыҙҙан айырылғас, ни өсөн беҙгә Алла юлында һуғышмаҫҡа ти?» — тинеләр. Һуғышырға бойоролғайны, уларҙың бик аҙынан башҡалары боролоп китте. Алла залимдарҙы белә!

247. Һәм уларға үҙ бәйғәмбәрҙәре: «Бына Алла һеҙгә Талутты батша итеп ебәрҙе»,—тине. Улар: «Нисек инде ул беҙҙең өҫтән хакимлыҡ итһен? Беҙ хакимлыҡ итергә унан да лайығыраҡбыҙ, уның мөлкәте лә етешле түгел бит»,— тинеләр. Ул: «Алла һеҙгә уны һайланы, уны белем дә, тән дә яғынан артыҡ, киң ҡылды. Ысынлап та, Алла Үҙ хакимиәтен теләгән кешеһенә бирә»,—тине. Алла бөтә нәмәне ҡоса, белә!

248. Үҙ бәйғәмбәрҙәре уларға: «Уның хакимлығының аяты шунда: һеҙгә табут килер, ул табутта Раббығыҙҙан күңел тыныслығы килер, һәм Муса, һәм Һарун ырыуҙары ҡалдырғандың ҡалдыҡтары булыр. Уны фәрештәләр килтерә. Ысынлап та, бында һеҙгә аяттар бар, әгәр һеҙ мөьмин булһағыҙ»,— тине.

249. Талут ғәскәр менән сыҡҡас: «Алла һеҙҙе йылға менән һынай, кем шул йылғанан һыу эсһә, ул минеке түгел, ә кем уны татып ҡарамаһа, ул — минеке; әлбиттә, усы менән алып һемергән кешеләрҙән башҡаһы,— тине. Ул йылғанан эстеләр — бик аҙҙарынан башҡаһы. Ул һәм уның менән иман килтергән кешеләр йылғаны кисеп сыҡҡас: «Бөгөн Ялут һәм уның ғәскәре менән һуғышырға беҙҙең көсөбөҙ юҡ!» — тинеләр. Ә Алланы осратабыҙ тип уйлаған кешеләр: «Алланың рөхсәте менән ҙур булмаған бер нисә төркөм күп кешеле төркөмдө еңде бит»,— тинеләр. Ысынлап та, Алла сабыр иткәндәр менән!

250. Улар Ялут һәм уның ғәскәре алдына килгәс: «Раббыбыҙ, беҙгә сабырлыҡ бир, аяҡтарыбыҙҙы нығыт, кафырҙарға ҡаршы ярҙам ит!» — тинеләр.

251. Алланың рөхсәте менән уларҙы ҡасырға мәжбүр иттеләр, һәм Дауыт Ялутты үлтерҙе, Алла Дауытҡа хакимиәт һәм хикмәт бирҙе һәм Үҙе теләгән нәмәләрҙе өйрәтте. Әгәр Алла кешеләрҙе бер-береһенән тыйып тормаһа, ер йөҙө боҙоҡланыр ине, әммә Алла — ғәләмдәр өсөн йомартлыҡ эйәһе!

252. Бына шулай Алланың аяттары. Беҙ уларҙы һиңә хаҡлыҡ менән уҡыйбыҙ, һәм, ысынлап та, һин — рәсүлдәрҙән.

253. Бына — рәсүлдәр. Беҙ уларҙың ҡайһы берҙәрен икенселәренән өҫтөнөрәк ҡылдыҡ. Уларҙың ҡайһы берҙәре менән Алла һөйләште, ҡайһыларының дәрәжәһен күтәрҙе. Беҙ Мәрйәм улы Ғайсаға асыҡ аяттар бирҙек, уны изге Рух менән ҡеүәтләнек. Алла теләһә, уларҙан һуң килгән кешеләр, асыҡ аяттар килгәндән һуң, һуғышмаҫтар ине. Әммә улар айырылыштылар, араларында иман килтергәндәр ҙә, кафырҙар ҙа булды. Алла теләһә, улар һуғышмаҫтар ине, әммә Алла Үҙе теләгәнде эшләй!

254. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Беҙ һеҙгә биргән нәмәләрҙе шул көн килмәҫ борон сарыф итегеҙ — ул көндө һатыу итеү ҙә, дуҫлыҡ та, яҡлашыу ҙа булмаҫ,— ә кафырҙар — залим!

255. Алла, Унан, тере һәм мәңге булғандан башҡа,—илаһ юҡ. Уны йоҡомһорау ҙа, йоҡо ла алмай; күктәрҙә һәм Ерҙә булған нәмәләр — Уныҡы. Уның алдында. Үҙ рөхсәтенән башҡа, кем яҡлаша алыр? Ул уларға ҡәҙәр булғандарҙы ла һәм уларҙан һуң булғандарын да белә, ә улар, Уның теләгенән тыш, Уның белеменән бер нәмә лә аңлай алмай. Уның тәхете күктәрҙе һәм Ерҙе биләй, һәм уларҙы һаҡлау Уға ауыр түгел,— Ул бөйөк, олуғ!

256. Диндә көсләү юҡ. Тура юл аҙашыуҙан асыҡ айырылды инде. Һындарға табынмайынса Аллаға иман килтергән кеше, ысынлап та, ышаныслы, уға емерелеү булмаған, терәккә тотондо. Ысынлап та, Алла ишетеүсе, күреүсе!

257. Алла — иман килтергән кешеләрҙең дуҫы: Ул уларҙы ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа сығара. Ә иман килтермәгән кешеләрҙең дуҫтары — һындар — уларҙы яҡтылыҡтан ҡараңғылыҡҡа сығара. Былар — ут әһелдәре, улар унда мәңге ҡалыр!

258. Әллә һин Ибраһим менән Алла уға хакимлыҡ биреү сәбәпле уның Раббыһы тураһында һүҙ көрәштереүсе кешене күрмәнеңме? Бына Ибраһим: «Раббым шул: Ул терелтә лә, үлтерә лә»,—тине. Теге кеше: «Мин терелтәм һәм үлтерәм», — тине. Ибраһим: «Бына Алла Ҡояшты көнсығыштан сығара, ә һин көнбайыштан сығар!» — тине. Иман килтермәгән кеше ҡаушап ҡалды: Алла залимдарҙы тура юлға алып бармай!

259. Йәки — ҡала эргәһенән үткән кеше һымаҡ, ә ул ҡала нигеҙенә тиклем емерелгәйне. Ул кеше: «Үлгәндән һуң быны Алла нисек терелтһен инде?» — тине. Йөҙ йылға үлтерҙе уны Алла, унан һуң терелтте. Ул: «Күпме уаҡыт [үлеп] торҙоң һин?» — тине. Тегеһе: «Бер көн йәки көндөң өлөшөн генә торҙом»,— тине. Ул: «Юҡ, һин йөҙ йыл торҙоң! Һин ашамлығыңа һәм эсемлегеңә ҡара, улар боҙолмаған да бит. Ишәгеңә ҡара — һине кешеләр алдында аят итеү өсөн,— һөйәктәргә ҡара, Беҙ уларҙы нисек йыйғаныбыҙға, унан һуң ит ҡундырыуыбыҙға,— тине. Уға барыһы ла асыҡланғандан һуң: «Мин Алланың һәр нәмәгә ҡөҙрәтле икәнен беләм!» — тине.

260. Һәм бына Ибраһим: «Эй, Раббым, үлектәрҙе нисек терелтеүеңде күрһәт миңә»,— тине. Ул: «Әллә һин иман килтермәнеңме?» — тине. Ибраһим: «Эйе, иман килтерҙем, әммә күңелемде тынысландырыу өсөн»,— тине. Ул: «Дүрт ҡош ал, уларҙы үҙ эргәңә йый, унан һуң уларҙың өлөштәрен һәр тауға урынлаштыр ҙа — саҡыр: ашығышып яныңа килерҙәр, һәм бел: Алла бөйөк, хикмәтле!» — тине.

