1
[edit]«Ҡалала 1-се разрядтарҙың ...нсе, ...нсе, ...нсе йылғыларға йәбештергәндәр» тигән хәбәрҙе кибетсе Шәйхетдин ҡарт алып ҡайтҡан ине. Эш ваҡыты булып, ауыл кешеләре ҡырҙа булыуға ҡарамайынса, был хәбәр шунда уҡ бөтә ауылға таралып, унан сығып, ҡырҙа эшләүселәр араһына ла таралып өлгөрҙө.
Шәйхетдин ҡарттың хәбәре бөтә ауылды гөж килтерҙе. Был хәбәр бигерәк тә үҙҙәре был нәүбәттә ҡараласаҡ кешеләргә тәьҫир итеп, улар был хәбәрҙең дөрөҫлөгөн тикшереп тә тормай: «Инде беҙгә сирут килеп етте»,— тип эшләй торған эштәрен ташлай башланылар. Тик бәғзе бер кешеләр генә: «Шәйхетдин ҡарт нимә белә ул... Уның һүҙенә ышанһаң, торорһоң донъяла»,— тип был хәбәргә артыҡ әһәмиәт бирмәгән булып күренделәр. Һәр хәлдә был хәбәр ауылда яҡшы уҡ ныҡ тәьҫир итте. Ҡайҙа барһаң да: «Был юлы кемдәр эләгәләр әле?»— тигән һүҙ ишетелә башланы.
Төштән һуң был хәбәр ысынлап та тәсдиҡ ителде, «...нселәр фәләнсә көндә ҡаралырға барырға тейеш»,— тигән һүҙҙе староста үҙе иғлан итте.
Ғарифуллалар бөгөн ҡырҙа тары уралар ине. Ҡайтып йөрөргә йыраҡ булғанға, эш бик тығыҙланып барғанға күрә, эш ҡалдырып, ауылға ҡайтып йөрөмәй, төшкө сәйҙе бында ғына эсмәксе булып, арбаны йөҙтүбән ҡуйып яһаған ҡыуыштарына ҡайттылар. Ғариф арба янына етеү менән урағын арба өҫтөнә һалған көлтәгә ҡуйып, һуҙылып, хәл йыйырға ятты.
Ғарифтың ҡатыны Хәмиҙә, кескенә имсәк балаһын ҡулына алып:
– Балаҡайым, эҫегә көйөп-янып бөткән... Бынау Ғабдулла ағаһы шуны ла ҡарай алмаған,— тип Ғабдуллаға ҡараны ла, артҡа бәйләгән яулығын рәтләп, иҙеүҙәрен ысҡындырып, балаһын имеҙә башланы. Кескенә балаһының йотлоға-йотлоға имгәнен күреп:
– Асығып үлә яҙған, балаҡайым! Бынау Ғәлимәһе, исмаһам, шуға имеҙлек тә ҡаптыра белмәгән,— тип һөйләнә-һөйләнә балаһының арҡаһын асып, нимәлер ҡарай башланы.
Ғабдулла менән Ғәлимә биҙрәгә арҡыры ағас кейҙереп, ер башындағы шишмәгә һыу алырға киттеләр. Ғариф уларҙың арттарынан: «Һыуҙың ағып ятҡан ғына урынынан алығыҙ, болғансыҡ булмаһын!»— тип ҡысҡырып ҡалды. Хәмиҙә, балаһын имеҙеп туйҙырғас, иҫкеһен йәйҙе лә, балаһын шунда ултыртып, ҡулына имеҙлеген тоттороп, иҙеүҙәрен эләктерә-эләктерә ут яғырға кереште. Ғабдулла менән Ғәлимә абына-абына һыу алып ҡайтып, әсәләре янына килтереп ултырттылар.
Сәй ҡайнап сығыр ваҡытта Ғариф, урынынан тороп, ҡулын маңлайына ҡуйып, ҡояшҡа ҡараны ла:
— Йә, тиҙерәк бул, сәйең ҡайнаймы? Тиҙерәк эсеп алырға ла бынау ерҙе бөтөрөп ташларға кәрәк,— тип арба алдына килеп ултырҙы.
Былар сәй эсергә ултырғас, күршеләре Ғәйфулла килеп, сәләм биргәндән һуң:
— Йә, күрше, ни эшләйбеҙ? Беҙгә лә ваҡыт етте, беҙҙең йылғыларға ҡалала йәбештергәндәр. Шәйхетдин ағай күреп ҡайтҡан, хәҙер староста ла волостан хәбәр алып ҡайтты, фәләнсә көнгә барырға,— тине.
Һәр ваҡыт: «Беҙгә лә ваҡыт етер, беҙ ҙә китербеҙ, ахыры»,— тип торғанға күрә был хәбәр, ниңәлер, Ғарифҡа бик насар тәьҫир итмәне. «Шулай икән, хәйерле булһын, ни эшләмәк кәрәк, хоҙайҙың яҙғанын күрербеҙ»ҙән башҡа һүҙ әйтмәне. Тик был хәбәр Хәмиҙәгә бик ауыр тойолдо. Ул эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Яңы ғына күршеләрен оҙатҡан ваҡыттағы манзара уның күҙ алдына килде. Әле күптән түгел генә күршеләре Сәйфулланы оҙатҡан ваҡытта уның ҡатыны иҫ киткес ҡыҙғаныс рәүештә илап ҡалған ине. Ул.шуларҙы уйлай башланы.
Һуғыш башланған ваҡытта Ғариф: «Беҙҙе алғансы ҡыҙыл ҡар яуыр, беҙҙе алһалар ҙа, кәбеҫтә ҡарауылларға, бәрәңге әрсергә генә алалар»,— тип һөйләп йөрөй торған ине. Һуғыш оҙаҡҡа һуҙылып, үҙҙәренән элекке йылғы беренселәр алынып һуғышҡа китә башлағас, Ғариф ул һүҙҙәрен һөйләмәй башланы. Ул хәҙер уйын-көлкө һүҙҙәрҙе ташлап: «Беҙгә лә ваҡыт етә, беҙ ҙә китербеҙ, ахыры»,— тип һөйләп йөрөй башланы.
Ғариф был хәбәрҙе күптән көтә ине. «Китеп-нитеп барырға тура килер, эште белеп булмай, был һуғыштан беребеҙ ҙә ҡалмабыҙ, ҡалһа — шул ҡарт-ҡоролар ғына ҡалыр»,— тип үҙенең эшен китеү ихтималына ҡаратып, артыҡ күренгән малдарын һатып, аҡсаға әйләндерә башлаған ине.
Былар бер аҙ һөйләшмәй торғандан һуң, Ғәйфулла, һүҙ башлап:
— Инде китеү-китеү, ләкин әле бына эштәр бер ҙә йыйылмай ҡала, ҡатын, бала-сағаға ғына ышанып ҡалдырырға тура килә инде,— тине.
Ғариф бик тә оҙаҡ уйланғандан һуң:
— Хәйерле булһын инде!.. Бынау башлаған ерҙе бөтөрөп ҡайтҡанда шәп булыр ине лә, ләкин был хәбәр булғас, ҡул эшкә бармай, бер рәте табылыр әле. һин әйберҙәрҙе йыйыштыр, Хәмиҙә, мин ат егәйем. Ғабдулла, ҡайҙа, йүгәнде алып бир әле бында,— тип ат егергә кереште.
Хәмиҙә, сәйнүктән ҡалған һыуҙы янған ут өҫтөнә түгеп:
— Хәҙер, ҡайтҡас та китергә түгелдер бит?.. Беҙҙең был игендәрҙе кем йыя?— тип төрлө сөәлдәр бирә башланы.
Ғариф, үҙе лә төшөнмәгән һымаҡ:
– Белеп булмай әле, игене — иген, уның башҡа яҡтары ла бар әле...— тип арбаның өҫтөнә ҡуйған көлтәләрҙе алып ҡуя башланы. Ғариф, тауыш-тынһыҙ ғына атын егеп, балаларын арбаға ултыртып, атты юлға табан ҡаратып, үҙе ер буйынан йәйәүләп юлға сыҡты. Арбаға ултырған ваҡытта:
– Утыҙ аҙым ҡалған икән, әллә иртәгә килеп бөтөрөп тә китербеҙ әле,— тип атты ҡыуа башланы.
Былар ауылға ҡайтып кергән ваҡытта бөтә ауыл гөж килеп тора ине. «Ауылдан кемдәр китә, ҡасан китергә?..» һүҙҙәре телдәрҙә туҡтауһыҙ йөрөй ине.
Ғариф туры атын юрттырып урамдан уҙып барғанда. Ғәлләм староста:
– Ғариф энем, һеҙгә ваҡыт етте бит, ишеттеңме әле, ике-өс көндән барырға,— тине. Ғариф, бер ҙә төҫөн боҙмай:
– Хәйерле булһын!.. Бер беҙҙән генә ҡалмаған инде, китәһебеҙ әллә ҡасан мәғлүм ине инде,— тип, башҡа бер һүҙ ҙә әйтмәй, атын һуғып, алға китте.
Староста, үҙендә бик ҙур тәсаррыф барлығына ныҡ ышанған һымаҡ:
— Мин әйткән ваҡыттан бер ҙә кисерергә ярамай, беҙгә әмер шулай килгән. Ҡара һин егетте, хәҙер ниндәй йыуашайып ҡалды. Башҡа ваҡытта ҡаршы тороуҙан да тартынмай торған ине. Хәҙер ҡаршы тороп булмай шул! Батша ҡушҡас, янған утҡа ла керерһең,— тип һөйләнеп ҡалды.
Өйгә ҡайтҡас, ҡатыны Хәмиҙәнең йөҙөнә сыҡҡан ҡайғыһын күреп, уның юҡҡа борсолғанына үҙе лә борсолһа ла, бер ни ҙә булмаған кеүек атын туғарып, өйгә кереү менән балаларын һөйә башланы. Ҡатынына ҡарап:
— Һин ни эшләп балтаһы һыуға төшкән рус кеүек йөрөйһөң?.. Әле бит бөтөнләй китмәгән, ҡаралаһы бар, әллә ҡалдырып та ҡуйырҙар. Алһалар тағы, башҡалар кеүек беҙ ҙә йөрөп ҡайтырбыҙ! Унда барған бер кешегә ҡайтмаҫҡа тимәгән бит!..— тине.
Ләкин Хәмиҙә, уға ҡарап, был хәбәрҙе һалҡын ҡан менән ҡаршы ала алманы. Иренең күңеленә ауыр тойолмаһын тип, үҙенең хәсрәтләнгәнен белдермәҫкә тырышһа ла, һаҡалы еткән иренең һалдаттар араһында йөрөүен, үҙенең балалары менән бында яңғыҙ ҡалыуын уйлап, күңеле нескәрҙе.
— Һине алмайҙармы һуң?.. Зәйни ҡарттың кибеп бөткән улын да алдылар бит,— тип йомшаҡ ҡына иттереп әйтте лә, башҡа һүҙен әйтә алманы.
Ошо рәүешле күңелһеҙ генә тормош өс көн буйынса дауам итте. Дүртенсе көндә ауылдан унлап кеше ҡаралырға тип ҡалаға киттеләр, ҡатын һәм ата-әсәләр доға ҡылып ҡалдылар.
