Jump to content

Ҡоҙғон. Баязит Бикбай

From Wikisource

автор Автор:Баязит Бикбай (1909—1968)
Ижад итеү ваҡыты: 1941. Сығанаҡ: "Һәнәк", 2009 й., №1


Ҡоҙғон


Бер ҡоҙғон маҡтанып ҡаҡты ҡанаттар,
Күҙ асҡансы түбән ҡалды болоттар.
Ҡуяндар ҡурҡышып, ҡыуға һыйынды,
һайрауҙан бар аҫыл ҡоштар тыйылды;
Оса ул тиңдәшен тоймай һауала,
Түбән ҡалғандарҙы һуҡмай һанға ла...

Бына ташҡа сығып йәш аусы баҫты,
Киреп ҡолас, кереш тартты, уҡ атты.
Яҙлыҡманы йәш аусы уҡ атыуҙа,
Ҡоҙғоноң ҡапланып төштө баҫыуға.
Ята ул тырпандап, тын да ала алмай,
Көсәнһә лә ҡанаттарын ҡағалмай...

О, ҡайҙа көс? Ғорурлык ҡайҙа булган?..
Хәҙер инде себен дә ҡурҡмай унан!


1941