Jump to content

Һыбайлы Дим(хикәйә). Факиһа Туғыҙбаева

From Wikisource
Һыбайлы Дим ( хикәйә )
автор Факиһа Туғыҙбаева

FuthorФакиһа Туғыҙбаева '

.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл


Һыбайлы Дим


 
 Дим бөгөн кис оҙаҡ уйланып ятты: телевизорҙан күргәндәре бик тәьҫирләндерҙе. Алыҫ- алыҫ илдәге джунглиҙа Дим һымаҡ ҡына кескәй малайҙың атаһын, әсәһен дә туҡмап үлтерәләр. Малайҙың да башына күҫәк менән ҡундыра яуыз бәндәләр.
Малай иҫән ҡала, был ауылда тере ҡалған берҙән-бер кеше була ул. Илдәренең азатлығы өсөн һуғышҡан яугирҙәр уны, һушһыҙ ятҡан еренән табып, үҙҙәре менән алып китә.
Дим керпек тә ҡаҡмай ятты. Алыҫ илдә йәшәгән малайға нисек ярҙам итергә икән? Дим уға, яратып, Салауат тип исем ҡушты.
«Их, Салауат, Салауат, бөгөн төндә, әле мин уйланып ятҡанда, һин джунглиҙа кеше ашаусы әҙәми заттарға ҡаршы һуғышып йөрөйһөңдөр, бәлки?»
Дим хыялға сумды. Ғәзинур ағайҙың ялбыр яллы, ут күҙле, бәйгелә ҡош һымаҡ осҡан аҡбуҙын һорап торһа, ҡаршы килмәҫ ине, моғайын. Аҡбуҙға атланып, олатаһының стенала элеүле торған ҡомартҡы ҡылысын тағып, Салауатҡа ярҙам итергә сапһа, их, шәп булыр ине! Дим башына килгән был уйҙан һикереп торҙо, хатта күҙ ҡаралары ҙурайҙы.
Тап әкиәттәге һымаҡ: аттың бер бөртөк ялын яндыраһың да: «Аҡбуҙ, аҡбуҙ, мине күҙ асып йомғансы джунглиға, Салауат дуҫым эргәһенә, илтеп еткер!» — тиһең. Толпар оса ғына! Бына һин — джунглиҙа. Йөҙйәшәр йыландар, ыҫылдап, оҙон ҡыҙыл телдәре менән ялманып, Димгә ташлана. Ә батыр һыбайлының уларға иҫе лә китмәй, әле береһен, әле икенсеһен турап ырғыта. Шул саҡ Салауаттың тауышы ҡалын урман араһынан шаңдау булып ишетелә:
— Дим дуҫым, Дим! Мин — бында! Ҡотҡар мине!
һыбайлының тауыш килгән яҡҡа боролоуы була, толпары уны ғәләмәт ҡурҡыныс аҡланға осортоп алып килә. Зур башлы, йөнтәҫ ҡуллы йыртҡыс-януарҙар, бүренеке кеүек тештәрен ыржайтып, Салауатты ҡыҫырыҡлай. Димдең ҡылысы йәшен йәшнәгән кеүек ялтлап китә.
— Салауат дуҫым, һаумы-ы-ы! Бына мин, Дим туғаның, һине ҡотҡарырға килдем.
Уның ҡылысы ялтлауынан күҙҙәре сағылған дошмандар, ни хәл был, тип ҡурҡышып ҡала, ә Дим уның һайын тураҡлай тегеләрҙе, һуңғы яуыз да, киҫелгән үлән кеүек, ергә ауа...
Дим йоҡоға киткәндә таң һарыһы беленгәйне. Әсәһе мейес яғып ебәргән...
Өйҙәренә лә ҡайтып тормайынса, Дим мәктәптән тура Ғәзинур ағайҙарға ашыҡты. Ул килгәндә, Ғәзинур ағай бейәләргә бесән һалып юра ине.
— Ни йомош? - Ул ат һарайы ишегенән башын тығып торған Димгә боролоп ҡараны.
— һиңә булышайым тип килгәйнем, ағай.
