Һап-һары күк — баш осонда.
Ҡояш сүкей офоҡ ситен.
Иреп кенә йәбешкәнме
Күкрәгеңә ҡайнар битем?
Һап-һары күк икебеҙҙе
Ҡойондорҙо баштан-аяҡ.
Тотош үрткә солғанымы,
Һыйпанымы баштан, аяп?
Һап-һары күк — ҡараштарҙа,
Дала иңләй моң сайраны.
Шанлылыҡта, шомлолоҡта
Тиңдәше юҡ йән байрамы.
Ҡом сәғәте аға, аға —
Инештәрҙәй ҡала Ыҡтар,
Ханлыҡтар ҙа емерелә,
Ҡыйралалар халайыҡтар...
Һап-һары күк кенә бары
Араларҙы тора ялғап.
Мин яратам һине, йәнем!
Ә ҡалғаны...
Көллө ялған.