ҒАРИФ АЛЫНҒАН
[edit]Өс көн үткәс, Ғабдулла, йүгереп кереп: «Әсәй, атайҙар ҡайтты»,— тип хәбәр бирҙе. Хәмиҙәгә был хәбәр әллә ни төҫлө һалҡын булып ишетелде. Ул, йүгереп сығып ҡапҡа асыу менән, иренең йөҙөнә ҡараны. Ғариф нәҡ әүәлгесә асыҡ йөҙ менән атын туҡтатып, арбаға ултырырға сыҡҡан Ғәлимәне күтәреп алғанын күреп, Ғарифтың ҡалыуы менән хөкөм итте. «Әллә ҡалдырҙылармы?»— тип һорағанын белмәй ҙә ҡалды.
Уның «ҡалдырҙылармы?» тигән сөәленә ҡаршы:
— Беҙҙе лә ҡалдырғас, һуғышҡа кем бара?.. Бына өс көнгә ҡалдырҙылар,— тип Ғарифулла яуап бирҙе.
Ғарифулланың был һүҙе Хәмиҙәгә бик ауыр булып ишетелһә лә, ул һаман ышанып етә алманы. Ғарифҡа ҡарап тәкрар:
– Йәнем, ни булды? Әллә алдылармы?— тине. Ғариф, үҙенә етди төҫ биреп:
– Алдылар ҙа!.. Унда бер барып керһәң, ҡалыуыңды уйларға ла ярамай. Унда алынмай ҡалыуың ғәжәп,— тине.
Был һүҙҙәргә ҡаршы Хәмиҙә бер һүҙ ҙә әйтә алманы. Ғариф өйгә кергәс тә, Хәмиҙә бер һүҙ ҙә әйтмәй ине. Ғарифтың балаларын һөйә башлағанын, кеҫәһенән кәнфиттәр алып балаларына биргәнен күргәс, уның күңеле тулышты. Ғарифҡа сит кешегә ҡараған һымаҡ ҡарап, бер һүҙ әйтергә теләгән кеүек, йоҡа ҡыҙыл ирендәрен тибрәтте. Илап ебәреүҙән ҡурҡып, юҡ эшен бар итеп, тышҡа сығып китте. Ни өсөн кергәнен үҙе лә белмәйенсә, келәт эсенә барып кереү менән илап ебәрҙе. Ул һаман илай ине. Тик Ғабдулланың йүгереп кереп:
– Әсәй, ҡайт! Атай саҡыра,— тигән тауышына ғына башын күтәреп ҡараны. Уның күҙе ҡыҙарған, оҙон керпектәре сыланған, ике бите ағарған ине. Артынан яулығының осон тартып күҙен һөрттө лә өйгә керҙе. Ғариф, Хәмиҙәнең илағанын күреп:
– Әллә илап йөрөй инде?.. Кит, юҡҡа илама!.. Тапҡан илар нәмә, әҙәм үлтереп, Себергә китеү түгел бит ул, хоҙай шундай йөҙ ҡаралығы килтерә торған эштән һаҡлаһын. Йә, һин, ҡояш байып ахшамдан сығыуға аш әҙерлә, мулланы саҡырып, ҡөръән уҡытып сығарырға кәрәк,— тине.
Хәмиҙә был һүҙҙәрҙе ишеткәс, тағы ла илай башланы. Ғарифтың: «Ниңә илайһың?»— тигән һүҙенә ҡаршы:
— Тик, үҙем илайым, илағым килә, һине ҡыҙғанам, бына был балаларҙы ҡыҙғанам,— тине. Ул шунан артыҡ һүҙен әйтә алманы.
Ғариф, Ғабдуллаға ҡарап:
– Бар, балам, Фәхрелислам ағайыңды саҡырып кил, атай саҡыра, тиген, үҙең тиҙ ҡайт! Юлда туҡтап, малайҙар менән уйнап йөрөмә,— тине. Ҡатынына ҡарап:
– Инде илау менән бер эш тә булмаҫ. Унда һинең илауыңа ҡарап ҡалдырмаҫтар. Мин киткәс, кәкре уҫаҡ янындағы борсаҡты көнлөксө алып сығып йолҡорһоң. Фәхрелислам ағайға әйтермен: ул көлтәләрҙе ташып бөтөрөр, ҡара һыйырҙы һатырға кәрәк, ала һыйыр ҡалһа етер.
Хәмиҙә был һүҙҙәрҙең береһенә лә яуап бирмәһә лә, әйткән бер һүҙгә риза булып торғанлығын башын эйеп тороуы менән белдерә ине.
Ғариф, тағы һүҙ башлап:
— Һин бит инде донъяға бөгөн килгән кеше түгел. Бик йомшаҡ булма, мин китһәм дә, игендәрҙе ҡалдырмай эшкә кертергә тырыш. Ҡара һыйыр аҡсаһы шул игендәрҙе йыйыштырырға етер әле. Ағай күҙ-ҡолаҡ булыр.
— Кешегә ышанып булмай инде, үҙем тырышырмын.
— Улай тип әйтмә, ағай-энеләрҙең шундай ваҡыттарҙа ла файҙалары күренмәгәс, ни эшкә ярай?
Фәхрелислам килеп кергәс, быларҙың һүҙҙәре туҡтаны. Ғарифтың китеүенә Фәхрелислам да мөәссәр кеүек күренә ине. Ул кереү менән:
– Нихәл, Ғариф, сәләмәт ҡайттыңмы? Әле һинең дә ҡаралғаныңды юлда Ғәйнетдин малайынан ишетеп иҫем китте. Хәйерлегә булһын инде.
– Китеү-китеү ҙә, әле бына шуны һөйләп ултыра инек: үҙем киткәс, ваҡ-төйәк булһа ла, игендәр шул көйө тороп ҡала. Әле, ағай, һине шул турала кәңәш итергә тип саҡырған инем.
– Ни хәл итәһең инде, был эштәр бер ҙә уйламаған ваҡытта булып китте бит әле, һуң, игендәрҙе ни эшләтәһең, аҡса ла юҡтыр инде?
– Был ваҡытта аҡса ҡайҙан булһын? Эш ҡиммәт, кергән бер аҡса бөтөп тора. ҫҙем киткәс, ҡара һыйырҙы һатмай булмаҫ. Ағай, һин шуны «...» баҙарына алып барып һатырһың инде. Быйыл мал баһаһы яҡшы...
– Минән эш ҡалмаҫ ҡалыуын, килен нимә әйтә һуң? Ул риза буламы?
– Бындай ваҡытта риза булмай ни эшләһен? Ни хәл итергә кәрәк... Башыңа төшкәс, һыйыр түгел, атыңды һатырһың. Баш һау булын. Йөрөп ҡайтһаң, мал табылыр. Аҙ-маҙ игенде ҡырҙа ҡалдырыр хәл юҡ бит.
– Уныһы шулай инде, бындай ваҡытта мал күҙгә күренмәй, иген йыйырға ла байтаҡ аҡса кәрәк шул.
– Бөтә эш бер ҡатын өҫтөнә ҡала бит, өс бала менән ҡалған ҡатындың аҡсаһы ла булмаһа, ул ни эшләй ала? Аҡса булғандың һуңында ла күҙ-ҡолаҡ булырға кеше кәрәк әле.
– Уныһы, күҙ-ҡолаҡ булыуын булырбыҙ, инша алла, игендәр ерҙә ятып ҡалмаҫ, бар нәмә ҡулға керер. Бына әле беҙҙең күрше Зиннәт китә: ҡатыны, дүрт балаһы ҡала, исмаһам, бер көлтә лә игендәре юҡ. Был бисара ҡатын дүрт бала менән ни эшләй инде?.. Өй тулы бала, рәтле туғандары ла юҡ, үҙе лә бик хәстәрһеҙ торҙо инде, яңғыҙ ҡатын ул балаларҙы нисек аҫырарға кәрәк?
– Ундай кешеләр күптер инде, бына әле юлда Ғабдулла ауылының бер кешеһе менән ҡайттыҡ. «Энем һуғышҡа китте,— ти. Уның ике балаһы минең ҡулымда ҡалды,— ти. ҫҙемдең ике улым һуғышта,— ти. ҫҙемдең өйҙә дүрт балам бар,— ти. Уның өҫтөнә, бөгөн таңда үлергә торған ҡарт әсәйем бар,— ти. Шулай итеп, яңғыҙ ҡатыным өҫтөнә ете йән ҡала,— ти. Ул бисара ҡатынға ни эшләргә кәрәк?» Беҙҙең әле, хоҙайға шөкөр, бер йыллыҡ иген бар, хоҙай ғүмер биреп, иҫән ҡайтырға ғына насип итһен.
Иренә моңайып ҡарап ултырған Хәмиҙә, алдындағы балаһының башын һыйпап:
— Инша алла, ошо сабыйҙар хөрмәтенә иҫән-һау ҡайтырһың әле,— тип һүҙ ҡушып ҡуйҙы.
Хәмиҙә тыныс ваҡытында ҡайнағаһынан ҡаса торған ине. Бындай фәүҡылғадә эштәр булып киткәс, йәшеренеп торорға лазым күренмәне, ул уны бөтөнләй онотто.
Фәхрелислам һүҙ башланы:
— Ҡайтыуын ҡайтыр ҙа, һуғыш тигәс тә, унда барған бер кеше үлә тигән һүҙ түгел. Япон һуғышында бөтә тирә-яҡҡа бары Усман ауылынан Самат ҡына үлде, башҡалары һин дә мин иҫән-һау йөрөп ҡайттылар. Тик уның бына хәҙергеһе ҡыйын.
Ғариф, тәҙрәнән ҡояшҡа ҡарап:
— Йә, һинең ашың бешәме? Икенде етә бит, ағай, һик ҡайтма инде, ҡөръән уҡытып сығарайым тип, муллаларҙы саҡырған инем.
Икендегә аҙан әйткән тауышты ишеткәс, былар һүҙҙән туҡталып, тәһәрәт алып, намаҙ уҡырға керештеләр.
Хәмиҙә намаҙҙан һуң иренә доға ҡылды, иҫән-һау ҡайтыуын һорап, күңеле йомшап, тағы ла иланы. Әллә ниндәй нәҙерҙәр әйтте.
Ахшамдан һуң мулла, мәзин, күршеһе Садиҡ ҡарт һәм башҡалар килделәр.
Мулла кереп ултырып, фатиха ҡылғандан һуң, һүҙ Ғарифтың китеүе һәм башҡа һуғыш эштәре хаҡында булды. Мулла бөгөн генә газета уҡыған икән: ул уларҙа бер ҙә ҡурҡыныслы нәмәләр күренмәгәнен һөйләне. Төрлө һүҙҙәр менән мәжлес тиҙ үтте. «Хәҙрәт, әрүәхтәр рухына берәй айәт рәхим итегеҙ»,— тиеү менән, ҡөръән уҡылды. «Фатихала тороғоҙ инде, хәҙрәт»,— тип саҙаҡа бирелде.
Был мәжлес ваҡытында Хәмиҙәнең күңеле тынысланған кеүек булып, үҙендә мәғнәүи бер рәхәтлек һиҙҙе. Ул бөгөн кис рәтле йоҡлай алманы. Йоҡоға китһә лә, әллә ниндәй сыуалсыҡ төштәр күреп уянды. Иртән торғанда, уның күңеле бер аҙ тынысланып торған һымаҡ ине.
