Jump to content

ҺҮҘЛЕК

From Wikisource
Ҡөрьән
автор Мөхәммәт Кәрим
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.


-

Ҡөрьән Кәрим
руссаға Д. Кинельский, башҡортсаға Ф.Н.Байышев, Д.Д.Мәһәҙиев тәржемәһе


'


ҺҮҘЛЕК

Алла — Ислам динендә берҙән-бер юғары илаһ тип таныла һәм ғибәҙәт килтерелә торған заттың исеме. Раббы, тәңре, хоҙай.
Аллаһу тағәлә — иң бөйөк Алла.
Анар — гранат емеше.
Асыҡ йондоҙ — Оло Арлан йондоҙлоғондағы иң асыҡ йондоҙ, Сириус.
Ахирәт — Ислам диненсә үлгәндән һуң буласаҡ теге донъя.
Аят — билдә. Күктән бирелгән ниндәйҙер әйбер, мөғжизә; Ҡөрьән сүрәләрендә тамамланған шиғри һөйләм; ғибрәт, дәлил.
Бабил — боронғо Вавилон ҡалаһы, «Алла ҡапҡаһы» мәғәнәһендә.
Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим — «Рәхмәтле һәм рәхимле Алла исеме менән».
Бәғел — илаһ исеме, Ваал, финикиҙәрҙең төп аллаһы, буран, күк күкрәү, йәшен һәм ямғырҙар килтереүсе.
Бәдер — ҡоҙоҡтарға бирелгән атама. 624 йылда Бәдер ҡоҙоҡтары эргәһендә мосолмандар менән Мәккә мөшриҡтәре араһында һуғыш булып, мосолмандар еңеүгә өлгәшә.
Бәйән ҡылыу — аңлатыу, асыҡлау, һөйләү, еткереү, иғлан итеү.
Бәккә — Мәккә ҡалаһы.
Бәллүр — яҡтылыҡты ныҡ һындырып, үҙенә бер төрлө ялтырай һәм яңғырай торған юғары сортлы быяла, хрусталь.
Бәхирә — ҡолағын ярып, иң һалынған инә дөйә, ҡорбан малы.
Бәҙәүи — сүллектә күсеп йөрөүсе ғәрәп, күсмә халыҡ.
Быуындар — (ғәр. әсбат) — бында: Яҡуптың тоҡомо, балалары.
Ғайса — бәйғәмбәр, Мәрйәм улы Әл-Мәсих Ғайса; христиандарҙа Иисус Христос.
Ғиддәт — ирһеҙ ҡалған ҡатындың икенсе иргә бармай торорға тейеш булған уаҡыты.
Ғимран — Ғайса бәйғәмбәрҙең ҡартатаһы, Мәрйәмдең атаһы.
Ғиффәт — ҡыҙ намыҫы булған енси сафлыҡ. Күсермә мәғәнәһендә ғөмүмән сафлыҡ, бысранмаған, таҙа, намыҫлы булыу.
Гонаһ — дини ҡанундарҙан ситкә китеү, дин, шәриғәт закондарын боҙоу, үтәмәү сәбәпле Алла ҡаршыһындағы ғәйеп, яҙыҡ эш.
Ғөзәйер — бәйғәмбәр, Ездра.
Ғөмрә — кесе хаж, зөлхизә айының 8, 9, 10-сы көндәренән башҡа уаҡытта Мәккәгә барып, Ҡәғбәгә генә табыныу.
Ғөсөл — тулыһынса таҙарыныу, йыуыныу, тәһәрәт алыу.
Ғәд — залимлыҡтары өсөн Алла һәләк иткән халыҡ исеме.
Ғәден — мәңгелек баҡсаһы, ожмах, фирдәүес, йәннәт.
Ғәйеп — йәшерен, серле, берәүгә лә билдәле булмаған нәмә.
Ғәләм — Ер йөҙө, йыһан, бөтә тереклек һәм тере булмаған тәбиғәт, донъя, халыҡ, кешеләр.