261. Үҙ малдарын Алла юлында сарыф иткән кешеләр бер орлоҡтан ете башаҡ, һәр башаҡта йөҙ орлоҡ үҫтергән орлоҡҡа оҡшайҙар. Һәм Алла теләгән бәндәһенә икеләтә өлөш бирә. Ысынлап та, Алла бөтә нәмәне биләүсе, белеүсе!

262. Байлыҡтарын Алла юлында сарыф иткән малдары артынан битәрләп ҡалмаған һәм рәнйемәгән кешеләргә — үҙ Раббылары ҡаршыһында әжер, һәм уларға хәүеф тә булмаҫ һәм улар көйөнмәҫтәр ҙә.

263. Яҡшы һүҙ һәм ғәфү итеү — арттан рәнйеү эйәргән саҙаҡаға ҡарағанда яҡшыраҡ. Ысынлап та, Алла бай, баҫалҡы!

264. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Үҙ малын кешеләр алдында ике йөҙлөләнеп сарыф ҡылған һәм Аллаға һәм ахирәт көнөнә иман килтермәгән кеше кеүек, саҙаҡағыҙҙы битәрләү һәм рәнйеү менән юҡҡа сығармағыҙ. Ул — өҫтән тупраҡ ҡаплаған таш ҡаяға оҡшай: ләкин уға ҡойма ямғыр яуған һәм уны яланғас ҡалдырған. Улар үҙҙәре кәсеп иткән бер нәмәгә лә эйә түгелдәр: Алла кафырҙарҙы тура юлдан алып бармай!

265. Үҙ малдарын Алла ризалығы өсөн һәм үҙ күңелдәренән нығыныу өсөн сарыф иткән кешеләр ҡалҡыулыҡтағы баҡсаға оҡшай: уға ҡойма ямғыр яуған һәм баҡса емештәрен икеләтә килтергән. Әгәр уға ҡойма ямғыр яумаһа, ул саҡта—ысыҡ. Ысынлап та, һеҙ нимә эшләгәнде Алла күрә!

266. Берәйегеҙ теләрме ни хөрмә һәм йөҙөм баҡсалары булып, улар аҫтында йылғалар ағып ятыуын, һәм уларҙа һәр төрлө емештәр булыуын, һәм бына шул кешегә ҡартлыҡ килеүен, балалары әле көсһөҙ булып, һәм шул саҡта утлы өйөрмә баҡсаларҙы яндырып китеүен? Бына шулай Алла һеҙгә аяттарҙы аңлата — моғайын, һеҙ фекер йөрөтөп ҡарарһығыҙ.

267. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Кәсеп иткән малдарығыҙҙың һәм Беҙ һеҙгә ерҙән сығарған нәмәләрҙең яҡшыраҡтарын сарыф итегеҙ. Һәм мал сарыф иткәндә насарын бирергә тырышмағыҙ — үҙегеҙ ҙә күҙ йомоп алмаҫтайын. Белегеҙ, Алла бай, данлы!

268. Шайтан һеҙгә фәҡирлек үәғәҙә итә, һәм боҙоҡлоҡҡа бойора, ә Алла һеҙгә ярлыҡауын һәм рәхмәтен үәғәҙә итә. Ысынлап та, Алла бар нәмәне биләүсе, белеүсе!

269. Ул хикмәтте теләгәненә бирә: ә кемгә хикмәт бирелгән,— уға күп яҡшылыҡ та бирелгән. Әммә аҡылдары булғандар ғына иҫкә ала!

270. Сығымдарҙан ниндәй генә сығым яһаһағыҙ ҙа, нәҙерҙән ниндәй генә нәҙер әйтһәгеҙ ҙә, ысынлап та, Алла уны белә, һәм залимдарҙың ярҙамсылары юҡ!

271. Әгәр саҙаҡаларҙы асыҡ бирәһегеҙ икән — был яҡшы; ярлыларға биргән уаҡытта йәшереп бирһәгеҙ — был һеҙгә һәйбәтерәк һәм ул һеҙҙең насар эштәрегеҙҙе ҡаплай: ысынлап та, Алла һеҙ эшләгән эштәрҙен хәбәрҙар!