ҒАРИФТЫ ОҘАТТЫЛАР
[edit]Йома көн булып, һауа бик матур ине. Был көн Хәмиҙә иртә үк тороп, ҡарайһы эштәрен ҡарап, Ғарифтың юлына әйберҙәр әҙерләү менән мәшғүл булды. Иртәнге сәйгә бер аҙ күршеләрҙе лә саҡырҙылар.
Йомала мулла, китеүселәргә хәйерле сәфәр теләп, ҡайҙа булһа ла тоғролоҡ менән хеҙмәт итергә тейешле икәнен белдерҙе.
Ғариф йоманан һуң китәсәк булғанға күрә, уның йоманан ҡайтыуына байтаҡ кеше йыйылып көтөп торалар ине. Ҡатындар яғында бер аҙ ҡатындар булып, улар һәммәһе лә Хәмиҙәне әйләндереп алып, төрлө һүҙҙәр һөйләйҙәр һәм уны төрлөсә йыуатырға тырышалар ине.
Ғариф, китергә әҙерләнеп, доға ҡыла башлағас, Хәмиҙә тағы ла илай башланы.
Ғарифтың күҙе бер аҙ йәшләнһә лә, улай беленерлек түгел ине. Ул, Хәмиҙәгә ҡарап:
— Юҡ менән илап торма инде! Бер һинең генә ирең китмәй бит. Мин киткәс, донъя көтөүеңде ҡара. Мин һуғышҡа китһәм, һин бында илап ултырһаң, эш нисек булып сыға?
Фәхрелислам уның һүҙенә ҡушып:
— Килен бикә, бер аҙ сабырлы булырға кәрәк. Киткән кешенең күңеленә ауыр булмаһын. Беҙ бында нисек тә торорбоҙ. Хоҙай иҫәнлек кенә бирһен. Бына бөгөнгө кеүек ҡайтыр ҙа килер,— тине.
Ғариф Хәмиҙә менән күрешкәндә тағы ла:
— Сабырлы бул, бына был балаларҙы кеше күҙенә тилмертеп ҡалдырырлыҡ булма, һеҙгә, өйҙә ҡалғандарға, бер ни ҙә түгел, бына беҙгә...— тине лә, ултырып доға ҡылып бөткәндән һуң, тағы күрешеп сығып китте. Китә торған кешеләр һәммәһе лә мәсжед янына барҙылар. Бында бик күп оҙатыусылар йыйылғандар ине. Мулла һәммәһенә лә сәләмәт йөрөп ҡайтыуҙы теләп, ҡул күтәреп доға ҡылды.
Айырылышыу ваҡыттары еткәс, китеүселәрҙең дә, оҙатыусыларҙың да күңелдәре тулды. Тәҡбир тауыштары аралаш үкһеп-үкһеп илаусыларҙың йомшаҡ тауыштары, мөхәббәт менән күрешеү ауаздары ишетелә ине.
Китеүселәр тәҡбир тауыштары аҫтында ауылдан сығып киттеләр. Бынан һуң ауыл тәрән бер тынлыҡта ҡалды.
Хәмиҙә был көн бик күңелһеҙ ине. Күңеле күтәрелеп бер эш тә эшләй алманы. Ул, ҡайҙа сыҡһа ла, Ғарифты юҡһына, нимәгә ҡараһа ла, бер моңлолоҡ күрә, ниндәй эшкә тотонһа ла, бер мәғәнәһеҙлек һиҙә ине.
Ул, эшен ҡайҙан башлап алып китергә белмәй, юлға һалынған матур һәм күңелле тормошон һүтелгән һәм емерелгән һымаҡ күрә, ирһеҙ донъя көтөүҙең мөмкин һәм мәғәнәле булыуына һис бер төшөнөп етә алмай ине. Бер ҡарағанда, үҙенең бер ҙә ҡайғыһы юҡ кеүек булып, еңеләйеп ҡала, икенсе ҡарағанда, үҙен бөтөнләй сыға алмаҫлыҡ ҡайғы эсендә күреп, өҫтөнә ауыр йөк күтәргән кеүек булып, ауырайып китә ине. Ул үҙенең күңеленә килгән уйҙарын, башын ауырттырған фекерҙәрҙе тәртипкә һалып, мәсьәләнең осон табырға тырыша, ләкин булдыра алмай ине. Һәммә нәмә теүәл, бар әйбере лә бынан әүәлге көндә нисек булһа, шулай урынында торғанын күргәс, ул мәғәнәһеҙгә ҡайғырған кеүек булып: «Мин ниңә ҡайғырам һуң?»— тип уйлай ҙа, уның артынан уҡ уның күҙе алдына Ғариф килеп баҫа ла, күҙ алдындағы нәмәләр мәғәнәһеҙ булып күренәләр ине.
Хәмиҙә төрлө уйҙар уйлап ултырғандан һуң, быларҙың осона сыға алмағас, ҡаралтылар араһына сыҡты. Аҙбарға барып кереү менән туры ат, башын әйләндерел, күҙҙәрен тултырып Хәмиҙәгә ҡараны. Туры аттың былай мәғәнәле ҡарауы, уның күҙҙәрендә яҡтыға ҡаршы йәш кеүек бер нәмәнең ялтырауы Хәмиҙәнең йөрәгенә килеп бәрелде. Туры ат, Ғарифтың китеүенә ҡайғырмаһа, былай ҡыҙғаныс һүрәттә моңайып ҡарамаҫ ине кеүек тойолдо. Ул, үҙен егеп йөрөгән хужаның һуғышҡа киткәнен белмәһә, былай тилмереп тормаҫ ине кеүек күренде,
Хәмиҙә туры атҡа бесән һалды. Уның башын һыйпап:
– Ҡайғырма, туры атҡай! Ҡайғырма, һин бит әле бында, аша бынау йәшел бесәнде, аша,— тип аттың ауыҙына төртөп ҡуйҙы. Был эш Ғариф киткәндән һуң Хәмиҙәнең беренсе эше ине. Бынан һуң арт баҡсаға сығып, ундағы бәрәңге, ҡыярҙарҙы ҡарап сыҡты. Унда ул тағы бер юҡлыҡ, тынлыҡ һиҙҙе. Тик был тынлыҡты оҙон кесерткәндәр араһында аҙашып йөрөгән тауыҡ себеше генә боҙа, күңелһеҙләндерә төшә ине.
Хәмиҙәгә был көн бик оҙон тойолдо. Көн дә эшләп осона сыға алмай торған эштәр әллә ҡасан бөттө, һаман кис булманы. Көтөү ҡайтыр ваҡыт етте. Ала һыйыр менән ҡара һыйыр мөңрәп, аҡрын ғына ҡайтып керҙеләр. Хәмиҙә быларҙың мөңрәүҙәренән тағы әллә ниндәй бер мәғәнә сығарҙы. Улар ҙа был көн күңелһеҙ, хужаларын юҡһына кеүек булып күренде. Ҡара һыйырҙы һатыу тигән һүҙ иҫенә килеп төштө. «Мин киткәс, ҡара һыйырҙы һатмай булмаҫ» тигән һүҙ ҡолағы төбөндә сыңлап ките. Һыйырҙарҙың был йортто үҙ йорттары итеп йөрөүҙәре, келәт янында ятҡан шымарып бөткән ҙур киҫәк тоҙҙо ялай башлауҙары, унан һуң ҡапҡа таҡталары араһынан быҙауҙарын еҫкәп мөңрәүҙәре, һәммәһе лә үткән ваҡыттарға ҡарағанда башҡа төҫтә, башҡа мәғәнәлә кеүек булып күренде. Ул бөгөн һыйырҙарын бик иркәләп һауҙы. Уларҙың һауған ваҡытта күрһәткән тынысһыҙлыҡтарын һәммәһен ғәфү итеп: «Сеү, һыйырҡайым, сеү, бына хәҙер бөтә»,— тип йыуатты. Быҙауҙарына ла бөгөн һыйырҙарҙың һөттәрен күберәк ҡалдырҙы. Һыу буйында йыуынып, көн буйынса ситтә йөрөп, ҡысҡырышып ҡайтып кергән ҡаҙҙарға ла бер ҙә асыуланмай ғына көрпә болғап ашарға ҡуйҙы. Ғәлимәнең ҡаҙҙарҙы ҡыуып, пыр туҙҙырып, уларҙың маҙаларын алыуына, Ғабдулланың уйнаған ваҡытта күлдәк еңен йыртып ҡайтыуына ла асыулана алманы. Уларға асыуланһа, етемдәрен рәнйеткән булыр кеүек булды.
Хәмиҙә эштәрен бөтөрөп, аш һалғанда Ғабдулланы Хәсби әбейҙе ҡунырға саҡырырға ебәрҙе.
Хәсби әбей бөтә ауылға яҡшылығы менән танылған. Ул һәммә кеше тарафынан, яҡшы ҡарсыҡ, намаҙ-ныяҙлы, хәйер-доғалы әбей, тип яд ҡылына. Ул үҙенең ғүмерендә бик күп ҡайғы-хәсрәттәрҙе башынан үткәреп, һәммәһенә лә сабыр иткән. Ул беренсе кейәүенә барып бер-ике йыл торғас та, ул кейәүе вафат булған. Унан һуң Хәсән тигән кешегә барып, бик яҡшы тора башлағандар. Ләкин бында ул икенсе яҡтан хәсрәт күрә башлаған: уларҙың балалары береһе артынан икенсеһе үлеп торғанға күрә, бала үҫтереп, уның ҡыҙығын күреүҙән, кеше төҫлө, изгелекле балаларҙың хеҙмәттәренән мәхрүм булғандар.
Хәсби әбей башҡа балаларынан да бигерәк: «Инде кеше булды, эшкә ярай башланы»,— тип торған ваҡытта үлгән Ғабдрахманын онота алмай. Башынан үткән ваҡиғаларҙы һөйләй башлаһа, һүҙҙе иң элек Ғабдрахмандан башлай. Уның һыуға китер алдынан эсе бошоп йөрөгәнен, һыуға батыр көндө: «Бөгөн бер нәмәгә лә күңелем бармай, ниңәлер, эсем боша!»— тип, күңелһеҙләнеп, башына килер эште алдан һиҙенеп торған... Иптәштәре менән Иҙел буйына сығып киткәндә: «Әсәй, мин тиҙ ҡайтмаһам, асыуланма»,— тип әйткәнен, «Ғабдрахман һыуға китеп үлде» тигән хәбәрҙе ишеткәс, иҫенән яҙа һәм башҡа шундай һүҙҙәрҙең һәммәһен дә рәттән теҙеп алып китә.
Ғабдрахмандың үлгәненә егерме йыл булһа ла, уны кисә генә үлгән кеүек иттереп тасуир итә. Шундай ҙур хәсрәт ваҡыттарында ғәҙәттә була торған әхүәлде бөтөнләй күҙ алдына килтерә: «Донъяла торор өсөн тыумаған ине ул, үлере әллә ҡайҙан билгеле ине уның»,— тип һүҙен бөтөрә лә, ең осо менән күҙендәге йәштәрен һөртөп, һүҙҙән бер аҙ туҡтап тора. Бер аҙ торғандан һуң ғына: «Тәҡдир шул, балакайҙарым, тәҡдир, эш беҙ тигәнсә түгел»,— тип икенсе һүҙен башлап алып китә.
