Сәғит урамда боҙ тибеп йөрөй ине. Бер-бер артлы трамвайҙар килеп туҡтай. Унан берәүҙәр төшә, икенселәре ултыра.
Әле генә туҡтаған вагондан ауылса кейенгән, таяҡ таянған бер бабай төштө. Тирә-яғына ҡарап торҙо ла Сәғиттән:
— Улым, Минһажев урамы ҡайҙа? — тип һораны.
— Шуны ла белмәйһеңме? Туп-тура бар ҙа уңға борол. Шунан тағы тура бар. Шунан һулға борол. Яп-яҡын, — тип Сәғит китә башланы.
— Улым, мин ҡалала йөрөй белмәйем. Башым әйләнә. Әллә булмаһа, оҙатып ҡуяһыңмы?
— Ауылдан килгән һәр бер кешене оҙата башлаһаң, аяғың ҡалмаҫ.
Сәғит китә башланы.
— Улым, зинһар, һүҙемде тыңла! Аҡса бирермен, — тип бабай кеҫәһенән аҡса сығара башланы.
— Быныһы икенсе эш.
Сәғит егерме тин аҡсаны тиҙ-тиҙ генә кеҫәһенә һалды ла:
— Әйҙә, атла минең арттан. Тиҙ бул! — тип бабайҙы ашыҡтырҙы.