Ғәнимәт — һуғыш табышы, яумал, трофей.
Дауыт — бәйғәмбәр, христиандарҙа Давид.
Джиһад — Алла, дин юлында һуғышыу.
Дирһәм — аҡса берәмеге.
Диуар — стена.
Доға — саҡырыу, ялбарыу, теләктәр менән мөрәжәғәт итеү, ғибәҙәт һүҙҙәре, намаҙ.
Донъя — ахирәттән алда була торған көнкүреш, ошо тереклек.
Ен — уттан яралған бәрей, төрлө ҡиәфәткә инә (кеше була) ала, яҡшылары ла, ямандары ла була.
Зариғ үләне — тамуҡтағы ағыулы үлән.
3алим — иҙеүсе, йәберләүсе, яуыз, уҫал, ҡаты күңелле, боҙоҡ кеше, тиран, деспот.
Золом — йәберләү, ҡыҫыу, ғәҙелһеҙлек, боҙоҡлоҡ.
Зөлкифел — бәйғәмбәр, Иязекииль.
Зөлҡәрнәй — Искәндәр батша.
3әбур — йәһүҙиҙәрҙең һәм насраниҙарҙың изге яҙмалары, псаломдар (доғалар) йыйынтығы.
Зәйет — Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең аҫрау улы, тәүге мосолмандарҙың береһе.
Зәҡҡүм ағасы — тамуҡтағы ағас, емештәрен гонаһлы бәндәләр ашай.
3әкәт — мал-мөлкәт хисабынан сығып, ярлы мосолмандар өсөн тип бирелә торған һалым, «сафланыу, таҙарыу» мәғәнәһендә.
Зәнйәбил — тамырҙары эфир майҙарына бай булған үлән һымаҡ тропик үҫемлек, имбир.
Иблис—Аллаға буйһонмағаны өсөн ҡәһәрләнеп, Күктән Ергә һөрөлгән һәм кешеләрҙе аҙҙырыу менән шөғөлләнеүсе элекке фәрештә, шайтандар башлығы. Алла янында фәрештә сағындағы исеме Ғазазил.
Ибраһим — бәйғәмбәр, христиандарҙа Авраам.
Иҙрис — бәйғәмбәр.
Илаһ — табына, ғибәҙәт ҡыла торған зат, әйбер, нәмә.
Ильяс — бәйғәмбәр, христиандарҙа Илья.
Ильясиғин — бәйғәмбәр, христиандарҙа Елисей.
Иншалла — «Әгәр Алла теләһә».
Иман — Аллаға, бәйғәмбәргә, диндең төп нигеҙҙәренә ышаныу.
Имам — кешеләрҙе үҙенә эйәртеп намаҙ уҡытыусы; өммәт, мәхәллә башлығы, юлбашсы.
Иңдереү — Күктән бойоролоп күңелгә һеңдерелеү.
Исмәғил — бәйғәмбәр, христиандарҙа Исмаил.
Исраил—Яҡуп бәйғәмбәрҙең икенсе исеме һәм унан таралған йәһүттәр нәҫеле.
Исраф — сиктән уҙыу; малды кәрәкһеҙгә, юҡҡа тотоноу, әрәм-шәрәм итеү.
Исхаҡ — бәйғәмбәр, Ибраһим бәйғәмбәрҙең уариҫы, христиандарҙа Исаак.
Ихрам бәйләү, кейеү, ихрамда булыу — хаж уаҡытында изге ергә инер алдынан кейелә торған кейем. Ике аҡ таҙа туҡыманан тороп, уларға энә тейергә тейеш түгел; бер киҫәге муйынға һәм иңбашҡә һалына, икенсеһе менән бил быуалар.
Йалут— бында: бәһлеүән, христиандарҙа Голиаф.
Йаҡтин ағасы — ҡабаҡ ағасы.
Йософ — бәйғәмбәр, христиандарҙа Иосиф.