Ул бала хәсрәтен күп күргән. Уның менән генә ҡалмай, бик рәхәт торған ваҡытта ҡарты үлеп киткән. Ҡартының вафат булыуы Хәсби әбейҙең эсен бер аҙ бошорһа ла. уның үҙенең ҡулында тәрбиәләнеп, күҙ алдында түшәктә ятып, ашарын ашап, күрәһен күреп үлгәнгә күрә, уның өсөн башҡа төрлө ҡайғыра: «Ул, бисара, ваҡыты етеп, ғибәҙәтен ҡылып, намаҙлығы өҫтөндә үлде тип әйтерлек, һаман изгелек ҡылып үлде. Уға алла баҡый иман бирһен инде. Бисараның үлер ваҡытына ҡәҙәр иҫе дөрөҫ булып, үлер алдынан да һөйләшеп, үҙенең васыятын әйтеп: намаҙға кейеп йөрөй торған туны менән күк ҡола алашаны муллаға фидиә итеп бирергә, бер һарыҡты мәзингә гүр саҙаҡаһына бирергә ҡушып, аҡтыҡ һулышына саҡлы шуларҙы һөйләп, бәхилләшеп вафат булды»,— ти. Шулай булһа ла, һәр ваҡытта үҙенең ҡарты менән үткәргән ваҡыттарын һағынып һөйләй.
Хәсән ҡарт бик яҡшы кеше булған, үҙенең ғүмерендә кешенең энәһенә лә теймәгән. Ҡулында булғанға ҡәнәғәт итеп шөкранә итә торған булған. Уның яҡшылығын ауыл ҡарттары һаман һағынып һөйләйҙәр. Хәсән ҡарт Хәсби әбейгә лә бер ҙә хәтер ҡалдырырлыҡ һүҙ әйтмәгән. Асыуланған ваҡытта әйтә торған һүҙе: «Ай, алланың рәхмәте төшкөрө, иман менән киткере» кеүек матур һүҙҙәр булған. Хәсән ҡарт хаҡында әбейҙең күңелендә бик күп яҡшы хәтирәләр ҡалған. Хәсби әбей, уның кеүек яҡшы кеше булыуына ышанмағанға күрә, ҡарты үлгәндән һуң һоратыусылар булһа ла, кейәүгә бармаған. Унан ҡалып, кейәүгә барыуҙы уның рухын рәнйетеү, уға хыянат итеү булыр тип уйлаған.
Хәсби әбей, шундай ҡайғы-хәсрәттәрҙе күргән һайын, яҡшылана ғына барған. Уның шундай яҡшы сифаттары булғанға күрә ил эсендә хөрмәте ҙур, ҡайҙа барһа ла, уның килеүен тарһынған кеше булмай. Ул һәр кем тарафынан һөйөлә, ауылдың иң уҫал кешеләре лә Хәсби әбейгә ғаид әйбергә зарар итеүҙән һаҡланалар. Хатта, урыны килгәндә, ярҙам итергә әҙер торалар.
Ул хәсрәтле кешеләргә яҡшы иптәш тә була ала. ҫҙенең йылы, яғымлы һүҙҙәре менән кешенең күңеленә керә.
Хәсби әбей килеп, түргә менеп ултырыу менән Хәмиҙәнең күңеленә рәхәт булып китте. Әбейҙең бик оҙон мәкдүмәләр менән үҙенең башынан үткән хәлдәрҙе һөйләүе, уларҙы Хәмиҙәнең бөгөнгө хәсрәттәренә ҡыяс ҡылып, уны тәслиә итергә тырышыуы Хәмиҙәнең тыңлаған һайын тыңлағыһын килтерә ине.
Хәсби әбей үҙенең ҡыҙ ваҡытынан башлап башынан кискән хәлдәрен һөйләгәндән һуң, Хәмиҙәнең хәҙерге хәленә күсеп:
– Балам, бер ҙә генә ҡайғырма, тәҡдирҙә ни яҙған булһа, шул була ул... уның өсөн бер ҙә ҡайғырып файҙа булмай. Ҡайғы-хәсрәт бер беҙҙең генә баштан үтмәгән, уны пәйғәмбәрҙәр ҙә күргән. Алла һаҡлаһа, бер ни ҙә булмаҫ, бына тып итеп ҡайтып килер. Батша хеҙмәтенә бер ул ғына китмәгән, боронғо ваҡытта егерме биш йыл хеҙмәттә йөрөй торғандар ине. Әжәл етһә, кеше түшәгендә ятҡан көйөнсә лә үлә. Бына минең Ғабдрахманым бында торғанда һап-һау көйөнсә һыуға китеп үлде.
– Шулайын шулай ҙа бит, әбей!.. Шунда ла бик эсем боша, иҫән-һау ғына ҡайтһа ярар ине. Тәҡдиргә ҡарышып булмай, шунда ла ҡайғырмай ғына тороп булмай шул...
– Уныһы шулай, ундай эш башта бик ауыр тойола, ләкин бәләгә риза булмай, гонаһлы булыр хәл юҡ. Мин утыҙ йыл бергә ғүмер иткән Хәсән бабаңдан айырылып ҡалдым, башта бик ҡыйын булып, көн-төн иланым. Гонаһлы булмаһам ярар ине, карттың йәне рәнйей торғандыр инде, тип ҡурҡып бөтә торған инем. Сабыр иттем, тәҡдирҙә яҙылғас, бер ни ҙә эшләп булмай шул...
– Ундай-бындай хәл булмаһын инде, әбей, улай-былай булып ҡалһа, нисек сыҙарға кәрәк?.. Бик ҡыйын бит, бигерәк тә уның үҙен ҡыҙғанам. Киткән ваҡытында балаларҙы һөйөп: «Доға ҡылып тороғоҙ, балаларым, иҫән-һау ҡайтһам, һеҙгә бүләктәр алып ҡайтырмын»,— тип әйтте лә, күҙе йәш менән тулды. ҫҙе күрһәтмәҫкә тырышҡан була, беҙгә ауыр булмаһын ти инде ул. Әле ҡайтыр тип күңелде йыуатып тораһың, улай-былай була ҡалһа, онотоп буламы һуң?..
– Фәрештә «амин» тимәһен, балам!.. Алла үҙе һаҡлар. Ундай хәл була ҡалһа, онотмайһың уны, ғүмергә онотоп булмай!.. Тик әле гел илап тормайһың. Унан һуң ул, бер өйрәнгәс, уның өсөн илау ҙа рәхәт була башлай.
Был эш бит әле һинең башыңа ғына төшмәгән. Бына баяғынаҡ Әхмәдулла ҡатыны янына кереп сыҡтым. Ире киткәнгә илап ултыра. Мин әйтәм: «Сабыр ит, балам, илап үҙ-үҙеңде бөтөрмә, юҡҡа ғына үҙ-үҙеңде бөтөрәһең»,— тим.
«Эй, әбей!..— ти,— нисек иламайһың?.. ҫҙе китте, бында мин дүрт бала менән ҡалдым, улар бит икмәк ҡапсыҡтары ғына, уларҙы ашатырға кәрәк бит!»— ти.
Ысынлап та, бисара бигерәк тә ҡыҙғаныс. Бер нәмәһеҙ тороп ҡалыуы ҡыйын да инде. Ни хәл итәһең, балам, михнәт ағас башынан йөрөмәй, әҙәм башынан йөрөй шул.
Бер генә кеше башына килмәгән инде, әле бына Динислам ҡыҙының да ире киткән. «Әбей, бигерәк бәхетһеҙ икәнмен, исмаһам, бер-ике йыл рәтләп торһам да үкенмәҫ инем»,— ти.
Шулай инде, балам, был һуғыш күп күҙҙәрҙән йәш түгелеүгә сәбәп булды. Бына Нәфиҡ ҡарттың күҙ тотоп торған берҙән-бер улы китте. ҫҙе, меҫкен: «Ҡарт көнөмдә бигерәк ҡыйын булды. ҫлгән улым һалдатҡа киткән ваҡытта уф та тимәгән инем. ҫҙе лә, бисара, бик ҡайғырып китте. Башына ауырлыҡ килерен һиҙмәгән булһа ярар ине, мәсжед ҡарты булып йөрөр ваҡытымда, кире донъяға керешергә тура килә инде, юғиһә уның был балаларын сығарып ташлар хәл юҡ бит...»— ти.
– Шулай инде, әбей, кем итәгенә ут төшһә, шул яна. Туғандарын, ҡатын, бала-сағаһын ташлап китеү бер кешегә лә еңел. түгелдер инде.
– Шулай, балам, шулай!.. Әле һин уны әйтәһең, бына үрге ос Баһау байҙың Хафизы китте. Киткән ваҡытта барған инем: «Әбей, килеүеңә рәхмәт, фатиха ҡылып тор инде»,— ти. ҫҙе йәш балаһын ҡулына алған да: «Ошо сабыйҙар хөрмәтенә хоҙай һаҡлар әле»,— ти. Ҡатыны быш-быш илап йөрөй. Гөлсирә абыстай илай... Әйтеп бөтөрөрлөк түгел. «Бына өсөнсө көн генә төшөмә кергән ине,— ти.— Төшөмдә бик ҙур бер һыуҙың янында торабыҙ, имеш, тим, янында әллә атаһы инде, шунда Хафизым килде лә һыуға һикерҙе лә төштө. Ҡурҡыуымдан ҡысҡырып ебәреүемә уянып киттем. Шунда уҡ, беҙҙең Хафиз китә инде, тинем. Төштөң был саҡлы ла тура килгәне юҡ инде, тәҡдир шул, әбей, тәҡдир»,— тип бына ошо яулыҡты бирҙе. Бай кешегә бигерәк ҡыйын инде.
– Эй, әбей! Барыбыҙға ла ҡыйын инде. Ярлы кешегә бигерәк тә ҡыйын. Бына ул Әхмәдулла ҡатыны нисек тора инде?.. Ҡатын кеше бит ул, ирҙәрҙән башҡа бер нәмә лә зшләй алмай. Уның ҡулынан нимә килә?..
– Шулайын шулай инде, ләкин шул саҡлы йорт-ерҙәрҙе ташлап китеүе бигерәк тә ҡыйындыр, тип әйтәм. Йәстүгә аҙан әйтәме әллә?
– Аҙан әйтә, Хәсби әбей.
– Аҙан әйткәндә аҡҡан һыу ҙа туҡтар, ти. Ғабдулла, балаҡайым, Ғәлимәне ҡысҡыртма.
– Сеү, Ғабдулла, сеү, тимен!.. Аҙан әйтә бит.
– Йәстү уҡып алырға кәрәк.
Йәстү уҡып бөткәс, сәй эскән ваҡытта ла Хәсби әбейҙең һүҙе бөтмәне.
Ул бынан ун биш йыл элек үлгән ҡарт мулланы, уның абыстайын бик яҡшы белә. Боронғо хәҙрәттәрҙең яҡшылыҡтарын һөйләп бөтөрә алмай. Ҡарт хәҙрәткә Хәсби әбей йәш ваҡытынан башлап хеҙмәт күрһәткән. Уларҙың нескәрәк эштәрен һәр ваҡытта үҙе эшләгән. Ҡарт хәҙрәт башҡа ҡатындар теккән күлдәкте һис тә яратмай торған булған. Хәсби әбей тултырған тауыҡты яратып, ожмах ниғмәттәренә оҡшатып ашаған. Хәҙрәткә аҡ түбәтәйҙәр тегеп биргән. Шулай итеп, ҡарт хәҙрәткә бик күп хеҙмәте тейгән. Шуның өсөн ҡарт хәҙрәт үлгәнсе фатиха ҡылып йөрөгән.
