Jump to content

Ҡулдарыңда — ҡулым. Тамара Искәндәриә

From Wikisource


Ҡулдарыңда — ҡулым (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Ҡулдарыңда — ҡулым


Тома һуҡырмы мин?
Ҡулдарыңда — ҡулым.
Монар баҫты көндө,
Ҡайҙа уңым, һулым?

Сағыу ҡарашыңдан
Баҙап ҡалды күҙем.
Бүрәнәләй телем,
Өҙөк-йыртыҡ һүҙем.

Онотолдо ваҡыт,
Онотолдо юлым...
Ниндәй ләззәт һуң был,
Ҡулдарыңда — ҡулым!