Йәжүк һәм Мәжүж — ике ҡәбилә исеме, көнсығыш һәм көнбайыш халыҡтары, Гог һәм Магог.
Йәннәт — ожмах, ожмах баҡсаһы, фирдәүес, ҡиәмәт көнөнән һуң иманлылар мәңге торасаҡ урын.
Йәриә — ҡол ҡатын, яҡынса — кәнизәк.
Йәҫриб — Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең һәм уның яҡындарының күсеп килгән урыны, һуңынан Мәҙинә ҡалаһы.
Йәһилиәт — Ислам диненә тиклем булған наҙанлыҡ, күп илаһтарға, һындарға табыныу осоро.
Йәһүҙи — йәһүд диненә эйәреүсе, еврей.
Йәһәннәм — тамуҡ, ут, ожмахтың киреһе.
Йыраҡ (Алыҫ) мәсет — Әл-Ҡудс (Иерусалим) ҡалаһы эргәһендәге изге һаналған ғибәҙәтхана, Сөләймән бәйғәмбәр ғибәҙәтханаһы. Исламға ҡәҙәр ғәрәптәр, унан һуң тәүге мосолмандар Алыҫ мәсеткә ҡарап ғибәҙәт ҡылғандар. 624 йылда Мәккәләге Ҡәғбә ҡибла тип иғлән ителгәс, Алыҫ мәсеткә ҡарап ғибәҙәт ҡылыу туҡтатылған. Кафыр — иманһыҙ, дингә, Аллаға ышанмаусы (мәҫәлән, Ҡөрьәндә мөшриктәр, насраниҙар, йәһүҙиҙәр һ. б.).
Келәү урыны — һындарға ҡорбан килтереү урыны.
Китаптар анаһы (инәһе) — Күктә һаҡланыусы асыл нөсхә, «Әл-Ләүхуль-Мәхфүз».
Китап әһелдәре — ҡара: Әһлел-Китап.
Ҡәғбә— Сауд Ғәрәбстанының Мәккә ҡалаһындағы, мосолмандар Күктән иңгән, изге тип һанаған ҡара таш ҡуйылған, хажға барыуҙың төп маҡсаты булған Харам мәсет урынындағы бина.
Кәнизәк — ҡол ҡатын йәки ҡыҙ, һөйәркә (яҡынса йәриәгә тап килә).
Кәнисә — сиркәү.
Ҡанун — закон, ниндәй ҙә булһа ҡағиҙә, мәжбүри тип һаналған норма.
Ҡарун — Мусаның туғаны, Корах.
Ҡибла — Мәккәгә ҡараған яҡ, намаҙ уҡығанда мосолмандарҙың йөҙөн төбәй торған йүнәлеш.
Ҡинтар — ауырлыҡ үлсәме.
Ҡиртас — ҡағыҙ, ҡатырға, папирус.
Ҡисса — хикәйәт, тарих.
Ҡиссис — насраниҙарҙа рухани дәрәжә, поп.
Ҡиәмәт — үлгәндән һуң хисап биреү өсөн яңынан терелеп тороу, баҫыу.
Ҡөрәйш — ҡәбилә исеме.
Ҡәүем — халыҡ, ҡәбилә.
Лоҡман — ғәрәптәрҙең данлыҡлы хикмәт эйәһе.
Лут—бәйғәмбәр, христиандарҙа Лот.
Малик — эйә, хужа; бында: тамуҡ утының һаҡсыһы.
Манат — Исламға тиклем ғәрәптәр табынған илаһ исеме.
Манна — рәхмәт, бүләк, йомартлыҡ, изгелек, бал ысығы.
Махау ауырыуы — йоғошло тире ауырыуы, лепра.
Миннәт — бында: изгелек, яҡшылыҡ, рәхмәт, бүләк.
Мисек — хуш еҫле матдә, мускус.
Михрап — ғибәҙәт ҡылыу урыны, мәсеттәге Ҡәғбә йүнәлешен күрһәтеүсе уйым.
Монафиҡ — ике йөҙлө кеше.
