Jump to content

Ҡыҙым бәпәй таба… Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Ҡыҙым бәпәй таба… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 18.09.2014.. Нәшер ителгән: 30.11.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән


* * *


Ҡыҙым бәпәй таба. Нисә сәғәт
Юҡ исмаһам берәй хәбәре…
Үҙен тапҡанда ла ғазап менән
Ҡурҡмағайным ошо ҡәҙәре!

Йөрәк дарҫлап тора, башым тубал,
Тик бер генә фекер мейелә:
“Эй, Хоҙайым, балам ғазаптарын
Бүлеп бирһәң ине миңә лә!”

Йөрәгемде устарыма тотоп,
Ялбарамын һаман Аллама:
“Бәлә-ҡазаларҙан һаҡла бер үк,
Ярҙамыңды итсе балама!”

“Ҡыҙым ҡыҙлы булмай белмәҫ”, - тиҙәр.
Кемебеҙгә нимә асылыр?
Ә мин күптән беләм: балаларым –
Минең өсөн йәшәү асылы.

Ҡыҙым бәпәй таба… Эй Хоҙайым!
Ярҙамыңдан бер үк ҡалдырма!
Зинһар өсөн йәллә ҡыҙ баламды,
Тере килеш утта яндырма…