Хәсби әбей хәҙерге көндә ауыл ҡарттарының аталарына саҡлы белә. Ул ваҡытта бөтә ауылды ҡулдарында тотоп торған Садиҡ, Исмәғил, Ғәлим тигән яҡшы ҡарттар булған. Былар бар ваҡытта йәш-елкенсәктәр, был көндәге кеүек, төн буйынса урам буйлап гармун уйнап, урыҫ кеүек олоп йөрөй алмағандар. Ураҙа ҡалдырыу тигән нәмәнең исеме лә ишетелмәгән. Эсеү тигән нәмәне йүнләп белмәгәндәр ҙә, тик Шакир исемле бер боҙоҡ кеше рус ауылына барып, эсеп ҡайта торған булған. Уны ла әллә нисә рәт тотоп ватҡандар. Ахырҙа ул да, был эшенән тәүбә ҡылып, мәсжед ҡарттарынан ғәфү үтенгән.
Ул саҡтарҙы һөйләгәндә Хәсби әбей бигерәк дәртләнеп китә.
Ул ваҡытта ауыл да кескенә булған. Хәҙерге баҙар урындары баҫыу булған. Ауылдың янында уҡ әҙәм керергә ҡурҡырлыҡ урман булып, яҙ етеү менән ҡош-ҡорт һайрауынан ҡолаҡ тоноп бөтә икән. Хәсби әбей был урмандарҙың бөтөүҙәренә даир әллә ни саҡлы тәфсилләттәр бирә. Шулар бөткәндән һуң, ауылда бәрәкәт тә бөттө, ти.
— Их, ул саҡтар ҡайҙа инде? Ҡайҙа ул ваҡытта былай бөтә ауылдың һалдатҡа китеүе?.. Ул ваҡытта бөтә ауылдан яңғыҙ Вәли һалдат булған. Ул да булһа, урыҫ һымаҡ булған, үҙ ауылынан биҙгән кеше булған. Һәр ваҡыт ситтә йөрөгән. Тик үлер ваҡытында ғына ауылға ҡайтып, мыйыҡтарын ҡырҡтырып, әҙәм рәүешенә кергән. Ҡайҙа ул инде боронғо тыныслыҡтар?— ти беҙҙең Хәсби әбей.
ҒАРИФ — ҺАЛДАТ
[edit]ҺУҢҒЫ ЙӘШ ТЫУҒАН ЕРГӘ ТАМДЫ
[edit]Ғариф һуғышҡа алыныуына артыҡ ҡайғырмаған ине. Ләкин оҙатып ҡалған кешеләрҙең әрнеп әйткән һүҙҙәре Ғарифҡа бик ныҡ тәьҫир итте. Уның беренсе күҙ йәше ауылды сығып киткән ваҡытта үҙенең тыуған, бала ваҡытынан бирле йөрөгән иленең тупрағына тамды. Ни өсөндөр, был ерҙәр Ғарифҡа моңло, башҡа ваҡыттағыға ҡарағанда мәғәнәле булып күренде. Башҡа ваҡытта ул ауылдан сығып киткәндә, артына ла әйләнеп ҡарамай торған ине. Был юлы ауылдан сығып киткәс тә артына әйләнеп ҡараны. Ауыл күҙҙән юғалғансы, мәсжед манаралары йәшеренгәнсе, ул һаман артына ҡарап барҙы.
Шул ваҡытта уларҙың иптәштәренән береһе оҙон көйгә бик моңло иттереп йырлап ебәрҙе. Былар һәммәһе лә, баштарын түбән һалып, моңло көйҙө тыңлағанда, үҙҙәрен-үҙҙәре онотҡан кеүек булып киттеләр. Фәҡәт шаян Әхмәдулла ғына:
– Ахыры, Фәхретдин, бер аҙ ҡағып сыҡҡанһыңдыр,— тип көлдө. Уға ҡаршы берәү:
– Хәҙер бал эсмәй иҫерә торған ваҡыт, тыуған илдән айырылыу шулай иҫертә ул,— тип яуап ҡайтарҙы.
Йырлаусы беренсе, икенсе йырҙарҙы теҙеп алып китте. Ғариф бик баҫынҡы булһа ла, был йырға ул да тәьҫирләнде:
— Йырла әле, Фәхретдин, йырла!..— тип ҡуйҙы. Быларҙың көйҙәре байтаҡҡа һуҙылды. Тик икенсе ауылдың баҫыу ҡапҡаһы төбөнә еткәс кенә йырлауҙан туҡтанылар.
Был ауылдан үткәс, быларҙың күңелдәре бер аҙ баҫылған ине. Бынан һуң уларҙың сығырҙары ғади бер сығыр һымаҡ булып китте. Башҡа ваҡытта ҡалаға нисек барһалар, шул рәүешсә бара башланылар.
Ғариф ҡалаға килгәс тә, иптәштәре менән үҙҙәренә тәғәйен ҡылынған ергә урынлаштылар.
Быларға билгеләнгән урын шәһәрҙең уртаһында ҙур бер магазиндың өҫтөндә ине.
Унда рәттән аҫлы-өҫлө, йыш итеп таҡтанан теҙелгән, һике һымаҡ урындар, ундағы тығыҙлыҡтан хасил булған әллә ниндәй эҫе һауа Ғарифҡа башта бик күңелһеҙ булып күренде. Ундағы эштәрҙең рәтенә төшөнә, ни рәүешле мөғәмәлә итеү, нисек итеп үҙеңде-үҙең йөрөтөү — һәммәһе сыуалсыҡ һәм баш етмәҫ эштәр кеүек булып күренәләр ине.
Ләкин ул, быларҙың һәр береһенә бик һалҡын ҡан менән ҡарап, ундағы эштәрҙең һәр береһен белергә тейешле дәрәжәһендәге эштәр кеүек итеп уйлап, һәммәһендә лә бер мәғәнә һәм һәр бер хәрәкәттә бер сер бар тип уйлаған һымаҡ йөрөй ине.
Уларҙы башта үҙ кейемдәре менән генә, дүртәр-бишәр кеше итеп, айырып-айырып өйрәтә башланылар. Нисек атларға, нисек баҫырға, ҡул һәм аяҡтарҙы нисек хәрәкәт иттерергә һәм башҡа шундай иң башта өйрәнеүе лазым булған эштәргә өйрәттеләр.
Ғариф башта быларҙың серенә, рәтенә төшөнөп етеүенә ышанмай ине. Аяғын ни саҡлы оҫта итеп баҫһа ла, честь биргәндә ҡулын ҡаты тотоп, нәҡ учитель өйрәткән кеүек итеп күтәрһә лә, һаман килешмәй сыға, һаман шул эште тәкрар эшләргә мәжбүр ителә ине. Йә ул эйәген бик юғары кутәрә, йәки терһәге юғары тора. Булмаһа, аяғының баҫыуы рәтһеҙ булып сыға ла, артҡа табан кире ебәрелеп, тәкрар килергә ҡушыла ине.
Ул быларҙы, әлбиттә, ысын күңелдән белергә тырыша. Ҡатын, бала-сағалары иҫенә төшһә, уларҙы күңелдән сығарып ташлап булһа ла, бар фекерен уйын менән мәшғүл итергә ижтиһад итә ине. Ул уйындан туҡтап торған ваҡытта ла форсатты ғәнимәт белеп һалдат формаһында атлап ҡарай, тиҙ генә артҡа боролоп китә, иптәше Әхмәдулланы учитель фараз итеп, уның алдынан честь биреп, һалдаттарса матур һәм эре-эре атлап үтә. Шулай итеп, ошо белергә тейеш булған нәмәләрҙең һәммәһен дә әҙәм рәүешле белергә тырыша ине.
Шулай күп өйрәнә, шулай иртәнән кискә саҡлы хәрәкәтләнеп йөрөй торғас, шулай учителдәрҙән әллә ни саҡлы ҡыйналғас, уның һөйәктәре яҙылып, учитель ҡушҡанса, теләһә нисек йөрөргә өйрәнде. Бара торғас, башта ауыр һәм беленмәҫлек серле күренгән нәмәләр еңел була башланы. Уның менән бергә йөрөгән әллә ҡайҙағы сит урыҫтар, бер ҙә белмәгән, күрмәгән кешеләр яҡын һәм иптәш, серҙәш булып китеп, ул үҙен яңғыҙ күрмәй башланы.
Бында килгәс, ул бигерәк тә Әхмәдулла менән серҙәш һәм моңдаш булып китте. Улар бер-береһенең эсенә керә алғанға, бер-береһенең әхүәленә төшөнгәнгә күрә, үҙҙәренә ғаид һәр бер эштә бергә һөйләшәләр, гәпләшәләр, ҡайғырһалар ҙа, шатланһалар ҙа уртаҡлашалар ине.
Әхмәдулла, үҙе яҙыу белмәгәнгә күрә, йортона ебәрә торған хатты Ғарифтан яҙҙыра ине. Ул, хат яҙҙырырға уңайлы ваҡыт табыу менән, Ғарифты аулаҡ урынға алып килә лә берәмләп үҙенең сәләм әйтә торған кешеләренең исемдәрен әйтә, яҙҙырырға теләгән фекерҙәрен берәм-берәм әйтеп тора, инде яҙылып беттә тигәндә: «Әйтәһе һүҙем бар ине, буғай, хәтерем таралды», тип Ғарифты шөбһә аҫтында ҡалдыра ине. Ул, ауылда үҙенән сәләм өмөт итеп торған кешеләргә сәләм әйтмәй ҡалыуҙан бик ҡурҡҡанға күрә, ундай ихтималдарҙы һис бер ҡалдырмаҫҡа тырыша ине. Бының хат яҙҙырыуы бик ялҡтырғыс булһа ла, әйтәһе һүҙен тиҙ генә әйтмәй, бик оҙаҡ көттөрһә лә, Ғариф был ауырлыҡты һис ауырһынмай күтәрә, хатта Әхмәдулланың үҙенән дә һалҡын ҡан менән хәрәкәт итә ине. Шуның бәрәбәренә ул ҡайһы саҡта Ғарифҡа еңеллек итеп ташлай, бәғзе йомоштарҙа Ғарифтан элегерәк ҡуҙғалып, тейешле эште эшләп ҡуя ине.
Әхмәдулла һалдат уйынын өйрәнеү тураһында Ғарифҡа ҡарағанда ҡәбилиәтһеҙерәк ине. Ул бик ғади хәрәкәттәрҙе еренә еткерә алмайынса бик күп ғазаплана, ҡушҡан эште мөкәммәл һүрәттә сығара алмай йонсоп бөтә ине. Уның былай булыуына бигерәк тә русса белмәүе сәбәп булды. Ул русса бер ҙә аңламай ине. Ул башта, йәнәшәһендәге кешеләргә ҡарап, улар нисек хәрәкәт итһәләр, шулай хәрәкәт итеп йөрөнө. Ләкин күп ваҡытта уларға ҡарап ҡына еңел, ашығыс хәрәкәттәрҙе эшләп булмағанға күрә, ул артҡа ҡала, тәртипте боҙорға сәбәп була ине. Уның бәхетенә ҡаршы учитель яҡшы кеше тура килде. Ул Әхмәдулланың русса белмәгәнен белгәс, ҡайһы саҡта «һул аяҡ» һәм башҡа шундай һүҙҙәрҙе татарса ла әйтеп ебәрә ине.