Мосолман — Ислам динендәге кеше, ислам динен тотоусы, Аллаға иман килтергән, бирелгән, буйһонған кеше.
Мөбәрәк — бәрәкәтләнгән, фатихаланған, бәхетле, хуш.
Мөртәт — үҙ диненә хыянат иткән, башҡа дингә күскән, үҙ диненән уаз кискән кеше, һатлыҡ йән.
Мөхәммәт (Мехәммәт бине Ғабдулла бине Ғабделмотталиб әл-һашими, йәшәгән йылдары 570—632) — ғәрәп донъяһының дин һәм дәүләт эшмәкәре, Ислам диненә нигеҙ һалыусы, рәсүл, иң һуңғы бәйғәмбәр.
Мөһәжир — Мөхәммәт бәйғәмбәр менән бергә Мәккәнән Мәҙинәгә күсеп килгән мосолмандар.
Мөшрик — күп илаһтарға, һындарға (боттарға) табыныусы.
Мөьмин — динле, дин тотоусы, мосолман, Аллаға иман килтергән кеше.
Муса — бәйғәмбәр, христиандарҙа Моисей.
Мәғрип — көнбайыш.
Мәғрәм — штраф, зыян, отолоу, бурыс, аҡса бурысы.
Мәғшәр — бында: йыйылыу, күмәк халыҡ, йәмғиәт.
Мәдйән — Шөғәйеп бәйғәмбәрҙең халҡы, Әл-Әйкә.
Мәҙһәб — диндә тотҡан юл, йүнәлеш.
Мәйсир — боронғо ғәрәптәрҙә отош уйыны.
Мәжнүн — енләнгән, йүләрләнгән, аҡылдан яҙған, ен эйәләшкән кеше.
Мәжүсилек — күп илаһҡа табыныу.
Мәшриҡ — көнсығыш.
Насрани — христиан диненә эйәреүсе.
Нух — бәйғәмбәр, христиандарҙа Ной.
Нәҙер — тантаналы үәғәҙә, үәғәҙәләнгән нәмә, әйбер.
Нәсер — боронғо ғәрәптәрҙә илаһ исеме.
Өммәт — халыҡ, милләт, диндәш кешеләр төркөмө. Мәҫәлән, Муса өммәте — йәһүҙиҙәр.
Раббани — йәһүҙиҙәрҙең руханиҙары, раввин.
Раббы — Алла, хоҙай, хужа, батша, эйә.
Раһиб — монах.
Риба — аҡсаны арттырыу өсөн үтескә биреп тороу, бурыс проценты (Исламда ҡәтғи тыйылған нәмә).
Рисәләт — тапшырылған эш, йомош, миссия.
Ризыҡ — Ислам тәғлимәтендә, хоҙайҙың һәр бер кешегә биргән өлөшө (ашамлыҡтарҙың, көнкүреш кәрәк-яраҡтарының һ. б.).
Рәсүл — илсе, ебәрелгән кеше йәки фәрештә, бәйғәмбәр.
Рәхмәт — шәфҡәт, аяу, кисереү, мәрхәмәт, йомшаҡ күңелле булыу, изгелек, ғәфү итеү, ярлыҡау.
Рәһен — бурысты ҡаплау маҡсатында бирелгән әйбер, мөлкәт, заклад, залогка алынған кеше.
Сабиҙар — йондоҙҙарға һәм башҡа Күк есемдәренә табыныусылар.
Сағым — мираж, монар.
Салауат — «салат» («намаҙ», «доға») тигән һүҙ күплектә.
Салих — Ҫәмуд халҡына ебәрелгән бәйғәмбәр.
Сарыф ҡылыу — Ҡөрьәндә Алла юлында сығым яһау, биреү, түләү мәғәнәһендә. Сауап — бүләк, түләү, изге эш.
Сиджил — кешеләрҙең эштәрен яҙып тороусы фәрештәнең исеме.
Сөләймән — бәйғәмбәр, христиандарҙа Соломон.
Сөннәт — ғәҙәт, риуайат, ҡанун.
