Jump to content

Һинең ҡулдар. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Һинең ҡулдар. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 1997.. Нәшер ителгән: 09.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Утын ярған, бесән сапҡан
Һинең ҡулдар,
Йорт төҙөгән, ер ҡаҙыған
Һинең ҡулдар.

Сабыйҙарымды бәүеткән
Һинең ҡулдар,
Рәсемде оҫта төшөрә
Һинең ҡулдар.

Ҡат-ҡат һөйәлләнеп ҡаткан
Һинең ҡулдар.
…Донъяла иң бәхетле мин
Һинең ҡулда.