Шула й итә торғас, Әхмәдулла ла, башҡалар кеүек, рәтләп йөрөй башланы.
Берәр айҙан һуң быларҙың партияһын кейендерҙеләр, мылтыҡ та бирҙеләр. Хәҙер инде уларҙы, теге таш кибеттәр араһында бүлем-бүлем итеп йөрөтмәй, күпләп, рәттән теҙеп, ҡаланың ситенә алып сыға башланылар.
Хәҙер былар урамдан барғанда дер һелкетеп атлайҙар. Хәҙер быларҙы күргәндә, бер ҙә теге ауылдағы киң сәкмәнле, сабаталы Ғариф менән Әхмәдулла тип уйларлыҡ түгел. Һалдатса кейенгәс, былар ыҡсымланып, йәшәреп киткән кеүек булдылар. Кейемдәре лә ауылдағы кеүек эленке-һалынҡы булып тормай, быларҙың кәүҙәләрен йыйнаҡ һәм килешле күрһәтеп тора.
Былар атларға ла, йөрөргә лә, атырға ла, башҡа һәммә нәмәләргә өйрәнеп бөттөләр. Былар инде аяҡты нисек баҫыу, нисек йөрөүҙе уйлап та ҡарамайҙар. Былар һәммәһе лә тәбиғи булып киткән.
ХӘМИҘӘНЕҢ ҠАЛАҒА БАРЫУЫ
[edit]Көндәр үтте. Быларға ла китергә ваҡыт етте. Ғариф Хәмиҙәгә яҙған һуңғы хатында ошо һүҙҙәрҙе яҙҙы: «Беҙҙе һораған һәммә кешеләргә сәләм һуңында һүҙ шул: беҙҙе фәлән көндө һуғышҡа ебәрәләр, күрешергә кил, Фәхрелислам ағай үҙе алып килһен. Ғабдулла менән Ғәлимәне, Фәхерйыһанды ла алып кил. Уларҙы бик күрәһем килде. Киткән саҡта мулла менән мәзингә саҙаҡа биреп кит, фатиха ҡылып торһондар. Һүҙ күп ине, мөхтәсәр ҡылдыҡ. Яҙыусы батша хеҙмәтендә йөрөүсе Ғариф Иһраһимов» тигән ине.
Ғарифтың саҡырып яҙған хатын алғас, бер яҡтан, Хәмиҙә бик шатланды. Ул Ғарифты күреүен, уға һуңғы әйтәсәк һүҙҙәрен әйтеп ҡалыуын, уны күҙҙән оҙатыуын уйлап һөйөндө. Уның уйы шулай күреү, оҙатыу тирәһенән үтә алмай һәм унан арғы яғын уйларға теләмәй ине. Ул шунан артыҡ уйлай башлаһа, әллә ниндәй осһоҙ-ҡырыйһыҙ нәмәләр тураһындағы уйҙарға төшә, ике арала тәрән соҡорҙар күренә башлай ине.
Оҙатырға китер ваҡыт еткәс, бәрәмәстәр, күкәйҙәр бешерҙе. Таҫтамалға урап, еләк ҡаҡтары ҡуйҙы. Хәмиҙә ҡалаға Фәхрелисламдың улы Нурислам менән бармаҡсы булды. Нурисламдың тарантас алып килеп майлап йөрөүҙәре, туры атты сығарып ҡамытлауҙары, күрше ҡарсығын алып кереп, өйҙә ҡалдырырға йөрөүҙәре, һәммәһе лә боронғо ваҡытта ире менән үҙҙәренең ауылдарына аталарына ҡунаҡҡа барғанын иҫенә төшөрөп шатланһа ла, хәҙер инде Ғарифты оҙатырға, унан айырылып ҡалырға барыуы иҫенә төшөп, йөрәге елкенә, был әҙерлек, был матурлыҡтар араһына әллә ниндәй бер тап килтереп төшөрә ине.
Ул: «Аталарын күреп ҡалһындар, бынан һуң әллә күрәләр, әллә юҡ»,— тип Ғабдулла менән Ғәлимәне һәм Фәхерйыһанды ла алып бармаҡсы булды. Ғабдулланың өҫтөнә ҡыҙыл бәс бишмәтен, атаһы үткән йыл ҡалаға арыш һатырға барған ваҡытта алып ҡайтҡан ҡара бүркен кейҙерҙе. ҫҙе аталарына ҡунаҡҡа барған саҡта һәм дә байрамдарҙа ғына кейә торған күлдәктәрен кейҙе. Алтынға манып һарғайтҡан көмөш тәңкәләр теҙеп яһаған ҡалпағын янына алды. Башына өсөнсө йыл ғына алған ҡыҙғылт ҡатыш һары биҙәк төшкән шәлен ябынып, аяғына быйыл йыйын осоронда ғына алған өр-яңы калошын кейҙе. Ул был кейемдәрҙе кейеп барған ваҡытта, ҡайҙа ғына булһа ла, кәм-хур булмауын, башҡаларҙан түбән күренмәүен бик яҡшы белә ине. Ул, эш кейемдәрен ташлап, үҙенең ярата торған матур кейемдәрен кейгәс, үҙендә бер нәүеғ еңеллек хис итте. Ғариф киткәндән бирле булған ҡайғы-хәсрәттәре шул иҫке эш кейемдәре менән һалынып ташланған һымаҡ булды... ҫҙе ҡайтҡансы йортто идара ҡылыуҙы, мал-тыуарҙарҙы ҡарауҙы күрше ҡарсығына тапшырҙы. Ул ҡунаҡҡа барған ваҡытта ла һәммә эштәрен шулай тапшырып китә торған ине.
Ҡалаға бөгөн барып керергә тейеш булғанға күрә, былар иртәрәк ҡуҙғалдылар. Былар сығып киткән ваҡытта эшкә барыусылар яңы китәләр ине. Нурислам да атты йәһәтерәк ҡыуҙы. Әхтәри ҡатыны менән Ғәйфулла ҡатыны быларҙан иртәрәк ҡуҙғалған булһалар ҙа, Хәмиҙәләрҙең аты шәберәк булғанға күрә, уларҙы уҙып киттеләр.
Хәмиҙә, был көнгә саҡлы ҡалаға барғаны булмағанға күрә, ҡаланы ни рәүешле итеп тә тасуир итә алмай ине. Ул, бары ҡалала ҡалас күп була, кейемлектәр шунда яһала, кәнфиттәр-маҙарҙар, керәндилдәр шунда бешерелә, тип белә ине.
Уларға әллә ниндәй рус, сыуаш ауылдарын үтергә тура килде. Ләкин ул уларҙың һәммәһендә лә бер йәмһеҙлек хис итте.
Был сит илдәрҙе күргәс, «теге меҫкен дә шулай ситтә йөрөй инде», тип Ғарифын иҫенә төшөрҙө.
Ҡалаға етер алдынан ундағы тау-тау кеүек рус йорттарының йәшелле-ҡыҙыллы булып күренеүҙәрен, сиркәүҙәрҙең, завод торбаларының күккә күтәрелеп тороуҙарын күргәс, тағы ла яҡынлаша төшөп, төрлө тауыштар ишеткәс, Хәмиҙә үҙен әллә ниндәй бер упҡынға, кеше кереп юғала торған урынға, барған һымаҡ итеп хис итә башланы. Ҡалаға кергәс, ундағы йорттарҙың ҙурлыҡтарына, урамдарҙың оҙонлоҡтарына, кешеләрҙең бик күп булып, быларҙың бер ҙә ауыл кешеләренә оҡшамағанлыҡтарына, ҡолаҡ тондора торған төрлө тауыштарҙың, өҙлөкһөҙ сығып тороуына иҫе китте.
Ғариф һәр ваҡытта: «Алла ҡушһа, һине бер ҡала күрергә алып барырмын әле, ҡала күрһәтмәй ҡалдырмам»,— ти торған ине. Уның ауыҙ һыуы ҡороп һөйләй торған ҡалаһы ошо икән...
Хәмиҙә бындағы кешеләрҙең был саҡлы ашығып йөрөүҙәренә, быларҙың бер-береһенә бәрелмәүҙәренә, кейемдәре матур, аттары ен кеүек булыуына хайран ҡалды.
Ауылда саҡта быларҙың туры аттары шәп ине. Эштән ҡайтҡан ваҡытта Гәрәйҙәрҙе, түбән ос Хәкимдәрҙе теттереп уҙып китә торғандар ине. Ләкин ҡалаға килеп кергәс, туры ат бик бәләкәйләнде, меҫкенләнде, уның аҙымдары вағайҙы. Арбалары ен ояһы кеүек булып ҡалды. Хәмиҙәгә бындағы кешеләр һәммәһе лә байҙар, һәммәһенең дә кеҫәләре тулы аҡсалыр кеүек булып күренде.
Барған һайын тығыҙлыҡ артҡанға, барған һайын күк ситен күрһәтмәй торған йорттар араһына керелә барғанға, Хәмиҙәнең башы әйләнгән һымаҡ булып китте. Ул был ҡәҙәр халыҡ араһынан, был саҡлы буталсыҡ ерҙән Ғарифты табыуына ышанмай башланы. Таҡ-туҡ итеп баҫып, эре аҙымдары менән алға ынтылып барған аттарҙың эләктереп алып китеүҙәренән ҡурҡып, имсәк балаһын ҡосағына ҡыҫты. Тирә-яғына ҡарап, иҫе китеп барған Ғабдуллаһын янынараҡ тартып ултыртты. Һыҙғыртып барған автомобилдең выжлап үтеп киткәнен күргәс, ни эшләргә белмәй, Нурисламдың билбауынан тотоп: «Был нимә һуң былай атһыҙ килә?»— тип һорағанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Нурислам электән ҡалаға бик күп килгәнгә, ул үҙенсә был нәмәләрҙең һәммәһенең дә серен беләм тип фараз иткәнгә, еңгәһенең иҫе китеүенә ҡаршы мәғәнәһеҙ генә көлөп: «Шул инде ана атһыҙ йөрөй торған арба, ул ут менән йөрөй, күрәһең бит ана, һарғылт эшләпәле бер рус машинаһын тартып бара. ҫткән йыл беҙҙең ала ат шунан өркөп, йөгө-ние менән тулап китеп, тәртәһен һындырҙы»,—- тип кенә яуап бирҙе.
Хәмиҙәгә ҡаланың эсенән барыу бик оҙаҡ кеүек булып күренде. Ниһайәт:
— Нурулла ағайҙарға етәбеҙме? Ағайыңдарҙың торған урындары ҡайҙа?— тип һораны.
Нурисламдың был һүҙҙәргә иҫе китмәй, ҡаланың эсен баштан-аяҡ белгән кеүек:
— Ҡайҙа әле барып етеү!.. Нурулла ағайҙар ҡаланың теге ситендәрәк торалар, уларға әле әллә ни саҡлы бараһы бар. Ана теге ҡыҙыл ҙур таш йорттарҙы күрәһеңме? Ғариф ағайҙар ана шунда торалар инде. Еңгәй, был ауыл түгел, бының бер башынан бер башына сығырға үҙенә ярты көн кәрәк. Бында шәт йөҙ сиркәү, ун биш-егерме мәсжед барҙыр. Бында йөрөй белмәгән кеше аҙашып китә. Былтыр мин шулай бер рәт аҙашып китеп, фатирҙы саҡ таптым. Ҡарап бара торғас, әллә ниндәй урамдарға кергәнмен дә киткәнмен,— тине лә атын шәп ҡыуа башланы.