Сур — торба, ҡиәмәт көнөндә өрөләсәк.
Сүағ — боронғо ғәрәптәрҙә илаһ исеме.
Сәба — Ғәрәп ярымутрауының көнсығышында урынлашҡан боронғо дәүләт.
Сәғәт — бында: ҡиәмәт көнөндә ҡәберҙән ҡубарылып тороу мәле.
Сәждә ҡылыу — тубыҡланыу, теҙләнеү.
Сәибә — ҡорбан өсөн тип иреккә ебәрелгән инә дөйә.
Сәҡер — тамуҡ уты, йәһәннәм.
Сәләм — тыныслыҡ, именлек.
Сәмири — табыныу өсөн Муса ҡәүеменә быҙау һыны яһаусы. Ҫәмуд — залимлыҡтары өсөн Алла тарафынан һәләк ителгән халыҡ исеме.
Табут — бында: һандыҡ, изге китаптар һауыты.
Тағут — һын, бот, идол,
Талут — Библияла иҫкә алынған Саул.
Тәйәммүм — ҡом менән таҙарыныу, йыуыныу, тәһәрәт алыу.
Төббәғ — бәйғәмбәр йәки изге кеше исеме.
Туа — үҙән атамаһы.
Туфан — һыу ташыу.
Тәҡдир — яҙылған, инде хәл ителгән, һис шикһеҙ буласаҡ нәмә, уаҡиға.
Тәҡүә — Алланан ҡурҡыусы, иманлы.
Тәсбих әйтеү — маҡтау, данлау.
Тәсним — ожмахтағы шишмә.
Тәүбә итеү (килтереү) — ғәфү үтенеү, гонаһ эштән үкенеү.
Тәүәккәлләү — кемгәлер ышаныу, тапшырыу.
Тәфсир — аңлатма, комментарий, интерпретация.
Уасилә — илаһтарға ҡорбан итеп ебәрелгән, орғасы һәм ата бала тапҡан дөйә.
Үәғәз ҡылыу — өгөтләү, уҡыу, өйрәтеү, өндәү.
Үәдд — боронғо ғәрәптәрҙә илаһ исеме.
Үәкил — ышаныслы кеше, зат, ярҙамсы, яҡлаусы, ҡурсалаусы, күҙәтеп ҡарап тороусы.
Үәсүәс итеү — йәшерен рәүештә яман, боҙоҡ уйҙар һалыу, фетнәләү. Мәҫәлән, шайтан кешеләрҙе үәсүәсәләй.
Үәхи ҡылыу — төшөндөрөү, күңелгә һалыу, илһамландырыу.
Уң ҡул эйә булғандар — бында: ҡол-кәнизәктәр.
Ур — дошмандан һаҡланыу өсөн ҡәлғәләрҙе уратып ҡаҙылған соҡор.
Фетнә — ҡыҙыҡтырыу, алдау, аҙаштырыу, баш күтәреү, иманһыҙлыҡ.
Фидйә — нәмәлер түләп, ҡорбан итеп, фиҙа ҡылып ҡотолоу, йолом.
Фирғәүен — боронғо Мисыр батшаһы.
Фирҡә — фәрештәләр төркөмө, партия.
Форҡан — Библия һәм Ҡөрьәндең исеме; яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырыу; изге яҙмалар йыйынтығы, изге китап.
Xаж — мосолмандарҙың Мәккәгә (Ҡәғбәгә) сәйәхәт ҡылыуы, иң мөһим биш бурыстарының береһе.
Хакимиәт— батшалыҡ, эйә, хужа булыу, власть.
Xами — иреккә ебәрелгән, егеү, менеп йөрөү тыйылған дөйә.
Харам — тыйылған, изге (ер, урын, әйбер һ. б.).
Харам мәсет — Мәккәләге Ҡәғбә ғибәҙәтханаһы һәм уның тирәһендәге изге ер.
Xауари — эйәреүсе, уҡыусы, шәкерт; христиандарҙа апостол.
