Jump to content

Һанарға өйрәнәм: Дүрт. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Дүрт
автор Гүзәл Ситдиҡова
«Һанарға өйрәнәм» циклынан. Ижад итеү ваҡыты: 2012.


Дүрт


“Ч” хәрефе менән ҡайсаҡ
Бутап ҡуялар “дүрт”те.
“Ч”–ның башы асыҡ тора,
“Дүрт”тең бар осло бүрке.


Йомаҡ
Дүртмөйөштөң эсендә
Дүрт аяҡлы дүртмөйөш,
Шул дүртмөйөш янында
Йәнә булырға тейеш –
Тәпәшерәк дүртмөйөш,
Ул да аяҡлы имеш,
Һәр кешегә бик тә кәрәк
Дүрт аяҡлы дүртмөйөш.
Яуап: Бүлмә эсендә өҫтәл һәм ултырғыс.


2012