Хәмиҙә урамда осраған һалдаттарҙы күргәс:
– Ағайың шулар араһында булмаҫмы икән?— тине. Нурислам уға ҡаршы:
– Былар араһында буламы һуң, бындағы һалдаттарҙың хисабы ла юҡ, былай эҙләүгә ҡалһа, үлһәң дә таба алмаҫһың,— тине.
Аҡрынлап бара торғас, ҡаланың был яҡ ситендә йорттар вағая төшөп, шулар араһында бик мөһабәт таш мәсжед ултыра ине. Мосолманлыҡ ғәләмәте булған мәсжедте күргәс, Хәмиҙәнең күңеленә рәхәт булып китте. Шул мәсжедкә яҡын ғына ерҙә Нуруллаларҙың йорттарына барып төштөләр.
Нуруллаларҙың тормоштары ҡаласараҡ булып, уларҙың йорт-йыһаздарында, әйберҙәрҙең йыйыштырылыуҙарында ауылдағыға ҡарағанда башҡалыҡ күренеп тора ине. Хәмиҙәгә быларҙың тормоштары матур һәм күңелле булып күренде. Бында килеп, Нурулланың ҡатыны Хәҙисә менән һөйләшкәс, күңеле бер аҙ тынысланған кеүек булды.
– Беҙҙеке бында килеп йөрөй торғандыр, бисара, бигерәк шуның өсөн йәнем әрней,— тип Ғариф хаҡында һүҙ китте. Хәҙисә:
– Һәр ваҡыт килә, кисә лә килгән ине. «Килеп кенә етһәләр ярар ине, иртәнән һуңға ебәрәләр инде»,— тип ҡайғырып ултырҙы,— тине.
Сәғәт туғыҙҙан һуң Ғариф та килде. Ул инде баштан-аяҡ һалдат кейеме кейгән ине. Башына кейгән фуражкаһы, Ғарифтың ҙур башына бер аҙ кескенәрәк булып, өҫтөнә кейгән шинеле, бының киреһенсә, кәүҙәһенә ҡарағанда иркенерәк булғанға, яурын баштары бер аҙ төшөнкө булып, итәктәре бер аҙ һалпыраҡ булып тора ине. Уның йөҙөндә бер ҙә ҡайғы-хәсрәт ғәләмәте күренмәй, хатта өйгә кереп, ҡатыны менән күрешкән ваҡытта көлөмһөрәп күреште. «Ағайың ниндәй шәп һалдат булды, шулай бит, Хәҙисә апа?»— тип көлөп тә ҡуйҙы.
Хәмиҙә, һәр йыл көҙ көнөндә хеҙмәттән ҡайтҡан йәш һалдаттарҙың кейеп ҡайта торған кейемдәрен үҙенең ире өҫтөндә күргәс, күңеленең әллә ҡайһы урыны әрнеп китте. Ләкин был эш оҙаҡҡа барманы, Ғариф тышҡы кейемдәрен һалып, өҫтөнә бында ҡалдырған кәзәкейен кейгәс, йәнә боронғо үҙенең Ғарифына оҡшаны. Ул арала Ғабдулла менән Ғәлимә һәм Фәхерйыһан аталары янына барып ултырғас, Ғариф кескенә балаһын алып һөйә башлағас, һүҙ башланып китте. Хәмиҙә:
— Йыһан, бына инде атайың янына килдең. Өйҙә саҡта, атай ҡайҙа, ул ниңә ҡайтмай, тип йонсота торған инең,— тине.
Былар төән буйынса рәтле йоҡлай алманылар. Һүҙҙән һүҙ сығып китеп, таң алдында ғына йоҡоға киттеләр...
ОҘАТЫУ
[edit]Ғарифтарҙы бөгөн оҙаталар ине. Шуның өсөн Хәмиҙә менән Хәҙисә, иртәнге сәйҙе эсеп бөтөү менән, Ғарифтың алып китә торған әйберҙәрен ҡапсыҡҡа тултырып, рәтләп ҡуйҙылар.
Ғариф сәй әсеп бөткәс, балаларын берәм-берәм һөйҙө лә аҡрынлап кейенә башланы. Был кейенеү ғәҙәттәге кейенеү түгел ине. Ниңәлер, уның кейенгәнен тирә-яғындағы һәммә кеше ҡарап, кәрәк нәмәләрен ҡулына алып биреп торалар, бының кейенеүенә һәммәһе лә диҡҡәт итәләр ине.
Ул иң һуңынан ҡамыт кеүек төрөп бәйләгән шинелен елкәһенә арҡыры һалып, бик күп әйбер һалынған ҡапсығын арҡаһына аҫты. Шунан һуң ул үҙенең төҫөнә етдилек биреп, көләс йөҙ менән:
— Бына беҙҙең һалдат халҡы шулай була инде. Бер өйрәнгәс, был нәмәләрҙе күтәреп йөрөү бер ҙә ауыр булмай, ҡарап торған кешеләргә генә ауыр һымаҡ булып күренә торғандыр. Башта үҙ кәүҙәң үҙеңә ауыр була, хәҙер улай түгел,— тине. Ул был һүҙҙәре менән Хәмиҙәнең йөрәк әрнеүен бөтөрмәксе булды. Уның был һүҙенә Хәмиҙә менән Хәҙисә яуап бирмәнеләр. Тик Нурулла ғына:
— Алла үҙе ярҙам бирһен инде. Беҙгә ул саҡлы әйберҙе баҙарҙан күтәреп алып ҡайтыуы ла ауыр тойола. Бер өйрәнгәс, еңел була торғандыр инде,— тип яуап ҡайтарҙы.
Ғариф, балаларын тағы бер мәртәбә һөйөп:
— Ҡапылға хуш булығыҙ инде.— тине. Ҡатындарға ҡарап:— Һеҙ арттан барырһығыҙ, беҙгә ун берҙәргә төшөргә тигәндәр ине. Миңә күптән барырға ваҡыт. Әле тик китер көн булғанға былай иркен йөрөтәләр. Башҡа ваҡытта беҙҙең ҡыҫынҡылыҡты алла күрһәтмәһен, ҡайҙа ул былай ситтә ҡунырға китә алыу!.. Урамға ла рөхсәт менән сығырға кәрәк.
Хәмиҙәгә ҡарап:
– Һин балаларҙы ҡалдырма, күреп ҡалһындар, Нурулла ағай, һин дә бара торғанһыңдыр бит?..
– Барам, барам, ниңә бармаҫҡа, ти. Башҡа нәмәләрҙе беҙ алып төшөрбөҙ.
Оҙатыусыларҙың күңелдәре йомшарып, күҙҙәре йәшләнгәнгә күрә башҡа артыҡ һүҙ ҡуша алманылар. Хәҙисә:
— Шул кеше оҙатыу кеүек ҡыйын нәмә юҡ, бигерәк күңелгә ауыр була,— тип ҡалды. Был ваҡытта Хәмиҙәнең күҙҙәрендә йәш бөрсөктәре күренә ине.
Төш алдынан казарма янындағы урам халыҡ менән шығырым тулған, китәсәк һалдаттар урам уртаһында бик оҙон булып сафҡа теҙелгәндәр ине. Бында мәхшәр көнө кеүек булып, әллә ниндәй матур көйҙәр йырлайҙар, моңланып йырлайҙар, китеүселәр менән оҙатыусылар һуңғы айырылышыу һүҙҙәрен һөйләшәләр, бер-береһен эҙләйҙәр ине. Бында һәр кемдеи, үҙ яҡыны, үҙ туғаны, үҙ балаһы, үҙенең ире булғанға күрә, оҙатыусылар араһында ҡатын-ҡыҙ, бала-саға, ҡарт-ҡоро, йәш-елкенсәк, бай-ярлыларҙан һәр синыф бар ине. Быларҙың һәммәһе лә үҙҙәренең һуғышҡа китә торған туғандарын солғап алып нимәлер һөйләйҙәр, сафтан сығарып алып күрешәләр, бер-береһен йыуаталар ине.
Бына бер һалдат тора: ул үҙенең һәммә кәрәк-ярағын арҡаһына аҫҡан көйөнсә, айырым түҙемлелек менән нимәлер һөйләй. Ул бик етди хәрәкәт итә, уға ҡаршы берәү тәклифһеҙ яуап ҡайтара. Улар тиҙҙән тағы ла күрешәсәк кеүек шат торалар.
Уның янында икенсе бер һалдаттың ҡатыны үҙенең иренә күҙҙәрен тултырып ҡараған да, ул шул серле күҙ ҡарауы менән күңелендә булған хисиәтен аңлатмаҡсы була, йәшле күҙен һөртә-һөртә нимәлер әйтмәксе була ла, ләкин, тотлоғоп, әйтә алмай.
Өсөнсө бер һалдаттың янында йәш бер ҡатын тора: ул үҙенең иренә биреп ебәрергә әҙерләгән нәмәләрен бик ҡәҙерләп иренә бирә, ҡатын ҡулындағы балаһының йомшаҡ ҡулдарын атаһы, ҡулына тотоп, һуңғы мәртәбә бик яратып үбә. Ул үҙенең тәбиғи хәлен бер ҙә үҙгәртмәҫкә тырышып, ҡатынына донъя көтөү юлдарын өйрәтә. Ҡатыны уға ҡаршы тотлоғоп-тотлоғоп яуап бирә, һирәкләп кенә айырылышыу ваҡытында тама торған күҙ йәштәрен күлдәк еңе менән һөртөп ҡуя ла, тағы ла иренең ауыҙына ҡарап, бик моңло һүрәттә уның һүҙҙәрен тыңлай. Башҡа кешеләрҙең тауыштарында, уларҙың да үҙҙәре кеүек һөйләшеүҙәрендә быларҙың эштәре юҡ.
Бына быларҙан йыраҡ түгел бер һалдатты бер ҡарт менән ҡарсыҡ өгөтләп торалар: «Балам, яҡшы бул, ипле йөрөп ҡайт, беҙ бында фатиха ҡылып торорбоҙ, насар кешеләргә ҡатышма»,— тиҙәр. Ҡарт һәр бер һүҙендә етди һәм сыҙам күренә. Шулай ҙа һаман күңеленә килгән һүҙҙәрен әйтмәй ҡалдырмай, ике һүҙҙең береһендә улына хәйер-доға ҡылып, уға оҙон ғүмер һорай.
Бында һәр урында китә торған кешеләр үҙҙәрен етди ҡиәфәттә күрһәтергә тырышалар, оҙатыусылар ғына күберәк йомшаҡлыҡ күрһәтәләр. Уларҙың күҙҙәрендә йәш бөрсөктәре ялтырай.
Шул мәхшәр кеүек урында Хәмиҙәләр ҙә Ғарифты солғап алғандар. Улар ҙа әйтәһе һүҙҙәрен әйтәләр. Һуңғы минуттарын һүҙ менән теләктә үткәрәләр.
Хәмиҙә хәҙер артыҡ иламай. Уның йомшаҡ күңелен ниндәйҙер бер дәһшәт ҡаплап алған да гүйә шул дәһшәт уға иларға ирек бирмәйенсә тора.