Хисап көнө — хөкөм көнө.
Хөнәйен — Мәккәнән алыҫ түгел мосолмандар менән мөшрик ҡәбиләләре араһында һуғыш булған урын.
Xәләл — рөхсәт ителгән, тыйылмаған.
Хәниф —ысын, дөрөҫ, асыл; берҙән-бер илаһҡа ихлас табыныусы. Мәҫәлән, хәниф дине ысын дин (Ислам).
Хәрдәл орлоғо — горчица орлоғо.
Һаман — Фирғәүен ғәскәре башлығы; Фирғәүендең үәзире, Иран батшаһының кәңәшсеһе.
Һуд — Ғәд халҡына ебәрелгән бәйғәмбәр.
Һарун — бәйғәмбәр, Аарон.
Шаһит — бында: уаҡиғаны күреп, күҙәтеп тороусы.
Шөғәйен — Мәдйән (Әл-Әйкә) ҡәүеменә ебәрелгән бәйғәмбәр.
Шәһүәт — көслө теләк, нәфсе теләге.
Әбү-Ләһәб — Ғәбд-Әл-Ғүззә, Мөхәммәт бәйғәмбәрҙәрҙең туғаны, исламға ҡаршы көрәшкән кеше.
Әҙәм — Алла яратҡан беренсе кеше, Ер йөҙөндәге халыҡтарҙың атаһы.
Әл-Ғуззә — Исламға тиклем ғәрәптәр табынған илаһ исеме.
Әл-Жүзи— Ғәрәбстандағы йәки Әрмәнстан менән Курдистан араһындағы тау атамаһы.
Әл-Жибет — һын, бот исеме.
Әл-Инжил — насраниҙарҙың изге китаптары, Евангелие.
Әл-Лат — Исламға тиклем ғәрәптәр табынған илаһ исеме.
Әл-Мәғшәр Әл-Харам — Мәккә менән Ғәрәфәт тауы араһындағы тау.
Әл-Мәсих — ҡара: Ғайса.
Әр-Рас — географик урын атамаһы.
Әр-Рәҡим — традиция буйынса: яҙыулы таҡта; эт, ҡала-ауыл, үҙән, тау исемдәре.
Әр-Рәхман — Алла исемдәренең береһе; ҡара: рәхмәт.
Әт-Тәүрат — йәһүҙиҙәрҙең изге китабы, Тора.
Әл-Ясағ — бәйғәмбәр, Елисей.
Әжер — түләү, хеҙмәт хаҡы, бүләк.
Әжәл — билдәләнгән уаҡыт, мәл.
Әйүп — бәйғәмбәр, христиандарҙа Иов.
Әл-Әйкә — географик урын һәм ҡәбилә исеме.
Әһел — туғандар, ғаилә, халыҡ, билдәле урында йәшәүселәр; мәҫәлән, Әһлел-Әйкә халҡы.
Әһлел-Китап — бында: китап бирелгән кешеләр, йәғни йәһүҙиҙәр, насраниҙар.
Әл-Әхҡаф — географик урын атамаһы.
Юныс — бәйғәмбәр, христиандарҙа Иона.
Ябраил — Ҡөрьәнде Мөхәммәт бәйғәмбәргә еткереүсе фәрештә, христиандарҙа Гавриил.
Яғуҫ — боронғо ғәрәптәрҙә илаһ исеме.
Яғуҡ — боронғо ғәрәптәрҙә илаһ исеме.
Яза — бында киң мәғәнәлә: эшләгән эшкә ҡарата бирелә торған бүләк йәки түләү.
Яҡуп - бәйғәбәр, христиандарҙа Яков.
Яхъя -- бәйғәбәр, христиандарҙа Иоанн.
Ҡайһы бер сүрәләр башындағы һүҙҙәр хаҡында, мәҫәлән, «ха мим», «саад» һәм башҡа хаҡында тәфсирҙәрҙә «Бының мәғәнәһен бер Аллаһу тағелә генә белә» тип әйтелә.