Jump to content

Ҡыҙыл сумаҙан

From Wikisource
Ҡыҙыл сумаҙан (хикәйә)
автор Азат Хәлилов
Ижад итеү ваҡыты: 2001. Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Башҡортостан китап нәшриәте "Әсе шәкәр" Азат Хәлилов


Ҡыҙыл сумаҙан




Йыл һайын йәйгеһен Сәйфелмөлөктө ата-әсәһе ауылға, өләсәләренә ҡалдыра. Быйыл да шул хәл ҡабатланды. Ул быйыл ҙур инде, беренсе класты тамамаланы. Өләсәһе менән ауылда ҡош-ҡорт тәрбиәләй, уларҙың бәпкәләрен ҡарай, умарталар айырған саҡта күс осоп китмһен өсөн күҙәтә.
Өләсәһе Сәйфелмөлөктө бик ярата. Исемде лә ул ҡушҡан бит. Уның ҡарт олатаһының исеме булған. Ҡарт олатаһы хажға барған, шуға ла уны Сәйфелмөлөк хажи тип йөрөткәндәр.
Өләсәһе иртән, төш –кис намаҙ уҡый. Бергәләп мәсеткә йөрөйҙәр. Уны ла намаҙ уҡырға өйрәтте.
Ә Сәйфелмөлөктө иң ҡыҙыҡтырғаны йоҡо бүлмәһендәге ҡыҙыл сумаҙан. Ул йоҡа таҡтанан эшләнгән. Өләсәһе уны сумаҙан тине. Ҡасандыр өләсәһенең атаһы ошо сумаҙан менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҡыға йөрөгән. Ул кәштәнең төп яғында иң ситендә ултыра. Эсендә ни барын һорағайны ла Сәйфелмөлөк, өләсәһе – китаптар,- тине. Ә өләсәһенең былай ҙа күп китаптары. Һүрәтлеләре лә, һүрәтһеҙҙәре лә. Көйләп кенә уҡый торғандары ла. Уны өләсәһе Ҡөрьән, -ти. Үрелеп алып ҡарар ине лә... Өләсәһе: Уларҙы фәрешәтәр һаҡлай, - тине шул.
Ә бәхет көтмәгәндә килде Сәйфелмөлөк өсөн. Ауылдарына мәсеттә практика үтергә Өфө мәҙрәсәһенән бер шәкерт килде. Исмәғил хәҙрәт өләсәһенә уларҙа йәшәп тороуын үтенде. Сәйфелмөлөк тә Әбдесәләм ағаһы менән мәсеткә йөрөнө. Яҙырға, уҡырға өйрәнде.
Ә бер көн....
Был көн Сәйфелмөлөк өсөн бәхет көнө булғандыр. Өләсәһе Әбдесәләм ағаһына был сумаҙанды алырға ҡушты. Өләсәһе матурлап саңдарын һөрттө. Аҙаҡ яйлап ҡына сумаҙанды асты. Ысынтылап та , өләсәһе әйткәнсә унда китаптар ине. Улар һарғайып, ситтәре йыртылып, туҙып бөткән. Әбдесәлим ағаһы ла бер аҙ өндәшмәй ултырҙы. Унан ҡулдарын йыуып килде лә, ипләп кенә китаптарҙы ҡулына алды. Еҫкәп ҡараны.
Тынлыҡты өләсәһе боҙҙо. “ Был минең ҡарт олатайым Сәйфелмөлөктөң китаптары, уны ул хаждан алып ҡайтҡан”,- тине.
Әбдесәлим ағаһы китаптарҙы алып һәр береһен уҡып ҡараны.
- Мөхәмәҙиә, был Мәхәммәт пәйғәмбәрҙең тормошо тураһында яҙылған. Быныһы хәҙистәр йыйынтығы. Ә был Йософ китабы. Жөмжөмә солтан. Был бәләкәйе уҡыу әсбабы.
Бына нимәләр йәшереп, ҡәҙерләп тотҡан икән өләсәһе кәштә башындағы ҡыҙыл сумаҙанда.
Әбдесәләм оҙаҡ ҡарағандан һуң Сәйфелмөлөккә:
-Был китаптар изге, сөнки уны бынан бер быуат элек, хажи бабай Мәккә ҡалаһынан, хаждан алып ҡайтҡан. Һиңә быларҙы мотлаҡ уҡырға кәрәк. Ә уҡып сығыр өсөн ғәрәп графикаһын һәм телен өйрәнеү мотлаҡ.
Сәйфелмөлөк бик ихлас тыңланы мөғәллим ағайҙың һүҙҙәрен. Эйе, ул мотлаҡ өйрәнер уҡырға. Өләсәһенә лә уҡып күрһәтер киләсәктә. Ул бит уны Сәйфелмөлөк өсөн һаҡлаған булып сыға.
-Рәхмәт, өләсәй! Был китаптарҙы ҡәҙерләп һаҡлағаның өсөн. Мин тырышып уҡырмын, ғәрәп телен өйрәнермен һәм уҡып сығырмын был китаптарҙы.
Өләсәһенең ҡыуаныстан күҙ йәштәре тәгәрләп сыҡты.
-Имен генә бул инде ҡолонсағым, эйе уҡырһың, мотлаҡ уҡырһың тине ул йәш аралаш.


2014 йыл