Jump to content

Ҡыштан яҙҙар яһар өсөн…Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Ҡыштан яҙҙар яһар өсөн… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 08.04.2014. Нәшер ителгән: 01.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


Ҡыштан яҙҙар яһар өсөн…



Быйыл яҙ булмай икәнен
Ишеттегеҙме әле?
Йөрәктәрегеҙҙе ҡыштан
Өшөттөгөҙмө әле?

Көтә-көтә көтөк итеп,
Ялындырып килә яҙ…
Йылы етмәй күңелдәргә,
Күңелдәргә етмәй наҙ!

Күҙҙәрегеҙ ҡояш кеүек
Йылмайып ҡараһалар,
Баш осондағы болоттар
Шунда уҡ таралалар!

Ҡайнар хистәр, йылы һүҙҙәр
Йәлләмәһәң йәреңә,
Ҡар һыуҙары шаулап ағыр,
Йылға һыймаҫ ярына…

Һыуыҡ көн үтһен тимәгеҙ –
Ғүмеребеҙ үтә бит!
Ҡыштан яҙҙар яһар өсөн
Бер йылы һүҙ етә бит!


08.04.2014