Jump to content

Һине йырлайым.

From Wikisource
Һине йырлайым (Шиғыр)
автор Author:Сабир Кинйәкәй
Ижад итеү ваҡыты: 1937 йыл. Сығанаҡ: “Ленин байрағы” №41 1937 йыл



Һине йырлайым


Ауылым!
Шаулы ҡырың
Үҙенә тарта иркә күңелде,
Сөнки ғүмерем киң ҡырҙарыңдан
Бөҙрәләнеп, өҫкә үрелде.
Йәш сағымдан йырың тыңлап үҫтем,
Аһ зар ине ул саҡ ине йырҙарың,
Эттәр тупһаһында михнәт сикте,
Иртә шиңде егет- ҡыҙҙарың.
Күҙ йәш менән атты һәр бер таңың,
Төндәй ине яҡты көнөң дә,
Ауыр ине һулыш алыуҙары,
Ҡанлы ҡамсы ине өҫтөңдә.
Бөгөн һиндә данлы иркен хеҙмәт,
Дәрт, ғәйрәт тауҙар ватырлыҡ.
Һиндә шатлыҡ, яҡты гүзәл тормош,
Мәңге бөтмәҫ бөйөҡ матурлыҡ…
Халҡым ғүмере һулымаҫ сәскә ата,
Бәхет законына төрөлә,
Сәғәт һайын йәшәү матурлана,
Үрмә гөлдәй өҫкә үрелә.
Һиндә тыуа иген мастерҙары,
Рекордсылар, миллион батырҙар.
Ҡара таңда көнөн төнгә биреп,
Эштә ҡайнай”фардзон”, “ катер”ҙар.
Һәр бер таңың көлөп тыуа,
Шатлыҡ һибә яҡты нурҙары,
Йөрәгенә ташҡын дәрттәр һала,
Шат халҡыңдың үткен ярҙары.
-Беҙ еңеүсе,
Һыуҙа , һауала,
Киң ҡырҙарҙа, тәрән шахтала,
Һәм еңербеҙ, сөнки көрәштәрҙә,
Еңеп тыуҙыҡ яҡты донъяға.


1937 йыл


Public domain
This work is in the public domain in countries where the copyright term is the author's life plus 70 years or less. See Copyright.