Jump to content

Ҡыҫҡа итәкле демократия

From Wikisource
Ҡыҫҡа итәкле демократия
автор Мар. Сәлим
Сығанаҡ: Һәнәк ж. №1 2014 йыл


Ҡыҫҡа итәкле демократия



Яҙ етте. Әбейҙәр тундарын һалып ташланы, ҡыҙҙар кендектәрен асып йөрөй башланы. Күңелле!
Әле бына кыҫҡа итәкле ҡыҙ артынан атлап барам. Шә-әп! Ҡыҙыҡ, алдан ҡарағанда ла шулай шәпме икән? Мин уны уҙып китергә итәм, ләкин ҡыуып етә алмайым. Беҙ йәш саҡта ҡыҙҙарҙың аяҡтары ҡыҫҡараҡ була ине һымаҡ... Оҙон аяҡлы ҡыҙ артынан ҡыҙыу-ҡыҙыу атлайым.
Ә минең арттан бер әбей йүгерә. Таныш кеүек тә үҙе, ҡасандыр ҡайҙалыр күргәйнем шикелле. Мине туҡтатып, хәбәр һатырға иҫәбе. Наҙайыл инде был әбейҙәр! Һөйләй башлаһалар, һүҙҙәре бөтмәй. Юрый шәберәк сабам. Ул исемемде әйтеп ҡысҡыра. Мин ишетмәгән булып, оторо тиҙ елдерәм.
Ҡапыл артымда гөрһөлдәп бағана ауҙымы ни. Боролоп ҡараһам, элек университетта бергә уҡыған сибәркәй, хәҙер шаҡтай әбейгә әйләнгән Фирүзә тротуарҙа аяғын күтәреп ята.
– Харап булды! – тип үрһәләнде ул.
Мин уға ярҙамға ашыҡтым:
– Аяғың һындымы әллә?
– Аяҡ ҡына булһа...
– Ҡабырғаң һындымы ни?
Ул, асыуланып:
– Ҡабырға түгел, каблугым һынды, – тип, итегенең үксәһен күрһәтте.
– Аллаға шөкөр, – тинем, тынысланып, – ҡабырғаң иҫән икән.
– Ҡабырға һынһа, ялғаныр ине әле. Каблугым әрәм булды, – тип өҙгөләнде Фирүзә. Иламай ғына, бахыр.
Мин, уны йәлләп:
– Ашыҡмаҫҡа кәрәк ине, бындай тайғаҡта...– тигәйнем, ҡыҙып китте:
– Ашыҡма, имеш! Үҙең бит оҙон аяҡлы ҡыҙ артынан ашҡынып сабаһың. Ҡыуып етерлек тә түгел.
– Ғәфү ит, Фирүзәкәй, уйға бирелеп киткәнмен.
– Ҡыҙҙар итәгенә ҡарап, нимә уйлайһың, ҡартлас?
– Демократия тураһында баш ватам. Беҙҙең демократия ҡатын-ҡыҙ итәге кеүек бит. Йә уны бик ныҡ тарайталар, йә самаһыҙ киңәйтәләр. Һуңғы ваҡытта хакимиәт әһелдәренең ҡырын эштәрен ҡаплап торған япманы шаҡтай күтәрҙеләр. Ҡыҫҡа итәкле ҡыҙ шикелле. Әйткәндәй, ҡыҙҙар итәктәрен ҡыҫҡартмаһа, аяҡтарының кәкре икәнен белмәҫ тә инек.
– Ҡыҙыҡ, әй, кәмселектәрҙе элек “Һәнәк”кә эләләр ине, хәҙер – интернетҡа. Нимә генә юҡ унда!
– Асыҡ сәйәсәттең маҡсаты шул бит, Фирүзәкәй: кәкрене лә, төҙҙө лә йәшермәйенсә халыҡҡа күрһәтеү.
– Бер ҡарағанда, йәтеш инде. Әле бына ауылға ҡайтҡайным. Ҡустым һөйләп торҙо: беҙҙең башлыҡ туған-тыумасаһы менән бергәләп районыбыҙҙағы бар мөлкәтте прихватизациялап бөтөрҙө, ти. Шул хаҡта анонимка яҙып, интернетҡа һалам әле, ти.
– Һалһын әйҙә. Демократия булғанда.
– Мин дә шулай тим шул. Демократия бит ул, үҙең әйткәндәй, ҡатын-ҡыҙ итәге кеүек. Әле мини, әле макси. Модаһына ҡарай...
– Тап шулай! Фәҡәт мини менән макси араһында. Мода нисек кенә үҙгәрмәһен, уны миниҙан юғары күтәреп тә, максиҙан түбән төшөрөп тә булмай.
Шул саҡ ҡыҫҡа итәкле ҡыҙҙы шортик кейгән егет ҡосаҡлап алды һәм күккә сөйҙө. Ҡыҙҙың итәге ҡорһағына шыуып менде лә уның ялтырауыҡ балдаҡ кейҙерелгән кендеген ҡапланы...
– Нимә, күҙеңде секрәйтеп тораһың, оятһыҙ?! – тип екерҙе миңә Фирүзә. – Демократия күргәнең юҡмы ни? – Ул, үксәһе төшкән итеген ҡулына тотоп: – Күтәр мине! – тине. – Ойоҡсан йөрөтмәҫһең бит йәшлек дуҫыңды?! Хәтереңдәме, студент саҡта һин мине дискотеканан ятаҡҡа тиклем күтәреп ҡайтҡайның?
Мин демократияһыҙ үткән йәшлегемде һағынып иҫкә төшөрҙөм дә, ул саҡтағынан ике-өс тапҡырға ауырыраҡ Фирүзә әбейегеҙҙе йөкмәп, аяҡ кейемдәре мастерскойына табан атланым.