Jump to content

Ҡырҡ дүрт йондоҙ һәм егерме ете диңгеҙ

From Wikisource
Ҡырҡ дүрт йондоҙ һәм егерме ете диңгеҙ (эпик шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 29.03.1990.Малеевка. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (166-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


Ҡырҡ дүрт йондоҙ һәм егерме ете диңгеҙ


Йондоҙ кеүек балҡып һүнгән һоҡланғыс шағирә Зарема Әхмәтйәноваға арнайым
“24 йондоҙ һәм 17 диңгеҙ” (Мөхәббәтнамә)
Рәдиф Ғатташ
Һин
Баш осонда ҡырҡ дүрт йондоҙ
Балҡыған сағың ине,
Бөрөләнеп ҡаршы алды
Һағынған яҙың һине.
Ҡояш, алтын туҫтағынан,
Эсерҙе ҡайнар тынын,
Һайрар ҡоштар сиртеп үтте
Йөрәктә һөйөү ҡылын.
Йырлағайның,
                 тауышыңдан
Йырғанаҡтар моң алды,
Минең йырға йондоҙҙарың
Сәнәкәйләп ҡыуанды…
Шиғырыма һағыш тулды,
Бер баҡҡайным күҙеңә.
Йыһандай киң күңелеңдән
Ергә йондоҙ түгелә!
Был бит һөйөү үҙе лә!

Эй, тәбиғәт, сабырлыҡ бир
Һағыш-моңға түҙергә

Мин
Егерме ете диңгеҙҙе,
Һыуын тубыҡтан күреп,
Атлап ҡына түгел, аша
Сыҡҡан инем йүгереп,
Эскән инем, шәрбәт күреп,
Тоҙло һыуҙарын уның…
Йәшәнем яңғыҙ утрауҙа
Зарлы Робинзон булып,
Айҙар, йылдар иҫәпләнем,
Ағасҡа билдә киртеп…
Бер көн ҡоштар уяттылар
Мине, тәҙрәмә сиртеп:
Хыял карабында йөҙөп,
Һөйөүем килгән, тиһәм,
Ул — күңелем хазинаһын
Талаусы булған икән.
Ултырам яңғыҙ утрауҙа:
Аласығым емерек,
Ҡырҡ дүрт йондоҙ күҙҙәремә
Ҡарай күктән тилмереп…
Эйе, беләм, һиҙә күңел –
Йөрәгем хазинаһы
Инде ерҙән түгел, бары
Тик күктән табылаһы.
Урланған гәүһәр таштарым
Йондоҙ булып яналыр,
Бәхет төҫө, юҡ, аҡ түгел,
Төн төҫөндә, ҡаралыр.
Ай тотҡалы йондоҙло күк –
Хыялҡа ишек кеүек!
Яҙ елдәре күңелемде,
Тирбәлтә бишек кеүек…
Шиғриәт
Түңәрәк Ай күкте байҡай,
Һанай йондоҙ-шәмдәрен.
Урмандар ослап ҡуйғандар
Ҡарағай-ҡәләмдәрен.
Йондоҙло күк – ҡағыҙ бите,
Төн-шағир шиғыр яҙа,
Йылғалар, күктән көнләшеп,
Тын ғына шыбырлаша…
Егерме ете диңгеҙ ҙә,
Йүгәнләп тулҡындарын,
Тыңлай ине, әрнеп,әрнеп,
Йондоҙҙар һулҡылдауын…

Түңәрәк Ай ерҙе байҡай,
Һиҙә һағыш артҡанын,
Иркә нур-ҡулдары менән
Һыйпай диңгеҙ арҡаһын.
Йәштәрең әсе, илама,
Тым, ти ҙә ул диңгеҙгә,
Һыу өҫтөнә эй тотона
Йондоҙҙарын һибергә!

ХХХ
Ай, йондоҙҙар, ҡарағайҙар,
Егерме ете диңгеҙ
Йөрәктәргә мәңгелеккә
Яҙ һәм наҙ булып инһен!
Был хисте һыйҙырам, тимә,
Мөхәббәт ҡалыбына,
Ышанайыҡ
Төн-шағирҙың
Шиғырҙар яҙыуына,
Кешеләргә ғашиҡ йәндәр
Йыр булып ҡалырына…
Нур булып янырына…



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.