272. Уларҙы тура юлдан алып барыу һиңә йөкмәтелмәгән, әммә Алла теләгәнен тура юлдан алып бара. Һеҙ малығыҙҙан нимә генә сарыф итһәгеҙ ҙә, ул — үҙегеҙ өсөн, һеҙ уны фәҡәт Алла йөҙөнә йүнәлеүҙән генә сарыф ҡылаһығыҙ. Үҙ изгелегегеҙ менән нимә генә сарыф итһәгеҙ ҙә, ул һеҙгә теүәл ҡайтарылыр һәм һеҙ ҡыйырһытылмаҫһығыҙ.

273. Был — Алла юлында тотҡарланған фәҡирҙәр өсөн,— улар Ер йөҙөндә хәрәкәтләнә алмайҙар; иҫәр, наҙан кешеләр тыйнаҡ булғандары өсөн уларҙы бай тип иҫәпләйҙәр, уларҙы һин билдәләренән белерһең: улар бәйләнсекләнеп кешенән һоранмайҙар. Һеҙ изгелегегеҙҙән нимә генә сарыф итһәгеҙ ҙә, ысынлап та, Алла быны белә!

274. Малдарын төндә һәм көндөҙ, йәшерен һәм асыҡ сарыф иткән кешеләр — уларға әжерҙәре үҙ Раббылары ҡаршыһында; уларға хәүеф тә юҡ, улар көйөнмәҫтәр ҙә!

275. Риба ашаусылар ҡәберҙәренән торғанда, фәҡәт шайтан үҙенең ҡағылыуы менән аяҡтан йыҡҡан кешеләр торған кеүек торасаҡтар. Уларға — был «Һатыу итеү ҙә шул уҡ риба бит»,— тигәндәре өсөн. Алла һатыу итеүҙе рөхсәт итте, ә рибаны харам ҡылды. Әгәр берәүгә Раббыһынан өгөт килһә һәм ул тыйылһа, үткәндәре уға ғәфү ителә: уның эше Алла ҡулында; әгәр берәү ҡабатлаһа, ул — ут әһеле һәм унда мәңге ҡалыр!

276. Алла рибаны һәләк итә, ә саҙаҡаны үҫтерә. Ысынлап та, Алла һәр гонаһлы кафырҙы яратмай!

277. Иман килтергәндәргә һәм изге эш эшләгәндәргә, намаҙ торғандарға, зәкәт түләгәндәргә үҙ Раббылары ҡаршыһында — әжер, уларға хәүеф тә юҡ, һәм улар көйөнмәҫтәр ҙә!

278. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Алланан ҡурҡығыҙ һәм, әгәр иман килтергән булһағыҙ, рибанан ҡалғанды алмағыҙ!

279. Әгәр һеҙ быны эшләмәһәгеҙ, Алланан һәм Уның рәсүленән һуғыш тураһында ишетегеҙ, әгәр тәүбәгә килһәгеҙ, һеҙҙең төп малығыҙ — үҙегеҙгә. Залим булмағыҙ, һәм һеҙгә лә золом булмаҫ!

280. Әгәр берәү ауыр хәлдә ҡалһа, хәле еңеләйгәнгә ҡәҙәр көтөгөҙ, ә саҙаҡа итеү — һеҙҙең өсөн яҡшыраҡ, әгәр белһәгеҙ.

281. Һәм Аллаға ҡайтарыла торған көнөгөҙҙән һаҡланығыҙ; ул көндө һәр йәнгә нимә ҡаҙанған булһа, шул теүәл түләнер, һәм уларға золом булмаҫ!

282. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Әгәр билдәле уаҡытҡа ҡәҙәр бер-берегеҙҙән бурыс алһағыҙ, уны яҙып ҡуйығыҙ. Һәм арағыҙҙан берәй яҙыусы ғәҙел итеп яҙһын. Яҙыусы Алла өйрәткәнсә яҙыуҙан ҡарышмаһын, ул яҙһын, ә өҫтөндә йөкләмә булған кеше әйтеп торһон, Раббыһы Алланан ҡурҡһын, унда бер нәмә лә кәметмәһен. Әгәр өҫтөндә йөкләмә булған кеше зәғиф аҡыллы йәки көсһөҙ булһа, йәки үҙе әйтеп яҙҙыра алмаһа, уның яҡыны ғәҙел итеп әйтеп яҙҙырһын. Шаһит итеп арағыҙҙан ике ирҙе алығыҙ. Әгәр ике ир булмаһа, бер ир һәм шаһит булыуҙарына үҙегеҙ риза булған ике ҡатын алығыҙ, уларҙың береһе яңылышһа, икенсеһе иҫенә тошөрһөн өсөн. Саҡырылған уаҡытта шаһиттар ҡарышмаһын; бурыстың бәләкәйен дә, ҙурын да билдәле уаҡытҡа ҡәҙәр яҙыуҙан ялыҡмаһындар. Был Алла ҡаршыһында ғәҙелерәк, шаһитлыҡ өсөн тоғрораҡ һәм һеҙгә шикләнмәҫ өсөн яҡыныраҡ. Әгәр был һеҙ үҙ-ара йөрөтә торған ҡул аҡсаһына һатыу-итеү генә булһа инде,— ул саҡта яҙышмаһағыҙ ҙа гонаһ юҡ. Үҙ-ара һүҙ ҡуйышҡанда шаһиттар булдырығыҙ. Шаһитҡа ла, яҙыусыға ла зарар килтерелмәҫкә тейеш: әгәр быны эшләһәгеҙ, был — һеҙҙәге боҙоҡлоҡ. Алланан ҡурҡығыҙ; Алла һеҙҙе өйрәтә, Алла һәр нәмәне белә!

283. Әгәр юлда булһағыҙ һәм яҙыусы тапмаһағыҙ, рәһендәр алына. Һеҙҙән кем дә булһа икенсе берәүгә ышанһа, ышанған кеше аманатын ҡайтарһын, һәм үҙ Раббыһынан ҡурҡһын. Шаһитлығығыҙҙы йәшермәгеҙ, әгәр берәү йәшерһә, ул — күңеле гонаһлы, ә Алла һеҙ эшләгәнде белеүсе!

284. Күктәрҙә һәм Ерҙә булған нәмәләр барыһы ла Алланыҡы. Әгәр һеҙ күңелегеҙҙәген асыҡлаһағыҙ йәки йәшерһәгеҙ, бының өсөн Алла һеҙҙән хисап алыр. Ул теләгән кешене ярлыҡар, теләгән кешегә яза бирер: ысынлап та, Алла һәр нәмәгә ҡөҙрәтле!

285. Үҙ Раббыһы тарафынан иңдерелгәндәргә рәсүл һәм мөьминдәр иман килтерҙе. Барыһы ла Аллаға иман килтерҙе һәм Уның фәрештәләренә, һәм уның китаптарына, һәм Уның рәсүлдәренә. «Рәсүлдәрҙең береһенән икенсеһен Беҙ айырмайбыҙ», «Беҙ ишеттек һәм баш эйәбеҙ. Ғәфү итеү—Һинеке, Раббыбыҙ, һәм ҡайтыуыбыҙ — Һиңә»,— тине улар.

286. Мөмкин булғандан башҡа һис бер нәмәне Алла йәнгә йөкләмәй. Нимә ҡаҙанған булһа — уға, һәм уға ҡаршы ла — үҙе ҡаҙанғаны, «Раббыбыҙ! Әгәр беҙ онотһаҡ йәки хаталанһаҡ, беҙҙе шелтәләмә. Раббыбыҙ! Беҙҙән әүүәл булғандарға Һин йөкләткән кеүек ауырлыҡты беҙгә йөкләтмә! Раббыбыҙ! Беҙҙең тәҡәтебеҙ етмәҫте беҙгә йөкләтмә! Ҡотҡар беҙҙе, кисер, рәхимлек ҡыл беҙгә! Һин — беҙҙең хужабыҙ, кафыр халыҡҡа ҡаршы беҙгә ярҙам ит!»