Дим, аҡбуҙҙа йөрөп ҡарайым әле, тип тураһын ғына әйтер ине лә, тартынды. Бүтән аттарҙан айырым бикләп тотолған аҫау айғыр Ғәзинур ағайға ғына баш бирә, башҡалар уның янына яҡын килергә лә ҡурҡа.
Ғәзинур ағай бейәләрҙе төшкөлөккә ябып ҡуйғас, аҡбуҙға ла бесән һалды. Дим ишектән генә атҡа текләне, уныһы, кем миңә ҡамасаулап йөрөй тигәндәй, сыңғырлатып бер генә кешнәне лә ишеккә арты менән торған килеш, ҡолаҡтарын ҡайсылатып, аяҡтарын бейегәндәй алмаш- тилмәш баҫып, үҙенә таныш булмаған малайға аҡайып ҡараны. Димдең ҡурҡыуҙан йөрәге «жыу» итеп китте. Өләсәһе, улым ҙур үҫте, тип ҡыуанһа ла, 2-лә генә уҡый бит әле ул. Етмәһә, ошо көнгә тиклем атҡа атланғаны ла юҡ...
Дим ҡыш буйы Ғәзинур ағай эргәһенән ҡайтманы. Өйгә бирелгән эштәрен ҡарай ҙа ат һарайына йүгерә. Атаһы, шаяртып, улымды Ғәзинурға малайлыҡҡа бирәм дә ҡуям, тип һөйләп йөрөнө, һөйләһен, уйынсалап һөйләгәнгә үпкәләргә Дим ҡыҙыҡай түгел дә. Атаһы уның хыялын белмәй шул әле, шулай уҡ Ғәзинур ағай ҙа.
Тик оҙон ҡыш үтеп, ат һарайының көнгә ҡараған түбәһенән тамсы тама башлағас, Димдең сере сиселде лә ҡуйҙы ат ҡараусыға.
Ул, Ғәзинур ағайға эйәреп, айғыр эргәһенә инеп йөрөргә батырсылыҡ итә ине инде. Бер көндө ағай ҡайҙалыр киткәс, миңә эйәләшкәндер, моғайын, тип аҡбуҙҙың ялын һыйпамаҡсы булғайны — типте лә осорҙо. Көс-хәл менән Һарайҙан сығып, ҡар өҫтөнә ауғайны ғына, Ғәзинур ағай килеп етте:
— Аҡбуҙ янына яңғыҙ инмә, имгәтер, тип күпме әйттем, ҡустым.
— Мин барыбер уға атланып джунглиға китәм... — Дим йәшле күҙҙәрен ҡулы менән һөртөп алды.
— Ҡайҙа, ҡайҙа?
— Джунглиға...
— Миңә тиһә, йыһанға ос. Муйыныңды ғына һындырып ҡуйма.
— Көлмә, ағай, барыбер китәм.
Өйөнә алып инеп, ағай Димдең ат ауырттырған аяғын үҙе генә белгән әллә ниндәй дарыу менән әсеттерә-әсеттерә ыуҙы. Һыҙланыуҙан күҙенән йәш тамып торған кескәй ат ҡараусы Ғәзинур ағайға серен һөйләне лә бирҙе.
— Кавалерист булғың килә инде, ә? — Ағай уны дәртләндерҙе. — Булыр, ҡустым, һинән эш сығыр. Ни тиһәң дә, Наполеонды Рәсәйҙән ҡыуған, Гитлер эттәрен ат тояғы менән ергә һеңдергән тоҡомдан бит һин... Иртәгәнән башлап һине аҡбуҙҙы эйәрләргә өйрәтермен.
...Сәсеү бөтөүгә Дим айғырҙы тамам үҙенә эйәләштергәйне инде. Атҡа атланған һайын күңеле үҫте уның. Ғәзинур ағай Димгә аҡбуҙ менән һабантуйҙа бәйгелә ҡатнашырға рөхсәт итте.
— Мин олоғайҙым инде, хәҙер һин егетлегеңде күрһәт, — тине ул, Димде ҡанатландырып.
Кескәй һыбайлы бәйгелә финишҡа тәүге булып килде. Килде лә, биленә таҡҡан уйынсыҡ ҡылысын ҡынынан алып болғап, һаман алға елдерҙе. Шул ваҡыт күк күкрәп, офоҡ ситендә йәшен йәшнәне. Дим үҙен джунглиҙа китеп барған кеүек хис итте...


2009 йыл