Jump to content

Ҡышҡы урман(хикәйә). И.Соколов-Микитов

From Wikisource
Ҡышҡы урман ( хикәйә )
автор И.Соколов-Микитов
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Ҡышҡы урман


 
  
I
Яланғас һәм һалҡын урман шаулай. Көҙ — урмандағы аҡ ҡуяндарға ауыр саҡ. Ҡуяндың ҡышҡы туны ағас араһынан алыҫтан уҡ күренеп тора.
Ҡыш етә. Ағастар мамыҡ ҡарға төрөнәләр, урман аҡландары ла ап-аҡ ҡар менән ҡаплана.
Аҡ ҡуяндар шатланалар. Хәҙер уларҙың аҡ тундарын бер кем дә күрә алмаҫ.
II
Беренсе ҡар төшөү менән, һунарсы йәнлектәр эҙен ҡарарға йыйынды.
Урманда эҙҙәр бик күп. Бына, аҡ ҡарҙы ҡойоп, ағастан ағасҡа тейен һикергән. Бына бында көҙән йөрөгән. Ана, юл аша һаҡ ҡына хәйләкәр төлкө үтеп киткән.
Һунарсы әле ағас башындағы тейендәрҙе, әле ҡорҙарҙы ҡурҡыта. Ҙур йыуан ағас төбөнән ул айыу өңөн тапты.
III
Урманда, башҡа йәнлектәргә ҡарағанда, айыуға яҡшыраҡ. Айыу көҙ көнө үк үҙенә өң әҙерләй. Шыршының йомшаҡ ботаҡтарын һындырып, хуш еҫле сайырлы ҡабыҡтарын ҡуптарып, өңөнә һала.
Айыуҙың ҡышҡы өңөндә йылы һәм уңайлы. Айыу бер яғынан икенсе яғына әйләнә-әйләнә рәхәтләнеп ята. һаҡ һунарсының өң янына яҡын килеүен дә ул ишетмәй.


1988 йыл