Шулай берәй сәғәт самаһы торғас, әллә кемдең бик шәп итеп ҡысҡырыуына һәммә һалдаттар ашыға-ашыға теҙелделәр. Теҙелеп, аҙ ғына торғандан һуң, был халыҡ йыйыны әкрен генә алға ҡуҙғалды. Музыка һәм моңло йыр тауышы аҫтында халыҡ урам буйлап ағыла башланы. Күп кешенең күҙҙәренә йәш тулды, оҙатыусылар араһында интизам боҙолдо. Былар һәммәһе лә ашығып, китеүселәр артынан вокзалға төшөп киттеләр.
Вокзалға барып етеп, китеүселәр сафҡа теҙелеп бер аҙ торғандан һуң, вагондарға керҙеләр. Улар унда нәмәләрен урынлаштырып ҡуйғас, китеүселәр менән оҙатыусылар араһында күрешеүҙәр, ашығып бер-береһен эҙләүҙәр, бүләк бирешеүҙәр китте.
Бында оҙатыусыларҙың күңелдәре тағы ла нескәрә төштө. Йырлауҙар, ҡысҡырып һөйләшеүҙәр, илауҙар тағы ла артты.
Хәмиҙә был саҡлы, мәхшәр кеүек күп халыҡты күргәс, ғәжәпкә ҡалды. Башы әйләнгән кеүек булып китте. ҫҙен-үҙе юғалтҡан һымаҡ булды. Ғариф тағы ла ҡыҙғанысыраҡ булып күренде.
Ул башҡаларҙы күрмәй башланы, алдында баҫып торған көйөнсә, бик матур һүҙҙәр һөйләгән, алмаш-тилмәш балаларын һөйгән Ғарифты ғына күрә, уның ғына һүҙҙәрен ишетә ине. Ул үҙе һүҙ таба алмай, Ғарифтың, һүҙенә яуап ҡайтармай, әлли ниндәй бик тәрән, шуның менән бергә, билдәһеҙ уйға батҡан ине.
Ул бик тәрән был уйынан бик асы тауышҡа уянып китте. Алдында теҙелеп торған вагондарҙың һелкенә башлағанын күргәс, урынынан ҡуҙғалды. «Хуш инде, Хәмиҙә, беҙ китәбеҙ!»— тип Ғариф уның ҡулын ҡыҫҡан ваҡытта, ул ҡалтырап китте, ағарҙы, әллә нәмә әйтергә теләне лә, тағы туҡтаны. Ул балаларын да онотто, үҙен дә онотто.
Шул ваҡыт Хәҙисә килеп, уның ҡулынан тотоп: «Сабыр ит, Хәмиҙә, сабыр ит»,— тип әйтеүенә ҡаршы:
— Китәләр бит... китәләр...— тип ҡысҡырҙы.
Вагондар шәберәк китә башланылар. Илаған тауыштар арта төштө, ысынлап та киттеләр!..
Хәмиҙә лә: «Киттеләр бит!.. Ғариф китте!..»— тип, ҡулындағы балаһын күкрәгенә ҡыҫып, Хәҙисә ҡосағына йығылды.
ХАТ КИЛМӘЙ БАШЛАНЫ
[edit]Хәмиҙәнең Ғарифты оҙатҡан ваҡыттағы тәьҫирәте ҡалала саҡта ла, ауылға ҡайтҡас та тиҙ генә бөтмәне.
Ундағы ғәләбәлектәр, бер-береһенә мөнәсәбәте булмаған күренештәр, үҙе лә төшөнмәй торған төрлө хәләттәр, Ғарифтың иң һуңғы әйткән һүҙҙәре — һәммәһе-һәммәһе, бер-береһе артынан теҙелеп, Хәмиҙәнең күҙ алдынан үтәләр ине. Был хыялдар, ауылға ҡайтҡас та, бер аҙ ваҡытҡа саҡлы дауам итте. Фәҡәт үҙенең өҫтөнә йөкләнеп ҡалған эштәрҙе ысынлап эшләй башлағас ҡына, был манзаралар юғалып, был тәьҫирәттәр бөтә башланылар. Был ваҡытта ауылда Хәмиҙә кеүек ирһеҙ ҡалып, үҙ көндәрен үҙҙәре күргән ҡатындар күп булғанға, уларҙың ҡайһыһы булһа ла Хәмиҙә кеүек тәьҫирәт аҫтында йәшәгәнгә күрә, улар Хәмиҙәгә серҙәш була алалар ине. Уның өҫтөнә һәр кемдең тип әйтерлек балаһы, атаһы, ире йәки берәй ҡәрҙәше, береһе артынан береһе алынып китеп торғанға күрә, айырылыуҙар, оҙатыуҙар ғади эшкә әүерелеп китте. Хәмиҙә, үҙенең тирәһендә һаман шундай кешеләрҙе күреп торғанға, үҙенең яңғыҙлығын, иренән айырылып ҡалыуын онота башланы.
Һәр бер эшендә Ғарифты иҫкә төшөрөрлөк берәй етешһеҙлек, һәр бер эштә ир затынан бер ярҙамсыға ихтыяж һиҙелһә лә, бара торғас, ул быларҙың һәммәһенә лә өйрәнде. Ул ирҙәр генә эшләй торған эштәрҙе лә үҙе эшләй башланы. Ул хәҙер һәммә эштәргә ысын күҙ менән ҡарай, һәммәһен еренә еткерергә тырыша, һәммәһенән үҙенә күрә бер ләззәт һәм тәм таба ине. Донъя көтөү юлында осраған ауырлыҡтар ҙа артыҡ һиҙелмәй башланы. Ул, үҙендәге ҡатынлыҡ нәфислеген юғалтып, мәүкут ирҙәр кеүек булып, һәр эшен ирҙәрсә эшләй башланы.
Иртә һәм кис Ғариф иҫенә төшөп, һәр көн Ғарифтан хат көтөп торһа ла, ул уйҙар барыһы ла ғади һәм сабырлыҡ менән генә дауам итәләр ине.
Ғарифты оҙатып егерме көндәр үткәндән һуң, уның беренсе хаты килде.
Ул был хатында үҙенең һуғышҡа керәсәген яҙғандан һуң, фатиха ҡылып торорға үтенгән, тормошто нисек булһа ла емермәй алып барырға ҡушҡан ине.
Был хат бик һалҡын ҡан менән етди яҙылып, Хәмиҙәгә донъя көтөү эштәренә көс һәм ҡеүәт кенә бирҙе. Хәмиҙә был хатты алгас, ҡайғырыу урынына әллә ни эшләп шатланып киткән кеүек булды. Ғариф һуғышҡа керһә лә, бер ни ҙә булмаҫ кеүек тойолдо. Ул хәҙер үҙенең әүәлге кеүек ҡайғырмағанына, ниндәй ауыр хәлдәргә лә сынығып, һалҡын ҡан менән ҡарай алыуына ғәжәпкә ҡалды.
Һуғыштан сыҡҡас, Ғариф хат яҙырға тейеш ине. Ун биш көн, бер ай булды. Ләкин Ғарифтан һаман хат килмәй ине.
Был хат килмәү Хәмиҙәне тағы ла борсой башланы. Ул төрлөсә итеп, үҙенең күңелен баҫырға тырышһа ла, хат килмәүҙең сәбәбен төрлөсә итеп юраһа ла, ләкин нимәнәндер күңеле шөбһәләнә, хат килмәгәнгә ҡайғыра ине.
Ғарифтан ике ай ҡәҙәре хат килмәгәс, Хәмиҙә бөтөнләй ҡайғыра башланы. Күршеләре: «Ул плен төшкәндер, Насип ҡарт улының хаты өс-дүрт ай буйынса килмәй торҙо ла, һуңынан килде»,— тип әйтһәләр ҙә, Хәмиҙәнең күңеле һаман ҡарарланмай ине.
Ул был ваҡытта Ғарифты төшөндә лә бик йыш күрә башланы. Ғариф аҡ кейемле, имеш, Хәмиҙәгә күренде лә, шунда уҡ юғалды, имеш. Ғариф әллә ниндәй батҡаҡлыҡ, бысраҡ урындарҙа йөрөй, имеш. Икенсе күргәнендә, ул бик шат, имеш, бына нәҡ боронғоса өйҙә балаларын һөйөп ултыра, имеш...
Ике айҙан да артыҡ хат килмәй торғанға, Хәмиҙә күп ҡайғыра, бара торғас, был эшкә лә күнегеп китте. «Ни булһа ла тәҡдирҙә яҙған булыр»,— тип боронғоса тора башланы.
Хаты килмәгән кеше бер уның ғына ире булмағанға, башҡа әллә кемдәрҙән әллә ҡасандан бирле хат-хәбәре килмәгәнгә, Хәмиҙә үҙен шулар менән тиңләп йөрөй башланы. Ул, ҡыштың оҙон, һалҡын төндәрен төрлө уйҙар менән үткәрһә лә, һәр көн Ғарифтан хат-хәбәр көтһә лә, был уйҙар файҙаһыҙ булып, был көтөүҙәр бушҡа сыға бара ине.
Был көтөүҙәрҙең иге-сиге булмаҫ кеүек күренһә лә, ниһайәт, бының да бер сиге булды.
Ғариф менән бергә һуғышта йөрөгән Әхмәдулланан үҙенең ҡатынына хат килеп, ул хатта Ғариф хаҡында ошо һүҙҙәр яҙылған ине: «Ғариф менән бергә һуғышҡа кергән инек. Бер урман араһында торған ваҡытта беҙҙең өҫкә яуҙыра башланылар. Шунда, беҙҙе тирә-яҡтан әстриҙәр ҡамай башлағас, бергә ҡастыҡ. Шул ваҡытта Ғариф ағай әллә ҡайҙа китеп юғалды. Беҙҙең полкка ҡайтманы. Шунан бирле Ғарифтан бер хәбәр ҙә юҡ. Ул хәбәрһеҙ юғалды. Әллә ҡасып килгәндә үлде, әллә әстриҙәргә плен төштө — бер ҙә мәғлүм түгел. Нисек булһа ла, хәйерле булһын, Ғариф ағай бик йәл булды». Хатта Ғариф хаҡында башҡа һүҙ юҡ ине.
Хәмиҙә был хәбәрҙе ишеткәс, ни эшләргә лә белмәне. Ғариф үлмәгәндер, плен төшкәндер кеүек булып та күренде. Икенсе яҡтан, Ғариф шул һуғышта үлгәндер, бисараны бер кеше лә күрмәгәндер, ул зарығып, бер йотом һыуға зар булып ятҡандыр, ул шунда сереп бөткәндер, күмелмәй ҡалғандыр кеүек булып күренде.
Был шикле хәбәр Хәмиҙәне ҡайғыртһа ла, ул Ғарифтың рухына хәйер-саҙаҡалар бирергә теләһә лә, мулла менән Фәхрелислам ағай ашыҡмай торорға, сабыр итергә ҡуштылар:
— Асыҡ хәбәр булмағас, бер эш тә эшләр хәл юҡ, ул плен төшкәндер. Бына, инша алла, хаты килер. Вафат булһа, хәбәре килер ине,— тинеләр. Был һүҙҙәр Хәмиҙәне йыуатты. Ул тағы боронғоса эшенә кереште. Ул көн һайын Ғарифтан хәбәр көтә ине. Биш-алты ай үтһә лә, Ғарифтан хат килмәне, һаман был шөбһәле хәбәрҙең төбө асылманы, ҡараңғы пәрҙә күтәрелмәне. Хәмиҙә һаман шул ҡараңғы пәрҙәнең асылғанын, шуның аҫтынан Ғарифтың килеп сығыуын көтә ине...